БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: көндөҙгө эфир!

Республиканың төп телеканалында «Батырҙар дәүере» дауам итә.

Көндөҙгө эфирҙа ҡарағыҙ: махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү тарихтары, СВО биләмәһендә артистарҙың тормошо, шулай уҡ Донбасстан тура бәйләнеш.

Трансляция башлана: 25 июлдә 10:00 сәғәттә.
https://vk.com/video-27097047_456282128
👍1
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: көндөҙгө эфир дауамы!

Башҡортостандың төп телеканалы СВО геройҙарына һәм хәрбиҙәргә арналған «Батырҙар дәүере» телемарафонын дауам итә.

Был бүлектә хеҙмәттәштәребеҙ СВО биләмәһендә эшләгән журналистар менән аралашасаҡ, Башҡортостан мәктәптәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү эше менән танышабыҙ, махсус операцияла ҡатнашыусыларға ебәрелгән гуманитар ылауҙарҙы ҡарайбыҙ.

Трансляция башлана: 25 июлдә 13:00 сәғәттә.
https://vk.com/video-27097047_456282129
👍1
Башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, мордва һәм башҡалар - барыһы ла ил һағына ҡалҡан булып баҫҡан. Был беҙҙең Рәсәй Геройҙарында сағыла.

БСТ журналисы Гүзәл Хәмитова Башҡортостан яугирҙары менән бергә сәләмләй. Улар араһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев та бар.

https://vk.com/video-27097047_456282183?access_key=af51f9b238ef9fdb10
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яугир хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин беҙҙә ҡунаҡта

Ниһайәт, ул махсус операциянан ялға ҡайтты.
👍5
БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафоны бара

Башҡортостандың баш хәрби комиссары Михаил Блажевич республиканың махсус хәрби операцияға индергән өлөшө хаҡында һөйләне.

Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы, шулай уҡ контракт хеҙмәт өсөн бер миллион һумға тиклем барып еткән түләүҙәр хаҡында.
https://vk.com/video-27097047_456282187
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: киске эфир!

Республиканың төп телеканалында «Батырҙар дәүере» марафонының киске бүлеге старт ала. Көн дауамында алғы һыҙыҡтағы ваҡиғалар, һалдаттарға күрһәтелгән ярҙам хаҡында һөйләйбеҙ.

Пилотһыҙ осҡос операторын нисек әҙерләйҙәр? Шәфҡәт туташтары, табиптар һәм ашнаҡсылар алғы һыҙыҡта нисек хеҙмәт итә. Ошо һәм башҡа тарихтар - БСТ каналында.

Трансляция башлана: 25 июлдә 16:00 сәғәттә.
https://vk.com/video-27097047_456282130
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны ҡаһарман һәм ҡыйыу кешеләрҙе берләштерҙе

Улар барыһы ла батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән геройҙар. Шундайҙарҙың береһе «Тихий» позывнойлы яугир.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Вадим Харисов Сәғүд Ғәрәбстанында химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша

Интеллектуаль форумға 90-дан ашыу илдән, шул иҫәптән Рәсәй вәкилдәре йыйылған. Ватаныбыҙ командаһында дүрт уҡыусы, шулай уҡ олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡыусыһы, республика инженер лицей-интернатын тамамлаусы Вадим Харисов бар. Рәсәй делегацияһы составына химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров инде. Ҡатнашыусыларҙы ике тур көтә, теоретик һәм практик.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында 10 ихата биләмәһе яңыртыласаҡ

Йыл аҙағына тиклем Өфөлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында 33 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған 10 ихата биләмәһе яңыртыласаҡ. Әле Киров районында эштәр ике объектта алып барыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы төбәктең байтаҡ райондарында уңышлы тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡорамалдарын һатып алыуға субсидиялар ала

Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар ала. Был маҡсатта республика бюджетынан 50 миллион һум аҡса бүленгән. Уларҙы туҡыу һәм тегеү производстволары, күн изделиелар етештереү менән шөғөлләнгән компаниялар ала ала.
1👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 10 яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпуска ҡайтҡан

«Крокодил» ҡушаматлы хәрби ике йәрәхәт алып хәҙерге ваҡытта реабилитация үтә. Февраль башынан хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Яҡташыбыҙ биш бала үҫтерә. Ике ҡыҙ һәм өс малай. Әле яугир өйөн төҙөкләндерә. Августа батыр йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы менән 2-се осрашыу үтте

Күсмә ултырышта уның рәйесе Данияр Абдрахманов, бер төркөм йәмәғәт ағзалары ҡатнашты. Осрашыу урындағы ойошма рәйесе Рим Йәнбирҙиндың халыҡтан килгән һорауҙар буйынса отчеты менән башланды. Баймаҡ йәмәғәт палатаһы составында 15 кеше тора.
👌1
Иртәнге етенән БСТ-ла - «Батырҙар дәүере»

Студияла ҡунаҡта - Өфө районы башлығы Николай Ельников һәм 3-сө ранг капитаны Нугзар Хәсәнов.

Өфө районы башлығы муниципалитет яугирҙарға күрһәткән ярҙам хаҡында һөйләне, ә СВО-ла ҡатнашыусы хәрби тәжрибәһе тураһында бәйән итте.
https://vk.com/video-27097047_456282196
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалыла Рим Юнысовтың 70 йыллығына арналған шәхси күргәҙмә асылды

Ҡыл ҡәләм аша башҡорт тарихын яҙған шәхес. Учалы ҡалаһында Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Рим Юнысовтың 70 йыллығына арналған шәхси күргәҙмә асылды. Улар аша килгән халыҡ тотош республика тарихын барлай ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Башлығы башланғысы менән һалдаттарға 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылды

«Батырҙар дәүере» телемарафонында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, социаль координаторҙар Гөлзиә Ҡунафина менән Дилә Ғәлиуллина ҡатнашты. Улар яугир ғаиләләренә ярҙам саралары һәм рух ныҡлығын һаҡлау тураһында һөйләне.
👍31🔥1
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: аҙаҡҡы өлөш!

Көн дауамында БСТ телеканалында тыныс тормошто ҡалдырып, Ватан һағына баҫҡан кешеләр хаҡында тура эфирҙар күрһәтелә.

Иң һуңғы бүлектә - Донбасстан тура бәйләнеш, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың батырлыҡтары, юғалтыуҙар һәм ҡаҙаныштар.

Трансляция башлана: 25 июлдә 19:00 сәғәттә.
https://vk.com/video-27097047_456282131
👌21🔥1
Махсус операция зонаһында «Серега» позывнойлы яугирға уның иҫәпһеҙ һөнәрҙәре ярҙамға килә. Телемарафонды ҡарап, үҙегеҙ быға инанырһығыҙ.

https://vk.com/video-27097047_456282189?access_key=9c2b6c7cdc6cce334b
2🔥1👏1
Журналист Бәйтулла Фәтҡуллин: Бөгөн ил яҙмышы хәл ителә

Яугирҙың рухы күтәренке булһын өсөн тылдың ныҡлы терәк булыуы кәрәк. «Батырҙар дәүере» телемарафонында яугир Бәйтулла Фәтҡуллин, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов һәм ирекмән Олег Ғәлиев ошо берҙәмлек тураһында һөйләй.
https://vk.com/video-85076499_456253544
Үҙ эшенең оҫтаһы, тырыш, етеҙ.

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов хаҡында шулай ти яугирҙар.

Әлеге ваҡытта ул СВО зонаһында һәм төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй.

https://vk.com/video-27097047_456282193?access_key=7a1f370079378b34f2
Рәсәй патриоттары һәм уларҙың ҡараштары. Ил яҙмышында ҡатнашыу өсөн ниндәйҙер ваҡытты көтөргә кәрәкмәй, ти киләһе интервью геройы.

Уны контракт төҙөргә һәм алғы һыҙыҡҡа барырға нимә этәргән? Юлиә Паршина хәрби комиссариаттан тура бәйләнешкә сыҡты.

https://vk.com/video-27097047_456282210