БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ рәссамы Вәсил Ханнанов иҫтәлегенә фестиваль уҙҙы

Беренсе тапҡыр ойошторолған «Беҙ бергә» тип исемләнгән сара инклюзив балаларҙы сәнғәткә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Фестиваль ҡунаҡтары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановтың улы Тамерлан Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе менән дә таныша алды.
3
Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтарын иҫкәртеүгә бәйле закон көсөнә инә.

1 июлдән банктар бөтә аҡса күсереүҙәрҙе тикшерергә тейеш. Клиент ризалағына ҡарамай мутлашыуға шик тыуған ваҡытта, финанс операция 2 көнгә туҡтатыла. Ҡара исемлеккә индерелгән аферистҡа аҡса күсерелгән осраҡта, банк 30 көн дауамында сумманы ҡайтарырға тейеш була.
👍4
Стәрлетамаҡта Даян Мурзинға бюст ҡуйылды.

Уны асыу тантанаһы Г. К. Жуков исемендәге скверҙа үтте.  
1
Шүлгәнташ мәмерйәһенә индермәйҙәр.

Мәмерйәгә ингән урынды һыу баҫҡан. Әле унда экскурсиялар ойошторолмай.

Кисә республикала ҡойма ямғырҙар яуып үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында көслө ямғырҙан һуң йылғалар ташҡан

— Хәҙер Рәүәт йылғаһы күперен йыуып алып китә. Ул емерелеп төшөп бара. Инйәр ауылы янында. Белорет — Өфө юлы, — ти видео авторы.

Мәғлүм булыуынса, Инйәр ауылында бер нисә ихатаны һыу баҫҡан.

— Һауа шарттары яҡшырғансы Өфө-Инйәр-Белорет юлы буйлап алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә, — тип кәңәш иттеләр республиканың Юл хужалығы идаралығында.
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 9-11 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш кисәләре уҙҙы

Дөйөм республика буйынса быйыл 15 мең малай-ҡыҙ 11 синыфты тамамланы. Төбәк мәктәптәрендә белем алыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн дәртләндереү саралары ойоштороу яҡшы һөҙөмтә биргән. Берҙәм дәүләт имтихан күрһәткестәре буйынса 147 эш 100 балға тапшырылған. Был һандар уҙған йылғы һөҙөмтәләр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға юғары. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Луганск өлкәһенән Башҡортостанға йәнә бер төркөм балалар ял итергә килде

Иң мөһиме - балаларҙың хәүефһеҙлеге. Йәйге каникулда йыш ҡына уҡыусыларҙы автобустарҙа һауыҡтырыу учреждениеларына, йә мәҙәни сараларға йөрөтәләр. Йәш пассажирҙарҙы ташыу буйынса талаптар ҡаты, улар менән тағы ла бер тапҡыр юл инспекторҙары таныштырҙы. Өфө тимер юл вокзалынан ғына бөгөн өс автобус Мәләүез районындағы лагерға юлланды. Уларға Донбастан килгән 150-гә яҡын бала ултырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Киров районында «Өфө ҡәлғәһе» ғаилә фестивале үтте

Сара Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына һәм Ғаилә йылына бағышланды. Ҡунаҡтарға бай программа әҙерләнгән: спорт ярыштары, күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторолдо.
4👍2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт драма театры репертуары «Заятүләк менән Һыуһылыу» әҫәре менән тулыланды

Театр сәхнәһендә йәнә башҡорт эпик ҡомартҡыһы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры репертуары «Заятүләк менән Һыуһылыу» әҫәре менән тулыланды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән тамаша сағыу образдар, костюмдар төрлөлөгө менән халыҡ һөйөүен яуланы. Ул 104-се ижад миҙгеленең һуңғы премьераһы.
2
Өфөләге боронғо имән йыл ағасы исеменә дәғүә итә.

Илдә 1 майҙан конкурс башланды. Унда 74 ағас тәҡдим ителгән. Улар араһында Петр Бөйөк имәне, Лев Толстой каштаны, Петр Паллас платаны күрһәтелгән. “Рәсәй йыл ағасы” конкурсында Өфөнән 234 йыллыҡ имән дә ҡатнаша. Ул 16-сы гимназия янында үҫә. 2017 йылда мәктәп уҡыусы ағастар йәшен тикшереүҙе ойоштора һәм ҡалалағы иң боронғо имәнде асыҡлай. Тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем конкурс сайтында бара.
👍2
9-11 августа "Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале ойошторола.

Мәртәбәле сара Баймаҡ районында уҙғарыла. Уның барышында фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса ярыштар уҙҙы

Туризмға сиктәр юҡ. Хәйбулла районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса ярыштар уҙҙы. Йәнтештә Һаҡмар йылғаһы буйында ярышта 9 команда составында 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Еңеүгә ынтылышлы көслө рухлылар хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Башҡортостанда 6 меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, табиптарға мөрәжәғәт иткән һәр өсөнсө пациент – балалар. Уҙған йылға ҡарағанда, быйыл талпандан зыян күргәндәр 21,5 процентҡа кәмегән. Республикала биләмәләрҙе зарарлы бөжәктән эшкәртеү дауам итә.
👍1
“Тыуған илемде яратам, мин – патриот”. Стәрлетамаҡтан “Муза” ҡушаматлы яугир шулай тип белдерҙе. Былтыр ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланды. Мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә медицина ротаһында хеҙмәт итә. Әле батыр ҡатын ялда.
“Беҙ көн һайын һалдаттарға беренсе һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәбеҙ”,

- ти ул.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов “Муза” менән осрашҡан. Яугиргә “Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы тапшырылған.
👍1🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
С праздником, дорогие ребята! Вы самая лучшая молодежь на свете! Пусть в вашей жизни все получится! С уважением!
🤮4🔥3
Башҡортостанда инвалид етем балалар түләүһеҙ уҡый ала. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡайтанан һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Бының өсөн аҡса бюджеттан бүленә. Бынан тыш, әсбаптар һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алыуға айлыҡ пособие түләнә.
👍1
Башҡортостанда бензин тағы ҡиммәтләнде

“Башнефть” компанияһы яғыулыҡҡа хаҡ арттырған. 95-се маркалы бензин - 20, 92-сеһе 30 тингә ҡиммәтләнгән. Дизелгә хаҡ 13 тингә күтәрелгән. Мәҫәлән, 95-се маркалы бензиндың литры 55 һум 30 тингә һатыла. Уҙған аҙнала ла яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелгәйне.
🤬2😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Изге күңелле Сәкинә инәй

Учалы районынан 87 йәшлек Сәкинә Юртаманова яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләй. Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов социаль селтәрҙә матур видеояҙма менән уртаҡлашҡан. Артист хәбәр итеүенсә, уның ҡартинәһенә бөгөн 87 йәш тулған.

Сәкинә инәйҙең изге эше меңләтә үҙенә әйләнеп ҡайтһын, оҙаҡ йылдар бәхеттә, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә насип булһын!
👍2