Республикала хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең яҡындары шифаханала һаулығын яҡшырта ала
Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡаралған ярҙам саралары теҙмәһенә төҙәтмә индерергә ҡушты. “Мәсьәлә юридик яҡтан бөгөн хәл ителергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Республикала 3 мең 600-ҙан ашыу яугир һәм уларҙың яҡыны шифаханала ял иткән.

👌1
Рәсәйҙә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла түләү арта. Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын тулыһынса ҡабул итте. Киләһе йылдан хаҡлы ялдағы бөтә кешеләргә лә пенсия индексациялана бара. Бының өсөн 2025 йылда бюджеттан өҫтәмә 95,4 миллиард һум тотонола. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла айлыҡ түләүҙәрҙе арттырып барырға тәҡдим итте.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды» ойошторолоуға бер йыл тулды
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына күп яҡлы ярҙам күрһәтеүсе фондтың тәүге эш йылы һөҙөмтәләре барланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында фонд хеҙмәткәрҙәре менән осрашып яңы маҡсаттар билдәләне.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Беҙ бергә» йәштәр фестивале үтте
Беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы, талантлыһы һәм аҡыллыһы, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Беҙ бергә» тип исемләнгән йәштәр фестивалендә. Байрам кисә Ағиҙел яры буйында уҙҙы. Концерт номерҙары, дискотека, косплей - йәштәр өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолғайны.

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә мутлашыу осраҡтарына бәйле 16 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аферистар халыҡты 10 миллион һумға алдаған. Мәләүездә полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ир-егет мөрәжәғәт иткән. Ул инвестицияға аҡса һалам тип 3 миллион ярым һумын юғалта. “Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланыуы мөмкин”, — тип иҫкәртәләр Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
❤1
Өфөлә квадрокоптерҙы рөхсәтһеҙ осорған кешегә штраф һалынды. Баш ҡаланың транспорт прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим районында күл буйында пилотһыҙ осҡос һауаға күтәрелгән. Квадрокоптерҙы осороу өсөн алдан рөхсәт алынмаған һәм аппарат бер ҡайҙа ла теркәлмәгән булған. Ошо сәбәпле пилотһыҙ осҡос хужаһына 30 мең һум штраф һалынған. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, республика биләмәһендә квадрокоптер йәки дрондар осороу сикләнә.
❤1
Республикала яңы маҡтаулы исем булдырылды.
Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре” тип атала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов:

“Маҡтаулы исем намыҫлы эшләгән, эшенә яуаплы ҡараған һәм шәхси ҡаҙаныштары булған дәүләт власы һәм урындағы үҙиадара органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Был награда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең абруйын күтәрер тип иҫәпләйбеҙ. Ул шулай уҡ йәмғиәттең дәүләт институтына ышанысын арттырырға тейеш. Исемде булдырғанда беҙ шулай уҡ һәләтле йәштәрҙе дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеү маҡсатын да ҡуйҙыҡ. Маҡтаулы исем кешеләрҙе яңы уңыштарға дәртләндерер тигән өмөттәбеҙ.”
🤔3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Украина прокуратураһы ситтән тороп Башҡортостан Башлығы менән Өфө мэрын ғәйепләне
Ведомствоның рәсми сайтындағы текста уларҙың Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяждарын матди яҡтан тәьмин итеүҙәре тураһында белдерелә. Үҙҙәренең сәйәси йоғонтоһон һәм административ ресурстарын файҙаланып, ғәйепләнеүселәр шәхсән Рәсәй армияһы өсөн хәрби техника, ҡорамалдар, кейем һатып алыуға бойороҡтар бирә. Судҡа тиклемге тикшереү менән Винница өлкәһендәге Украина хәүефһеҙлеге идаралығы шөғөлләнә.
Яңылыҡҡа Республика башлығы хакимиәтендә оператив яуап бирҙеләр. Матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Украина яғынан булған актты Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә индергән шәхси өлөшөн таныу тип ҡарайҙар.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы
Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Радий Хәбиров менән бергә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев булды. Башҡортостан Башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2028 йылға республикаға инвестициялар күләмен 1 триллион һумға еткереү күҙаллана
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан иҡтисадты үҫтереү, төбәктә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, яңы эш урындары булдырыу һорауҙары ҡаралды. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды социаль координаторҙары муниципалитет етәкселәре менән әүҙемерәк эшләй башлаясаҡ. Бынан тыш, яугирҙарҙың шифаханаларға юлламаһын туғандарына күсереүҙе еңелләштереү мәсьәләләре ҡаралды.

Радий Хәбиров БРИКС илдәре уйындары еңеүселәре менән осрашты
Республика башлығы спортсыларҙы юғары ҡаҙаныштары менән тәбрикләп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Башҡортостан атлеттары Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе. Ҡазанда уҙған уйындарҙа яҡташтарыбыҙ 20 миҙал яуланы. Шуларҙың яртыһынан күбеһе алтын.
Республика башлығы спортсыларҙы юғары ҡаҙаныштары менән тәбрикләп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Башҡортостан атлеттары Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе. Ҡазанда уҙған уйындарҙа яҡташтарыбыҙ 20 миҙал яуланы. Шуларҙың яртыһынан күбеһе алтын.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан колледждарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Төбәк Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл абитуриенттарҙа машиналар эшләү, төҙөлөш, IT, мәғариф һәм медицина менән бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу юғары. Туғыҙынсылар өсөн 22 меңдән ашыу бюджет урыны әҙерләнгән.
Төбәк Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл абитуриенттарҙа машиналар эшләү, төҙөлөш, IT, мәғариф һәм медицина менән бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу юғары. Туғыҙынсылар өсөн 22 меңдән ашыу бюджет урыны әҙерләнгән.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Урман һабантуйы үтте
Ат сабышы урынына тракторҙар ярышы, ә милли уйындарҙы ағас йығыу, бурау, тейәү, юныу буйынса конкурстар алмаштыра. Оҙайлы ямғырҙарға ҡарамаҫтан Баймаҡ районында шаулап-гөрләп икенсе Урман һабантуйы үтте. Был үҙенсәлекле сара 2022 йылда билдәле эшҡыуарҙар, ағалы-ҡустылы Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың башланғысы менән уҙғарыла башлай. Быйыл Урман һабантуйы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың грантына ойошторолған. Сарала оҙайлы йылдар урман хужалығында эшләгәндәргә дәүләт наградалары, ә конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле приздар тапшырылды.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» объекты әҙерлеге бөгөн 70 процент тәшкил итә
Яҡын арала төҙөүселәр яңы юлдың бер өлөшөн файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Яҡын арала төҙөүселәр яңы юлдың бер өлөшөн файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Почетлы граждандары рубрикаһының сираттағы геройы - Сәүиә Сираева
70 йылдан ашыу сәнғәткә тоғро. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева - Өфөнөң Почетлы граждандары рубрикаһының сираттағы геройы. Ошо көндәрҙә «Нур» татар дәүләт театрында 32-се ижад миҙгеле ул уйнаған «Ғәлиәбаныу» спектакле менән тамамланды.

Рәсәйҙә льготалы кешеләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ иҫәпләшә ала. Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын ҡабул итте. Пенсионерҙар, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән банк аша аҡса түләгәндә комиссия алып ҡалынмай. Ошондай мөмкинлек 1 июлдән көсөнә инде. Бынан тыш, башҡа кешеләргә “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” ҡушымтаһы аша коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә комиссия алынмай.
👌1
Бөгөн Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 22 йыл
2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға осҡан самолет Германияның Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһының “ТУ-154” лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә.
Авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Ул “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” тип атала. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар.

😢2👍1
Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. 31 августҡа тиклем “Ғаилә” үҙәктәренә уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырырға була. Ярҙам күрһәтеләсәк ойошма һәм ғаиләләр исемлеген Республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итә.
☎️ "Ғаилә" үҙәктәренең берҙәм телефоны: 8-800-347-5000.
#мәктәпкәйыйынырғаярҙамит
#центрысемьярб #помогисобратьсявшколу

👍1
Ишембайҙа 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш никахлашҡан
Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт яҙмаһы теркәлгән.
Улар араһында иң йәшт — 25 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ.
Ә иң өлкәне — 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш. 2024 йылдың 29 июнендә Владимир Лефлер һәм Любовь Глазырина сәстәрен сәскә бәйләгән.
Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт яҙмаһы теркәлгән.
Улар араһында иң йәшт — 25 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ.
Ә иң өлкәне — 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш. 2024 йылдың 29 июнендә Владимир Лефлер һәм Любовь Глазырина сәстәрен сәскә бәйләгән.
❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта фатирҙа газ шартлаған
Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Артем урамындағы йортта көнкүреш газы шартлаған. Фажиғәлә ете кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың икәүһе - балалар. Бер кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ хакимиәтендә.
Ваҡиға урынында оператив штаб булдырылған, етәксеһе - муниципалитет башлығы Рөстәм Ғәзизов. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, шулай уҡ өс берәмек янғын һүндереү техникаһы һәм өс берәмек ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй.

😢2