Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты контракт буйынса хәрбиҙәр туплауын дауам итә
Бөгөн ҡоро ер ғәскәрҙәренә - танк һәм мотоуҡсылар подразделениеларына саҡырыу бара. Көн һайын республика һайлап алыу пунктына Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан хәрби хеҙмәткә үҙ ирке менән барырға теләүселәр йыйыла.
Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар матди һәм социаль гарантиялар менән тәьмин ителә, был хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Төбәк һәм муниципалитеттар тарафынан исемле хәрби подразделениеларға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һыу баҫыуҙан зыян күргән баҡсасылар ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеләсәк
Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә лә терәк булырға саҡырҙы. Ултырышта шулай уҡ яҙғы сәсеү кампанияһы тураһында һүҙ барҙы.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Белгород өлкәһенән ярты мең баланы ҡабул итәсәк
Был турала оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Балалар Илеш районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ. Урындағы хакимиәттәр етәкселегенә йәшәү, туҡланыу мәсьәләһен хәл итеп, уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү процессын ойоштороу бурысы ҡуйылды. «Уҡыусылар үҙҙәрен икенсе өйҙә кеүек хис итергә тейеш», -тине төбәк етәксеһе.

Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән
Һыу аҫтында ҡалған ихаталар, емерелгән юлдар һәм боҙолған милек. Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән. Әле урындағы халыҡҡа хәүеф янамай.

👍3😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Экскурсоводтар дәүләт аттестацияһын үтә
Бынан ары туризм индустрияһында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында имтихан бирергә бурыслы. Бөгөн тиҫтәләп гид һәм гид-тәржемәселәр республика тарихы һәм мәҙәниәте һорауҙарына яуап бирҙе. Тармаҡ үҫешен киңәйтеү буйынса ла эш яйға һалынған. Радий Хәбиров «Өфө-арена» майҙанында 30 туристик класлы автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Өфөнөң Онежская урамындағы 53-сө балалар баҡсаһында 240 урынға иҫәпләнгән яңы корпус асылды
«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән өс ҡатлы бинала ҡышҡы баҡса, йәш экологтар бүлмәһе, логопед, психолог кабинеттары бар. Балалар баҡсаһы эше менән Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров танышты.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров күптән түгел асылған физкультура-һауыҡтырыу комплексы мөмкинлектәре менән танышты
Ул «Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)»федераль проекты буйынса төҙөлгән. Төҙөлөшкә 166 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ике яланлы ябыҡ футбол манежында «Футбол Академияһы» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк.
Ул «Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)»федераль проекты буйынса төҙөлгән. Төҙөлөшкә 166 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ике яланлы ябыҡ футбол манежында «Футбол Академияһы» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы ауылынан инвалид рәссам изге күңелле кешеләр ярҙамында яңы ноутбукҡа эйә булды
Ҡырмыҫҡалы ауылынан инвалид рәссам Әхәт Нурушев изге күңелле кешеләр ярҙамында яңы ноутбукҡа эйә булды. «Ҡурай» телеканалы иғлан иткән акцияға йөҙгә яҡын кеше ҡушылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍3
⚡️Һөләймәндәрҙе кәмә менән эвакуациялайҙар
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары икенсе көн Мәсетле районының Һөләймән ауылы халҡын эвакуациялай.
Олокүл йылғаһының һыуы кинәт күтәрелеү сәбәпле 12 йортто һыу баҫҡан, уларҙа 32 кеше, шул иҫәптән ун ике бала йәшәй
Ҡотҡарыусылар ауыл халҡына бер ярҙан икенсе ярға сығырға ярҙам итә. Һуңғы тәүлектә хеҙмәткәрҙәр 43 кешегә ярҙамға барған.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Владимир Путин менән Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте
Рәсәй Президенты Владимир Путин Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә һайланыу ниәтен хупланы. Үҙемдең яҡтан һеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, ләкин һеҙҙе халыҡ һайлаясаҡ, тине дәүләт етәксеһе Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында. Владимир Путин республика башлығына йәмғиәт менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барыу, халыҡ менән тағы ла йышыраҡ аралашыу бурысы ҡуйҙы. Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың социаль-иҡтисади хәле өйрәнелде. Радий Хәбиров ил башлығына һуңғы биш йылдағы ҡаҙаныштар, ауыл хужалығы, төҙөлөш өлкәһе, фән һәм мәғариф, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ҡағылышлы мәсьәләр тураһында һөйләне.

МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары бушлай реабилитация үтә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың яҡындары Республика психотерапия үҙәгендә һәм шифаханаларҙа реабилитация үтә ала. Физик һәм психик һаулыҡты нығытыу өсөн ҡаралған хеҙмәттәр Ватан һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай күрһәтелә. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында яугирҙар күп яҡлы ярҙам алып һаулығын нығыта. Реабилитация программаһы психолог һәм психиатрҙар менән аралашыу, йөҙөү, массаж, сәләмәт туҡланыу, дарыуҙар менән дауаланыу кеүек сараларҙы күҙ уңында тота.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро дауам итә
Ул етди сәбәптәр арҡаһында төп осорҙа имтихандарҙа ҡатнаша алмаған сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Бөгөн уҡыусылар йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатиканан һынау тотто. Берҙәм дәүләт имтиханы яңылыҡтары тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай үҙәк баҙарында Хәйриә йәрминкәһе ойошторолдо
Хәрбиҙәргә ярҙам сараһы. Ишембай үҙәк баҙарында Хәйриә йәрминкәһе ойошторолдо. Ҡолғона, Йәнырыҫ , Яңы Йорт һәм Петровское ауылдары йүнселдәре ҡала халҡына үҙҙәре етештергән продукцияны, ҡул эштәрен тәҡдим итте. Айырыуса ҡош ите, ҡамыр аштары яҡшы һатылды. Йәрминкә «Бес» ҡушаматлы яугир әсәһе Минира Вәхитова башланғысы менән ойошторолған. Һатыуҙан йыйылған аҡса - 50 мең һум махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелә.

Ураҙа байрамы менән
Бөгөн мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.Кисә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы тамамланды. 10 апрель Башҡортостандан тыш, Татарстан, Дағстан, Чечня һәм башҡа башлыса мосолмандар йәшәгән төбәктәрҙә байрам һәм ял көнө тип иғлан ителгән. Ураҙа ғәйете 3 көн дауам итә, төп саралар бөгөнгә билдәләнгән.Барлыҡ мәсеттәрҙә байрам вәғәздәре тыңлана, диндарҙар доғалар уҡый, байрам табыны әҙерләй, туғандарына ҡунаҡҡа бара, фәҡир һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтә, мәрхүмдәргә зыярат ҡыла.

👍4
Зөбәйлә инәйҙең һыйлы өҫтәле
Бөгөн бөтә мосолман донъяһы Ураҙа айы тамамланыуҙы билдәләй. Башҡортостанда төрлө саралар һәм ярыштар үтә, ғәйет намаҙҙары ойошторола, балалар әйенселәй. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зөбәйлә Зарипова бөгөнгө байрам уңайынан иртә таңдан өйө алдында табын ҡорған.
- Хәҙер балалар өй буйлап йөрөмәй, ә урам буйында ултырғас, теләгән һәр кем килеп күстәнәстәрҙән ауыҙ итергә мөмкин, - ти 85 йәшлек пенсионер.
«Әбйәлил» гәзите хәбәр итеүенсә, Зөбәйлә Зарипова йыл һайын өҫтәл ҡуйып, балаларҙы ҡыуандыра.

👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хабиров посетил Соборную мечеть «Ар-Рахим» в Уфе
Строительство объекта продолжается. Глава республики рассказал, какие работы уже проведены, и назвал примерные сроки открытия мечети.

👍2💩1
Ун ике көн элек юғалған малайҙарҙы эҙләү дауам итә
Ирекмәндәр йылға төбөн тикшереү өсөн ҡоролма эҙләй.
««ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядына йылға төбөн тикшереү талап ителә. Әгәр һеҙҙә 3D-карта булдырыу мөмкинлегенә эйә булған (StructureScan 3D) LOWRANCE эхолоты бар икән, беҙҙең менән бәйләнешкә сығығыҙ», — тип хәбәр итә ирекмәндәр.
Телефон һандары — Елена (Барбие) 8–987-099–70-92, Анастасия (Моррисан) 8–937-320–44-74.

Баш ҡаланың «Ләлә» мәсетендә ғәйет намаҙы уҙҙы
Ураҙа байрамы уңайынан бөгөн барлыҡ мәсет-мәхәлләләрҙә лә ғәйет намаҙҙары уҙҙы. Федераль һәм республика каналдары аша трансляцияланған төп сара Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтте. Байрам вәғәзен Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны. Баш мөфтөй үҙенең сығышында Ураҙаның әһәмиәтенән тыш, йәмәғәтселекте борсоған башҡа темаларға ла туҡталды. Мөьмин мосолмандарҙы изге байрам менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Радий Хәбиров үҙенең тәүге һайлау алды вәғәҙәһен бирҙе
Республика башлығы әйтеүенсә, икенсе мөҙҙәткә үткән осраҡта «Әр-Рәхим» мәсетен һис шикһеҙ төҙөтөп бөтәсәк. Ошоға тиклем дә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Тикшереү эштәренә күп ваҡыт талап ителде. Бинала проблемалар бар, әммә дөйөм алғанда һаҡланған. Хәҙер төҙөлөш дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе бөгөн «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө майҙансығында эш кәңәшмәһе уҙғарҙы.