Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 872 мөрәжәғәт ҡабул ителгән
Башҡортостанда тәүлек эсендә 112 системаның шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 22 хәбәр килгән. Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 872 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ураҙа ғәйете уңайынан республика район-ҡалаларында байрам саралары ойошторолдо
Өфөлә өлкәндәр һәм балалар былау, туңдырма менән һыйланды, концерт программаһын да ҡараны. Саф һауала үткән сара бигерәк тә үҫеп килеүсе быуынды дини йолаларға йәлеп итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында Ураҙа байрамы диндар ғаиләләрҙә уҙғарылды
Ураҙа тамам. Бар мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм яҡындары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә. Рухи берҙәмлекте арттырыусы, изгелек, иман нуры өҫтәүсе байрам Ейәнсура районында эшләп килгән 26 мәсеттә һәм диндар ғаиләләрҙә лә уҙғарылды.

❤5👍1
Башҡортостанда 43 меңгә яҡын кеше ауылда эшләгән өсөн юғарыраҡ пенсия ала
Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан өҫтәмә 2 мең һум түләнә. Бының өсөн 30 йылдан ашыу ауыл хужалығында эшләргә кәрәк. Исемлектә тракторсы, ветеринар, умартасы һәм башҡа һөнәр эйәләре күрһәтелгән. Өҫтәмә түләү өсөн социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Пенсия һәр хеҙмәткәр стажына ҡарап тәғәйенләнә.

👍2
Республиканың дала йылғаларында ташҡындың иң юғары осоро үткән
Тиҙҙән тау йылғаларында һыу күтәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы белгесе Илдус Назаров бөгөн ошо турала белдерҙе. “Оператив штаб ташҡынға бәйле хәлде тәүлек әйләнәһе күҙәтә. Әле 19 район һәм ҡалала 30-ҙан ашыу ваҡиға контролгә алынды”, - тине Илдус Назаров. Һыу ҡайтҡан урындарҙа белгестәр төҙөкләндереү эше алып бара. Ауыр техника йәлеп ителгән. Ҡырсынташ килтереү һәм юлға асфальт түшәү ҡаралған. Илдус Назаров белдереүенсә, былтыр Павловка һыу һаҡлағысының быуаһы тикшерелгән. Тимер-бетон конструкцияның торошо хәүеф тыуҙырмай. Быйыл мартта белгестәр уны тағы ҡараған. Гидротехник ҡоролманың файҙаланыу ваҡыты оҙайтылған.

Башҡортостандан бер туған ағалы-ҡустылы алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә
Көйөргәҙе районынан бер туған ағалы-ҡустылы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Көйөргәҙе» район гәзите хәбәр итеүенсә, «Шайтан» позывнойлы яугир Авдеевка йүнәлешендәге штурм подразделениеһында һуғыша, ә кесеһе, «Рафа», Кременчугта дошман миналарын зарарһыҙландыра.
Яугирҙәрҙе өйҙә ғаиләләре көтә: «Шайтан»дың студент улы һәм ете класта уҡыған ҡыҙы, «Рафа»ның үҫеп еткән улдары һәм фармацевҡа уҡып йөрөгән ҡыҙы.
«Ирем үлгәндән һуң мин улдарымдың алтын ҡулдарына һәм оҫталығына таянып йәшәй инем. Улар бала саҡтан спорт һәм техника менән мауыға. Мәктәптә көрәш менән шөғөлләнделәр, йыл да һабантуйҙа сығыш яһап, бүләкһеҙ ҡайтмайҙар ине. Ә техниканы нисек ярата улар! Был уларға атаһынан күскән», — ти яугирҙәрҙең әсәһе Сәриә Сәмәрҙән ҡыҙы.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан- йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре буйынса илдә лидер
Республика башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында билдәләнеүенсә, был статус төбәктәге иҡтисади тотороҡлоҡтың сағылышы һәм үҫешкә ныҡлы йоғонто яһай.

👍2❤1
Класс етәкселәре өсөн түләү ике тапҡыр арта
Ил президенты ҡушыуы буйынса 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡала һәм ауылдар мәктәптәрендә һәм колледждарында класс етәкселәре һәм төркөм кураторҙарына күберәк аҡса түләнә. Документҡа ярашлы, 1 мартта түләү 5 мең һумдан 10 мең һумға еткерелә. Бының өсөн бюджетта 3 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.

👍4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 283 яугирҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында үтте. Тыуған ерендә ял итеүселәрҙең күбеһе отпускты яҡындары менән үткәргән. Яугирҙар сәләмәтлеген нығытып, мәктәптәрҙәге патриотик сараларҙа ҡатнашып рухи көс туплаған.

Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында фельдшер -акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды
Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл өсөн был мөһим ваҡиға. Объектты асыу тантанаһынан киләһе репортаж.
Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл өсөн был мөһим ваҡиға. Объектты асыу тантанаһынан киләһе репортаж.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ҡыйғы районында сүп-сар эшкәртеү комплексы эшенә старт бирҙе
Ҡалдыҡтарҙы бүлеп йыйыу һәм икенсел сеймалға әйләндереү мөмкинлеге биргән цехтар Өфөлә уҙған Экология форумында видобәйләнеш режимында сафҡа индерелде. Проектты Радий Хәбиров ғинуар айында ғына «Инвестиция сәғәтендә» хуплағайны.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәнәғәт предприятиелар эшмәкәрлек алып барыу өсөн рөхсәт алырға тейеш
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алырға тейеш. Тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар комплекслы экологик тикшереү үткәс кенә, сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. Республикала әлегә 8 предприятие тикшереү үткән.

Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте
Иң яҡшыларға диплом һәм аҡсалата сертификат. Бөгөн «Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. «Управдом» республика форумы сиктәрендә наградаларҙы республика башлығы тапшырҙы.
Иң яҡшыларға диплом һәм аҡсалата сертификат. Бөгөн «Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. «Управдом» республика форумы сиктәрендә наградаларҙы республика башлығы тапшырҙы.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Орск ҡалаһында дамба емерелеү арҡаһында зыян күреүселәргә ярҙам туплайҙар
Орск ҡалаһында дамба емерелеү арҡаһында зыян күреүселәр араһында милләттәштәребеҙ ҙә бар. Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында улар тыуған йорттарын ҡалдырып, таныштарында йәки ваҡытлыса йәшәү пункттарында торорға мәжбүр.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа төнгө клубта 23 йәшлек егетте яңылыш атып үлтереүсе Волгоград өлкәһендә ҡулға алынған
Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юлда таксиҙы туҡтатҡан. Документтарҙы тикшергәндә пассажирҙарҙың береһе федераль эҙләүҙә булыуы асыҡлана. Ул Марзпетуни Галустян булып сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны артабан Башҡортостандағы коллегаларына тапшырыу өсөн ҡулға ала.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте
Еңеү ҡошо алғы һыҙыҡта. Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте. Заманса дрон «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирына тапшырылды.
Еңеү ҡошо алғы һыҙыҡта. Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте. Заманса дрон «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирына тапшырылды.
👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән хеҙмәт ветераны йәшәй
Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Мөхөмәтғәли ҡыҙы Шәмсетдинованың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Биш йәшенән тылда сынығып үҫкән быуын вәкиле хәтирәләре киләһе яҙмала.

👍4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте
Бәләкәй ашнаҡсы, парикмахер һәм табиптар. Өфөлә 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар төрлө компетенцияла көс һынашты.

❤4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бына, исмаһам, бәхет!
Билдәле йырсы Ришат Төхвәтуллин тәүге тапҡыр улы менән күрешә. Иҫ киткес бәхетле миҙгел.❤️

❤13👍3🥰1
Республикала талпандар әүҙемләшә
Тәүге талпан ҡаҙалыу осрағы март аҙағында теркәлгән, әле табиптарға 16 кеше мөрәжәғәт иткән. Республика гигиена һәм эпидимиология үҙәге тикшергән бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз асыҡланмаған. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, дөрөҫ кейенергә кәрәк. Талпан ағаста була тип уйлаусылар яңылыша, ти биология фәндәре кандидаты Дилбәр Ҡыуатова. Талпандың зарарлымы, юҡмы икәнлеге Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшерелә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт.