БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.17K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы

Тәүмаҡсат - Яңы йыл байрамдарында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Шишмә районындағы «Патриот» паркында Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның күсмә ултырышын уҙғарҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әле мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында Яңы йыл тамашалары үтә. Район-ҡалаларҙа боҙ ҡаласыҡтары эшләнгән. Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды. Байрам сараларында ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Халыҡ күпләп йыйылған урындарға иғтибар һәм контроль көсәйтелә. Шулай уҡ Башҡортостан башлығы 2024 йылға министрлыҡ-ведомство һәм оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә бурыстар ҡуйҙы.
Башҡортостанда "Ватан көсө" форумы уҙғарыла

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Форум киләһе йылдың апрелендә ойошторола. Был йыйын халыҡты берләштереү, республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү, быуындар араһында рухи бәйләнеште нығытыу маҡсатында үткәрелә.
Республикала эшҡыуарҙар һаны артҡан

Әле төбәктә 135 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле теркәлгән. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе сауҙа һәм автотранспорт сараларын ремонтлау, төҙөлөш һәм эшкәртеү сәнәғәтендә шөғөлләнә. Быйыл 7 меңдән ашыу бизнес вәкиле яҡынса 6 миллиард һумға дәүләт ярҙамы алған. Бөгөн республикала эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәрҙә һәр дүртенсе кеше эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем ике көн ҡалды!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы төҙөлөшө барышы менән танышты

Башҡортостанда бөгөн бер нисә һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы асылды. Республика башлығы Радий Хәбиров Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһында төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһын, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахананы һәм Балаҡатай районының Урғалы ауылында табип амбулаторияһын асыуҙа видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров шулай уҡ бер нисә социаль һәм ауыл хужалығы объекттарында булды.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дыуан районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Мәсәғүт ауылында Башҡортостан башлығы Дыуан районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм Валерий Курбатовтың ағаһына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды

Ҡала кескәйҙәре өсөн - Яңы йыл бүләге. Баймаҡта 2021 йылда нигеҙ һалынған балалар поликлиникаһы асылды. Объект 5,8 мең квадрат метр майҙандағы өс ҡатлы бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекттар сиктәрендә сафҡа индерелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа индерелде

Яңы йылды заманса социаль-мәҙәни үҙәк менән. Белорет районы Тирлән ауылында мәҙәниәт йортон, музыка-сәнғәт мәктәбен, ололар һәм балалар китапханаһын, ижади түңәрәктәрҙе, спорт секцияларын үҙ эсенә алған заманса объект сафҡа индерелде. Тирлән ауылы халҡын, объектты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағы тап Республика башлығы башланғысы менән төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 57 йәш ине. Күренекле журналист менән хушлашырға Башҡортостан башлығы хакимәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, башҡа рәсми вәкилдәр килде.
😢4
Башҡортостанда “Атайсал” проектында ҡатнашҡандар 1,3 миллиард һум йәлеп иткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, хәрәкәттә 5,3 мең кеше ҡатнаша, улар 22 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. “Атайсал” 2021 йылда старт алды. Быйыл Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан меценаттар айырыуса әүҙем булған. Социаль объекттар ремонтлау һәм төҙөү, парктарҙы тәртипкә килтереү, фестивалдәр ойоштороу кеүек мөһим проекттар тормошҡа ашырылған. “Атайсал”да ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт. Ул беҙҙең берҙәмлек һәм көсөбөҙҙө сағылдыра”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Денис Чернавин Өфөнөң 128-се мәктәбендә уҡыусылар менән асыҡ дәрес үткәрҙе

Сарала авиация ветерандары ла ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Денис Чернавин илдең юғары наградаһы - «Алтын Йондоҙ» менән бүләкләнеүселәрҙең береһе.
1
Башҡортостан халҡы яңы йыл байрамдарында 10 көн ял итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл эшләп йөрөгән халыҡ өсөн бөгөндән ҡышҡы каникул башлана һәм киләһе йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Эш көнө, шишәмбе, 9 ғинуарҙа башлана. Раштыуаға тура килгән ялдар киләһе йылдың 10 майына һәм 31 декабренә күсерелә.
👍1
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм уның водителе дауаханаға һалынған

Уларға Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ярҙам күрһәтелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәлдәре тотороҡло. Ҡариҙел районында үлемесле авария булды. 4 машина бәрелеште. Ике кеше һәләк булды. Йәрәхәтләнеүселәр араһында Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин бар.
Өфөлә яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың эш тәртибе иғлан ителде

Медицина ойошмалары ял көндәрендә лә халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән 8 ғинуарға тиклем поликлиникалар иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем асыҡ була. Табипты өйгә 16 сәғәткәсә саҡыртырға мөмкин. Травматология пункттары ғәҙәти тәртиптә эшләй. Яңы йыл каникулдары мәлендә медицина тикшеренеүе һәм диспансеризация ла үтергә була.
👎1
Өфө халҡы “Вәғәҙәләр йүгереше”ндә ҡатнаша

Спорт байрамы 1 ғинуарҙа уҙғарыла. Старт "Ҡунаҡһарай" сауҙа-күңел асыу комплексы янында 12-лә бирелә. Дистанция Яңы йыл иҫәбе буйынса, 2 мең 24 метрға иҫәпләнгән. Сараның маҡсаты – үҙеңә Яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә туғыҙынсыға ойошторола.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем бер көн ҡалды!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса модулле табип амбулаторияһы асылды

Халыҡҡа Яңы йыл бүләге. Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса модулле табип амбулаторияһы асылды. Беренсел медицина звеноһын модернизациялау Сәләмәтлек милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды.
👍75
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды

Ҡуян хеҙмәт сафын Аждаһаға тапшырырға әҙерләнә. Халыҡ байрам мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Туғандарға, яҡындарға бүләк барлауҙан башҡа, байрам табынына нимә әҙерләү, өҫкә нимә кейеү тураһында хәстәрләйбеҙ. Йыл уңышлы килһен өсөн был йәһәттән ниндәй кәңәштәр бар? Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍4🤮1
Радий Хәбиров Белгород өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашты

- Ҡала мәкерле рәүештә утҡа тотолдо. Тыныс халыҡ зыян күрҙе, балалар, өлкәндәр һәләк булды. Был енәйәтте террор ғәмәле тип иҫәпләйем. Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй Белгород халҡы менән бергә, - ти Радий Хәбиров. Был шәмбе Белгород Украинаға яғынан утҡа тотолдо. 21 кеше һәләк булды, 110 кеше йәрәхәттәр алды. 30 күп фатирлы йортҡа, мәктәп, лицей, балалар баҡсаһына зыян килде.
Яңы йыл төнөндә Өфөлә йәмәғәт транспорты сәғәт икегә тиклем эшләй

Бөгөн киске сәғәт ундан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына 15-20 минут һайын автобустар йөрөй. Бөгөндән 8 ғинуарға тиклем пассажирҙар транспортының эше ял көнө теҙмәһе буйынса ойошторола. Ҡала маршруттарында үҙгәрештәр көтөлмәй.