БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала “Шыршы” оператив-профилактик операцияһы бара

Урман хужалығы министрлығы полиция менән берлектә тикшереүҙәр ойоштора. Профилактик сара башланғандан алып 1 мең 200-гә яҡын рейд үткәрелгән. Уның барышында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. 6 ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала. Тәбиғәткә 456 мең һум зыян килтерелгән. Халыҡ ылыҫлыларҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү осраҡтары тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8-347-218-14-14 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
Башҡортостанда өлкән быуынға аралашыу өсөн етенсе үҙәк асылды

Ул Белорет ҡалаһында эшләй башланы, тип хәбәр итәләр Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән. Бындай үҙәктәрҙә оло йәштәгеләр өсөн төрлө саралар ойошторола. Өлкәндәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә ала, компьютер һәм финанс белем дәрестәре үткәрелә, конкурстар уҙғарыла, бергәләп кино ҡарарға була. Оло быуынға аралашыу үҙәге проекты беҙҙең республикала былтырҙан һынала. Тәүге ошондай урын декабрҙә Мишкә районында асылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проектында Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте

«Атайсал» проектында ҡатнашыусылар Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн быйыл 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте. Проектта барлығы 5,3 мең кеше ҡатнашты. Уларҙың тырышлығы менән 22 мең проект тормошҡа ашырылды, тағы ла 800-ҙө буйынса эш алып барыла.
😁1
70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған

Республикала быйыл 600 меңгә яҡын кеше коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия менән файҙаланған. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған. Бының өсөн бюджеттан 1,2 миллиард һум бүленгән. Һәр ғаиләгә яҡынса 1 мең 870 һум субсидия тура килә. Мохтаждарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата субсидия йәки социаль ярҙам тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе журналистар менән осрашты

Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты. Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты.Республика парламенты спикеры 2023 йыл республика өсөн еңелдән булманы, шуға ҡарамаҫтан депутат корпусы ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡты тип билдәләне.
🤮1
Республика йәмәғәтселеге Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙата

Танылған журналист, «Башҡортостан» ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров бәхилләшеү иртәгә «Телеүҙәк» бинаһында үтә. Сара 12:30 сәғәттә башлана.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1-се йорт, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
😭3😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем өс көн ҡалды!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында урындағы хакимиәт ярҙамы менән ун ике кешенән торған ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты

Бер быуатлыҡ йорттан яңыһына. Өфө районында урындағы хакимиәт ярҙамы менән ун ике кешенән торған ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында федераль каналда «Халыҡ фронты» амбассадоры Юлия Барановская Сөләймәновтарҙың авария хәлендәге өйҙә йәшәүен фашланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге тергеҙелде

Саҡмағош районындағы элекке «Сәрмәсән» предприятиеһы Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһы филиалы булараҡ эшләйәсәк. Яңы асылған фабрика йылына 780 тоннаға тиклем хәләл ҡош итен етештерергә ниәтләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда теш протездарын етештереүҙә һанлы технологиялар файҙалана башлаған

Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология поликлиникаһы теш протездарын етештереүҙә һанлы технологиялар файҙалана башлаған. Табиптар бөтә пациенттарҙың да тиерлек теш моделдәрен компьютерға күсергән. Заман технологияһы протездарҙы етештереүҙә нисек ярҙам итә? Компьютер кеше хеҙмәтен алмаштыра алырмы? Яуап видеояҙмала.
Радий Хәбиров Яңы йыл байрамында хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы арттырырға ҡушты

Республика террорға ҡаршы комиссияһы ултырышында ошо турала белдерелде. - Мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында шыршы байрамдары уҙғарыла. Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды. Ҡалалар һәм ауылдарҙа 1 мең 300 һырғалаҡ эшләй. Күп халыҡ булған урындарҙа иғтибарлы булырға, хәлде контролдә тоторға тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан хәрбиҙәргә ярҙам итә

Быйыл Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 4 мең тоннанан ашыу гуманитар ярҙам оҙатылған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Ошо аҙнала 2023 йылдағы һуңғы ылау юлға сыҡты. Киләһе автоколонна ғинуарҙа ҡуҙғала.
👍1
Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһына ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Салауат ҡалаһында ла ғәмәлдәге ил башлығының һайлауҙа ҡатнашыуын хуплайҙар. Ҡала сауҙа үҙәгендә мәғлүмәт майҙансыҡтары булдырылған. Владимир Путин кандидатураһына хуплау белдерергә була. Уға үҙен-үҙе күрһәтеүсе булараҡ ғинуар аҙағына тиклем 300 меңдән ашыу ҡултамға йыйырға кәрәк. Президент булырға теләүселәрҙе теркәү 10 февралдә тамамлана. Һайлау 15-17 мартта ойошторола.
🤔1💩1
Киләһе йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы - ил президентын һайлау

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Шулай уҡ Республика Башлығын, район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлау була. 69 территориаль, 3 мең 266 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Был көндәрҙә тәртип һаҡсыларына юғары әҙерлектә булырға кәрәк. Участкаларҙы һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы эш алып барыу бурысы ҡуйыла, тине Радий Хәбиров Террорға ҡаршы комиссия ултырышында.
🤮1
Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр өсөн тағы бер шәхси пансионат булдырыла

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итә. Пансионат Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылында урынлаша. Ул 70 кешегә иҫәпләгән. Бөгөн Башҡортостанда өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн биш шәхси пансионат эшләй. Улар Мишкә районы Ирсай, Кушнаренко районы Шәрип, Ғафури районы Табын һәм Татар Һаҫыҡкүле, Иглин районы Пушкинский ауылдарында булдырылған.
Батып барған ҡыҙ баланы ҡотҡарған уҡыусыны миҙал менән бүләкләнеләр

Бәхетһеҙ осраҡ сентябрҙә Нефтекамала була. 7-се класс уҡыусыһы Ярослав Юламанов ҡыҙ баланың быуаға инеп бата башлағанын күреп ҡала. Ул һыуға һикереп, ҡыҙҙы ҡотҡара. Ярға сығырға дуҫы ярҙам итә. Ярослав Юламановҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының "Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" тигән наградаһы тапшырылды.
1
Башҡортостанда ике яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Улар Белорет районы Тирлән һәм Иглин районы Оло-Теләк ауылдарында булдырылды. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Тирлән ауылындағы иҫке бина 100 йыл элек төҙөлгән булған. Хәҙер бында бер ҡыйыҡ аҫтынды мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана урынлашҡан, - ти Республика Башлығы. Ошондай уҡ объект Оло Теләктә асылды. Социаль-мәҙәни үҙәктәр "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса төҙөлгән.
Башҡортостанда 12 меңдән ашыу "Почетлы донор" бар

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә йыл һайын был федераль наградаға беҙҙең республиканан 500 донор лайыҡ була. - Беҙҙең ҡан тапшырыу хеҙмәте алдынғы технологиялар ҡуллана, эш яҡшы кимәлдә ойошторолған. Донорҙарға ҙур рәхмәт, - ти Максим Забелин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Бер быуат элек төҙөлгән иҫке бина урынына яңыһын республика етәксеһе төбәккә эш сәфәрҙәренең береһендә вәғәҙәләгәйне. Үҙәктә төрлө түңәрәктәр һәм ижади берекмәләр эшләйәсәк мәҙәниәт йорто, сәнғәт мәктәбе һәм китапхана урынлашҡан. Сәхнә һәм уңайлы тамашасылар залы, гример бүлмәһе, тренажер залы бар.
👍1
Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале ваҡытында ҡайһы бер урамдарҙа машина йөрөшө сикләнә

Байрам саралары 31 декабрҙә башлана. Совет майҙанында яңы йылды ҡаршы алалар. 1 ғинуарҙа "Вәғәҙәләр йүгереше", 2-еһендә"Ҡышҡы һабантуй", 3-өндә "Ҡарһылыуҙар парады" була. Был саралар үткән ваҡытта Пушкин, Ленин һәм Коммунистик урамдар өлөшләтә ябыла.
👍1