БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.17K photos
8.06K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Киләһе йылда "Башҡортостан тауары" проектына 800 компания ҡушыла

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. - Башҡортостандың һәр районы уникаль тауары менән билдәле. Бал, икмәк, он, һөт продукцияһы, колбаса, шоколад, ҡаҡ, сәй, май, ҡош-ҡорт һәм башҡаһы. Иң сифатлы тауар махсус билдә менән тамғалана. Киләһе йылда проектта ҡатнашыусылар һанын арттырырға планлаштырабыҙ. "Башҡортостан тауарына" өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә бара, - тип яҙа ул. Проект республикала 2013 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы ирекмәндәрен бүләкләне

Шулай уҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостанда «мәктәп туризмы» проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға билдәләнгән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Көнүҙәк темалар хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында Андрей Мигуновты һуңғы юлға оҙаттылар

Ғафури районы Красноусол ауылында «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры подполковник Андрей Мигуновты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир менән хушлашырға республика етәксеһе Радий Хәбиров та барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын ҡаршыланылар

Республика тантаналы шарттарҙа «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы ҡаршыланы. Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ике аҙналыҡ ялға ҡайтты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрөлә махсус операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройы Борис Дудкоға арналған күргәҙмә асылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын йондоҙ»ҙо гвардия майорына ил Президенты былтыр тапшырғайны. Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы дошмандың нығытылған районына һөжүм итә һәм ике тиҫтәгә яҡын танкты юҡ итә. Борис Дудкоға арналған күргәҙмә уның тыуған ҡалаһы Бөрөләге 8-се мәктәптә ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

19 декабрҙә республика парламентының сираттағы ултырышында Радий Хәбиров депутаттар алдында телмәр тотасаҡ. Сарала республика власть органдары, традицион конфессия вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә республика үҫешен билдәләүсе төп программа документтарының береһе. Быйыл Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 5-се тапҡыр мөрәжәғәт итә. Мөһим сараны иртәгә БСТ каналында иртәнге сәғәт 10-да ҡарағыҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡорт йыры» конкурсының Гала концерты үтте

«Башҡорт йыры» асҡан исемдәр. Телевизион конкурстың Гала концерты йылдағыса аншлаг менән үтте. Йылдың иң сағыу һәм үҙенсәлекле моң байрамынан репортаж.
2
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан

Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 179 меңдән ашыу кеше һөнәри табыш өсөн һалым түләй. Быйыл 11 айҙа үҙмәшғүлдәр республика ҡаҙнаһына 422 миллион һум күсергән. Был сумма былтырғы осорға ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк. Үҙмәшғүлдәр төҙөлөш, пассажирҙар һәм йөк ташыу, маркетинг-реклама, үҙе етештергән менән сауҙа итеү өлкәләрендә эшләй.
Республикала "Ярҙам поезы" йөрөй

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарға һәр төрлө ярҙам, дауаланыу, документтар тултырыу буйынса консультациялар бирелә. Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән райондары, Стәрлетамаҡ,Бөрө, Бәләбәй ҡалаларында ошондай хеҙмәттәр күрһәтелде. Артабан, "Ярҙам поезы" Октябрьскийға бара, халыҡты ҡабул итеү 22 декабргә үтә.
Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Унда республиканың төп үҫеш йүнәлештәре билдәләнә. Ултырыш сәғәт унда башлана, Мөрәжәғәтнамә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан-24”, “Вся Уфа” телеканалдарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә тура трансляциялана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылыһыҙ ҡалған Иглин районында йәшәүсе ғаиләне изгелекле яҡташтары ҡотҡарған

Сатлама һыуыҡта Иглин районы Яңы Ҡыбау ауылында йәшәүсе күп балалы ғаиләнең ҡаҙанлығы сафтан сыға. Һөҙөмтәлә сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсә йортон электр ҡоролмалары менән йылытырға мәжбүр була. Әммә изгелекле кешеләр ауыр хәлдә ҡалыусы ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
😢1
Бөгөн Өфөлә Ҡыш Бабайҙы ҡаршылайҙар

Яңы йыл тылсымсыһы поезын баш ҡала тимер юл станцияһында көтәләр. Майҙансыҡта балалар өсөн күңелле тамаша ойошторола. Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу халыҡты Яңы йыл менән ҡотлап сығыш яһай. Вокзалға килгәндәр тылсымлы әкиәти поез буйлап кискә тиклем экскурсияла йөрөй ала. Ҡыш Бабай 5 декабрҙә Бөйөк Устюгтан юлға сыҡты.
👎1
Башҡортостанда “Мәктәп туризмы” проектында 40 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан

Йәш туристар өсөн республика буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар ойошторолған, балалар тәбиғәт ҡомартҡыларына, сәнәғәт объекттарына, иҫтәлекле урындарға барған, оҫталыҡ дәрестәрендә, спорт сараларында ҡатнашҡан. “Бындай сәйәхәт уҡыусыларға тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ белергә ярҙам итеп кенә ҡалмай, патриотик тәрбиә биреү сараһы ла булып тора”, - ти Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “Мәктәп туризмы” программаһы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Ике көнлөк турҙа 5-се-9-сы класс уҡыусылары ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы Евросоюздың сираттағы санкция исемлегенә индерелгән

Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплағаны, башҡорт батальондарын ойоштороу һәм Красный Луч ҡалаһында логистик үҙәк булдырыу өсөн яңыртылған исемлеккә эләккән. Предприятиеларҙан “Башҡорт электрон-телекоммуникация берекмәһе” һәм “Күмертау авиация етештереү компанияһы” бар. Быға тиклем республиканан машиналар эшләү, катализаторҙар етештереү һәм геофизика өлкәһендә мәшғүл алты предприятие Америка Ҡушма штаттар санкцияларына эләкте.
2024 йыл Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы була

Бөгөн Башҡортостан башлығы парламентҡа мөрәжәғәтендә ошо турала белдерҙе. “Замандаштарыбыҙға тормоштарын яҡшыртыу өсөн уңайлы мөхит булдырыу, технологиялар индереү мөһим. Хөкүмәт саралар планын әҙерләргә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 250 мең инвалид иҫәпләнә. Уларҙың 93 меңе хеҙмәт йәшендәгеләр.
Гөлнур Ҡолһарина: "Радий Хәбиров аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы"

“Радий Хәбировтың мөрәжәғәтендә республиканың киләһе йылға үҫеш планы билдәләнде, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды”, - тип белдерҙе парламент депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Башҡортостан Башлығының парламентҡа мөрәжәғәте 1 сәғәт самаһы дауам итте. “Беҙҙең быуын өлөшөнә бөйөк бурыс – Рәсәйҙе яҡлау йөкмәтелеүе менән ғорурланырға тейешбеҙ” тип тамамланы телмәрен Радий Хәбиров. Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында йыллыҡ мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр ҡарала. Тура эфирҙағы әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана.
🤔1🤮1
"Алға биләмәһе иң яҡшылар рәтендә

“Алға” махсус иҡтисад биләмәһе “Импортты алмаштырыу” номинацияһында илдә иң яҡшыһы тип танылған. Эксперттар Яңы булдырылған номинацияла тап Башҡортостанды билдәләргә ҡарар иткән. Республикала махсус хоҡуҡи статус һәм инвесторҙар өсөн льготлалы һалым режимы менән “Алға” иҡтисад биләмәһе 4 йыл эшләй. Әлеге көндә унда 61 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме һәм 2800-гә яҡын эш урыны булдырырға теләк белдергән 20 резидент теркәлгән.
Өфө халҡы Яңы йылды йүгереп ҡаршылай

2024 йылдың 1 ғинуарында теләгән һәр кем “Вәғәҙәләр йүгереше”ндә ҡатнаша ала. Йүгеректәргә 2 мең 24 метр ара үтергә кәрәк. Сараның маҡсаты –яңы йылда үҙеңә ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында ошоға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр ойошторола.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә

Мобиль пункттар барлыҡ ҡала һәм райондарҙа эшләй, унда йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
👍1👎1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2024 йыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде

2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Тәҡдимгә ярашлы инвалид кешеләр йәшәгән ғаиләләргә, балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һаулығына зыян килгән яугирҙарға күп яҡлы ярҙам сараларын ойоштороу күҙ уңында тотола.
👍2