БСТ | Яңылыҡтар
2.31K subscribers
5.31K photos
9.23K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө табиптары МХО биләмәһенә медицина ярҙамы ебәрә

Республика медицина-генетика үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Тәүҙә аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары һәм күп һанлы посылкалар ебәрһәләр, бөгөн стериль бәйләү комплекттары оҙатыла. Медицина ойошмаһы ирекмәндәре тураһында киләһе яҙмала.
1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районында теркәлгән ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн иртән Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 10-сы модель «ВАЗ», «Maзда» һәм «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-траспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ватан еңел автомобиленән өс кеше һәм инормарканан бер пассажир һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды

Капиталь ремонт муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау йүнәлеше буйынса «Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған. Клуб танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Төҙөкләндергәндән һуң кабинеттар, сәхнә, тамаша залы яҡты, йылы һәм уңайлы. Китапхана ла яңыртылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында гинекология бүлеге асылды

Буласаҡ әсәләргә заманса медицина ярҙамы. Шаран районында «Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» проекты сиктәрендә гинекология бүлеге асылды. Программа ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә диабет менән сирле балалар өсөн файҙалы аш-һыу оҫталыҡ дәресе үтте

Өфөлә диабет менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Белгестәр һаулыҡҡа зыянһыҙ яңы йыл өҫтәле әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Дәрес Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған «Диабет мәктәбе: үҙләштереүҙең яңы сиктәре» проекты буйынса ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркында Ҡыш бабай тирмәһе эшләй башланы

Төп әкиәт персонажының яңы йыл резиденцияһы күптәрҙең яратҡан ҡышҡы ял урыны. Быйыл да бында балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән төнгө 9-ға тиклем көтәләр. Тирмәне асыу уңайынан этнокомплекста яңы йыл программаһы ойошторолдо.
🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
2018 йылдан алып «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы меңәрләгән кешене берләштерә

Акцияла бизнес вәкилдәре, власть һәм йәмәғәт лидерҙары ҡатнаша. Баймаҡ районында яңы йыл шыршыһына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәре яҙылған хаттар эленде. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов байрам ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусының открыткаһын алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда милли проекттарға 50 млрд һум йүнәлтелде

Инфраструктураны үҫтереү-өҫтөнлөклө йүнәлеш. Быйыл Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 млрд һум аҡса йүнәлтелгән, сумманың 35 млрд 600 млн һумы-федераль сығанаҡтан. Финансты муниципалитеттар ҙа индергән. Был турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат районы Мөрсәлим ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Максим Шаһиморатов менән осрашты

Үҫмер бер йыл элек республика етәксеһе саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында булғайны инде. Максим, бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубындағы художество түңәрәгенә йөрөй. Ике тапҡыр «Салют» реабилитация үҙәгендә булған. Ҡурғандағы Илизаров исемендәге учреждениела дауаланыу курстары үтергә йыйына. Максим үҙаллы уҡый башлаған. Ул төбәк башлығына үҙенең һүрәтен бүләк итте, шулай уҡ хәҙер танкист булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар яҡынлаша

Һауа температураһы 36 градусҡа тиклем түбәнәйә. Төбәк гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 24-26 декабрҙә төбәктә аномаль һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы климат нормаһынан 9-14 градус түбән күрһәтер тип күҙаллана. Айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Республикала һауа температураһы 26 декабрҙә көндөҙ күтәрелә башлай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһенә республиканан оҙатылған 168-се гуманитар ылау барып етте

Яугирҙарға Яңы йыл күстәнәсе. Махсус хәрби операция биләмәһенә республиканан оҙатылған 168-се гуманитар ылау барып етте.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районындағы күл төбөн һәләк булған хайуандарҙан таҙартыу дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Луч утары эргәһендә тотош һарыҡ көтөүе һыу аҫтына китә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ҡотҡарыусылар 800-гә яҡын ваҡ малды боҙ өҫтөнә сығарған, мөғжизә менән һарыҡтарҙың береһе иҫән ҡалған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй

Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан яуаплы эшкә. Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй. Ауыл хужалығы техникаһына идара иткән ҡыҙға бөгөн баш ҡала урамдары ла ышанып тапшырылған.
👍32
Өфөлә "Ағиҙел майҙаны" булдырылыуы мөмкин

Иртәгә ҡала советы депутаттары ошо турала ҡарар проекты буйынса фекер алыша. Дуҫлыҡ монументы янында, колоннада урынлашҡан биләмәгә исем биреү планлаштырыла. Майҙан атамаһы өсөн тауыш биреүгә 10 вариант тәҡдим ителде. Улар араһынан "Ағиҙел майҙаны" һайлап алынды.
1👍1
Башҡортостанда тау саңғыһы курорттарына илткән 22 километр юл ремонтланды

Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барылды. Өфөнән Белорет, Иглин, Ҡыҙылъяр, Ҡырмыҫҡалы йүнәлешендә участкалар тәртипкә килтерелде. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә был юлдарҙан халыҡ күпләп йөрөй, шулай уҡ туристар килә, көн һайын 15 меңгә яҡын автомобиль үтә. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 265 километр юл төҙөкләндерелгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә обелиск асылды

Тантанаға махсус хәрби операция яугирҙары,уларҙың туғандары һәм яҡындары, ауыл халҡы, уҡыусылар йыйылды. Ҡаһарман хәрбиҙәргә арналған бындай обелисктарҙы райондың 13 ауыл биләмәһендә лә асыу ҡарала. Митинг аҙағында ҡатнашыусылар яуҙа һәләк булған яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы халҡы тағы ла бер проектты ғәмәлгә ашырҙы

Халыҡ теләге буйынса. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы нигеҙендә Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә тәҙрәләр яңыртылған. Биләмәлә йәшәүселәр проектта тәүгә генә ҡатнашмай, быға тиклем быуаның тирә-яғы, мәҙәниәт йорто, мемориаль комплекс төҙөкләндерелгән. Белем усағында ла ремонт өсөнсөгә уҙғарылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл

Башҡортостанда күпләп ҡар яуҙы. Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Эшкә 1 мең 260-тан ашыу хеҙмәткәр, 570 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡар сығарыу төп йүнәлештәр буйынса алып барыла: магистралдәр механизация саралары ярҙамында таҙартылһа, социаль учреждениелар эргәһе, ихаталар һәм тротуарҙар ҡул менән көрәлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Шүлгәнташ» йыл йомғаҡтары буйынса рәсми рәүештә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә инде

Был турала Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының дөйөм йыйылышында хәбәр ителде. Осрашыуҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сергей Лавров үҙенең сығышында билдәле мәмерйәне исемлеккә индереү тураһындағы ҡарарҙың Рәсәй башланғысы менән ҡабул ителеүен билдәләне.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Радий Хәбиров Мәскәү авиация институты ректоры Михаил Погосян менән осрашты

Яҡтар төбәктең Рәсәйҙең иң ҙур техник вуздарының береһе менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Михаил Погосян билдәләүенсә, Рәсәйҙең аэрокосмос вуздары консорциумы эшмәкәрлеге сиктәрендә юғары уҡыу йорто Өфө фән һәм технологиялар университеты менән үҙ-ара эшмәкәрлек итә. Әле университетта Башҡортостандан 169 студент белем ала, уларҙың 23-ө-маҡсатлы нигеҙҙә.
1