БСТ | Яңылыҡтар
2.3K subscribers
5.31K photos
9.23K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл байрамдарында сүп-сар сығарыу өҙлөкһөҙ ойошторолорға тейеш

Яңы йыл байрамдарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса саралар ваҡытында ойошторолорға тейеш. Хөкүмәт йортонда ойошторолған кәңәшмәлә был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленде. Билдәле булыуынса, сүп-сар сығарыуға 436 берәмек техника йәлеп ителгән. Премьер-министр Андрей Назаров район-ҡалаларҙа был йүнәлештә эште өҙлөкһөҙ алып барырға, халыҡтың мөрәжәғәттәрен оператив эшкәртергә ҡушты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл байрамдарында республикала юғары әҙерлек режимы иғлан ителде

Хөкүмәт йортонда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия киләһе йылға эш планын раҫланы. Ултырышта шулай уҡ халыҡты ашығыс иҫкәртеү буйынса комплекслы системаны үҫтереү буйынса сараларҙың юл картаһы билдәләнде. Һауа торошо шарттарына бәйле «Йоҡа боҙ» профилактик акцияһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө предприятиеһында һаҡсыл производство технологиялары индерелде

Бәләкәй бизнестың ҙур мөмкинлектәре. Өфөләге предприятиеларҙың береһе Төбәк компетенциялар үҙәгенең адреслы ярҙамын ҡулланып, һаҡсыл производство технологияһын индергән. Был хеҙмәткәрҙәргә эш процессын оптималләштерергә һәм компания ресурстарын һөҙөмтәлерәк файҙаланырға булышлыҡ иткән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьскийҙан 10 йәшлек Әминә Шәңгәрәева Башҡортостан башлығының эш кабинетында ҡунаҡта булды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4-се класс уҡыусыһы ноябрҙә Радий Хәбировҡа Республика көнөнә арналған һүрәтен бүләк итеү теләге менән тура бәйләнешкә сыҡҡайны. Осрашыуҙа төбәк етәксеһе үҙенең эше хаҡында һөйләне һәм уҡыусыға яңы йыл бүләге тапшырҙы. Аралашыу барышында ҡыҙ дизайнер булырға хыялланыуы, икенсе йыл балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыуы хаҡында әйтте.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар өсөн изгелекле шыршы байрамы ойошторолдо

Өфөлә адмирал Бакаев исемендәге диңгеҙселәр үҙәгендә 3-сө мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүсе утыҙ балаға шыршы байрамы ойошторолдо. Малай -ҡыҙҙар башлыса махсус хәрби операция яугирҙары һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән. Улар өсөн хаҡлы ялдағы Юрий Иванов махсус рәүештә шыршы һатып алып биҙәгән, тәмлекәстәр әҙерләгән.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ағиҙел майҙаны» тип аталған биләмә барлыҡҡа килеүе ихтимал

Баш ҡала советы депутаттары иртәгә үтәсәк ултырышта ошо туралағы ҡарар проектын ҡараясаҡ. Биләмә «Дуҫлыҡ монументы» ҡаршыһында урынлашҡан. Майҙансыҡта башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын күҙәләндергән колоннада урынлашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты тергеҙеү буйынса уникаль операция яһалды

Ҡолағын эт тешләп өҙгән пациент Белорет ҡалаһындағы травмпунктта беренсе медицина ярҙамы алғандан һуң баш ҡалалағы шәхси клиникаға мөрәжәғәт итә. Клиника директоры Артур Гасаев бер нисә этапта яһала торған операцияны бер юлы эшләп пациенттың ҡолағының эстетик матурлығын да ҡайтара. Пациент әле реабилитация үтә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районында күлгә батып һәләк булған һарыҡтарҙың хужаһы ҙур юғалтыуҙар кисерә

Күрелгән зыян күләме 20 миллион һумға етеүе мөмкин. Бөрө районында күлгә батып һәләк булған һарыҡтарҙың хужаһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, меңдән ашыу ваҡ мал боҙ аҫтына киткән. Ваҡиғаға сәбәпсе тип боҙҙоң йоҡа булыуы һәм һәләкәт көндө ҡыш миҙгеленә хас булмаған һауа торошо ҡарала. Фермерға ҡотҡарыусылар күрһәткән хеҙмәткә түләргә, һәләк булған хайуандарҙы Алабуға ҡалаһындағы мал ҡәберлегенә оҙатырға ла тура киләсәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы вафат булды

Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙының 81-се йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Улар алтмыш йылға яҡын бергә йәшәй. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Муай-тай буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе Зарина Исламова Башҡортостанға ҡайтты

Уҙған айҙа Сибай ҡыҙы Японияла чемпион исемен яуланы. Ул Камбоджа вәкилен нокаутта еңеп, алышты ваҡытынан алда тамамланы. Шулай уҡ Зарина быйыл кикбоксинг ҡағиҙәләре буйынса үҙенең беренсе профессиональ алышын үткәргән, унда тәжрибәле дәғүәсеһен еңгән.
👍1