БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.82K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Илдең иң көслө кешеләре Өфөгә йыйылды

Баш ҡалала «Урал батыр» халыҡ-ара көслөләр турниры үтте. Ленин майҙанында Рәсәйҙең, Белоруссияның һәм Ҡаҙағстандың 12 иң көслө атлеты ярышты. Улар өсөн стандарт булмаған күнегеүҙәр әҙерләнгән. Халыҡ-ара сара Эльбрус Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолдо.
👏2
Башҡортостандан Азалия Әминева - бокс буйынса Европа чемпионы

Октябрьский ҡыҙы Ереванда үткән Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы. Яҡташыбыҙ 19-22 йәшлек үҫмерҙәр араһында турнир финалында Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде. Азалия Әминева шулай уҡ ике тапҡыр Рәсәй чемпионы.
🔥3
Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай

Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция 20 мең километрҙан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд 70 ҡалаһы аша уҙып китә,14 декабрҙә Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта туҡталыш яһай. “Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдағы яңы йыл каникулы Рәсәйҙә иң оҙайлыһы буласаҡ

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетынан ошо турала хәбәр итәләр. Ял 12 көн дауам итә. 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем һуҙыла. Йылдың һуңғы эш аҙнаһы ике генә көн була.
Башҡортостан ҡала һәм райондарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн сығымдар арта

Киләһе йылда муниципалитеттарға 60 миллион 700 мең һум бүленә. Был - быйыл ҡаралған аҡсанан 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан. Бер йылда 12 меңдән ашыу эт һәм 3 мең бесәйҙе аулап алыу, уларға стерилизация эшләү һәм чип беркетеү планлаштырыла. Аҡсаның ҙур өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде

Реконструкцияға тулыһынса әҙер. Салауат Юлаев һәйкәленең өс өлөшө лә реставрация урынына килтерелде. Композицияның һуңғы элементы, ат фигураһының аҫҡы өлөшө уҙған аҙнала постаменттан алынды. Эш ваҡытында унда шешә һәм тарихи хат табылды. Әйткәндәй, хат авторҙарының береһе менән беҙ бәйләнешкә сыҡтыҡ. Милли геройыбыҙ үҙенең тимер атында тағы ҡасан Ағиҙел йылғаһы ярына күтәрелер? Уға тиклем монументаль ҡоролманы реставрациялау буйынса ниндәй эштәр башҡарыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районы Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһенә әйләнде

Урында билдәле республика проектының сираттағы күсмә сараһы үтте. Йола буйынса сара ҡунаҡтары табип, психолог, иҡтисадсы һәм стилист кәңәштәрен алды. Шулай уҡ Раевка ҡасабаһына тиклем күсмә стоматология комплексы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты ла барып етте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте

Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Быйылғы көҙгө саҡырылышта уҡыу йортон тамамлаусы ете егет Рәсәй Ҡораллы көстәрен тулыландырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы таҙалыҡ һәм тәртипкә саҡырҙы

Таҙалыҡ һәм тәртип-төп талап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған район етәкселәрен тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы менән 11 ноябрҙә Тура линияны ойоштороу, төбәктә Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе съезын үткәреү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлай, енәйәттәрҙе асыҡлай һәм иҫкәртә, терроризм, экстремизм, наркотиктар таралыуына ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыл башынан алып 17 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған. Һөнәри байрам уңайынан республика етәкселеге, шәхси состав һәм ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яман шеште еңеү тарихы: Гөлсинә Мөхәмәтйәрова яңы тормош башлаған

Үҙендә яман шеште еңеүгә көс тапҡан. Өфөлә йәшәүсе Гөлсинә Мөхәмәтйәрованың тарихы мөғжизәле һауығыу тураһында. Ҡатындың һауығып аяҡҡа баҫыуы табиптарҙың, сирленең үҙенең һәм туғандарының ныҡышмалы көрәш йылдары һөҙөмтәһе. Пациенттың яман шеште еңеү осрағы берҙән-бер миҫал түгел. Республиканың Йәмәғәт палатаһында ошо темаға фекер алышыу ойошторолдо. Онкологияны еңеп сығыусылар һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар хаҡында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда студент отрядтары һаны 12 меңгә тиклем артасаҡ

Республика етәкселеге киләһе йылдан студенттар отрядтары ағзаларын 12 меңгә тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Был турала күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан студенттар отрядының 11-се слетында әйтелде. Республикала иң әүҙем отрядтарға тапшырыу өсөн Башҡортостан Башлығының күсмә байрағы ла булдырылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билән ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы призына төҙөлгән объекттар асылды

2025 йылдың май айында Өфө ҡалаһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Финалға сыҡҡан 12 ауыл араһында «Эре тораҡ пункттары» номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы 1-се урын яулап, 6 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә районда приз аҡсаһына булдырылған обьекттар ҡулланыуға тапшырылды.
🔥42👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн халыҡ һорауҙарына яуап бирә

Халыҡтың һорауҙарына республика Башлығы БСТ, «Россия 24», «Башкортостан 24», «Вся Уфа», «Салям», UTV телеканалдарында, социаль селтәрҙәрҙә, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында тура эфирҙа яуап бирә. Текст менән һорауҙар тура эфир барышында ла ҡабул ителә.

Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән һорау бирергә мөмкин:

Башҡортостан Башлығы сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru

МАХ милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot

«Телеграм»да чат-бот аша: https://t.iss.one/glavarb_pl_bot

«Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.com/write-233419586

«Класташтар» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages

«Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/10441/

Тура бәйләнеш киске сәғәт етелә башлана.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары мемориалы яңыртылды

Исемлектә Эске эштәр халыҡ комиссариатының Иглин районы бүлеге оперуполномоченныйы Тихон Пухов менән Иглин ауыл советы рәйесе Василий Желателев та бар. Улар һуғыш осоронда эш иткән Вайдер террористик бандаһына ҡаршы тиңһеҙ алышта һәләк булған. Яңыртылған һәйкәлде асыу сараһында полиция ветерандары һәм әлеге хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән кадеттар ҙа ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ойошторола. Әле уның төп майҙансығы-республика менән идара итеү үҙәгендә әүҙем әҙерлек бара, ҡорамалдар тикшерелә, ҡала-райондар менән бәйләнеш урынлаштырыла. Тура эфирҙа журналистар эшләйәсәк, ә халыҡ төбәк етәксеһенә үҙ һорауҙарын бирәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шәйехзада Бабич премияһына дәғүәселәр менән йәмәғәт тыңлауҙары Өфөлә үтте

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына мәҙәниәт, сәнғәт йүнәлештәре буйынса дәғүә итеүселәр йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
Премияға дәғүә итеүселәр Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында студенттар һәм тармаҡ белгестәре алдында сығыш яһаны. Номинанттар үҙҙәре менән таныштырҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы,
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты гүзәллек конкурсында еңде

Гананан Микеалина Мэри Стампулус Данква «Мисс Африка. Рәсәй-2025»тажына тиҫтәләгән дәғүәсене уҙып эйә булды. Ҡыйыу ҡыҙ дефилела башҡорт милли кейемендә сығыш яһай. Ер шарының иң эҫе континентынан килгән ҡыҙҙың конкурс тәьҫораттары тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә классик музыка фестиваленә йомғаҡ яһалды

Үҙ таланты менән ысын мөғжизә тыуҙырған йәш музыканттар вокал һәм фортепиано номерҙары, шул иҫәптән Федор Шаляпин һәм Сергей Рахманинов репертуарынан әҫәрҙәр тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Профсоюз гранты ярҙамында Өфө медиктары өсөн спорт залы булдырылды

Хеҙмәткәрҙәрҙең психик һәм физик һаулығы хаҡында хәстәрлек. Профсоюз гранты ярҙамында Республика медицина-генетика үҙәге спорт залы асылды. Белгестәр буш ваҡытта физкультура менән шөғөлләнә ала.