Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡышҡы йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте
Республика район-ҡалаларынан алты тиҫтәләп спортсы 25 һәм 50 метр арауыҡҡа ярышты. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Күптәр был спорт төрөнә яңыраҡ ҡына килгән. Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан йөҙөү буйынса федерация советына инеүселәр һаны ла йылдам арта. Быға республикала үткән даими спорт саралары булышлыҡ итә.

Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла
Тантаналы сара 20 декабрҙә шихан янындағы этнокомплекста үтә, тип хәбәр итәләр “Торатау” геопаркы матбуғат хеҙмәтенән. Ҡунаҡтар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейей ала. Сана, ҡаргиҙәр һәм аттарҙа йөрөргә була. Шулай уҡ ҡышҡы уйындар ойошторола. Ҡыш бабай тирмәһе киләһе йылдың 11 ғинуарына тиклем эшләй.

Өфө-Яңауыл трассаһында Тиҙ Танып йылғаһы аша күперҙә реконструкция эштәре бара
Башҡортостан башлығы хәбәр итеүенсә, ошо маҡсатта тейешле аҡса бүленгән һәм подрядсы ойошма менән дәүләт контракты төҙөлгән. Бөтә эштәр ҙә графикҡа ярашлы алып барыла. Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференция бәйләнеше форматында уҙғарған граждандарҙы ҡабул итеү барышында билдәле булды.

Башҡортостан Юнесконың бөтә донъя мираҫы исемлегенә яңы объекттар тәҡдим итергә ниәтләй
Был турала бөгөн Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә үткән Юнеско эштәре буйынса комитет ултырышында белдерелде. Күсмә ултырыш Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙҙы, сарала Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы департаменты етәксеһе Александр Алимов, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм журналистарҙың һорауҙарына етенсе тапҡыр яуап бирҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм журналистарҙың һорауҙарына етенсе тапҡыр яуап бирҙе. Тура линия барышында махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләренә, социаль объекттар төҙөлөшөнә һәм юлдар торошона ҡағылған һорауҙарға яуаптар алынды. Эфирҙа яңғырамаған мөрәжәғәттәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, уларҙың хәл ителеше төрлө министрлыҡ һәм ведомство, урындағы үҙиралыҡтар яуаплылығына алына.

Өфөнөң Пугачев урамында ике һыҙат буйлап хәрәкәт асылды
Һүҙ «Лента» гипермаркетынан транспорт сиселешенә, йәғни Геофизиктарҙан Рыленко урамына тиклем участка тураһында бара. Быға тиклем водителдәр был арауыҡты 3 километрҙан ашыу урап үтергә мәжбүр ине. Хәҙер 2 минуттан да артыҡ ваҡыт талап ителмәй.
Һүҙ «Лента» гипермаркетынан транспорт сиселешенә, йәғни Геофизиктарҙан Рыленко урамына тиклем участка тураһында бара. Быға тиклем водителдәр был арауыҡты 3 километрҙан ашыу урап үтергә мәжбүр ине. Хәҙер 2 минуттан да артыҡ ваҡыт талап ителмәй.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимдары авиадвигателдәр өсөн яңы технология буйынса ротор етештереүҙә ҡатнаша
Рәсәй фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты Мәскәүҙәге «Двигатель» фәнни тикшеренеүҙәр институты менән берлектә эш алып бара. Ғалимдарҙың уртаҡ хеҙмәт емеше-юғары температурала 400 тонналыҡ ауырлыҡ менән йәбештерелгән элемент. Иретеп-йәбештереү менән сағыштырғанда бындай ысул менән яһалған металл ныҡ була, йөйҙәр һәм болттар булмағанға яҡшыраҡ әйләнә.

Башҡортостанда «БашТәржемә» системаһы рус теленән башҡортсаға тәржемә итә
Һанлаштырыу дәүерендә сифатлы тәржемә уңышлы аралашыуҙа һәм бизнесты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта рус теленән башҡортсаға тәржемәләү кеүек көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы булдырылды. Тел кәртәләрен еңеп сығыуҙа ышаныслы ярҙамсы булған системаның өҫтөнлөктәре һәм уңайлыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.

Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры 8-се ижад миҙгелен премьера менән асты
Был юлы коллектив драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Гөргөри кейәүҙәре этнографик музыкаль комедияһы бер ғаилә тормошон күҙ алдына баҫтыра. Гөргөри менән Кәтернә исемле төп геройҙар кесе ҡыҙҙарын керәшен татарҙары йолалары буйынса кейәүгә бирергә ҡарар итә. Яусылау, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр-бейеү буйынса һынауҙар менән үрелеп бара.

👍1