БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.14K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Грипп һәм респиратор инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеп

Июль аҙағында Башҡортостанға грипҡа һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы 505 мең самаһы доза вакцина алынған. Республикала 2 миллион 438 мең кешегә, шул иҫәптән 667 мең балаға киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» тағы 5 йылға оҙайтылды

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда старт алған проект республикала ҙур ихтяыяж менән файҙалана. Ошо йылдар эсендә унда хаҡлы ялдағы 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.
👍21
Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә

Ошо уңайҙан ҡалала ҙур сәк-сәк бешерелгән. Милли ризыҡтың ауырлығы 980 килограмм, оҙонлоғо алты метрҙан ашыу. Сәк-сәкте 22 оҫта 15 көн дуамында әҙерләгән. Кондитерҙар әйтеүенсә, уға 6 мең ярым йомортҡа, 123 килограмм бал, 330 килограмм он киткән. Сибайҙың 70 йыллығы Инвестиция һабантуйы барышында үтә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Тынлы оркестры, танылған йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Тимур Рамазанов, популяр башҡарыусы Заһир Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Азат Биксурин сығыш яһай. Төп ҡунаҡ булараҡ AY YOLA фольклор төркөмө саҡырылған.
👏2
Башҡортостанда үтә хәүефле эттәргә бәйле закон ҡәтғиләшә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә ҡаралды. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек өсөн борсолоусылар бар. Подъезға инергә ҡурҡалар, ҡайһы берәүҙәр балаларың яңғыҙ йөрөтмәҫкә тырыша. Беҙҙең бурыс - эт хужаларының хоҡуҡтарын һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүҙә уртаҡ фекергә килеү тине ул. Айырым тоҡомло эттәрҙе хәүеф сығанағы тип закон менән нығытырға тәҡдим ителә. Константин Толкачев әйтеүенсә, әле федераль законда 12 тоҡом, мәҫәлән, питбуль һәм алабай күрһәтелмәгән. Һәм иң мөһиме бөтә эттәр мотлаҡ тамғаланырға һәм уларҙың документтары булырға тейеш, тине парламент рәйесе.
👍1
Башҡортостанға алдынғы студенттар йыйыла

Өфөлә 7 сентябрҙә “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты башлана. Унда 40-ҡа яҡын команда көс һынаша. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Алжир һәм тағы ла ундан ашыу илдән ҡатнашыусылар көтөлә. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсия, семинар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 17 сентбярҙә була.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвестиция һабантуйы: килешеүҙәр, яңы идеялар һәм халыҡ байрамы

100 млрд һумға килешеүҙәр һәм яңы иҡтисади проекттар. Сибайҙа Инвестиция һабантуйы сиктәрендә сәнәғәт, төҙөлөш, туризм, ауыл хужалығы тармаҡтарында күләмле проекттарға ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы сәләмләп Инвестиция һабантуйының иҡтисади әһәмиәтен билдәләне. Күләмле сара сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршруты презентацияһы ойошторолдо. Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы менән тура килгән форум бай йөкмәткеле мәҙәни программа менән тамамланды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә социаль өлкә белгестәре өсөн уҡыуҙар үтте

Башҡортостан «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» программаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Ул Халыҡ фронтының «Хәстәрлек төбәге» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 50-гә яҡын белгес Өфөләге төп социаль объекттар буйлап үтте, республика тәжрибәһе менән танышты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәш ғалимдары донъя кимәлендәге проекттарҙа үҙ һүҙен әйтә

Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең көнсығышында ҙур дала янғыны башланған

Кисә Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһенең көнсығышында ҙур дала янғыны башланған. Ҡыҙыл йылан булып һуҙылған ут көслө ел һәм ҡатмарлы рельеф арҡаһында Ҡыуандыҡ районының Ибраһим һәм Иҙелбай ауылдарына хәүеф менән янай. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыуҙарынса, төтөн еҫе Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарына ла барып еткән.
2😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районының Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пунктары асылды

Ауылға сифатлы медицина ярҙамы. Ғафури районының Баҡраҡ һәм Юрмаш ауылдарында йәшәүселәр бер көндө яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асып инде. Баҡраҡ ауылында яңы медицина учреждениеһы асылыу тантанаһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
25👍15
"Торатау" ЮНЕСКОның глобаль геопаркы статусын алды

Бөгөн Чилиҙа ЮНЕСКО советы ултырышында белгестәр бер тауыштан хуплау белдергән. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Бөтә донъя селтәренә ҡушылыу тураһында документтар 2021 йылда ебәрелде. 2022 йылда "Торатау"ға Ирландия һәм Испания белгестәре килде. Уларҙың тәҡдимдәре үтәлде."Торатау" Башҡортостанда глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк. 2020 йылда ошондай статусты "Янғантау"алды.
Радий Хәбиров ғалимдарға, геопарк, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары алғы һыҙыҡта яраланып ҡалған яуҙаштарын бер ай буйы дрондар ярҙамында дауалай

Дошман һөжүменә эләккән һалдатты эвакуациялау мөмкин булмай. Яҡташтарыбыҙ Томск өлкәһе егетенә ҡоштар менән аҙыҡ-түлек, медикаменттар ташый. Яугир бәрелештәр һыҙығынан имен сыға. Хәрби туғанлыҡ һәм йәшәү көсө миҫалы булған мөғжизәле тарих тураһында Айнур Кәбиров яҙмаһы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды

Өфөләге Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмә залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинованың «Тормош хроникаһы» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Рәсем һәм графика техникаларында төшөрөлгән ижади эштәр менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркы «Юнеско»ның глобаль селтәренә индерелде

Халыҡ-ара комитеттың Чилиҙа үткән ултырышында эксперттар Башҡортостан объекты өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Мәғлүм булыуынса, ғариза 2021 йылда уҡ бирелгәйне. Өс йыл элек «Торатау»ға Ирландия менән Испаниянан эксперттар килеп үҙ баһаһын бирҙе, кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәре менән булды. Төбәк етәксеһе «Мәҙинә « мәсетенә, православ диндарҙар өсөн сиркәү биналарына нигеҙ таш һалыуҙа ҡатнашты . Бынан тыш Радий Хәбиров Салауат Юлаев паркы реконструкцияһы , яугирҙарға ярҙам штабы эшмәкәрлеге менән танышты. 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Баймаҡ районында хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде . Байрам саралары менән берлектә Халыҡ-ара «Башҡорт аты» фестивале үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәре Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты музейына тапшырылды

Йәнле тарих. Еңеү маршалы Георгий Жуковтың шәхси әйберҙәре Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты музейына тапшырылды. Бындай хоҡуҡ Маршал Жуков исемендәге «Еңеү музейы» федераль конкурста уҡыусылар әҙерләгән ике проекттың беренсе урын алыуына бәйле мөмкин булды. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы Еңеү маршалының бүләсәре Варвара Ерохина тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
🥰8👍73
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең социаль өлкә лидерҙары Өфөлә тәжрибә туплауын дауам итә

«Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты»ның дүртенсе модулендә ҡатнашыусылар Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашты. Ведомство етәксеһе төбәктә социаль өлкә үҫеше, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Шулай уҡ студенттар өсөн тележурналист Әлиә Таһирова йәмәғәт киңлегендә социаль үҙгәрештәрҙең роле тураһында практикум уҙғарҙы. Мәғариф программаһына ярашлы, республиканың төрлө социаль учреждениелары эшмәкәрлеге менән таныштырыу маҡсатында экскурсиялар ҙа уҙғарылғайны, уңышлы практикалар өйрәнелә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы «Мах» ҡушымтаһы ни өсөн хәүефһеҙ тип һанала?

«Мах мессенджерында ҡулланылған барлыҡ мәғлүмәт тик Рәсәй серверҙарында һаҡлана». Өр-яңы ҡушымтаның өҫтөнлөктәре бының менән генә сикләнмәй. Шикләнергә урын бармы? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдиновтан белеште.
👍4👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара 17 сентябргә тиклем дауам итә. Ярышта ҡатнашыусыларға 12 төр һынау әҙерләнгән, ялан шарттарында ла эшләргә тура киләсәк. Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән командаларҙың әҙерлеген тәүгеләрҙән булып беҙҙең ижади төркөм дә ҡараны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең социаль өлкә лидерҙары Өфөлә тәжрибә тупланы

«Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты»ның дүртенсе модулендә ҡатнашыусылар республиканың социаль объекттарында булды, эш алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты. Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр ҡорон тап Башҡортостанда ойоштороу нигеҙһеҙ түгел. Төбәк социаль йүнәлештәге эш тәжрибәһе буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Ҡунаҡтар эш программаһы сиктәрендә Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән дә танышты.