Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында физик мөмкинлеге сикләнгән малайҙар өсөн республика слеты үтте
Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында физик мөмкинлеге сикләнгән малайҙар өсөн республика слеты үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан йыйылған 130 уҡыусы ике көн дауамында хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнде, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хаттар яҙҙы. Слетта ҡатнашыусы малайҙар һәм уларҙың ата-әсәләре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашты. Сарала илһөйәрлек, батырлыҡ өлгөһө булған замандаштарыбыҙ-Рәсәй Геройы Денис Чернавин, илдең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашты.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда юғары тиҙлектә йылғаға ҡолаған водителде һәм уның автомобилен эҙләйҙәр
Был турала дәүләт автоиспектецияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, авария Өфө-Яңауыл трассаһының Борай районы участкаһында теркәлгән. Ҡалтасынан 37 йәшлек ир 12-се модель «ВАЗ» автомобилендә төҙөлөп ятҡан күперҙең терәгенә бәрелә. Транспорт сараһына шундай уҡ ут ҡаба һәм ул Тере Танып йылғаһына ҡолай. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары водителде һәм уның автомобилен эҙләй.

😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда уҡытыусыларҙың зона семинар-кәңәшмәләре башланды
Экстремизмға ҡаршы тороу һәм йәштәр мөхитендә радикаль күренештәрҙе иҫкәртеү.
Башҡортостанда уҡытыусыларҙың зона семинар-кәңәшмәләре башланды. Сараны мәғариф министрлығы менән психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге ойоштора.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө марафонында 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Рәсәйҙең 52 төбәге һәм донъяның 38 иле. Быйылғы Өфө марафонының географияһы айырыуса киң булды. Стартҡа 10 меңдән ашыу кеше сыҡты. Был марафон тарихында рекордлы күрһәткес.
Сәләмәт тормош һөйөүселәр 5 дистанцияға, атап әйткәндә, 2 километрҙан 42 километрға тиклем араға йүгерҙе. Иң өлкән ҡатнашыусыға- 87 йәш, иң кесеһенә алты ай ғына ай ине. Был юлы ҡатнашыусыларҙың артыуына яҡшы һауа торошо ла үҙ өлөшөн индерҙе.

2026 йылда Өфө аръяғы биләмәһендә коммуналь инфраструктура төҙөлөшө башлана
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров төбәккә 13 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам бүленеүе тураһында хәбәр итте.
Проект өс этапта, 2025-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августа Хөкүмәт комиссияһы президиумы 8 миллиард ярым һумлыҡ проекттың беренсе сиратын тормошҡа ашырыуға ғаризаны хупланы.

«Геосаҡырыу» чемпионатында ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы экскурсия программаһы әҙерләнгән
«Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусы йәштәргә сәмле ярыштан тыш ҡыҙыҡлы экскурсия программаһы ла әҙерләнгән. Баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән танышҡан ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары хаҡында киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 160-сы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте
Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизациялған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә журналистар яугирҙар өсөн сәксәк бешерҙе
Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Ошо уңайҙан республика Матбуғат йортонда яугирҙар өсөн сәксәк бешереү өмәһе үтте.
Эште башлар алдынан журналистарҙы Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Башҡортостан» нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина тәбрикләне. Улар алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә әүҙем ярҙам иткән журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.

❤4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яңылыҡтарын хәҙер MAX милли мессенджерында ҡарарға һәм уҡырға мөмкин
БСТ MAX-та үҙ каналын асҡан беренсе төбәк телеканалы. Мессенджерҙың аудиторияһы көн һайын арта. MAX милли мессенджерында каналды асыу-Башҡортостан юлдаш телеканалының интернет-тапшырыуҙарын үҫтереүҙең сираттағы этабы. Үткән ял көндәрендә үткәрелгән ябыҡ тест һөҙөмтәләренә ярашлы, яңылыҡтарҙа күрһәтелгән видеосюжеттар бында тиҙ урынлаштырыла, был, һис шикһеҙ, яңылыҡтар контентының асыҡлығына йоғонто яһай. MAX мессенджерында Башҡортостан юлдаш телеканалына яҙылығыҙ һәм республиканың бөтә яңылыҡтары менән танышып барығыҙ.

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ»: Өфөлә балалар хәйриә футбол турниры үтте
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөнөң Жилин ауылында ойошторолған футбол буйынса ярыш шулай аталды. Балалар хәйриә турниры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналды. «РгоФУтбол» спорт комплексына 27 команда йыйылды, улар өс йәш категорияһында көс һынашты.

🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мотоциклда Рәсәй буйлап: Башҡортостанға сәйәхәтсе Наталья Лоу килде
Cтаврополдән Өфөгә тиклем мотоциклда. Шәкәр диабетынан яфаланған Наталья Лоу ил буйынса сәйәхәт итеп, ҡатмарлы диагноз менән дә тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Сәфәргә ул июль уртаһында сыҡҡан, әле 8 меңдән ашыу саҡрым юл үткән. Башҡортостанда ул бер нисә көнгә туҡталған. Маҡсаты баш ҡаланың иҫләлекле урындары менән танышыу. Беренсе типтағы шәкәр диабеты уға утыҙ йыл элек ҡуйылған.
Cтаврополдән Өфөгә тиклем мотоциклда. Шәкәр диабетынан яфаланған Наталья Лоу ил буйынса сәйәхәт итеп, ҡатмарлы диагноз менән дә тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Сәфәргә ул июль уртаһында сыҡҡан, әле 8 меңдән ашыу саҡрым юл үткән. Башҡортостанда ул бер нисә көнгә туҡталған. Маҡсаты баш ҡаланың иҫләлекле урындары менән танышыу. Беренсе типтағы шәкәр диабеты уға утыҙ йыл элек ҡуйылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез яр буйы Рәсәйҙең иң яҡшы ағас төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә
Мәләүез ҡалаһының ошо уҡ исемле йылға яры Архиwood ағас архитектураһы конкурсының «Мөхит дизайны» номинацияһында Рәсәйҙең ағас менән иң яҡшы төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә.
Проектты Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты «Новая земля» һәм «Аффинум» компаниялары менән берлектә эшләгән. Уның нигеҙендә ҡала үҙәгендәге элекке парковка яр буйына төшөү урыны, ял, спорт һәм балалар өсөн зоналары булған уңайлы йәмәғәт биләмәһенә әйләнгән.

Өфөлә йәш ғалимдар яһалма интеллект ярҙамында күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү программаһы уйлап сығарҙы
Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.

Оҙайлы ямғырҙар республикала ураҡ эштәрен тотҡарлай
Әлегә иген һәм иген ҡуҙаҡлы культуралар 714 мең гектар майҙанда йыйылған, был дөйөм майҙандың яртыһы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы күрһәткестәр буйынса алдынғы урында. Уңыш ҡеүәте уртаса гектарынан 40 центнер тәшкил итә. «Дуҫлыҡ» фермер хужалығы ҡарамағында 7 комбайн эшләй.
Әлегә иген һәм иген ҡуҙаҡлы культуралар 714 мең гектар майҙанда йыйылған, был дөйөм майҙандың яртыһы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы күрһәткестәр буйынса алдынғы урында. Уңыш ҡеүәте уртаса гектарынан 40 центнер тәшкил итә. «Дуҫлыҡ» фермер хужалығы ҡарамағында 7 комбайн эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон шоссеһында үлемесле авария теркәлгән
Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.
Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.
😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Павел Качкаевтың исеме мәңгеләштерелә
Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, баш ҡаланың элекке мэры һәм Дәүләт Думаһы депутаты төбәктең социаль-иҡтиспади үҫешенә тос өлөш индергән. Уны исеме Өфөнөң 110-сы мәктәбе менән Өфө урамдарының береһенә биреләсәк.
Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, баш ҡаланың элекке мэры һәм Дәүләт Думаһы депутаты төбәктең социаль-иҡтиспади үҫешенә тос өлөш индергән. Уны исеме Өфөнөң 110-сы мәктәбе менән Өфө урамдарының береһенә биреләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһы бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Көтөп алынған ял минуттарын ир-аттар башлыса ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Көнкүреш мәсьәләләрен хәстәрләгән,
Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһы бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Көтөп алынған ял минуттарын ир-аттар башлыса ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Көнкүреш мәсьәләләрен хәстәрләгән,
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн социаль ярҙам киңәйтелә
Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һуғыш балаларына социаль ярҙам сараларын арттырыу ҡарала. Был туралағы закон проектын республика парламенты әҙерләгән. Ул ҡабул ителгән осраҡта һуғыш балалары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндерелә.
Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һуғыш балаларына социаль ярҙам сараларын арттырыу ҡарала. Был туралағы закон проектын республика парламенты әҙерләгән. Ул ҡабул ителгән осраҡта һуғыш балалары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндерелә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда льгота ярҙамы алыусылар 1 октябрҙән социаль хеҙмәт тупланмалары алыу ысулын үҙгәртә ала
Әле был хоҡуҡ менән республикала 318 меңдән ашыу кеше файҙалана. Улар - Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары., Чернобыль һәләкәтендә зыян күреүселәр һәм башҡалар. Башҡортостанда 119 меңдән ашыу кеше льготаны шифаханаға путевка рәүешендә, тимер юлда һәм ҡала ара транспортта дауаланыуға барып ҡайтҡанда, медицина тауары алыуға тотона. Ҡалғандарға ул айына 1728 һум 46 тин күләмендә аҡсалата түләнә.

Денис Лебедев Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе
Рәсәй боксы легендаһы Баймаҡта! Бөгөн донъя чемпионы Денис Лебедев ҡаланың үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе. Көслө нокауттары менән билдәле булған боксер менән осрашыуға Башҡортостандың спорт йондоҙҙары-күренекле чемпиондар ҙа ҡушылды.

👍1🔥1