БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.01K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ

Башҡортостан мәҙәниәт учреждениеларында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында хәбәр итте. Йылына бер тапҡыр ойошторолған Совет йыйылышында «Музалар тауышы. Башҡортостан» китабы исем туйы үтте. Радий Хәбиров республика мәҙәниәте, ижадына тоғро хеҙмәт иткән һөнәрмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте

Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡортостан башлығы башланғысы, Республика Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарылған сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә арналды. Сараның почетлы ҡунаҡтары легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.
Эшлекле осрашыу барышында Белем көнөн байрам иткәндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика йортонда Ырымбур хәрби казак йәмғиәте атаманы Игорь Цыганов менән осрашты

Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостанда казак хәрәкәтен үҫтереү һәм үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Игорь Цыганов билдәләүенсә, республикала 333 казак иҫәпләнә, улар Ырымбур хәрби казак йәмғиәте составына ҡарай. Араларында махсус хәрби операция яугирҙары, гуманитар миссияларҙа ҡатнашыусылар ҙа бар.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе умартасы махсус хәрби операцияға башҡорт балы ебәрә

Алғы һыҙыҡҡа ул 200 килограмдан ашыу татлы ризыҡ оҙатҡан. Николай Васильев-хәрби бәрелештәр тураһында ишетеп кенә белмәй, шуға күрә яугирҙарға ярҙам итеүҙе изге бурыс тип һанай. Умартасы менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
3👎1