БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәйҙә сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт аттестацияһын үткәреү ваҡыты асыҡланды

Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 11 кластар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана. Математиканан 27 майҙа, рус теленән 30 майҙа һынау үтә. 9-сы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы 21 майҙан 16 июнгә тиклем дауам итә. 1 февралгә тиклем сығарылыш уҡыусылары имтихан тапшырыу буйынса ғариза бирергә тейеш.
👍3
БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллинаның туған телдәр буйынса репортажы иң яҡшыһы тип табылды

БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урын алды.
👍7🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 40 төр ярҙам ҡаралған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай бурыс ҡуйҙы. Бөгөн республикала төрлө өлкәләргә ҡағылған 40 ярҙам сараһы әҙерләнгән.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре пилотһыҙ осоу аппараттары тәьҫирендә ҡалды

Ете субъект властары дрондар һөжүме тураһында хәбәр итте, тағы бер губернатор дошмандарҙың ракета һөжүме яһарға маташыуы тураһында белдерҙе. Зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Айырым төбәктәрҙә объекттарға зыян килтерелә. Өфө, Ҡазан, Калуга, Һарытау, Тамбов һәм тағы ла биш ҡала аэропорттарында рейстарҙы ҡабул итеүгә һәм ебәреүгә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә. Бер үк ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яңы һөжүмдәр ихтималлығы тураһында иҫкәртә һәм граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Шулай уҡ белгестәр дрондар һөжүм иткән осраҡта ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итә.
😱2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
27 йыллыҡ тәжрибә һәм һөнәренә һөйөү: Марат Ҡотлоевтың хеҙмәт юлы

Хеҙмәт геройҙары беҙҙең арала. «Яңылыҡтар» редакцияһына Ҡариҙел районы пассажирҙары тәжрибәле һәм иғтибарлы водителде төшөрөп күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Марат Ҡотлоев Ҡариҙел-Өфө маршруты буйынса 27 йыл пассажирҙар ташый. Уның хеҙмәтен пассажирҙар ҙа, предприятие етәкселеге лә юғары баһалай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө районының Түрбейек ауылы халҡы яңы мәҙәниәт йортон туйланы

Заман талаптарына яуап биргән бина «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөлгән. 15 йыл клубһыҙ йәшәгән халыҡ өсөн ул ҙур бүләк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың бер төркөм журналистары ведомство наградалары менән бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостандың бер төркөм журналистары ведомство наградалары менән бүләкләнде. Тантаналы сарала республика кимәлендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған төрлө конкурстарға йомғаҡ яһалды. БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова «Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу» бәйгеһендә беренсе урын алһа, рус редакцияһынан коллегаларыбыҙ араһында Артур Шәмсетдинов менән Эмиль Басареев «Алға» айырым иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған репортаждар конкурсы еңеүселәре тип танылды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле башҡорт шағиры, журналист һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар шәхестең тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
👍4
Өфө янында автозаправка станцияһы төҙөлә

Бының өсөн 50 миллион һум тотонола. Күп функциялы комплекстың проекты өҫтөнлөклө статус алды. Бында яғыулыҡ ҡойоу станцияһынан тыш, магазин, кафе, балалар өсөн майҙансыҡ була. Республикала юл яны объекттарын төҙөүселәр өсөн һәр төрлө ташлама ҡаралған. 2021 йылдан башлап Башҡортостанда 900-ҙән ашыу ошондай объект төҙөлгән һәм яңыртылған.
👍1
Мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» асыҡ республика конкурсына эштәр ҡабул ителә.

Быйыл ул «Юлдаш» радиоһының 25 йыллығына арнала. Конкурста ҡатнашыусылар ике видеояҙма ебәрә: тасуири мәғлүмәт шәлкеме уҡыу һәм «Беҙҙең мәктәп тормошо» темаһына репортаж. Ижади эштәр 20 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон:
☎️ 8 (34791) 6-02-18.

🎙Диктор тауышы - радио-телевидение донъяһына әйҙәүсе берҙән-бер конкурс! Ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе һынағыҙ, еңегеҙ!
👍4
Башҡортостанда спортҡа һәләтле балаларҙы асыҡлайҙар

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары закон проекты әҙерләгән. Ул балаларҙы физик яҡтан үҫтереү үҙәктәре эшмәкәрлегенә ҡағыла. Парламент спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, бындай үҙәктәр тәү сиратта балаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтыра. Шулай уҡ улар һәләтле балаларҙы асыҡлап, йәш спортсының һәләтен үҫтереү буйынса йүнәлеш бирергә бурыслы була. Закон проекты ғинуар аҙағында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарала.
👍2
Башҡортостан һәм Һиндостан спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә

Вице-премьер-спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов видеоэлемтә аша "Һиндостан Рәсәй йәштәр диалогы"нда ҡатнашты. - Ике арала хеҙмәттәшлек инфраструктураны үҫтерергә, инвестиция йәлеп итергә, спортсыларҙы әҙерләргә булышлыҡ итә, - тине Руслан Хәбибов. Башҡортостан һәм Һиндостан март айында көрәш буйынса турнир уҙғарыу тураһында килеште.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған рәсми телеграм-канал асылыуы тураһында хәбәр итте

Унда фронттағы ҡаһарманлыҡ тарихы, аяуһыҙ алыш барышы, геройҙар, тылдағы тормош тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерелә. Шулай уҡ фронттан килгән хаттар һәм ветерандарҙың хәтирәләре менән танышырға мөмкин. Иҫтәлекле датаға арналған байрам саралары һәм тематик викториналар ҙа яҡтыртыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яугирҙар һәм ғаиләләре өсөн льготалы ер участкалары һәм шифахана ярҙамы

Быйыл Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен шифахана-курорттарҙа дауалауға 100 миллион һум аҡса бүленә. Уның ярҙамында 2 мең ярымдан ашыу граждан дауаланыу курсы үтеү мөмкинлеге аласаҡ.
Был турала Хөкүмәт ултырышында вице-премьер - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө балалар баҡсаларында «Роспотребнадзор» идаралығы тикшереүҙәре үтә

Иҫкәртеү саралары сиктәрендә учреждениела туҡланыу сифаты, кескәйҙәрҙең көн тәртибе, санитария-гигиена талаптары үтәлеше һәм башҡа күрһәткестәр ҡарала. Профилактик тикшереү Өфөнөң 191-cе балалар баҡсаһында ла үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөлгән фотолар күргәҙмәһе асылды

«Үҙебеҙҙекеләр тураһында». Башҡортостан Милли музейында махсус хәрби операция биләмәһендә төшөрөлгән фотолар күргәҙмәһе шулай тип атала.
Экспозиция авторы масхус хәрби операция яугиры Леонид Юлдашев. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Фотоһүрәттәрендә Леонид Рәсәйҙең яңы биләмәләрендәге халыҡтың көнкүрешен, яугирҙар тормошон сағылдырған.
👍1👎1
Башҡортостанда балалар баҡсалары тәрбиәселәренә 690 мең һумлыҡ гранттар бирелә

Мәғариф һәм фән министрлығы Республика Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итте. Конкурста йәше 35-тән артмаған, мәғариф учреждениеһында эш стажы ике йылдан кәм булмаған тәрбиәселәр ҡатнаша ала. Документтар 1 февралдән мартҡа тиклем ҡабул ителә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Президент Указы: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына финанс ярҙам тәғәйенләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына бер тапҡыр 80 мең һум түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, тыл хеҙмәтсәндәре һәм блокадалы Ленинград халҡы, концлагерҙарҙың бәлиғ булған тотҡондары, ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиабазаларҙа эшләгәндәр 55 мең һум аласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде

Беҙ Рәсәй Президентына Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирергә ҡарар иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Бөгөн Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашып, был Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү йылында булыуын билдәләне.
🔥31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

303 йыл закон һағында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Тантаналы йыйылыш сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә, ветерандарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Күптәр оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтаулы исемдәр, «Руденко», «Ягужинский» миҙалдары, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Сара байрам концерты менән тамамланды.
👍1