БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Силәбе өлкәһе кешеһе Учалы районында 14 миллион һумлыҡ алтын ҡаҙып алған

Еңел байырға теләй, әммә статьяға тарый. Силәбе өлкәһе кешеһе Учалы районында 14 миллион һумлыҡ алтын ҡаҙып алған. Законһыҙ эшмәкәрлек федераль именлек хеҙмәте оперативниктары тарафынан асыҡланған.
🤔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «ApiGlobal 2025» халыҡ-ара бал конкурсының йомғаҡлау этабы башланды

Ул Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты базаһында үтә. Конкурс комиссияһы ағзалары тәүге көндә балдың ҡуйылығы, еҫе һәм тәмен баһаланы. Төркөм составына Башҡортостандан тыш, илдең тағы ла тиҫтәгә яҡын субъекты эксперттары ингән. Ойоштороусылар биллдәләүенсә, «Тәбиғи бал» номинацияһына Рәсәйҙең 39 төбәгенән һәм яҡын сит илдәрҙән бөтәһе 266 бал өлгөһө ҡабул ителгән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Щербаков «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде

Бөгөн күренекле скульптор Салауат Щербаков тыуған билдәләй. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улына 70 йәш тулды. Күркәм юбилейы менән Рәсәйҙең халыҡ рәссамын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө районы Әсән ауылында Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте

Сарала мәктәп уҡыусылары, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар башҡорт шағиры һәм журналисы Шәйехзада Бабичты иҫкә алып, уның бюсына сәскә һалды. Хәтер кисәһе музейҙа ойошторолдо.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә уҡытыусылар өсөн һөнәри конкурс старт алды

Евразия вуз-ара студенттар кампусында «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» һәм «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарын асыу сараһы үтте. Ярыш һәләтле уҡытыусыларға ярҙам итеү, педагог һөнәренең абруйын һәм социаль статусын күтәреү өсөн ойошторола. Сара баш ҡала уҡытыусылары араһында алдынғы уҡытыу тәжрибәһен таратыуға ла булышлыҡ итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районының берҙән-бер сәнғәт мәктәбе 55 йыллығын билдәләне

Ярты быуаттан ашыу ваҡыт дауамында мәҙәни учреждение балаларға белем эстәп кенә ҡалмай, милли кадрҙар әҙерләүгә лә өлгәшкән. Әле район ауылдарында ошо мәктпә ҡарамағында өҫтәмә кластар асыу күҙаллана.
👍2
Башҡортостанда бер ир 12 һыйыр урлаған

Был хәл 2023 йылда Әбйәлил районында булған. Ауыл кешеһе Яңауыл ауылында алты кешенең малын алып сыҡҡан. Һыйырҙарҙы үҙенең ихатаһында һаҡлаған. Ир судта ғәйебен таныған. Малды хужаларына ҡайтарған. Ул 1 йыл һәм 10 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
👍2
Башҡортостанда Салауат Юлаев музейы реставрациялана

Был турала республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә яҙа. - Музей реставрация буйынса федераль программаға инде. 3 йыллыҡ проектты быйыл ғәмәлгә ашыра башлау көтөлә. Мәҙәниәт министрлығы, тарихсылар менән музейҙы яңыртыу концепцияһы буйынса эш алып барабыҙ, ти ул. Салауат Юлаев музейы Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында урынлашҡан.
Башҡортостанда яҙғы сәсеү өсөн 30 миллиард һум кәрәк

Был уҙған йылдағынан 25 процентҡа ҙур һан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама ҡиммәтләнә, эш хаҡы өсөн сығымдар арта. Быйыл 2 миллион 800 мең гектар ер сәсеү планлаштырыла. Уҙған йылда ураҡ тотҡарланған. Шуға ужым ғәҙәттәгенән аҙыраҡ сәселгән. Яҙын эш күберәк була, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.
👍1
Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләү арта

Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. - Хөкүмәт менән һөйләшеүҙәр алып алып барыла, иғәнә арттырыу тураһында ҡарар проекты әҙерләнә. Әле сумма аныҡлана, - тине ул. Тариф күтәрелеүен төҙөлөш материадары ҡиммәтләнеүе менән аңлаталар. Башҡортостанда быға тиклем капиталь ремонт өсөн түләүҙе 2022 йылда арттырҙылар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда эт-бесәй тотҡан граждандар өсөн ҡаралған закон камиллаштырылды

Уға ярашлы эт хужалары өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ һәм хайуандарҙы тотоу буйынса яңы талаптар индерелде. Үҙгәрештәр ҙур эттәрҙе саф һауала йөрөткәндә мотлаҡ морондоҡ кейҙереүгә ҡағыла. Бынан тыш, фатирҙа эт-бесәйҙәрҙе күпләп аҫраусылар өсөн талаптар арттырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районының Максим Горький ауылы уҡыусылары яугирҙар өсөн ампула һауыттары етештерә

Футлярҙы улар 3 д принтерҙа эшләй. Пластмасс һауыттар ампуланы хәрби бәрелештәр ваҡытында ярылыуҙан һаҡлай.
Ковид ваҡытында вирустан һаҡланыу маскалары, махсус хәрби операция башланғас ампула һауыттары. Ябай ғына әйберҙәр, ләкин улар ике осраҡта ла кеше ғүмерҙәрен һаҡлай.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң канат юлында ҡотҡарыусылар күнекмәһе үтте

Сценарий буйынса, ҡотҡарыусылар 18 кеше менән һауала туҡтап ҡалған күтәргесте ергә төшөрөргә тейеш ине. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡотҡарыусылар бейектә эшләгән 4 төркөмгә бүленде. Тағы ла бер төркөм зыян күреүселәрҙе ҡаргиҙәрҙәр менән йылыныу бинаһына эвакуацияланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында республикалағы иң ҙур элеватор төҙөләсәк

«Инвестиция сәғәте» форматында үткән йылдың тәүге кәңәшмәһендә Радий Хәбиров башланғысты хуплап өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерҙе. Элеватор менән бер рәттән селекция- орлоҡсолоҡ үҙәге лә сафҡа инәсәк.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Яҙыусылар союзы бинаһында капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша

Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт Поликарпов йорто булараҡ билдәле һәм Мәҙәни мираҫ объекты һанала. Һуңғы тапҡыр ул 6 йыл элек ремонтланған. Тик боронғо объект даими рәүештә яңыртыуҙы талап итә. Ремонт барышы менән Башҡортостан башлығы ла танышты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы стелаһы халыҡ менән кәңәшләшеп ҡуйыласаҡ

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы стелаһы Ишембайҙың иң яҡшы урындарының береһендә халыҡ менән кәңәшләшеп ҡуйыласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеп, ҡалаға юғары статус бирелеүе - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү йылында символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Указы менән Ишембайҙан тыш, тағы ла алты ҡала Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеменә лайыҡ булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары белем алыу өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары белем алыу йәки квалификацияны күтәреү өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Уның күләме 50 мең һум. Былтыр был мөмкинлекте 200 тирәһе кеше файҙаланған. Сертификатты көндөҙгө, киске, ситтән тороп уҡыуға, төркөмдә йәки шәхси белем алыу өсөн файҙаланырға була.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда эт-бесәй тотҡан граждандар өсөн ҡаралған закон камиллаштырылды

Уға ярашлы эт хужалары өсөн өҫтәмә яуаплылыҡ һәм хайуандарҙы тотоу буйынса яңы талаптар индерелде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән ултырышта йорт эсендә йәки ихатала хайуандар өсөн приют ойоштороусыларға эшмәкәрлеген көйләү һорауҙары тикшерелде. Яңы ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән хужаларға штрафтар ҡаралған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан телевидениеһы ветераны Марсэн Мөхәмәҙиев арабыҙҙан китте

Республиканың телевидение тармағы ауыр юғалтыу кисерҙе. 75 йәшендә Башҡортостан телевидениеһы ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев арабыҙҙан китте.
😢3👍1
Республикала ҡырағай хайуандарҙы иҫәпләйҙәр

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн улар йөрөгән һуҡмаҡтар өйрәнелә, эҙҙәр теркәлә. Алынған мәғлүмәттәр һунар лимиттарын билдәләгәндә ҡулланыла. Башҡортостанда һуңғы ун йылда мышы, себер ҡоралайы, һеләүһен, бурһыҡ, ҡуян, һыуһар, ҡондоҙ популяцияһы артыуы теркәлгән. Ҡабан сусҡалары кәмегән. Айыу, бүре, тейен, төлкө һаны әллә ни үҙгәрмәгән.