БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт милли аш-һыуҙары китап булып донъя күрҙе

Башҡорт аш-һыуҙары белгесенән тәмле китап. Иң шәп башҡорт милли аш-һыуҙары рецепттарынан төҙөлгән баҫма Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. «Кумпан-Терра» ресторанында уҙғарылған «Башҡорт милли аш-һыуының иң яҡшы ризыҡтары» китабы исем туйында БЮТ ижади төркөмө булды.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә экологик лидерҙар бүләкләнде

Өфөлә Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән федераль проекттарҙа ҡатнашҡан иң яҡшы муниципалитеттар, йәмәғәт ағзалары, ирекмәндәр, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл дәүләт башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәт тә 27 минут дауам итте

Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй Президенты 76 һорауға яуап биреп өлгөргән, уларҙың тиҫтәнән ашыуы махсус хәрби операцияға ҡағыла. Эксперттар фекеренсә, Пезиденттың был тәңгәлдәге яуаптары ил һаҡсыларының мәнфәғәттәре дәүләт кимәлендә яҡланыуын күрһәтә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын нығытыуға булышлыҡ итә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Традицияларҙың мең төҫө» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Өфө художество галереяһында яңы күргәҙмә. Был юлы экспозицияға Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләре - картиналар һәм скульптуралар сығарылды. «Традицияларҙың мең төҫө» тип исемләнгән күргәҙмәлә төрлө техникала башҡарылған һәм бер нисә стилдә биҙәлгән һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен күрергә мөмкин. Тәжрибәле оҫталарҙан тыш, галерея залдарына Башҡортостан рәссамдар союзы ҡарамағындағы Йәш рәссамдар берлеге ағзалары эштәре лә сығарылды.
1👍1
Белорет трассаһында мобиль элемтә булдырыла

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ошо айҙа Архангел һәм Ҡолмаҫ ауылдары араһында 6 станция урынлаштырыла. Киләһе йылда Инйәргә тиклем тағы 5-әү файҙаланыуға тапшырыла. - Беҙҙең таулы район өсөн был үтә әһәмиәтле, - ти Андрей Иванюта.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Башҡортостан башлығы махсус хеҙмәттәрҙең ил именлеге һәм мөстәҡиллеген тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнауын билдәләне. Офицерҙарға ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ идаралыҡ етәксеһе Игорь Кочнев мөрәжәғәт итте.
🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Шүлгәнташ» музей комплексы 2025 йылға календарь тәҡдим итте

«Башҡортостанда мамонт көтөү тарихы». Ошондай исем аҫтында «Шүлгәнташ» музей комплексы 2025 йылға календарь тәҡдим итте. Ойошманың был икенсе сағыу баҫмаһы. Иллюстрациялар «Әгәр ҙә мамонттар йорт хайуаны булһа» тигән темаға арналған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йәштәр ваҡыты» республика йәштәр ҡаҙаныштары премияһы еңеүселәре һәм лауреаттары бүләкләнде

Конкурс икенсе йыл инде лидерҙарҙы, эксперттарҙы һәм активистарҙы йыя һәм ҡатнашыусыларҙы мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға рухландыра. Быйыл баһалама ағзалары 700-ҙән ашыу ғаризаны ҡараны. Йәштәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән иң лайыҡлы проекттар һайлап алынды.
👍31
БСТ | Яңылыҡтар
Ҡариҙел районы Абдулла ауылында Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде Ҡариҙел районы Абдулла ауылында билдәле радио һәм телевидение журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде. Журналист…
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ришат күпере

Ҡараиҙел районының Абдулла ауылында аҫылмалы күпергә коллегабыҙ, күренекле теле журналист, БР-ҙың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ришат Миндияровтың исеме бирелде.

Күперҙә асылған таҡтаташта тележурналисттың портреты һәм хеҙмәттәшебеҙ, шағиры Гөлдәриә Йосопованың Ришат Миндияровҡа бағышланған шиғыры урын алған:
Үткән һайын рәхмәт уҡыр
Тоғро улына халҡы.
Төҫө булып, ауылында
Ришат күпере ҡалды.
👍61
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йылдан транспорт өсөн түбән һалым ставкаһы бурысы булмағандарға ғына ғәмәлдә ҡала

Ваҡытында түләмәүселәр өсөн һалым күләме бермә-бер арта. Шуға күрә яңы йылға бирәсәкһеҙ инеү хәйерлерәк, ти инспекторҙар. Мәҫәлән, Лада Гранта автомобиле өсөн түбән ставка менән 870 һум түләргә кәрәкһә, бурысы булғандар 2175 һум һалым сығарырға мәжбүр буласаҡ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дельфин ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дельфин ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Уҡыу йорто ректоры Данияр Абдрахманов әйтеүенсә, махсус хәрби операция геройҙары менән осрашыуҙар даими ойошторола.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Донъяуи асыш: Иманай мәмерйәһендә уникаль ҡомартҡылар табылған

Башҡорт археологияһында донъяуи сенсация. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археологтары уникаль табышҡа юлыҡҡан. Мәләүез районы Иманай мәмерйәһендә тиҫтә йылдар алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр барышында бәләкәй айыу һөйәктәре һәм һунар ҡоралдары табылған. Археологик ҡомартҡыларҙың йәше 35 мең йыллап иҫәпләнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика махсуслашҡан балалар йортона - 80 йыл

Учреждениела етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙар тәрбиәләнә. Балалар йортоноң Стәрлетамаҡта ла филиалы бар. Юбилейлы дата уңайынан ойошторолған тантанала Каринэ Хәбирова хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Таланттар йондоҙлоғо» еңеүселәре өсөн яңы йыл шыршыһы

Хәҙер ун өс йыл рәттән «Әсә йөрәге» йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади конкурс уҙғара. Яңы йыл алдынан еңеүселәр баш ҡалаға шыршы байрамына саҡырыла. Бөгөн дә республиканың 9 районынан йөҙҙән ашыу бала Милли йәштәр театрына йыйылды. Улар өсөн клоундар, өйрәтелгән хайуандар сығышы ойошторолдо.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайыры яҙып алыныуға 115 йыл

Башҡортостандың Милли музейы республикала тәүгеләрҙән булып Урал батыр уҡыуҙарын ойошторҙо. Ғалимдар, рәссамдар, мәҙәниәт һәм йәмәғәт вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны. Сарала башҡорт халҡының төп эпосын өйрәнеү, уны танытыу, киләсәктә ҡобайырҙы мәңгеләштереү һорауы ла күтәрелде, тәҡдимдәр яңғыраны. Улар айырым бер йыйынтыҡҡа тупланып, музей журналында нәшер ителер тип көтөлә.
👍3
Бишбүләк районында капиталь ремонттан һуң социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Бында ауыл хакимиәте, фельдшер-акушер пункты, мордва милли мәҙәниәте үҙәге, тегеү фабрикаһы, китапхана урынлаша. Биләмәлә шулай уҡ хоккей майҙансығы булдырылған. - Ауыл халҡына эш һәм ял өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, тип хәбәр итәләр урындағы хакимиәттән.
👍6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазанға дрондар һөжүм иткән

Бөгөн иртән Татарстандың баш ҡалаһына һигеҙ дрон һөжүм иткән. Татарстан рәйесе Рөстәм Миниханов фажиғә урынына барған. Уның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.

Мәктәптәрҙә балаларҙы подвалға төшөргәндәр, сәнәғәт ойошмаларында кешеләрҙе эвакуация пункттарына урынлаштырғандар. Киләһе ике көндә күләмле мәҙәни саралар кисектерелгән.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатовсылар Донецк халыҡ республикаһының Бахмут йүнәлешендә дошман позицияларын тар-мар итә

Яҡташтарыбыҙ башҡа подразделениелар үтәй алмаҫлыҡ заданиеларға йәлеп ителә. Легендар башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов вариҫтары һәр хәрби бурысты ла теүәл һәм һөҙөмтәле үтәй. Күрһәтелгән ҡаһарманлыҡтар өсөн улар йыш ҡына төрлө дәүлән наградалары менән билдәләнә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красноусол ҡасабаһында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте

Урындағы осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре, йыл йомғаҡтары барланды, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Яңы маҡсаттар билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы

Ауыл халҡына кино сәнғәте. «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Нуриман районының Красная Горка ауылында заманса кинозал эшләй башланы. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һанлы форматтағы кинозал асыу тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍32