БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда GSM-модуль менән йыһазландырылған янғынды иҫкәртеүсе 500-се ҡоролма ҡуйылды

Бушлай прибор Благовещен районы Ильина Поляна ауылда йәшәүсе Гундеровтар ғаиләһенә тапшырылды. Пилот проект республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Программа буйынса яҡшыртылған ҡоролма менән һуҡыр, һаңғырау, түшәктә ятҡан инвалидтар тәьмин ителә. Ғәҙәти датчиктан айырмалы рәүештә, ул ғәҙәттән тыш хәл осрағында сигналды бер юлы дүрт адресҡа: ашығыс хеҙмәттәргә, туғандарға, опека органдарына һәм ауыл биләмәһенә тапшыра.
3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң этнология һәм этнография музейында Алтын Урҙа дәүеренә арналған күргәҙмә асылды

Рәсәй фәндәр академияһының төбәк ғилми үҙәге коллективы XIV быуат башы һәм урталарындағы артефакт менән таныштыра. Табылған ҡомартҡылар араһында көнкүреш, металл әйберҙәр һәм ҡоралдарҙы күрергә мөмкин.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штаб ултырышын үткәрҙе

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Абилимпикс» чемпионаты һәм «Профессионалдар» хәрәкәте еңеүселәре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Абилимпикс» чемпионаты һәм «Профессионалдар» хәрәкәте еңеүселәре менән осрашты. Сарала барлығы 80 кеше ҡатнашты. Быйыл республика «Профессионалдар» хәрәкәте йыйылма командаһы Рәсәйҙең иң яҡшы биш командаһы исемлегенә индерелде.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды. Алдараҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов боҙ ҡаласығын төҙөүгә тәғәйенләнгән аҡсаны янғындан зыян күргән ғаиләгә йүнәлтергә тәҡдим итте.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды

«Торатау» конгресс-холл сәхнәһендә «Юлдаш Рlus» милли йәштәр фестиваленә йомғаҡ яһалды. Быйыл радионың йомғаҡлау сараһы милли йәштәр фестивале булараҡ үтте. Ул Республика Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо. Һәләтле Башҡортостан йәштәрен асыусы иң ҙур музыкаль ваҡиғаларҙың береһе хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районында «Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайыры көнө үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университенының «Башҡорт фольклоры» ғилми-тикшеренеү үҙәге башланғысында ул өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла. Быйыл ул тәүге тапҡыр тәжрибә нигеҙендә районға сыҡты.
4👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл юғалтыуҙар һәм еңеүҙәр менән килмәксе

Был турала Өфө нумерологтары билдәләне. Йондоҙҙар тормошта кәрәкмәгән әйберҙәрҙән баш тартырға йөръәт итеүселәргә бәхет вәғәҙәләй. Йылан йылы башланыуға тиклем ике аҙнанан кәмерәк ваҡыт ҡалып бара. Байрам төнө хәтерҙә ҡалһын өсөн, өҫтәлгә нимә әҙерләргә һәм нимә кейергә? Белгестәр яуабы киләһе яҙмала.
4
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫарҙары билдәле булды

Бөгөн Республика парламенты депутаттары пленар ултырышта вице-премьерҙарҙы хупланы. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп Рөстәм Моратов тәғәйенләнә. Беренсе вице-премьер вазифаһын шулай уҡ Урал Килсенбаев ала. Азамат Абдрахманов вице-премьер-Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе була. Вице-премьерҙар вазифаһында Илшат Фәзрахманов һәм Александр Шельдяев эшен дауам итә. Улар Ауыл хужалығы һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтарын етәкләй. Премьер-министр урынбаҫары вазифаһында Ирек Сәғитов ҡала. Стәрлетамаҡтың элекке башлығы Рөстәм Ғәзизов шулай уҡ вице-премьер вазифаһын ала. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хөкүмәттә вице-премьер статусында эшләйәсәк. Башҡортостан министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре Республика Башлығы Указы менән тәғәйенләнә.
👍3
Республикала яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыу сикләнә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3, 4, 5 ғинуарҙа магазиндарҙа киске сәғәт 5-тән иртәнге 10-ға тиклем хәмер алып булмай. 6 ғинуарҙа 17 сәғәттән төнгө 11-гә тиклем араҡы һатыу тыйыла. Сикләүҙәр кафе һәм ресторандарға ҡағылмай.
👍3
Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, тағы 5 миллион ғаиләгә ярҙам итеү мөмкинлеге була. Әсәлек капиталы индексацияланасаҡ. Киләһе йылдың февраленән беренсе бала өсөн сертификат 676 мең һумға еткерелә. Икенсе бала өсөн тағы 217 мең һум өҫтәлә. Программа 2007 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә 14 миллиондан ашыу сертификат бирелгән.
👍2
БСТ хеҙмәткәрҙәре Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнаша

Хәбәрсе Руслан Батыргәрәев һәм оператор Артур Ханов тура бәйләнеш һәм конференция үтәсәк урында.

«Путин менән тура бәйләнештә тәүге тапҡыр ҡатнашам. Мин әҙерләгән төп һорау импортты алмаштырыуға ҡағыла, шулай уҡ бензинға хаҡтар артыуы хаҡында. Шулай уҡ урбанизация темаһы ҡыҙыҡһындыра — йәштәрҙең ҡалаға күсеүе. Хатта плакаттарҙың береһен «Өфөнән ауылға» тип атаныҡ, — ти ул.
👍7
Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын хәүефһеҙ үткәреү маҡсатында ошондай ҡарар ҡабул ителә. Айырым тәртип 27 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем ғәмәлдә була. Бөтә район һәм ҡалаларҙа 28 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем профилактик эштәр уҙғарыла. Иҫкәртеү эше алып барған төркөм составына газ һәм энергетика хеҙмәттәре белгестәре индерелә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы тәғәйенләүҙәр: вице-премьерҙар составы раҫланды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары бөгөнгө пленар ултырышта Башҡортостан башлығына республика хөкүмәте вице-премьерҙарын тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров яңы тәғәйенләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәрен тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат районы Мөрсәлим ауылынан Максим Шаһиморатовтың хыялын тормошҡа ашырҙы

5-се класс уҡыусыһы төбәк етәксеһе менән тура бәйләнешкә үҙенең хатын ебәрҙе. Максим уға робот-трансформер бүләк итеүҙе һорай һәм республика башлығы кабинетын күрергә, Яңы йыл алдынан уның менән осрашырға теләй. Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда художество түңәрәгенә йөрөй. Малайҙың үтенесе яуаһыҙ ҡалманы, ул Өфөгә башланғыс кластар уҡытыусыһы оҙатыуында Радий Хәбировҡа ҡунаҡҡа килде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районы Абдулла ауылында Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде

Ҡариҙел районы Абдулла ауылында билдәле радио һәм телевидение журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ришат Миндияровтың исеме мәңгеләштерелде. Журналист исеме яҙылған иҫтәлекле таҡтаташ Бәрҙәш йылғаһы аша үткән аҫылмалы күпер ҡоролмаһына беркетелде. Сарала Ришат Миндияровтың ауылдаштары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡатнашты.
👍31
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындың һорауына яуап бирҙе

Нефтекаманан Рәшиҙә Ғәйнетдинова Рәсәй президенты менән тура эфирға йәшәү өсөн мөһим бушлай дарыуҙар етмәүе тураһында һорау ебәргән.

- Бөтә препараттарға ла аҡса тулы күләмдә бүленә. Был - сауҙаны ойоштороуға һәм ҡарарҙарҙы ваҡытында ҡабул итеүгә ҡағылышлы мәсьәлә. Барыһын да ваҡытында эшләү мөһим. Инсулиндар беҙҙә етерлек күләмдә. Тотҡарлыҡтар булмаҫҡа тейеш, - тип яуап бирҙе Путин.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Курск йүнәлешендәге хәрбиҙәрҙең финанс проблемаһын хәл итергә вәғәҙәләне

Бөгөн дәүләт башлығы тура эфирҙа Рәсәй халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Былтырғы кеүек үк, сара тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы форматында ойошторолдо.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың киләһе йылға бюджеты 4 миллиард һум дефицит менән ҡабул ителде

Төп финанс документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында раҫланды. Бынан тыш, Парламент депутаттары ҡарамағына 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ сығарылды.
👍21