БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Рәсәй – спорт державаһы» форумын һәм Өфө юбилейын ҡаршы алып, Башҡортостанда дүрт ҙур спорт комплексы асылды. Улар менән таныштырабыҙ!
👎4👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет башланғанға тиклем, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй – спорт державаһы» форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне.

🥇 Бындай саралар төрлө йәштәге кешеләргә спорт менән шөғөлләнергә этәргес бирә. Республикала тәжрибә уртаҡлашыу һәм физик культураны үҫтереү өсөн был бик яҡшы мөмкинлек, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

🥈 Башҡортостан Башлығы Көрәш һарайында меңдән ашыу баланың күнекмәләргә әҙер булыуы һәм ғариза тапшырыуы хаҡында һөйләне. Был – спорттың халыҡҡа яҡынайыуы күрһәткесе. Балалар үҙ райондарында, өйҙәре эргәһендә шөғөлләнә ала.

🥉 Президент республикаға, халҡыбыҙға ҙур ихтирам менән ҡарай. Мин ир-егеттәребеҙҙең нисек алышыуы хаҡында еткерҙем, уй-фекерҙәре тураһында һөйләнем. Улар менән аҙаҡҡы тапҡыр осрашҡанда, арыған булһалар ҙа, телдәрендә тик бер һүҙ ине – Еңеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

📽 Тулыраҡ – видеояҙмала
👎3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә рәсми рәүештә ишеү слаломы үҙәге асылды

Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министрлығы, ишеү слаломы федерацияһы етәкселеге ҡатнашты. Яңы объектта тәүге күләмле спорт сараһы - «Ҡурай иле» Халыҡ-ара ярыштары ла уҙғарылды.
2👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров « Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар.» күргәҙмәһендә булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров XII халыҡ- ара Рәсәй спорт державаһы форумы сиктәрендә үтеүсе « Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар.» күргәҙмәһендә булды. Федераль һәм төбәк властары араһында Ватан етештереүселәренең продукцияһын, физик культураны пропагандалау маҡсатында ойошторолған экспозиция өс көн дауамында эшләй.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә керлинг буйынса ярыштар үтә

Өфөлә иң көслө керлингсылар бәйге тота. «Рәсәй- спорт державаһы» форумы ярышы «Өфө-арена» боҙ һарайында үтә. Бәйгелә 17 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнаша. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған 18 команда араһынан еңеүсе форумдың һуңғы көнөндә билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👎2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан рапирасылары «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара фехтование ярышында еңеү яуланы

Турнир кисә генә асылған фехтование үҙәгендә үтте. Заманса фехтование үҙәге 6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, бында 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал бар. Ярыштар өсөн махсус залдар, тренажер зонаһы ҡаралған. Үҙәк һөҙөмтәләрҙе теркәү системаһы менән йыһазландырылған, был Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге чемпионаттар уҙғарыу мөмкинлеге бирә. «Салауат ҡылысы» яңы үҙәктә үткәрелгән тәүге күләмле спорт ярышы. Спортсылар шарттарҙан ҡәнәғәт.
👍2👎2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары араһында уҙғарылған «Беҙҙең заман геройҙары» турниры тамамланды

Ике көнгә иҫәпләнгән ярыштарҙа илдең 8 төбәгенән йөҙгә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар пауэрлифтинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы, уҡтан атыу һәм башҡа дисциплинарҙа көс һынашты. Ил кимәлендә уҙғарылған күләмле сара - алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы адаптив спортҡа ылыҡтырыу буйынса алып барылған берҙәм эш һөҙөмтәһе.
👎2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» компанияһы социаль обьекттарҙы модернизациялауҙа ҡатнаша

Балаларға уңайлы шарттар. Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» тау-мәғдән компанияһы социаль обьекттарҙы модернизациялауҙа ҡатнаша. Тап был ойошма Подольск ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында йылытыу системаһы тулыһынса яңыртырға ярҙам иткән, әлеге ваҡытта мәктәп автобустары өсөн йылы гараж төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәткән. Яңы шарттарҙа эшләүсе мәктәпкәсә балалар учреждениеһы хвҡында киләһе яҙмала.
👍3👎2🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Журналистар сәфәрҙә

Махсус хәрби операция биләмәһенә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәре барып еткән. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙарына һаҡланыу материалын республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков етәкселегендәге делегация тапшырҙы.

"Башҡортостан" нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәков ошо хаҡта һөйләй.

Маскировка селтәрҙәре яугирҙәребеҙҙе һаҡлаһын. Егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!
👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ҡаҙағстан республикаһының туризм һәм спорт министры менән осрашты

Башҡорт-ҡаҙаҡ оҙон ғүмерлелеге, туризмды үҫтереү, күсмә халыҡтар спорт кубогын булдырыу. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан республикаһының туризм һәм спорт министры Ербол Мырҙабосыновтың осрашыуында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Һуңғы йылдарҙа төбәктәр араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек нығына. Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев Радий Хәбировты һәм беҙҙең делегацияны Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында шәхсән ҡабул итә.
👎2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды

Рәсәйҙең Олимпия комитеты башланғысы менән Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды. Баш ҡала халҡы Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән бергә 2024 метр араны атлап үтте. «Рәсәй - спорт державаһы» форумының һуңғы көнөндә уҙғарылған иң күләмле спорт сараһынан репортаж.
2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәй Геройы Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты, ветерандар ойошмаһы етәкселәре менән осрашты. Рәсәй Геройы махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына төрлө яҡлап булышлыҡ итеү буйынса фекер алышты.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировкалау селтәрҙәре алып барҙы

Журналистар яугирҙарға. Махсус хәрби операция биләмәһенә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәре килеп етте. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙарына һаҡланыу материалын республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков етәкселегендәге делегация тапшырҙы.
👎2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районынан умартасы XVIII быуатта йәшәгән ҡарт олатаһының кәсебен тергеҙгән

Бөгөн ул шөғөлөн яңы кимәлгә күтәреү маҡсатында федераль грант та яулаған. Башҡортостандан 9 проект араһынан һайлап алынған 4 эш араһында Ғафури районынан шәхси эшҡыуар ҙа бар.
👎3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» - 2024 республика конкурсының муниципаль этабы дауам итә

Быйыл унда Иглин районынан тиҫтәләгән ауыл ҡатнаша. Былтыр муниципаль этапта еңеү яулап, ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһен кәртәләгән сыбаҡайҙар быйыл да изге эшкә ҙур тырышлыҡ һаласаҡ. Айыҡ ауыл халҡы йәшәйеше хаҡында киләһе яҙмала.
👎31👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Келәш ауылында яңы быуын китапханаһы асылды

Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналды. Китапхана техник тәьминәте буйынса республикала иң яҡшылар исемлегенә инә ала. Уны төҙөүгә «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 8 миллион һум грант аҡсаһы йүнәлтелгән. Мәғариф үҙәгендә бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижады менән теләгән һәр кем иң заманса ысулдар менән таныш ала.
👎4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте

Бөгөн көрәш һарайында Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте. Йыйылышта шулай уҡ «Рәсәй-спорт державаһы» форумына килгән ҡунаҡтар, билдәле спортсылар, чемпиондар ҡатнашты.
😁4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары

Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Йылытыу миҙгеле менән бәйле һорауҙар, аграр тармаҡтың эшкәртеү секторын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәрҙең береһе беҙҙең элекке колллегабыҙ, журналист Павел Самойлин. «Ҡайтыр» ҡушаматлы яугир. Ул алғы һыҙыҡта 2023 йылдың ноябренән. Уның иҫән ҡалыу тарихы мөғжизәгә тиң. Яҡташыбыҙ 4 көн емереклектәр аҫтында ятҡандан һуң табыла. Әле ул Мәскәү госпиталендә ярты йыл дауалау курсы үтеп тыуған яғына ҡайтҡан. «Гранит» ҡушаматлы яугир мотоуҡсылар полкының штаб начальнигы, алғы һыҙыҡҡа юлланыуына декабрҙә ике йыл тула. Яугирҙар Республика етәкселегенә, халыҡҡа иғттибары, хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп 33 йәшлек Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде. Ҡала советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, быға тиклем хакимиәтте етәкләгән Рөстәм Ғәзизовтың эшенә юғары баһа биреп, уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә файҙаланыласаҡ тип белдерҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге асылды

Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусында асылды. Унда фарсы теле курстары ойошторола. Төрлө өлкәләрҙән уҡыусылар, студенттар һәм белгестәр Яҡын һәм Урта Көнсығыш телдәре мәҙәниәтен белгән иҡтисадсылар, политологтар һәм журналистар ил ғилеме һәм тел әҙерлеге үткәрәсәк.
👍31