Иртәгә Өфөлә ике сәғәткә Совет майҙаны янында юлдар ябыла
Пушкин һәм Совет урамдарының айырым өлөштәрендә хәрәкәт сәғәт 12-нән сикләнә, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Йәмәғәт транспорты йөрөшөндә лә үҙгәрештәр була. Сикләү "Рәсәй - спорт державаһы" форумын уҙғарыуға бәйле ҡабул ителә. Конгресс иртәгә башлана һәм 19 октябргә тиклем бара.

👎4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә авария хәлендәге торлаҡты күсереүгә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы ярҙам итәсәк
Был хаҡта Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Төҙөлөш сәғәте» ндә һүҙ барҙы. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, быйыл октябргә Өфөлә, Нефтекамала, Туймазыла һәм Шишмәлә 40 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡты күсереүҙе күҙ уңында тотҡан биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүсе 10 килешеү төҙөлгән.

👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Ҡолғона ауылында мөһим социаль обьекттар файҙаланыуға тапшырылды
Ауылда табип амбулаторияһы эш башланы , янғын һүндереү һәм башҡа социаль хеҙмәттәр техникаһы өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы бокс асылды. Ҡолғоналарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә түләү ике тапҡырға арттырылды
Хәҙер ул 400 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, «Стәрлетамаҡ һыу каналы» предприятиеһында һәм Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп, контракт төҙөүселәргә 205 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта вакантлы урындар сикләнгән тип билдәләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Өфө хакимиәте лә илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә үҙгәреш индерҙе. Бығаса ул 300 мең һум булһа, хәҙер - 400 мең һум. Башҡортостандан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса табырға мөмкин.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районында йылҡысылыҡ үҫешә
Өс йыл элек фермер Илфат Әхмәтшин «Ғаилә фермаһы» конкурсында еңеп алынған грантҡа йөҙҙән ашыу бейә һәм айғыр һатып алған, бөгөн ат малы һаны күпкә артҡан. Ит продукцияһын етештереү буйынса цех та ойошторолған.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәйес Түләковтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған «Утлы йөрәк» тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы
Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир һәм журналист Рәйес Түләковтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған «Утлы йөрәк» тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы.
Хәтер кисәһендә уның яҡындары, әҙәбиәт белгестәре, яҙыусылар, курсташтары, студенттар ҡатнашты.

Киләһе йылда Рәсәйҙә МРОТ-ты 22 мең 440 һумға еткереү ҡарала
Ошо турала закон проекты Дәүләт Думаһына тапшырылған. Документҡа аңлатмала билдәләнеүенсә, минималь хеҙмәт хаҡын арттырыу 4 миллиондан ашыу кешенең эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер пособиелар МРОТ күләменә бәйле. Владимир Путин 2030 йылға тиклем минималь хеҙмәт хаҡын 35 меңгә еткереү бурысын ҡуйҙы. Быйыл Башҡортостанда МРОТ - 22 мең 128 һум. Республика күрһәткесе, урал коэффициенты иҫәбенә, Рәсәйҙәге уртаса һандан юғары.

👎2👍1😁1
Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр аталды
ЗАГС идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 октябргә республикала Әмир атлы 459 малай, Әминә исемле 362 ҡыҙ тыуған. Ата-әсәләр малайҙарға йышыраҡ Тимер, Марк, Артем һәм Эмир исемдәрен ҡушҡан. Ҡыҙҙарға София, Ева, Әмилә һәм Арина исемдәре бирелгән. Эмзар, Дауыт, Закир, Роланд, Лукьян, Ғәйшә, Тылсым, Бибиәминә тигән һирәк исемдәр бар.

😁4👍2
Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелә
Тарихи-мәҙәни экспертиза реконструкция проектын хупланы. Һәйкәлдең эске каркасы алмаштырыла. Ул һүтеп алына. Һәйкәл тәүге тапҡыр буялған ҡуйы һоро төҫ кире ҡайтарыла. Шулай уҡ ҡурған реконструкциялана. Эштәр 300 миллион һумға баһалана. Төҙөкләндереүҙе быйыл ноябрҙә башлау көтөлә.

👍3👎2❤1
Forwarded from БСТ | Новости Башкортостана
⚡ Заседание Совета по развитию физической культуры и спорта с Владимиром Путиным: прямой эфир!
Главное событие этих дней – Международный форум «Россия – спортивная держава».
Крупнейшее спортивное мероприятие проходит в Уфе, 17 октября его посетит Президент России Владимир Путин, который примет участие в заседании Совета по физической культуре и спорту.
Не пропустите прямую трансляцию на телеканале БСТ!
👉 Смотреть эфир
Подписывайся на БСТ

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин килде
Дәүләт башлығын Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Эш сәфәре сиктәрендә президент яңы асылған фехтование үҙәгендә булды. Ул Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяров, Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкил Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында яңы спорт ҡоролмаһы майҙансығын ҡараны.

👍5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы
«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Ул шулай уҡ ил үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн - хәрби, хеҙмәт, фәнни һәм спорт триумфтары өсөн республикала йәшәүселәргә рәхмәт белдерҙе. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостандың данлыҡлы ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, был иҫ киткес, боронғо төбәктең тарихы, уның уникаль мәҙәни мираҫы һәм спорт традициялары һәм, әлбиттә, заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр, тип ышанам», - тип билдәләне Владимир Путин.

Өфөлә фехтование үҙәге асылды
«Рәсәй-спорт державаһы» форумының тәүге көнөндә Өфөлә фехтование үҙәге асылды. Үҙәк баш ҡаланың 450 йыллығына арналған объекттарҙың береһе. Ике ҡатлы бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, тренажер, конференция залдары, медицина бүлеге урынлашҡан. Заманса комплекста фехтование буйынса Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштары уҙғарыласаҡ.

🔥3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ишеү слаломы үҙәге тәүге күләмле спорт сараһы - «Ҡурай иле» Халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итте
Турнирҙың тәүге көнөндә спортсылар квалификациялы йөҙөү һәм «Экстрим-слалом» дисциплинаһында үҙ көсөн һынап ҡараны. Ике көнлөк ярыштар «Рәсәй - спорт державаһы» форумы сиктәрендә уҙғарыла.

👍4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә 40-тан ашыу сара үтәсәк
Улар иҫәбенә спорт ярыштары, мәҙәни программа һәм эшлекле сессиялар инә. Бөгөн Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Комитет президенты Станислав Поздняков залға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, данлыҡлы олимпиясылар менән бергә, бында Рәсәйҙең Олимпия резервы вәкилдәре булыуын да иҫкә төшөрҙө.

Республиканың хор капеллаһы уникаль проект әҙерләй
Коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт хор музыкаһының классик әҫәрҙәре антологияһын яҙҙыра башланы. Унда 1940 йылдан алып ижад ителгән 30-ҙан ашыу композиция инәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт хор музыкаһының классик әҫәрҙәре антологияһын яҙҙыра башланы. Унда 1940 йылдан алып ижад ителгән 30-ҙан ашыу композиция инәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яһалма интеллект ярҙамында мутлашыусыларҙы танырға өйрәтәләр
Программа өҫтөндә Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ институтында эшләйҙәр. Башта мобиль ҡушымта Башҡортостан муниципалитеттарының бер өлөшөнә таратыласаҡ. Мәғлүмәттәргә күҙ һалҡһаҡ, әле көн һайын енәйәтселәр схемаһы арҡаһында республика халҡы уртаса 9 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. Төбәктә кибер енәйәтселеккә ҡаршы көрәш юлдары хаҡында киләһе яҙмала.

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎖🇷🇺В Уфе прошел первый день турнира ветеранов СВО «Герои нашего времени»
Церемония открытия состоялась в спортивном центре имени Баталовой Р.А. в рамках международного форума «Россия – спортивная держава». Соревнования продлятся два дня, 17 и 18 октября, и соберут около ста участников – ветеранов СВО – из восьми регионов России: Башкортостана, Татарстана, Удмуртии, Пермского края, Оренбургской, Самарской, Свердловской и Челябинской областей.
Ветераны с поражениями опорно-двигательного аппарата (ПОДА) участвуют в шести видах спорта: настольном теннисе, пулевой стрельбе, армрестлинге, пауэрлифтинге, волейболе сидя и стрельбе из лука.

👍4🤬4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Унда республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, махсус хәрби операцияға күрһәтелгән ярҙам төрҙәре барланды.
Радий Хәбиров дәүләт башлығын төбәктең иҡтисади хәле, прпедприятиелар үҫеше һәм ауыл хужалығындағы эш барышы менән дә таныштырҙы. Республика иҡтисады тотороҡло үҫешә һәм киләсәккә өмөтлө аҙымдар яһайбыҙ, тине Радий Хәбиров Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙа.

👎5❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһаны
Олимпия хәрәкәтен үҫтереү, спортсыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү, балалар спортын килем сығанағына әйләндермәү. Был турала һөйләшеү Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик тәрбиә һәм спортты үҫтереү буйынса советта барҙы. Ултырышты Владимир Путин алып барҙы. Ил Президенты «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ла сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

👎5👍3❤1