БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында Ринат Ғариповтың «Тыуған яҡ тарихы» китабының исем туйы үтте

«Тыуған яҡ тарихы». Кушнаренко районы Ҡупай ауылында Ринат Ғариповтың ошо исемле китабының исем туйы үтте. Ринат Ғарипов - Кушнаренко районының Почетлы гражданы, ваҡытында район хакимиәтен етәкләгән билдәле шәхес. Китабында ул район тарихындағы мөһим ваҡиғалар, тыуған ерен күркәм эштәре менән йәмләүсе райондаштары һәм ауылдаштары тураһында бәйән итә.
Республикала йәшәүселәр һунар мылтыҡтарын яугирҙәр өсөн тапшыра ала

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев телеграм-каналында ошо турала белдергән. Ул халыҡҡа хәрбиҙәрҙең мөрәжәғәтен еткергән. Алғы һыҙыҡта күп зарядлы ҡорал һәм карабиндарға ихтыяж булыуы тураһында яҙған. Азамат Юлдашбаев әйтеүенсә, кешеләр ҡулында булған 12-се калибрлы ҡорал һәм уға яраған патрондар кәрәк. “Беҙҙең ир-егеттәр махсус хәрби операцияла бындай ҡоралды пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәштә уңышлы ҡуллана”, тигән ул. Мылтыҡтарын алғы һыҙыҡҡа ебәрергә теләгәндәр Сибайҙа Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт алыу эше бүлегенә мөрәжәғәт итә ала. Ҡорал хәрби часткә ебәрелә һәм уның иҫәбенә ҡуйыла.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш буйынса илдә алднығы төбәк

Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференцияла белдерҙе. Федераль округ советы ултырышында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең технологик үҙаллылығы, илдең фәнни-технологик үҫешендә төбәктәр өлөшө өйрәнелде. Игорь Комаров әйтеүенсә, Рәсәйҙең хәүефһеҙлеге һәм үҫеше төплө фән һәм алдынғы технологиялар менән тәьмин ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Йыл һайын августың икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары, Рәхмәт хәттары һәм Почет грамоталарын тапшырҙы. Башҡортостан төҙөлөш комплексы илдә иң яҡшылары исемлегендә - былтыр төбәктә 3 миллион квадрат метрҙа торлаҡ сафҡа индерелде. Республика төҙөүселәре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә төҙөлөш эштәрен әүҙем алып бара, хәрби маҡсаттарға күп яҡлы ярҙам күрһәтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Екатерина Рождественскаяның «Өфөгә һөйөү менән» фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты

Радий Хәбиров Милли музейҙа Екатерина Рождественскаяның «Өфөгә һөйөү менән» тип аталған фотокүргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Фотопроект Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына арнала. Ул заман, быуын бәйләнешен символлаштыра һәм төбәкте популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тиелде күргәҙмәне асыу тантанаһында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәйҙән «Беҙҙең икмәк» ойошмаһы икмәге быйыл «Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге» конкурсында еңеү яулаған

Бәләбәй ҡалаһында эшләп килгән «Беҙҙең икмәк» ойошмаһы икмәге быйыл «Рәсәйҙең иң яҡшы икмәге» конкурсында беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. Замана менән бергә атлаған ойошма йөҙҙән ашыу продукция ассортименты етештерә, франшиза һатыу кимәленә лә күтәрелгән. Ҡаланың «Туҡландырыу комбинаты» тәүлегенә 5 мең тирәһе баланы ашата. Металл конструкциялар етештереүсе сәнәғәт предприятиеһында ҡоролған модулле биналар менән бөтә ил буйынса газ һәм нефть ятҡылыҡтарында эшләүселәр файҙалана. Был өс предприятие йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Китап һөйәүселәр» аллеяһында рух һәм моң барамы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының 35 йыллыҡ юбилейы көнөндә Өфөләргә һәм башҡала ҡунаҡтарына үҙенсәлекле байрам ойошторҙо. Сәхнә йондоҙҙары, тамашасылар, китап һөйәүселәр ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Нур» татар дәүләт театры яңы миҙгелгә әҙерләнә

Театр артистары йәйге ялдан һуң йәнә яратҡан театрында йыйылды. Тәүге эш аҙнаһынан уҡ улар яңы тамашаларға әҙерлек сиктәрендә ҡуйыласаҡ сәхнә әҫәрҙәрен уҡый башланы. Актерҙар ике төркөмгә бүленеп премьералар өҫтөндә эшләйәсәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Хаим» ҡушаматлы яугир ни өсөн махсус хәрби операцияға юлланыуы хаҡында һөйләне

Башҡалар махсус хәрби операцияла ил намыҫы өсөн көрәшкәндә өйҙә ятып ҡалыу оят ине. Был турала «Хаим» ҡушаматлы яугир белдерҙе. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булараҡ ул махсус хәрби операцияға тәүге көндәрҙән алып һәр яҡлап булышлыҡ итә, гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, бер нисә тапҡыр Донбасҡа барып ҡайта. Депутат тактик медицина һәм квадрокоптерҙар менән идара итеү буйынса уҡыуҙар үтеп, быйыл февралдә үҙ теләге менән фронтҡа юлланды.
👍2
Өфөнөң юбилейына Рәсәйҙең иң патриот йырсыларының береһе килә

Ҡаланың 450 йыллығы уңайынан төп саралар 31 августа була. Ленин исемендәге майҙанда Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газмановтың сығыш яһауы көтөлә. Концерт программаһында шулай уҡ Гарик Сукачев һәм Юрий Антоновтың сығышы ҡаралған. Улар "Мотор төҙөүселәр" мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда йырлай.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ – башҡорттар, беҙ – рустар, беҙ – татарҙар... Беҙ – башҡортостанлылар. Беҙҙең менән Аллаһ!

Доға – ул ябай ғына һүҙ түгел, ә ҡеүәтле көс. Көслө бул, беҙҙең менән бул, үҙебеҙҙекеләргә ҡушыл!

Тулыраҡ мәғлүмәт 122 һәм +7(347) 248-29-31 телефон һандары буйынса һәм башбат.рф сайтында.

🔹 Рәсәй Оборона министрлығы.
👍2🤮2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә колоннада төҙөлөшө тамамлана

Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты сағылдырған колоннада төҙөлөшө тамамлана. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бер ай эсендә Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша 25 меңгә яҡын кеше үткән

Бер ай эсендә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша 25 меңгә яҡын кеше үткән. Туристар айырыуса ял көндәрендә күп килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров музей объекттары төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эшсе кәңәшмәлә ҡатнашып, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан биләмәлә туризмды үҫтереү мөмкинлектәре юғары булыуын билдәләне. Август аҙағына тиклем визит-үҙәк эргәһендә концерттар үтһә, көҙҙән билдәле ғалимдарҙың сығыштары көтөлә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тирлән һыуһаҡлағысы фажиғәһенә 30 йыл

1994 йылдың 7 авгусында ике тәүлек туҡтауһыҙ яуған ямғыр һөҙөмтәһендә Белорет районында Тирлән быуаһы сафтан сыға. Көслө ағым эшселәр ҡасабаһының тотош өс урам йорттарын ағыҙа. 29 кеше һәләк була. Төбәктә фажиғә ҡорбандарын иҫкә алыу саралары үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өфөгә "Союзмультфильм" киләсәк

Август аҙағында Республика милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асыла. Бында Рәсәй анимация һәм киностудия тарихы менән танышырға мөмкин була. Шулай уҡ билдәле йәнһүрәттәрҙән өҙөктәр күрһәтелә. - "Союзмультфильм" - милли һәм донъя мәҙәниәте өсөн уникаль күренеш. Винни Пух, Чебурашка, Бремен музыканттары, "Ну погоди" йәнһүрәтенән Бүре менән Ҡуян айырым дәүер сағылышы, ти киностудия директоры Борис Машковцев.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районы махсус хәрби операцияға сираттағы 21-се гуманитар ылау оҙатты

Стәрлетамаҡ районы махсус хәрби операцияға сираттағы 21-се гуманитар ылау туплап, уны хәрбиҙәргә тапшырҙы. Конвойҙы район башлығы Рита Сәмиғуллина оҙатып барҙы. Ярҙамды урындағы халыҡ, ойошма, предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар яугирҙар һорауы буйынса бергәләп йыйған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Финист» электрпоезы йөрөй башлай

Юғары тиҙлекле заманса транспорт ял көндәрендә Өфө- Белорет-Өфө, эш көндәрендә Дим - Шаҡша - Дим маршруты буйынса хәрәкәт итәсәк. Баш ҡала юбилейына бағышланған поезд Рәсәйҙә етештерелгән. Уның мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам йыйыла

Мәрхәмәтлек сараһын төбәктең Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Битараф булмаған граждандарҙан ярҙам көн дә иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем Өфөләге республика ирекмәндәр үҙәгендә «Беҙ бергә» проекты төбәк штабында ҡабул ителә. Мәктәп тауарҙары, йылы кейем, көнкүреш һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек килтерергә мөмкин.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында йәшәүсе балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашты

Махсус хәрби операция ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам. Иглин районында «Барыһы ла Еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы алышҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарының махсус заказын үтәне. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
МХО-ла ҡатнашыусы яугир дошман менән көрәштә хәйләкәрерәк булырға өйрәнеү мөһимлеге хаҡында һөйләне

Иң мөһиме - дошмандан хәйләкәрерәк булырға өйрәнеү. Махсус хәрби операция яугирҙарының береһе, «Тихий» ҡушаматлы яҡташыбыҙ бер йыл элек хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән. Уҡыуҙар үткәс ул үҙен пилотһыҙ осоу аппараттары операторы ролендә һынап ҡарарға булған. Әле яугир алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Был турала ул беҙҙең телеканалға интервьюла хәбәр итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында ветеринария буйынса команда-штаб уҡыуҙары үтте

Сценарийға ярашлы, төбәктең Яңы Петровка ауылында себер түләмәһе табылған. Уны бөтөрөүҙә урындағы ветеринария участкаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашты. Сараға шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән махсус ҡунаҡтар ҙа саҡырылды.
👍1