Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар урып-йыйыу эштәрен тотҡарлай
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 37 район иген урырға төшкән. Әлегә 263 мең тонна ашлыҡ урылған, гектарынан 32 центнер уңыш алына. Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы хужалыҡтарында был күрһәткес 40 центнерҙан аша. 8 районда шипкән, 11-ендә борсаҡ уралар- майлы һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан 2 мең самаһы уңыш йыйылған.

😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Владимир Нагорныйҙың йәмәғәт ярҙамы штабы эш башланы
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Владимир Нагорныйға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт штабы үҙ эшен башланы. «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе һәм ағзалары әҙерлектең мөһим аспекттарын тикшерҙе, граждандарҙың һайлауҙа ҡатнашыу кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән үҙ идеяларын һәм башланғыстарын тәҡдим итте. Шулай уҡ һайлаусыларҙы кандидаттың программаһы менән таныштырыу - төп маҡсат. Владимир Нагорный билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыуға бағышланған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районынан эшҡыуар дәүләттән аҡсалата ярҙам алып, техника паркын арттырған
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» предприятие эшмәкәрлеген еңелләштерә. Стәрлетамаҡ районында май һығыу ойошмаһын етәкләгән Альберт Хәйруллин дәүләттән аҡсалата ярҙам алып, техника паркын арттырған. Фронталь тейәгес машинаһы эште автоматлаштырырға мөмкинлек бирҙе, ти йүнсел. Өҫтәүенә, Альберт Хәйруллин «Башҡортостан Продукты» проекты дипломанты. Былтыр «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә үткән «Иң яҡшы продукт» конкурсында көмөш, быйыл «Иң яҡшы фермер продукты» бәйгеһендә алтын миҙалға өлгәшкән.

👍1
Талпандан зыян күреүселәр күп
Башҡортостанда быйыл талпандан зыян күргән 7 мең 500-гә яҡын кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһы белгестәре 8 меңләп бөжәкте тикшергән, уларҙың 1 процентында энцефалит вирусы асыҡланған. Республикала балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял лагерҙарындағы бөтә майҙандар талпанға ҡаршы эшкәртелгән. Йыл башынан 25 меңдән ашыу кеше энцефалиттан прививка алған.

Өфөгә эш сәфәре менән Игорь Комаров килде
Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән ул донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында, Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгендә булды. Төбәктә сафҡа индерелгән объекттар Рәсәй төбәктәре өсөн миҫал итеп алырлыҡ кимәлдә тип баһаланды.

Башҡортостанда эшләй башлаған «Рекрут» проекты тәүге һөҙөмтәһен күрһәтә
Акцияға ярашлы, ирекмәндәр төпкөлдәргә сығып хәрби-патриотик йүнәлештә, контракт хеҙмәте тураһында аңлатыу эше алып бара. Сәфәрҙәрҙең береһендә «Туз» ҡушаматын аласаҡ егет махсус хәрби операцияға юлланыу теләген белдергән. Дуҫтарым һәм таныштарым күптән хеҙмәт итә, улар менән бәйләнештәмен, илгә ярҙам итеү теләге мине контракт төҙөүгә этәрҙе, ти ул. Әле егет ректрутсы менән бергә ДОСААФ бүлексәһенә килеп әңгәмә үтә. Һуңынан ул махсус хәрби операцияға ҡушылыр өсөн урындағы хәрби комиссариаттарға оҙатыласаҡ. Унда медицина комиссияһы үтеп контракт төҙөй ала.

👍2🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алтын Урҙа археологик экспедицияһы Шишмә районында ҡаҙыныу эштәре алып бара
Алтын Урҙа археологик экспедицияһы Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы эргәһендә ҡаҙыныу эштәре алып бара. Тарихи биләмәлә Өфөнөң тарих тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары һәм Башҡортостан райондарынан, Свердловск өлкәһенән уҡыусылар, студенттар ҡатнаша.
Ябалаҡлы-1 тарихи ауылында табылған ҡаҙылдыҡтар яңы фәнни асыштар яһарға булышлыҡ итәсәк.

«Башҡорт аты» фестиваленә һанаулы ғына көндәр ҡалып бара
Унда ат спортын һөйөүселәр, профессионалдар, шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса эксперттар ҡатнашыр тип көтөлә. Халыҡ-ара кимәлдәге сараға әҙерлек барышы хаҡында киләһе яҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт автоинспекцияһы йөклө ҡатынға бала табыу йортона барып етергә ярҙам иткән
Экипаж Вәлиевтар ғаиләһенә юлдағы тығындар ваҡытында хәүефһеҙ коридор булдыра һәм Өфөнөң Ҡала клиник перинаталь үҙәгенә тиклем оҙата. Инспекцияла белдереүҙәренсә, бындай ғәҙәти булмаған ваҡиға кварталға бер булһа ла осрай. Алина Вәлиева ҡыҙы Камилә менән үҙен яҡшы тоя, бөгөн улар өйөнә ҡайтты.
Экипаж Вәлиевтар ғаиләһенә юлдағы тығындар ваҡытында хәүефһеҙ коридор булдыра һәм Өфөнөң Ҡала клиник перинаталь үҙәгенә тиклем оҙата. Инспекцияла белдереүҙәренсә, бындай ғәҙәти булмаған ваҡиға кварталға бер булһа ла осрай. Алина Вәлиева ҡыҙы Камилә менән үҙен яҡшы тоя, бөгөн улар өйөнә ҡайтты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алғы һыҙҙыҡтағыларға радиоэлектрон көрәш системаһы
Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәре Гүзәл Хәмитова «Батырҙар дәүере» телемарафонында РЭБ һатып алыу башланғысына старт биргәйне. Телевизор ҡараусылар, битараф булмаған кешеләр ярҙамында тиҙ арала тейешле сумма - 105 мең һум йыйылған. Һатып алынған система «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырылды.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә баш ҡала юбилейына арналған махсус күргәҙмә эш башланы
Өфөгә һөйөү менән. Башҡортостан Республика Профсоюздар йортонда бөгөн баш ҡала юбилейына арналған махсус күргәҙмә эш башланы. Экспозиция 36 рәссамдың картиналарын берләштерә. Улар аша Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындарын, заман объекттарын танырға мөмкин.
Өфөгә һөйөү менән. Башҡортостан Республика Профсоюздар йортонда бөгөн баш ҡала юбилейына арналған махсус күргәҙмә эш башланы. Экспозиция 36 рәссамдың картиналарын берләштерә. Улар аша Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындарын, заман объекттарын танырға мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Еңеү яҡын!
Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙө һәм 1 миллион 200 мең һумға тиклем аҡса ал! Ай һайын 210 мең эш хаҡы, ғаилә һәм балалар өсөн 40-тан ашыу төрлө льготалар ҡаралған.
Телефон номеры - 122!

👍2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Финист» электрпоезы тәүге рейсҡа сыҡты
Заманса тимер юл транпорты Өфө-Белорет-Өфө маршруты буйынса юлланды. Кондиционер, телефон зарядкалау өсөн розетка менән йыһазландырылған вагондар тәүге пассажирҙарҙы ҡыуандырҙы. Рәсәйҙә етештерелгән юғары сифатлы электричка cәғәтенә 160 километр тиҙлектә елдерә ала. Эш көндәрендә поезд Өфө-Дим-Өфө маршруты буйынса йөрөйәсәк.

Илеш районы халҡы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә
Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе эшҡыуар Динар Бәхтизин мобилизация башланыу менән тәүгеләрҙән булып хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Был юлы ул яугирҙарҙың үтенесе буйынса ҡеүәтле генератор һатып алған. Алғы һыҙыҡта хәрбиҙәргә кәрәкле ҡорамал ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланыусы «Золотой» ҡушаматлы яугирға тапшырылды.
Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе эшҡыуар Динар Бәхтизин мобилизация башланыу менән тәүгеләрҙән булып хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Был юлы ул яугирҙарҙың үтенесе буйынса ҡеүәтле генератор һатып алған. Алғы һыҙыҡта хәрбиҙәргә кәрәкле ҡорамал ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланыусы «Золотой» ҡушаматлы яугирға тапшырылды.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале үтте
Бөгөн Бүздәк районында иң тәмле бәлеш бешереүселәр асыҡланды. Йола буйынса «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале Бүздәктең Спорт һәм ял паркында уҙҙы. Төбәктә 2017 йылдан бирле үткәрелеүсе сара быйыл да Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен бер табын артына йыйыҙы.

👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары артҡан
Әле улар 1812 иҫәпләнә. Ә үҙмәшғүлдәр ике тапҡырға күберәк. Күрһәткес шул иҫәптән дәүләт тарафынан уңайлы финанс инструменттар булдырылыуға бәйле. Әйтәйек, 2023 йылда район эшҡыуарҙарына 4 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Инвестиция» һәм «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә» йүнселдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Өфөлә «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды
Өфөлә республиканың төп хоккей аренаһында «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды. Был байрам беҙҙең илдә 1939 йылдан билдәләнә. Физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, спортсылар һәм ябай спорт һөйөүселәр уны үҙҙәренең төп һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Өфөлә республиканың төп хоккей аренаһында «Физкультурниктар көн»ө үҙғарылды. Был байрам беҙҙең илдә 1939 йылдан билдәләнә. Физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, спортсылар һәм ябай спорт һөйөүселәр уны үҙҙәренең төп һөнәри байрамы тип иҫәпләй. Был хаҡта киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Первушин» аэродромында парашют менән һикереү спорты буйынса күнекмәләр тергеҙелде
Оҙайлы ваҡыттан һуң, үҙәк яңы форматта эш башлап, «ҡанат» тибындағы парашюттарҙа һикереүҙәр ойоштора. Үҙәктең эшмәкәрлеге менән яҡындан БЮТ ижади төркөмө танышты.

👍4❤2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте
Таҙа мөхит. Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында шәмбе өмәһе үтте. Яр буйын сүп-сарҙан таҙартыу өмәһендә урындағы халыҡ, ирекмәндәр һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Экологик акцияға Баймаҡтан, Сибайҙан, Магнитогорскиҙан 200-ҙән ашыу кеше ҡушылды. Уртаҡ көс менән күл буйы пластик ҡалдыҡтарҙан, шешәләрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартылды. Күләмле акцияға водолаздар ҙа йәлеп ителде. Махсус әҙерләнгән белгестәр күл төбөндә ятҡан сүп-сарҙы йыйып Талҡаҫ буйын тәртипкә килтерҙе.

❤1