БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.87K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында күргәҙмә ойошторолдо

Фойела сәйәси фирҡә тормошҡа ашырған проекттар тураһында мәғлүәмт менән танышырға мөмкин. «Берҙәм Рәсәй» партияһы төрлө өлкәләргә йүнәлтелгән ике тиҫтәнән ашыу проектты тормошҡа ашыра. Улар араһында «Кесе ватан мәҙәниәте», «Хәүефһеҙ юлдар», «Сәләмәт киләсәк», «Ныҡлы ғаилә» һәм башҡа проекттарҙы билдәләп үтергә мөмкин.
1 июлдән коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәтләнә

Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, электрҙың һәр киловаты 4 һум 36 тин торасаҡ. Хаҡы 35 тингә арта. Газдың кубик метры 9 һум 50 тин була, ул 96 тингә ҡиммәтләнә. Һыу, һыу үткәреү, сүп сығарыу өсөн дә хаҡтар бер аҙ күтәрелә. Өфөлә майҙаны 45 квадрат метр булған фатирҙы йылытыу хаҡы 440 һумға артасаҡ.
👎3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«БСТ-ға ебәрәйек, атай!»

Һуңғы осорҙа республиканың төрлө райондарында айыуҙарҙың күпләп йөрөүе тураһында хәбәр итәләр. Белорет районында айыуҙар ғаиләһе трасса буйын төйәк итеп алған. Тайыштабандар машиналарҙан да ҡурҡмай, юл янында кинәнеп ял итә.

Әйткәндәй, быға тиклем был айыуҙарҙы видеоға төшөрөп интернетҡа һалыусылар булды. Әлеге видеоны ҡараусыларыбыҙ ебәрҙе.
😁4
Фонтанда һыу инергә ярамай

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы хәбәр итеүҙәренсә, фонтан ҡатмарлы техник ҡоролма булып тора, бында һыу ингәндә, уйнағанда йәрәхәт алыу, имгәнеү хәүефе ҙур. Бынан тыш, фонтандағы һыу таҙа түгел. Уны ҡоштар эсә, һыу туҙан менән бысрана. Ауыҙға эләкһә эсәк инфекцияһы йоғоу хәүефе бар.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Башҡортостан башлығы өсөн тауыш биреүгә әҙерлек башланды

Кандидаттар өсөн республика халҡы 6 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем тауыш бирәсәк. Бынан тыш, ошо уҡ көндәрҙә ҡала һәм район депуттары ла һайлана. Төбәктә 10 августан кандиттар агитацияһы кампанияһы башлана, 22 июлдән мобиль һайлаусы хеҙмәттәренә ғаризалар ҡабул ителә.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын ойоштороу тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә таратырға кәрәк

Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркын ойоштороу тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә таратырға кәрәк. Был турала Федерация советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Перминов биләмәләге комплекс эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң белдерҙе.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы махсус хәрби операция биләмәһенә 25-се гуманитар ылау тупланы

Яҡташ яугирҙарға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм техника оҙатылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👌1
Июндә республика халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июнь – Рәсәй көнө быйыл шаршамбыға тура килә. Ул ял көнө иҫәпләнә. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була. Мосолмандар өсөн изге байрам – Ҡорбан-ғәйете 16 июндә билдәләнә. Ул йәкшәмбегә тура килә. Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ул киләһе көнгә күсерелә. Шуға 17 июнь, дүшәмбе, ял була.
2
Бахыр малҡайҙар...

Кисә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында һыйырҙарҙы йәшен атҡан. Ғәлиәкбәрҙәрҙең хәләл көс менән үҫтергән малы ҡазаланған.

Килер бәлә шуның менән үтеп китһен.
😢8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Харис ағайыма рәхмәт»

Әбйәлил районынан махсус операцияла ҡатнашҡан «Хөсәйен» позывнойлы яугир сәләм ебәрә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан алған юғары үҫеш темпын кәметергә ярамай

Шуға күрә Башҡортостан башлығы вазифаһына Радий Хәбировтың тәҡдим ителеүе берҙән-бер дөрөҫ юл, ти эксперттар. Төбәктә бихисап инвестиция проекттары башланып тора. Уларҙың күпселеге тормошҡа ашырыла башлаған. Аналитиктар фекеренсә, төбәк етәкселеге һәм идаралыҡ командаһы алмашыныуы был башланғыстарҙың тамамланыуына шик тыуҙыра.
👍2🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум башланды

Башҡортостан йылдағыса был күләмле йыйында үҙ стендын тәҡдим итә һәм уны ойоштороуға ижади ҡарашта. Быйыл республика форумға ҙур бер бал ҡорто рәүешендә сығыш яһай. Ул төбәктең инновация һәм үҫеш мөмкинлектәрен сағылдыра. Иҡтисади форум -яңы бизнес коммуникациялар өсөн майҙан. Бында күләмле килешеүҙәр төҙөлә һәм проекттар тормошҡа аша.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районындағы Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы тарихи экспонаттар менән тулыланды

Туймазы районы Ҡандра ауылындағы Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы сираттағы тарихи экспонаттар менән тулыланды. Был юлы ла экспозицияны байытыуға «Хәтмулла Солтанов исемендәге Ватанды һаҡлаусылар тураһында халыҡ иҫтәлеге» эҙәрмәндәр отряды өлөш индергән. Улар күптән түгел Волгоград өлкәһенә сәйәхәттән ҡайтҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдағы биш йылға яңы программа тәҡдим итмәксе

Йәштәргә таянып. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдағы биш йылға яңы программа тәҡдим итмәксе. Йыл аҙағында үтәсәк 6-сы съезға делегаттар һайланасаҡ. Әлегә район-ҡалаларҙа муниципаль йыйылыштар уҙа. Һуңғы йылдарҙағы уңыштар һәм ҡаҙаныштар барлана.
👍1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник перинаталь үҙәгенә яңы медицина ҡоролмалары алынған

Республика клиник перинаталь үҙәктә ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн яңы медицина ҡоролмалары алынған. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты һәм тын алыу ҡоролмаһы ярҙамында табиптар 800 грамм ауырлыҡта донъяға килгән пациентты ҡотҡарған. Етлекмәй тыуған бәпестәрҙе дауалау тураһында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды

«Атайсал» проекты сиктәрендә Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында һынлы сәнғәт һәм медиа буйынса ике студия асылды. Кабинеттарҙы ремонтлап, заманса ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырыуға бағыусы 1 миллион һум аҡса йүнәлткән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әр-Рахим» йәмиғ мәсете өсөн грек мәрмәренең Өфөгә тәүге партияһы килтерелде

Конструкция элементтары «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташынан эшләнгән. Был айҙа Грециянан тағы ла республикаға аҡ мәрмәр тейәгән 6 йөк машинаһы килеүе көтөлә. Материалдар тәүҙә иман йорто манараларын төҙөп бөтөүгә, унан һуң тыш яҡтан биҙәкләүгә тотоноласаҡ.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ул үҙ көсөнә генә таянырға ғәҙәтләнгән

Бер ҡасан да яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, һынмаған. Физик мөмкинлеге сикләнһә лә тормошта үҙ урынын, яратҡан шөғөлөн тапҡан геройыбыҙ Гөлсирен Ғәскәрова Ишембай ҡалаһында йәшәй. Киләһе яҙма көслө ихтыярлы ханым хаҡында.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишле ғаиләләрҙән уҡыусылар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ

Был туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде. Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, куп балалы ғаилләрҙе яҡлау тураһындағы закон пректына үҙәрештәр индерелә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө мәктәптәрен тамамлаусы 14 уҡыусы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған

Иң уңышлы эштәр баш ҡаланың 5-се лицейы, 18-се мәктәбе, 39-сы гимназияһы, шулай уҡ Октябрь районы мәғариф учреждениеларында яҙылған. Дөйөм алғанда, Өфөлә Берҙәм дәүләт имтиханын 4300-ҙән ашыу уҡыусы тапшыра.
3