БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслылар реестры булдырыла

Тәүмаҡсат - алимент буйынса бурыслыларҙы эшкә урынлаштырып, балаларға аҡса ҡайтарыу. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙе уңышлы тормошҡа ашыра. Йыл башынан ғына 120 кеше иҫәпкә ҡуйылып, уларҙың дүрттән бер өлөшө хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, йә эшһеҙлек буйынса пособие ала башлаған. Айырым категория бурыслыларҙы эскелектән дауалау кеүек саралар ҙа күрелә. Киләһе йыл Рәсәйҙә алимент түләүҙәре буйынса бурыстары булған граждандарҙың исемлеге төҙөлөп, асыҡ реестр булдырыу ҡаралған. Был турала Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәләште.
👍31
😍СВО-ла ҡатнашыусы яугир кәләшен һәм сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алған

Мәсетле районынан «Волк» позывнойлы һалдат ҡатынын һәм сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алыу өсөн отпускыға ҡайтҡан.

Ата-әсә яңы тыуған ҡыҙына Амалия тип исем биргән. Ул 26 майҙа донъяға килгән. Әсә һәм бәпес үҙен яҡшы тоя.

Яугирҙы һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
8👍4
Рөстәм Нәбиев ғаиләһе менән Андрей Малаховтың телешоуында ҡатнашҡан

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев ғаиләһе менәнАндрей Малаховтың «Рәсәй-1» каналында барған телешоуында ҡатнашҡан.

«Ғаиләбеҙ менән Андрей Малахов тапшырыуында төштөк. Мин ата-әсәйем хаҡында йырлап ишеттерҙем, һуңынан София менән икебеҙҙең йырҙы башҡарҙыҡ. Бөтәһе лә иланы», - тип яҙа блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Шоу бер нисә аҙнанан эфирға сыға. Нәбиев көнөн хәбәр итер.
👍8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан АСИ версияһы буйынса тормош сифаты рейтингында топ-20 исемлегендә

Тормош сифатын артабан яҡшыртырға. Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың АСИ версияһы буйынса тормош сифаты рейтингында топ-20 исемлегенә инеүенә аңлатма бирҙе.
2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте

Урындағы депуттар һәм ауыл биләмәләре етәкселәре уҙған биш йыл һөҙөмтәләрен барлап киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Шишмә районы башҡорттары тәҡдиме буйынса ирҙәр ҡорон һайлау, башҡорт йәштәре советын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһынан эшҡыуар Социаль контракт ярҙамында үҙ эшен асыҡан

Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күптәргә үҙ эшен асырға ярҙам итә. Программа Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд йыйҙы

Сараға 26 меңдән ашыу велотранспорт һөйөүсе йыйылды. Ғәҙәттәгесә велоуҙыш Ленин исемендәге майҙанда старт алды, артабан уның маршруты ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте һәм «Торатау» конгресс-холында тамамланды. 13 йыл эсендә «1000 велосипедсы көнө» ҙур булмаған саранан тиҫтәләрсә мең кешене берләштергән ҙур фестивалгә әүерелде.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🤲Махсус хәрби операция биләмәһенән йыр-сәләм

Ғафури районынан «Еҙем» ҡушаматлы һалдат башҡара.
👍6😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале уҙҙы

Өфөлә телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале үтте. Арт-квадрат майҙансығында көн дауамында барған сарала төрлө быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, музыка һәм шиғриәт зоналарында сығыш яһаны. Ошонда уҡ милли уйындарҙа ҡатнашыу, башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар һайлау ҙа мөмкин ине. Фестиваль республиканың билдәле башҡарыусыларының концерты менән тамамланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда тәүге тапҡыр елек мейеһен күсереп ултыртыу буйынса әмәлиәт үткәреләсәк

Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә башҡарыласаҡ юғары технологиялы трансплантацияға табиптар ҙа, ҡорамалдар ҙа әҙер. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә аҙ мобилле граждандарҙы янғындан һаҡлау ҡорамалдарын урынлаштырыу, йәйге ял осорона аттракциондар әҙерлеге, йәмәғәт майҙандарын йәшелләндереү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә балалар һаулығын һаҡлау аҙнаһы башланды

Башҡортостанда үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеге һағында Республика балалар клиник дауаханаһы тора. Ул илдең иң көслө медицина учреждениеларның береһе. Үткән йылда бында дауаханала балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге лә эш башланы. Шул уҡ ваҡыта дауахананың матди-техник базаһы ла нығытыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Подольск ауылынан 84 кеше «Башҡорт баҡыр» компанияһы менән килешеү төҙөгән

Урындағы халыҡты күсереү проекты өс йүнәлештә алып барыла. Аҡъярҙан яңы фатир, аҡсалата компенсация йәки әлеге ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡтан яңы урынға күсеү мөмкинлеге тәҡдим ителә. Әйткәндәй, бөгөн район үҙәгендә күп ҡатлы дүрт йорт төҙөлөшө башланған. Ул йәмғеһе 144 ғаиләне һыйҙырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙарының XXI фестивале старт алды

Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында матбуғат конференцияһы, унан сараны рәсми асыу тантанаһы үтте. Был юлы форум илдең 16 ижади коллективын берләштерәсәк. Улар араһында Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙары ла бар.
👍1
Һөйөнсө, бәпес тыуҙы!

Башҡортостанда ҡыуаныс - Күгәрсен районына Беларусь Республикаһынан килтерелгән зубрҙарҙың береһенең быҙауы тыуған.

Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ ошо матур һәм мөһабәт хайуан Башҡортостан тәбиғәтенең бере өлөшө булһын өсөн ҙур бурыстар ҡуйҙыҡ. Ә быныһы – тәүге.

Башкиренокмы әллә Һылыуҡаймы, әлегә аңлашылмай, - тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров.
👍1
Гөлнур Ишбулатова «Өфө һәм өфөләр» документаль фильмын тәҡдим итә!

Баш ҡалабыҙ хаҡында бихисап кинокартиналар төшөрөлгән. Әммә быныһы айырыуса үҙенсәлекле. Хеҙмәттәшебеҙ, «Башҡорттар» проекты етәксеһе Гөлнур Ишбулатова төшөргән документаль фильмда Өфө бөтөнләй яңы яҡтан асыла. Замандаштарыбыҙ күҙлегенән баш ҡаланың ҙур булмаған тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, музыкаһы һәм фотһүрәттәр.

Премьера - 10 июндә 16:00 сәғәттә «Родина» кинотеатрында.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 127-се гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты

Гуманитар конвойҙар составында 50-нән ашыу рейс яһаған водителдәрҙе Шайморатов миҙалы менән бүләкләнәсәк. Башҡортостан башлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Бөгөн Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн 127-се гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты. Колонна составында 19 йөк машинаһы. Башҡортостан башлығы гуманитар йөктәрҙе оҙатып йөрөүсе водителдәр һәм ҡотҡарыусылар менән аралашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы посына һайлауҙа ҡатнаша

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе бөгөн үткән конференцияла сәйәси фирҡәнең секретары Радий Хәбировты Башҡортостан башлығы посына кандидат итеп тәҡдим итте. Һайлау быйыл көҙ үтә, республика халҡы 8 сентябрҙә киләһе 5 йыллыҡҡа үҫеш курсын билдәләй. Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, Башҡортостандың киләсәге Радий Фәрит улы һымаҡ көслө, лайыҡлы лидер ҡулында булырға тейеш. Уларҙың фекерҙәре беҙҙең киләһе репортажда.
💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлфиә Юнысова Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе

Яңылыҡтарҙа Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар шәлкеме дауам итә. Уның ҡәләменән моң тама, мәҡәләләре, очерктары хеҙмәт кешеһен данлай, халыҡсан шиғырҙары йөрәккә үтеп инә. 75 йәшлек ижадсы бөгөн дә халыҡ араһында, ил уртаһында ҡайнап йәшәй, илһамланып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почет билдәһе», «Салауат Юлаев» ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданины Гөлфиә Юнысова хаҡында киләһе яҙма.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко ауылында сменаһына 320 кешене ҡабул итерлек поликлиника төҙөлөшө дауам итә

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яңы бинала балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡабул итеү өсөн заманса шарттар булдырыла. Бында рентген диагностикаһы, УЗИ, эндоскопия тикшеренеүҙәре, терапия, хирургия, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлектәре эшләйәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайы 80 процентҡа әҙер

Әле объектта биҙәү һәм тирә-йүнде тәртипкә килтереү эштәре ҡалған. Бөгөн төҙөлөш барышы менән Федерация советының комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Перминов танышты.
💩1