БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәш блогерҙар Ейәнсура районындағы балалар йортона ҡиммәтле бүләк яһаған!

Өфөнән блогерҙар Илгиз Баҙалов һәм Гүзәл Мырҙабаева Ҡазандан эшҡыуар Гүзәл Хөснөтдинованың марафонында ҡатнаша. Ярыш-марафон шарты буйынса блогерҙарға блог ярҙамында аҡса эшләп, балалар йорттарына бүләктәр өләгеү бурысы ҡуйылған.

Яҡташтарыбыҙ блог ярҙамында 190 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән һәм Ейәнсура районының Яңы Николаевка ауылындағы мәктәп-интернатҡа ҡиммәтле техник ҡорамалдар бүләк иткән. Афарин!
👍4🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты

Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә, Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәре эргәһендәге «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡын, ир-егеттәрҙе, Ватан һаҡсыларын байрам менән тәбрикләне.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөр төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Тантаналы шарттарҙа йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөр төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уларҙы байрамса оҙатып ҡалдылар. Яугирҙар менән хушлашырға яҡындары, хәрбиҙәр, республика етәкселеге лә килде.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев батальоны яугирҙары Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Рәсәй гвардияһының Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальоны яугирҙары Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Видеояҙмала яҡташтарыбыҙ
был көндө туғандарынан һәм яҡындарынан ситтә булыуын, масхус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙың имен киләсәге өсөн көрәшеүен билдәләгән. Шулай уҡ яугирҙар даими хәстәрлек өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдергән һәм Юғары баш командующий, Рәсәй президенты Владимир Путин менән менән ышаныслы еңеүгә табан барыуҙарын белдергән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватан һаҡсылары көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үҙҙы

Район үҙәгендә тантана обелискҡа сәскә һалыуҙан башланды. Митингта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Хәтер саралары Еңеү паркында ла ойошторолдо. Унда йыйылыусылар ҡанлы бәрелештәрҙә һәләк булған ир-егеттәрҙе бер минут тынлыҡ менән хәтерләне.
1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте

Бөгөн Башҡортостандан күп кенә ир-егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Нацизмға ҡаршы көрәштә пилотһыҙ осоу аппараттары киң ҡулланыла. Сөнки дрондар ярҙамында командирҙар бөтә мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында күрә, тиҙ һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итә. Тап шуның өсөн дә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте. Яугирҙар һорауы буйынса, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн DJI Mavic 3 квадрокоптеры һатып алынасаҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға һәм еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһына ебәрергә мөмкин. 2202 2069 3314 9457 (Регина Салаватовна)
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың алдынғы предприятиеларының береһе производствоһын яңыртҡан

Эш «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Йылдың икенсе кварталында ғына Белорет йылытыу ҡорамалдары заводында өҫтәмә 30 яңы позиция барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, бөгөн предприятиеның эске төҙөлөшө лә тулыһынса тиерлек үҙгәргән.
1👍1
Бөгөн махсус хәрби операция башланыуға теүәл ике йыл

2022 йылдың 24 февралендә президент Владимир Путин операция тураһында иғлан итте. Башҡортостан халҡы Тыуған илде һаҡлауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. 2022 йылда уҡ Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон булдырылды. Унан һуң Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар ойошторолдо. Бынан тыш, Таһир Кусимов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Даян Мурзин исемдәрен йөрөткән батальондар төҙөлдө. Хәрбиҙәр өсөн тәүге гуманитар йөк 2022 йылдың мартында оҙатылды. Ошонан һуң был эш даими алып барыла. Башҡортостанда хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса саралар комплексы әҙерләнгән.
1👎1
Өфөлә "Еңеү" кинотеатры ремонтлана

Ҡала хакимиәте капиталь төҙөкләндереү өсөн контракт тәҡдим итә. Бюджеттан 235 миллион һум бүлергә әҙерҙәр. Эштәр киләһе йылдың йәйендә тамамланырға тейеш. Электр, һыу, йылытыу системаларын ремонтларға, иҙән-стеналарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. "Еңеү" кинотеатры 1949 йылда төҙөлгән.
👍2
6-8-се кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү фәнен уҡытмаҫҡа тәҡдим итәләр

Мәғариф министрлығы шундай башланғыс менән сыҡты. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 9-сы класта аҙнаһына бер генә дәрес ҡалдырырға кәрәк. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Тейешле ҡарар ҡабул ителһә яңы норма 2025 йылдың 1 сентябренән көсөнә инә. Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙә тарих дәрестәрен арттырырға теләйҙәр. Йылына тағы 136 сәғәт өҫтәү мөмкинлеге ҡарала.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йырлы сәләм

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Юлай» ҡушаматлы хәрби «Ай-һай, Салауат» йырын башҡара.

«БСТ | Яңылыҡ»тар телеграм-каналына яҙылығыҙ.
👍7🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Калинин районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Йыл башынан Өфөлә ике йөҙҙән ашыу янғын осрағы теркәлгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө Калинин районында. Биләмәлә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рейдтар ойошторола. Сираттағы профилактик сара Максимовка ауылында үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды

Әле Башҡортостанда сәйәси кампанияға ныҡлы әҙерлек бара. Һайлау участкалары тәртипкә килтерелә, комиссия ағзалары тауыш биреүгә саҡырыу ҡағыҙҙары тарата.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районы Дөмәй ауылында мәсет сафҡа инде

Илеш районында мәсет тағы берәүгә артты. Был юлы Изге йомала төбәктең бай тарихлы Дөмәй ауылында сафҡа инде. Һанаулы ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылған иман йорто тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ғорурланабыҙ» республика патриотик фестивале уҙҙы

Ватанды һаҡлаусылар байрамы уңайынан Өфөлә «Ғорурланабыҙ» республика патриотик фестивале уҙҙы. Уны хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүсе «Содействие» коммерцияға ҡарамаған ойошма үткәрҙе. Сәхнәнән һуғыш йылдары йырҙары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған

Йорт бүлмәһендә сәскә оранжереяһы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған. Дала шарттарында тәүгеләрҙән булып сәскә бизнесына тотоноусылар хаҡында киләһе сюжет.
👍51
Бөгөн Башҡортостан флагы көнө

1992 йылда, Башҡортостан “Республика” тип рәсми аталғас, дәүләт символдары – рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле конкурс иғлан ителә. Флаг төшөрөү буйынса рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Башҡортостанфлагы 3 төҫтән тора, йәшел – азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ – тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк – асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы 7 ырыуҙы символлаштыра.
👍1
Өфөләге "Китап" яңы урынға күсә

Нәшриәттең магазины әле Октябрь проспектында урынлашҡан. Март айында ул Ленин урамына күсерелә. Китаптар "Карауанһарай" туҡталышы янында һатыласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. - Ҡалала йәшәүселәр һәм туристар өсөн күпкә уңайлы була, - ти ул. Халыҡҡа китаптарҙан тыш төрлө сувенирҙар тәҡдим ителә.
👍1
"Ағиҙел" хоккей командаһы даими беренселектә еңде

"Ағиҙел" - чемпион. Өфө командаһы ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының даими беренселегендә ваҡытынан алда еңеү яуланы. Икенсе урында килгән команда ҡалған бөтә уйындарҙа еңһә лә "Ағиҙел"де ҡыуып тота алмай. 2023-2024 йылдарҙағы миҙгелдә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының даими беренселеге еңеүсеһе Кубогы булдырылды. Был награда Башҡортостан командаһына 6 мартта плей-офф алдынан тапшырыла.
👍2
Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк

1 апрелдән киләһе үҙгәрештәр ғәмәлгә индереләсәк:

🚦 Имтиханды ябайлаштырыу һәм рөхсәт ителгән хаталар һанын арттырыу.

🚦 Штраф балдары биштән алып етегә тиклем арттырыла.

🚦Ҡала буйлап йөрөгәндә ике бәләкәй хата ебәрергә мөмкин — мәҫәлән, боролғанда һуңлап сигнал биреү йә моторҙы яңылыш һүндереү.

🚦 Хәҙер имтиханды ҡабул итеүсе ЮХХДИ инспекторы алда түгел, ә артта ултырасаҡ.

🚦 Инспекторҙың имтиханға ҡыҫылырға хоҡуғы булмаясаҡ.

🚦 Имтиханда ҡулланылған автомобиль камера ғына түгел, өҫтәмә педалдәр сигнализаторы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошоға бәйле, автомәктәп инструкторы үҙенең уҡыусыһына ярҙам итә алмаясаҡ.

🚦 Руль артында эскән килеш йөрөгән өсөн хөкөм ителгәндәр, әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалғандар водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙан мәхрүм ителәсәк.
👍5🔥1
Тағы бер яугир һөйгәненә тәҡдим яһаған

Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов социаль селтәрҙә ялға ҡайтҡан «Томат» позывнойлы яугир менән осрашыуы хаҡында яҙған.

- Осрашыуға һалдат яңғыҙ түгел, ә отпуск ваҡытында кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған кәләше менән килгән.

Йәштәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡотланым. Килеп тыуған хәлдәргә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ғаилә ҡорорға әҙер булыуы ҡыуандыра. Уларға бәхет һәм кейәүҙең тиҙерәк өйөнә ҡайтыуын теләйем.

Яугиргә тепловизор тапшырҙым, ул беҙҙең хәрбиҙәргә алғы һыҙыҡта бик кәрәкле. Унда, алғы һыҙыҡта, егеттәребеҙгә уңыш юлдаш булһын. Улар әсәләренә, ҡатындарына һәм кәләштәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! - тип яҙған Нуриман районы башлығы.
👍7