БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ун йәшлек малай дәрескә килеп етмәгән

Бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәләре чаттарында борсоуло хәбәр таралды. Уҡырға тип сығып киткән 10 йәшлек бала гимназияға килеп етмәгән.

"Атай-әсәйҙәр, дуҫтар!
Беҙҙең гимназия уҡыусыһы уҡырға килеп етмәне. 226 маршрутҡа ултырып, "Центральный" туҡталышында төшмәй ҡалған. Ярҙамығыҙ кәрәк.
Муллағәләмов Асҡар Динар улы, 10 йәш, буйы 136. Капюшонһыҙ ҡара куртка, ҡара шапка, ҡара аяҡ кейеме кейгән. Рюкзагы ҡара төҫтә, аҡһыл-һары төҫтәре бар.
Оло ихтирам менән Булат Зинуров". - тип яҙылған унда.

Асҡарҙы күрһәгеҙ, +7 927 329‑16‑30 (әсәһе), +7 965 642-70-21 (уҡытыусыһы), шулай уҡ полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
😱3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дмитрий Губерниев башҡортса һөйләшә башлаған

Хеҙмәттәшебеҙ, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Гөлгөнә Баһауетдинова билдәле алып барыусы Дмитрий Губерниев менән ҡыҙыҡлы видеояҙма төшөргән. Губерниев башҡорт теленә һөйөүен белдергән һәм тиҙ арала бер нисә һүҙҙе отоп та алған.
Бик шәп, бик хуп!
👍6
БСТ | Яңылыҡтар
Ун йәшлек малай дәрескә килеп етмәгән Бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәләре чаттарында борсоуло хәбәр таралды. Уҡырға тип сығып киткән 10 йәшлек бала гимназияға килеп етмәгән. "Атай-әсәйҙәр, дуҫтар! Беҙҙең гимназия…
Асҡар Муллағәләмов табылған!

Киң мәғлүмәт сараларында яҙыуҙарынса, юғалған бала автобуста йоҡлап киткән булған.

Малай ағаһы менән бергә мәктәпкә юлланған. Өлкәне кәрәкле туҡталышта автобустан төшкән, ә Асҡар был ваҡытта йоҡлап ултырып ҡалған. Малай үҙе менән телефон алмаған, шуға күрә артабан икенсе автобусҡа ултырған һәм ҡала буйлап йөрөгән.
👍5😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районының Илеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Объект «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса төҙөлгән. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар өсөн айырым кабинеттар булдырылған, шулай уҡ учреждение заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала 500 меңәр һум аҡса аласаҡ коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре билдәле буласаҡ

Төҙөкләндереүгә гранттар. Был аҙна аҙағында 500 меңәр һум аҡса аласаҡ коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре билдәле буласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Был төр ярҙам һуңғы СМАРТ-баҡсасы форумында раҫланғайны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Һин хәүефһеҙлектә» проекты тормошҡа ашырыла

Һин хәүефһеҙлектә. Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгендә ошондай яңы проект тормошҡа ашырыла. Ул тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙе лә, яңы ғаилә ағзаларын да яҡлауҙы, ҡурсалауҙы, педагогик-психологик ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Былтыр ғына был проект буйынса ғаиләгә урынлаштырылған 3 тиҫтәнән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. «Һин хәүефһеҙлектә» проекты быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә лә иң яҡшы эш тәжрибәләренең береһе тип танылған һәм «Бала саҡтың 10 йыллығы» сиктәрендә үткәрелгән конкурстың ярымфиналына сыҡҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө студенты үпкә ауырыуҙарын таныу һәм асыҡлау программаһын уйлап сығарған

Ул компьютер томографияһы ярҙамында эшләнгән һүрәтте эшкәртеп, үпкәнең зарарланған урынын билдәләй. Проект аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү, пациентты ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әле программа авторы хеҙмәтен камиллаштырыу, уны дауаханаларҙа ҡулланышҡа индереү өҫтөндә эшләй. Идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты студент стартаптарына ярҙам итеү грант программаһында ҡатнашып, 1 миллион һум күләмендә ярҙам ала алған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024» төбәк-ара конкурсы старт алды

Быйыл 29-cы тапҡыр уҙғарылған конкурста 60-ҡа яҡын педагог үҙ көсөн һынап ҡарай. Уҡытыусылар тәүге көндә таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрес бирҙе. Баш ҡаланың 35-се белем биреү үҙәгендәге дәрес барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Башҡортостан күргәҙмәһе стендында махсус хәрби операция яугирҙары булды

Хәрбиҙәр Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары концертын ҡараны. Улар өсөн Башҡортостан космолеты эсендә экскурсия үткәрелде һәм төбәктең ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт бирелде. Күргәҙмәлә 30-ҙан ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты, улар араһында Непалдан килгән ирекмән дә бар ине.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта балалар араһында Изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса конкурс үтте

«Хәлид бин Вәлид» мәсетенә Башҡортостан һәм илдең тағы ла бер нисә төбәгенән 40-тан ашыу йәш мосолман йыйылды. Бәйге тотоусыларҙың иң бәләкәйенә 5 йәш булған. Йәш Ҡөрьән хафиздар матур яңғырау, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү кеүек бер нисә билдә буйынса баһаланған. Сара Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты һәм урындағы халыҡ ярҙамында ойошторолған.
Асҡарға яңы телефон бүләк иткәндәр

Кисә Өфөлә 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған 11 йәшлек Асҡар Муллағәлләмовтың юғалыуы күптәрҙе хафаға һалды. Мәғлүм булыуынса, иртәнге сәғәттәрҙә 226-сы маршрут автобусында мәктәпкә килергә сыҡҡан уҡыусы тейешле туҡталышта төшә алмаған һәм аҙашҡан. Малай икенсе автобустарға ултырып, ҡала буйлап йөрөүен дауам иткән. Уның хәрәкәтен «Алға» картаһы буйынса асыҡлағас, полиция хеҙмәткәрҙәре барып тапҡан.

«Аҡбуҙат» журналы коллективы малайҙың кеҫә телефоны булмауы хаҡында белеп ҡалғас, уға өр-яңы телефон бүләк иткән. Хәҙер Асҡар һәр саҡ бәйләнештә булыр, үҙенең ҡайҙа йөрөгәнен яҡындарына ваҡытында хәбәр итеп торор!
👍13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ирекмәндәргә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды

Әүҙем гражданлыҡ позицияһы булғандарға лайыҡлы награда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды. Номинанттар араһында уҡыусылар, ҡотҡарыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәрҙәр эйәләре бар.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы плей-оффтың беренсе этабында Силәбенең «Трактор»ы менән осраша

Кисә континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты тамамланды. Һуңғы көндә юлаевсылар «Северсталь» клубын ҡабул итте. Турнир әһәмиәтенә эйә булмаһа ла, ике команда ла көсөргәнешле уйын күрһәтте. Осрашыуҙың яҙмышы һуңғы секундтарҙа хәл ителде. Глеб Кузьмин индергән шайба яҡташтарыбыҙға 4-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Әйтергә кәрәк, әлеге уйын Иван Дроздовтың бенефисы булды. Ул үҙ иҫәбенә хет-трик яҙҙы.
👍5😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Башҡорт йорто» дәүләт программаһы барлыҡҡа киләсәк

Әле уның концепцияһы төҙөлә. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Шәхси торлаҡтың күпләп төҙөлөүен иҫәпкә алып, бер төрлө проектҡа ярашлы йорттар һалыу һәм бер юлы инженер инфраструктураһын да хәстәрләү кәрәклеген Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәйне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров татар йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты

Өфө дәүләт «Нур» татар тетарында ойошторолған һөйләшеүҙә йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Республика башлығы Башҡортостанда милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау буйынса күп йыллыҡ сәйәсәт үҙ һөҙөмтәһен бирә, тип билдәләне. Һәр баланың үҙ телендә белем алырға, тарихын өйрәнергә мөмкинлеге бар. Иң мөһиме, күп милләтле республика халҡы татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәй. Бөгөн беҙ берләшеп, бер дошман менән көрәшәбеҙ, беҙҙең төп бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, тине Башҡортостан башлығы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк. Ғәҙәттәгесә, рәсми документтар башҡорт һәм татар телдәрендә лә баҫтырыла. Һайлауға әҙерлек барышының иң ҡатмарлы һәм яуаплы этаптарының береһе тураһында сюжет.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы 3 йылда Башҡортостанда мәктәптәрҙе ремонтлауға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ

Республика һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә алдынғылар рәтендә. 2019-2023 йылдар статистикаһы Мәскәүҙә, Рәсәй халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында ла яңғыраны. Яңыртылған уҡыу йорттарының береһе Ауырғазы районында урынлашҡан. Балаларҙың белем алыу шарттары менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Бөгөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә республикалағы был категория ойошмаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хәйриә эшмәкәрлегендә, спортта, йәштәр хәрәкәтендә, мәғарифта, мәҙәниәттә, сәнғәттә, социаль өлкәлә ҡатнаша. Ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәре аҙ тәьмин ителгәндәргә, балаларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә, мәҙәниәт ҡомартҡыларын тергеҙә, хайуандарҙы яҡлай, экологик һәм башҡа күп кенә башланғыстарҙа ҡатнаша.
👍2
Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән боҙ арҡаһында ике кеше зыян күргән

Көндәр бер аҙ йылытыу менән сираттағы хәүеф арта – бина ҡыйыҡтарынан боҙ төшөү осраҡтары йышая. Уҙған көндәре баш ҡалала ошондай ике ваҡиға теркәлгән. Уларҙың берәүһе – Ибраһимов бульвары буйынса урынлашҡан йорт янында була. Балкон түбәһенән ишелгән ҡар 48 йәшлек ҡатын өҫтөнә төшә. Ул табип ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе осраҡта 7 йәшлек малай имгәнгән, был хәл Борисоглебский урамында теркәлә. Ҡотҡарыусылар бейек биналар янынан үткәндә һаҡ булырға кәңәш итә.
👍1