БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов менән осрашты

Радий Хәбиров Дағстан республикаһының элекке Президентының Башҡортостанға эш сәфәре өсөн рәхмәтен еткерҙе. Төбәк етәксеһе, республикала милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн байтаҡ эш башҡарылыуынг билдәләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Росреестр ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров бөгөн федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Республика буйынса идаралығы ултырышында ҡатнашты. Росреестрҙың республика буйынса идаралығы иҫәп-теркәү һәм контроль-күҙәтеү буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урын биләй.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары төркөмө алғы һыҙыҡҡа, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда һалдаттарҙы ғаиләләре, ата-әсләре, дуҫтары оҙатып ҡалды.
1🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертауҙа «Киләсәк инженерҙары» форумы үтте

Аҡыллы йорт, самолет һәм ракета моделдәре, роботтар. Ошо һәм башҡа заман технологияларын Күмертауҙа үткән форумда һәләтле балалар тәҡдим итте. Сарала ҡала мәктәптеренең инженер һәм авциация кластары уҡыусылары ҡатнашты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ҡаҙағстан этно-дизайнеры Ырза Турсынзада уңышлы кәсепселек серҙәре менән уртаҡлашты

Осрашыу «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән «Алтын Урҙа» компанияһы араһындағы килешеү буйынса ойошторолдо. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен эшләү тәжрибәһен таратыу һәм күп быуатлыҡ халыҡ художество традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәресенән тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Өфөлә "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтә

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Быйыл төҙөлөшкә 700 миллион һум бүлеү ҡарала. Бөгөнгә 250 миллион йүнәлтелгән. Эштәр быйыл башлана һәм бер нисә этапта башҡарыла.
👍4
Башҡортостанда берҙәм ауыл хужалығы һалымын тағы өс йыл түләмәҫкә мөмкин була

Республика парламентында ошо турала проект әҙерләнгән. - Ноль процентлыҡ ташламалы ставка хеҙмәткәрҙәр һанын 10 проценттан да ҡыҫҡартмаған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн ҡарала. Ул 2026 йылға тиклем була, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Быға тиклем ошондай уҡ ташлама 2021-2023 йылдарҙа ҡулланылды. Уның менән 500 етештереүсе файҙаланды.
👍2👎1
Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Беларускә эш сәфәре башланды

Уны Радий Хәбиров етәкләй. Сәфәр барышында Минск автомобиль заводында, Ҡытай һәм Беларусь индустриаль паркында булыу көтөлә, бер нисә компания етәкселеге менән һөйләшеүҙәр планлаштырыла, ике республиканың бизнес-форумы ойошторола. - Беларус беҙҙең төп партнер. Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Юғары күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн даими осрашырға кәрәк. Был юлы бизнес-миссия менән 54 компания вәкилдәре килде. Улар яңы партнерҙар табырға ниәтләй. Беҙҙең компаниялар менән иртәгә таныштырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.
👍2
Өфөлә Көнсығыш юлдан үтеү хаҡы аталды

"Коммерсант" яҙыуынса, Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов 100 һумдан билдәләргә тәҡдим иткән. Аныҡ сумманы Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләй. Өфөнән М-5 трассаһына сығыу өсөн яңы юл 94 процентҡа әҙер. Бөгөн был объектта 1 мең 400 кеше эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды

Төбәк башлығын Минск милли аэропортында «Белнефтехим» концерны рәйесе Андрей Рыбаков, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең Өфө ҡалаһындағы бүлексәһе кәңәшсеһе Артур Карпович ҡаршы алды. Радий Хәбиров тәүҙә Ҡытай-Беларусь индустриаль паркы менән танышты.
Архангел районында браконьерҙар 3 ҡоралайҙың башына еткән

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассаоциацияһына ҡараған биләмәлә ҡырағай хайуандарҙың тиреләре табылған. Зыян күләме 360 мең һумға баһалана. Эске эштәр министрлығының район буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан законһыҙ һунар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Браконьерҙарға 500 мең һум күләмендә штраф, йә 2 йылға иркенән мәхрүм итеү янай.
👍1😡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 2022 йылға ҡарата 106, 5 процент тәшкил итте

Уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 2022 йылға ҡарата 106, 5 процент тәшкил итте. Ыңғай динамикаға эшкәртеүсе һәм энергетика өлкәһе предприятиелары ҙур өлөш индерҙе.
👍2
Башҡортостанда 8 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә 622 мең һум түләнә

Уҙған йылда 33 ғаиләгә ошонда сумма бирелгән, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Әле республикала 18 йәшкә тиклем балаһы булған 472 меңгә яҡын ғаилә бар. Уларҙың 29 меңе - күп балалы.
👍2
Башҡортостандың ике район үҙәгендә рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлә

Бының өсөн 26 миллион һумға тиклем аҡса бүленә, улар быйыл әҙер булырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Иҫәнғол һәм Краснокама районы Николо-Березовка ауылында сүплектәр юҡ ителә. Быйыл Башҡортостанда сүп-сар ташлау урындарын тәртипкә килтереү өсөн 132 миллион һум ҡаралған.
Рәсәй халҡы Һиндостан бананын ашай

Был дәүләттән емеш килтерелә башлаған. Тәүге партия ғинуарҙа алынған. Тиҙҙән Һиндостандан башҡа төр емеш импортлау планлаштырыла. Күптән түгел Эквадорҙан банан һатып алыу туҡтатылды. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте бындағы продукцияны хәүефле тип атаны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров рәйеселегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды

Бөгөн Радий Хәбиров рәйеселегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды. Өс көнгә иҫәпләннән программа Белоруссияның машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, ике яҡ араһындағы бизнес даирәләрҙе киңәйтеүгә ҡоролған. Төп саралар иртәгә Башҡортостан-Белоруссия халыҡ-ара бизнес форумында үтәсәк. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында «Октава» лабораторияһы эшләй башланы

Рәсәй фәне көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетында «Октава» фәнни-тикшеренеү акустик лабораторияһы эшләй башланы. Ул «Приоритет – 2030» программаһы сикәтәрендә төҙөлгән.
2025 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан мәктәрендә яңы фән уҡытыла башлай

"Тыуған төйәк тарихы. Башҡортостан" тигән курс индерелә. Был турала Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. - Авторҙар коллективы билдәләнгән. 1 апрелгә тиклем курс буйынса ҡулъяҙманы әҙерләргә тейешбеҙ, - тине ул. Яңы предметты 5-7-се класс уҡыусылары өйрәнәсәк.
👍3
Яңы ВУЗ-ара студенттар кампусында 4 меңдән ашыу студент белем аласаҡ

Бында IQ-парк, Геном үҙәге һәм төп корпус урынлаша. Яңы, заманса комплекс күберәк абитуриенттар йәлеп итеү, белем сифатын яҡшырыу мөмкинлеге бирәсәк тип көтөлә. Кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырылды.
👍4
“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабына 52 ауылдан ғариза ҡабул ителгән

Ярышта ҡатнашыусылар 4 номинация буйынса - эре, ҙур, уртаса, бәләкәй ауылдарға бүленгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ошо турала белдерҙе. Ярыш еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 25 апрелдә Өфөлә була.
4👍1
Әбйәлил районының Яҡтыкүл ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Бинаға коммуникациялар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, санузел, гардероб бар, халыҡ диспансеризация, вакцинация үтә һәм башҡа дауалау процедуралары алыу мөмкинлегенә эйә. ФАП-та 300-гә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
👍1