Өфө - Рәсәйҙең иң эҫе ҡалаһы
"Яндекс Погода" метеокүҙәтеүҙәр мәғлүмәттәрен анализлаған. Рәсәйҙә быйыл йәй иң юғары температура Өфөлә, Силәбе һәм Омскиҙа теркәлгән, 40 градустан юғары күтәрелгән. Аяҙ көндәрҙе лә иҫәпләгәндәр. "Ҡояшлы" рейтингта Өфө һәм Краснодар беренсе урындарҙы алған. Өфөлә 2023 йылдың 115 көнө аяҙ булған.

Башҡортостан халҡы өс йылда 21 меңдән ашыу социаль контракт төҙөгән
Уларҙың дөйөм суммаһы 2 миллиард һум тип белдерелде хөкүмәт ултырышында. - Йыл һайын миллион ярым кешегә социаль ярҙам талап ителә. Бының өсөн 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙамға ихтыяж ҙур. 2020 йылдан федераль ҡаҙнанан да финанслау бар, тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров.

🤮1
Башҡортостанда эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ һаҡлана
Республика Башлығы белдереүенсә, был иң беренсе сиратта сәнәғәт үҫеше менән бәйле. - Быйыл сәнәғәт 7 процентҡа үҫте. Был хеҙмәт ресурстарында ла сағылды. Беҙ маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул итеүҙе арттырҙыҡ, колледж һәм предприятиелар араһында бәйләнештәрҙе нығыттыҡ. Төпкөл ауылдарҙа колледж филиалдарын булдырабыҙ. Беҙҙең балалар сиктәш төбәктәргә китмәй, үҙебеҙҙә белем ала. Эшсе ҡулдарға ихтыяжды кәметеү өсөн тейешле саралар күрелә, тине Радий Хәбиров.

👎1
Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы байрамдары ҡотланы
- Халыҡ именлеген тәьмин итеү, ашығыс ярҙам күрһәтеү, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ышаныслы хеҙмәт булып тора. Һеҙҙең хеҙмәт ғүмер өсөн хәүеф, көсөргәнешлек менән бәйле. Халыҡтың хөрмәте һәм ышанысы һеҙҙең эш сифатына иң юғары баһа. Бөтә хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандарға фиҙаҡәр хеҙмәт, батырлыҡ һәм патриотизм өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә ҡотҡарыусыларҙың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә халыҡты һаҡлауына ышаныс белдерәм, - тине Радий Хәбиров.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостандан сираттағы гуманитар конвой юлланды
19 фуранан торған ылауҙа Башҡортостандан Рәсәй оборона министрлығы берләшмәләре доброволецтары һәм Рәсәй милли гвардияһы яугирҙарына ярҙам - утын, автоприцеп, мобиль мунсалар, буржуйка-мейестәр, хеҙмәт ҡоралдары, йылытыу пушкалары тупланған. Бынан тыш, йылы кейемдәр, йоҡо тоҡтары, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм исемле посылкалар ҙа бар.

«Башҡортостан» концерт залында республиканың төп шыршыһы үтте
Сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡаларынан һәләтле балалар, уҡыу алдынғылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең балалары йыйылды. Малай -ҡыҙҙарҙы байрамдың төп ҡунаҡтары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары сәләмләне.

Өфөләге Шаҡша күперендә ремонт ваҡытынан алда тамамлана
Эштәрҙе киләһе йыл аҙағында теүәлләү көтөлә. Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. - Контракт буйынса ремонтты 2025 йылдың беренсе кварталында тамамлау ҡаралған. Шулай ҙа эште тиҙләтеү мөмкинлеге бар. Өфө йылғаһы аша был күпер "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы ремонтлана. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Башҡортостанда шәкәр диабеты менән көрәш программаһы раҫланды
Уға ярашлы, сирҙе иҫкәртеү буйынса саралар күрелә, тейешле медицина белгестәре әҙерләнә. 15 дауалау учреждениеһында эндокринология үҙәктәре булдырыла. Киләһе йылда республикала шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларҙы контроль приборҙары менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленә.
Уға ярашлы, сирҙе иҫкәртеү буйынса саралар күрелә, тейешле медицина белгестәре әҙерләнә. 15 дауалау учреждениеһында эндокринология үҙәктәре булдырыла. Киләһе йылда республикала шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларҙы контроль приборҙары менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй суверенитеты өсөн белем биреү сифатын күтәреү мөһим
Был хаҡта Владимир Путин уҡытыусы һәм остаз ролен нығытыуға арналған Дәүләт Советы ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Осрашыуҙа уҙып барған уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалып, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүсе саралар һәм остазлыҡ институтын үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары тикшерелде.

Баш ҡалала АЛ-41СТ сәнәғәт газ турбиналы двигатель тәүге һынау үтте
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең перспективалы ҡулайламаһы «Газпром» компрессор станциялары өсөн булдырылған. Тәжрибә сәнәғәттә файҙалана башлауҙы көтә. Яңы модель 25 мегаватт ҡеүәткә эйә. Был тәү сиратта, зәңгәр яғыулыҡты транспортировкалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең перспективалы ҡулайламаһы «Газпром» компрессор станциялары өсөн булдырылған. Тәжрибә сәнәғәттә файҙалана башлауҙы көтә. Яңы модель 25 мегаватт ҡеүәткә эйә. Был тәү сиратта, зәңгәр яғыулыҡты транспортировкалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған тиерлек. Шишмә районында республиканың күләмле объекты өҫтөндә эш дауам итә. Ул «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексынан да ҙурыраҡ булыр тип көтөлә.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хөкүмәтендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Республика тормошо менән бәйле оператив яңылыҡтар менән эшләүсе журналистарға, матбуғат сәркәтиптәренә рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Республика тормошо менән бәйле оператив яңылыҡтар менән эшләүсе журналистарға, матбуғат сәркәтиптәренә рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда боҙ ҡаласығы асылды
Ул ике төп темаға - Өфөнөң 450, ә Александр Волковтың «Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» повесеның 85 йыллығына арналған.

👍3
Журналист Ришат Миндияров вафат булған
Журналист, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров вафат булды. Был турала телеканал коллективы хәбәр итә. Ришат Миндияров ғүмерен журналистикаға бағышлай. Радиола тәүге тәжрибәһен 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда ала. "Радио-2" каналын булдырыуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Сәләм" программаһы авторы һәм алып барыусыһы була, яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһын етәкләй. 2016 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Мәрхүм менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты һуңыраҡ билдәле була.

Өфөлә Яңы йыл төнөндә байрам концерты була
Ул Рус драма театры янындағы майҙанда ойошторола. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары, шулай уҡ “Бишбармаҡ” оркестры сығыш яһай. Тамашасыларҙы Өфө Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыу сәләмләй. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана, 1 ғинуарҙа төнгө 2-лә тамамлана. Баш ҡалала төнгө сәғәттәрҙә лә йәмәғәт транспорты йөрөй.

🎄2
Өфөлә транспорт инфраструктураһын яңыртыуға 18 миллиард һум йүнәлтелә
Республика Хөкүмәтендә ошо турала белдерелде. Аҡса тимер юл төҙөлөшөнә, бер нисә күпер төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә тотонола. Өфөнө, Дим районын, аэропорт һәм Иглин ауылын тимер юл тоташтырырға тейеш. Киләһе йылда Өфөнән Көнсығыш юл асыла. Шаҡша күперендә реконструкцияны тиҙҙән тамамлау көтөлә.

Башҡортостан халҡын Яңы йыл ғаилә уйындарында ҡатнашырға саҡыралар
“Каникул - ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шәп ваҡыт”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин. Уйындар киләһе йылдың 4 ғинуарынан 11-нә тиклем республиканың барлыҡ райондарында ойошторола. Беренсе-дүртенсе кластарҙа уҡыған балалар ғаилә командаларында ҡатнаша. Башҡортостандың иң спортсы ғаиләләрен 27 ғинуарҙа Өфөлә финалда көтәләр.

Башҡортостанда киләһе йылға иҫтәлекле даталар календары сығарылды
Уны Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив әҙерләгән. Баҫмала ауыл-ҡалаларҙағы юбилей даталар, предприятиелар, ойошмалар тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнә. Хеҙмәт ветераны, Милли костюм, Умартасы, Сәнәғәт хеҙмәткәре, Башҡорт теле көнө һәм башҡа республика байрамдары тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.

Башҡортостан шәкәр заводтары 1 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары сеймалдан 151 мең тонна продукция етештергән. Быйыл республикала татлы тамыр 47 мең ярым гектар майҙанда үҫтерелде, 1 миллион 600 мең тонна уңыш йыйып алынды.