БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.13K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Бөгөн Мәҙәниәт буйынса совет ултырышы үтте

Унда Мәскәүҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Артистар Ольга Кормухина, Владимир Овчинников, сенатор Лилиә Ғүмәрова, Образцов исемендәге Үҙәк ҡурсаҡ театры директоры Елена Булукова килде. Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштар менән таныштырҙы. Быйыл республикала кино төшөрөүселәргә 50 миллион һумлыҡ гранттар бүленгән. Башҡорт, рус, татар драма театрҙарына ярҙам күрһәтелгән. - Быйыл мәҙәниәт үҫеше өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Был сумма уҙған йылдағынан күберәк. Ҡурсаҡ театрында реконструкция булды, Милли йәштәр театры төҙөкләндерелде, 15 мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланды. Башҡорт дәүләт филармонияһын төҙөкләндереү планлаштырыла, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы бөгөн театрҙарға, Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөткән ансамблгә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залына, Башҡорт дәүләт филармонияһына, мәғариф учреждениеларына 23 еңел машина, 2 мәктәп автобусы һәм бер туристик автобус асҡыстарын тапшырҙы.
Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә, һуңынан түләү туҡтатыла. Пособиены тағы бер йылға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Быны алданыраҡ, түләү ваҡыты тамамланғанға тиклем бер ай эсендә башҡарырға мөмкин. Быйыл ғинуарҙан пособие түләнә башлаған граждандар декабрҙә Социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Берҙәм пособие юллау өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың теләһә ниндәй клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.
Башҡортостан хәрбиҙәргә ярҙам оҙатты

Бөгөн Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау юлға сыҡты. Хәрбиҙәр өсөн ярҙамды ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, халыҡ йыйған. Төҙөлөш материалдары, мунсалар, маскировка селтәрҙәре, тепловизор, генератор, бензобысҡы, аҙыҡ-түлек, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡ, медикаменттар алып барыла. Шулай уҡ Луганск госпиталенә стоматология ҡоролмаһы оҙатылды.
Башҡортостан мәктәптәрендә ҡышҡы каникул 30 декабрҙә башлана

Был турала мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙә хәбәр итте. “Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 8 ғинуарға тиклем дауам итә. 9 ғинуарҙа балаларҙы мәктәптәргә көтәбеҙ”, - тип яҙған ведомство етәксеһе.
👍2
Башҡортостан депутаттары интернетта тауар һатып алғандар хоҡуғын яҡларға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Авито” һәм “Юла” кеүек онлайн-сауҙа майҙансыҡтары эшен көйләүгә бәйле закон проекты әҙерләнә. Документҡа ярашлы һатыусыға бәйле мәғлүмәт билдәле булмаған ваҡытта ла, мутлашыу осрағында судҡа мөрөжәғәт итергә рөхсәт бирелә. Ҡайһы берҙәр интернетта һатылған әйбер өсөн алдан аҡса һорайҙар, әммә тауарҙы ебәрмәй алдап ҡасалар. Ошондай хәлдә судҡа бирергә мөмкин.
Башҡортостанда быйыл милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан шул турала белдерәләр. Милли проекттар буйынса 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пукнты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәҙәниәт учреждениелары технопаркы 26 транспорт сараһы менән тулыланды

Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларның матди-техник базаһын яңыртыуға ныҡлы иғтибар бүленә. Быйыл ижади коллективтарға 90 транспорт алынған, ошо маҡсатта ярты миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала кино индустрияһын үҫтереү өсөн 50 миллион һум субсидия бүленгән

Дәүләт ярҙамында «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте һәм «Ауыл менән һынау» кино таҫмаһы төшөрөлгән. Бынан тыш, Башҡортостан илдә төҙөкләндерелгән кинозал һаны буйынса беренсе урында. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү һорауҙары буйынса Совет ултырышында белдерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асыҡ! Ике йыллыҡ ремонттан һуң, бина танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән. Бөгөн төҙөкләндерелгән ҡурсаҡ театры тәүге кескәй тамашасыларын ҡабул итте. Уларға «Шелкунчик» спектакле күрһәтелде.
🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Радий Хәбиров Ҡыш бабай ролендә. Башҡортостан башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уға Стәрлетамаҡтан Алеся һәм Өфөнән Розалинда исемле ҡыҙҙарҙың хаты эләкте. Ҡыҙҙарҙың икеһенә лә 7-шәр йәш, улар бүләктең сюрприз булыуын һораған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләй

Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләп, изге теләктәр яҙылған посылкалар оҙата. Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең Хәйриә концерты ла биләмәлә изгелек хәрәкәтен нығытыуға булышлыҡ иткән. Билеттан килгән аҡсаға бәйләм өсөн ептәр, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар, хәрбиҙәргә итектәр һатып алынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мостай Кәрим исемендәге республика милли йәштәр театрында - «Һуғыш балалары».

Йәмғиәттең иң яҡлауһыҙ кешеләре балаларға һуғыш һалған михнәт һәм һынау хәтирәләре хаҡында репортаж.
👍31
Башҡортостанға тағы 9 зубр килтерелде

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Беловежье шырлығынан тәүге зубрҙар быйыл майҙа килтерелгәйне. Ҡырағай хайуандар “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында эйәләшеп китте. Хәҙер уларға тағы 9 йәнлек ҡушылды. Башҡортостан һәм Беларусь араһында килешеүгә ярашлы беҙҙең республикаға зубрҙар алып килделәр. Башта ҡырағай хайуандар Эйек зоология заказнигында тотола, һуңынан иреккә сығарыла.
🔥3👍1🙈1
Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһы өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды

Волонтерҙар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет һәм башҡа ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара. Өфөлә уҙған аҙнала Владимир Путинды хуплау буйынса төбәк һайлау штабы асылды. Ирекмәндәр ғәмәлдәге дәүләт башлығы кандидутары өсөн халыҡтан имзалар йыя. Президент өсөн тауыш биреү киләһе йылда 15-17 мартта үткәрелә.
👍1👎1🔥1
Республикала “Шыршы” оператив-профилактик операцияһы дауам итә

Урман хужалығы министрлығы полиция менән берлектә тикшереүҙәр ойоштора. Профилактик сара башланғандан алып 1 мең 200-гә яҡын рейд үткәрелгән. Уның барышында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. 6 ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала. Тәбиғәткә 456 мең һум зыян килтерелгән. Халыҡ ылыҫлыларҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү осраҡтарытураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8-347-218-14-14 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Наил Юнысовтан хат

#Һалдатҡахат
👍2🙏1
Башҡортостан ашлыҡ һатыуҙы ике тапҡыр арттырған

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 11 айҙа 23 төбәккә 461 мең тонна иген оҙатылған. Улар араһында Алтай крайы, Ҡырым, Татарстан, Новосибирск өлкәһе, Луганск халыҡ республикаһы бар. Рәсәй төбәктәренә бойҙай, арпа һәм көнбағыш эшкәртеүгә экспортлана. Сеймал лабораторияларҙа ентекле тикшерелә.
👍1
Юл камералары ярҙамында 6 миллионға яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлгән

1 декабргә комплекстар ярҙамында 2,3 миллиард һумға штраф һалынған. Республикала 1 мең 800-ҙән ашыу юл камераһы ҡуйылған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән автоматик фото- һәм видеокомплекстар водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә, юлда ҡағиҙә боҙоуҙар кәмей, тығындар менән көрәшергә мөмкинлек бирә, ти белгестәр. Яҡын арала Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында тағы 56 автоматик камера ҡуйыла.
👍1
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фондына 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан хәбәр итеүҙәренсә, фонд белгестәре юрист, табип һәм психологтар менән берлектә кәңәштәрен бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарынан 19 меңгә яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Бөгөнгә шуларҙың 14 меңе хәл ителгән.
👍1
Йәрмәкәй халҡы хәрбиҙәргә ярҙам итә

Йәрмәкәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә сираттағы ылау илтеп тапшырҙы. Запорожьеға барған гуманитар конвойҙы район хакимиәте башлығы Илшат Райманов етәкләне.
👍1
Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһы өсөн ҡултамғалар йыйыу бара

Волонтерҙар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет һәм башҡа ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара. Өфөлә уҙған аҙнала Владимир Путинды хуплау буйынса төбәк һайлау штабы асылды. Ирекмәндәр ғәмәлдәге дәүләт башлығы кандидутары өсөн халыҡтан имзалар йыя.
🔥2👍1🤮1