БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.13K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә ВУЗ-ара кампуста пилотһыҙ осоу аппараттары лабораторияһы булдырыла

Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Бында "Аврора" таланттар үҫтереү үҙәге һәм Пилотһыҙ осоу аппараттары, авиация моделдәре эшләү, ракета төҙөлөшө, программа яҙыу һәм робототехника лабораторияһы урынлаша. Бөтә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыла. Балалар үҙ аллы моделдәр йыясаҡ, аэродромдарҙа уларҙы осороп ҡараясаҡ.
👍3
Республикала президент һайлауына 4 мең 700-ҙән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән

Йәмәғәт штабы республикала тауыш биреүҙәргә әҙерлек үткәрә. Эксперттар 34 район һәм ҡалала осрашыуҙар ойошторҙо. Унда һайлауҙарҙы күҙәтеү өсөн ирекмәндәргә курстар уҙғарыла. Мартта президент өсөн тауыш биреүгә 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе йәлеп ителә. Бының өсөн 64 район һәм ҡалала осрашыуҙар ойошторола.
👍2😁1
Башҡортостандан Никита Богданов боҙҙа мотоуҙыш буйынса ил чемпионатында еңде

Беренсе этап Тольятти ҡалаһында уҙҙы. Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге уҙышсыһы 29 мәрәй йыйып беренсе урынға күтәрелде. Быйылдан “Мега-Лада” командаһы өсөн сығыш яһаған яҡташыбыҙ Динар Вәлиев икенсе урында туҡталды. Өфөнән тағы бер спортсы Евгений Шаров 10-сы урында килә. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының икенсе этабы 6-7 ғинурҙа Каменск-Уральскиҙа үтә.
2
Башҡортостанда ял көндәрендә 50-нән ашыу иҫерек водитель тотолған

Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә генә 28 кеше спиртлы эсемлектәр ҡулланып рулгә ултырған. Ял көндәрендә баш ҡалала рейдтар барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәһеҙ боҙоуҙың 800-гә яҡын осрағы теркәлгән. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған йәки балаларҙы дөрөҫ йөрөтмәгән өсөн күптәргә штраф һалынған. Бынан тыш, 40 йәйәүле тейешле талапты үтәмәгән өсөн яуапҡа тарттырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналы - Рәсәй төбәктәре телерадиокомпаниялары араһында аудитория һаны буйынса беренсе урында

БСТ каналы - Рәсәй төбәктәре телерадиокомпаниялары араһында аудитория һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был күрһәткесте шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтә булыуын билдәләне. Шулай уҡ ултырышта уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән муниципаль берәмектәр исемлеге билдәләнде. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостандың иң яҡшы ҡотҡарыусыларын ҡотланы

Йыл дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәттәре 1400-ҙән ашыу кешене ҡотҡарған. 27 декабрҙә ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн иҫтәлекле дата алдынан төбәктең иң яҡшы ҡотҡарыусылары Колонналар залына йыйылды, уларҙы республика етәксеһе ҡотланы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы йылдағыса тура эфирҙа йомғаҡлау тапшырыуын ойошторҙо

Өс сәғәт дауамында белгестәр гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашты. Асыҡ академия сиктәрендә быйыл республика район-ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова «Теләктәр Шыршыһы» хәйриә акцияһына ҡушылды

«Теләктәр шыршыһы» теләктәрҙе үтәй. Рәсәйҙә «Теләктәр Шыршыһы» хәйриә акцияһы 2018 йылда ил президенты Владимир Путин инициативаһы менән башланды. Ул етем балаларҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм инвалид балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова акцияла йыл да ҡатнаша. Быйыл ул Белорет ҡалаһында йәшәүсе малайҙың хыялын тормошҡа ашыра.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Совет районында 640 балаға шыршы байрамы ойошторолдо

Яңы йыл алдынан бала ниндәйҙер мөғжизә көтә. Совет районы мәғариф учреждениеларында белем алыусыларҙың шатлығын Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә власть вәкилдәре, депутаттар ҙа уртаҡлашты.
👍43👏1
Өфө-Белорет юлында телефондан һөйләшеп буласаҡ

Һанлы үҫеш министрлығы был биләмәлә мобиль элемтә булдырыу буйынса проект әҙерләгән. Әле юлдың 95 процентында элемтә юҡ. Ведомство башлығы Геннадий Разумикин белдереүенсә, 14 яңы станция урынлаштырыла. Проект ике йылда ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Эштәр киләһе йылда башланырға тейеш.
👍1👏1
Башҡортостанда табиптарға эш хаҡы өсөн өҫтәмә аҡса бүленде

Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктәргә 7 миллиард ярым һум йүнәлтелә. Уның 34 миллион ярым һумы беҙҙең республикаға тәғәйенләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һаны артыуын фаразлап ошондай ҡарар ҡабул ителгән.
👍2
Башҡортостанда киләһе йылға йәшәү минимумы раҫланды

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙан республикала кеше башына йәшәү минимумы 13 753 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн 14 991 һум; пенсионерҙарға 12 530 , балаларға 13 340 һум. Йәшәү минимумы ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла.
😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды Һаҡлаусылар» төбәк филиалы Рәсәйҙә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы илдә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылған. Йыл йомғаҡтары илдең барлыҡ филиалдары етәкселәре ҡатнашлығында «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһында барланған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдан һуң яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Отпуск ялында булған яугирҙар яңы йыл алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙна ял иткән яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурыстарҙы үтәүен дауам итәсәк. Яугирҙар ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена»спорт комплексы алдындағы майҙандан ҡуҙғалды. Ил именлеге өсөн көрәшеүселәрҙе берҙәмлек, туғандарса ҡараш берләштерә. Ялға ҡайтыусылар шәхси әйберҙәрен генә түгел, хеҙмәттәштәренә алып барып тапшырыу өсөн посылкалар ҙа алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Яңы йыл алдынан дәүләт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында ҙур медицина учреждениелары етәкселәре лә, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, водителдәр ҙә бар. Һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы, тиҫтәләрсә йылдар дауамында халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Махсус хәрби операция башланғандан һуң күптәре Донбасҡа барып ерле халыҡҡа, яугирҙарыбыҙға медицина ярҙамы күрһтәкән.
Өфөлә Яңы йыл төнөндә транспорт йөрөшө билдәле булды

Автобус, троллейбус һәм трамвайҙар 31-енән 1-енә ҡарай төнгө сәғәт икегә тиклем хәрәкәт итә. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Маршруттар байрам тамашалары үтәсәк урындарҙы иҫәпкә алып билдәләнгән. Каникулдың башҡа көндәрендә иһә йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй. Иртәнге 6-нан киске унға тиклем ултырып китергә була.
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты киләһе йылда ла ғәмәлгә ашырыла

Был турала Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 2024 йылда дөйөм оҙонлоғо 132 километр юлды, 7 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн 4 миллиард 200 миллион һум тотонола. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 209 километр юл ремонтланды. Эштәр өсөн 10 миллиард ярым һум тотонолдо. Аҡсаның күбеһе федераль ҡаҙнанан бүленде.
Батырҙар һәм уңғандар бүләкләнде

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. - Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең геройҙар-Ватан һаҡсылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. "Башҡортостан" полкы, исемле батальондар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, мобилизация буйынса алыныусылар һәр көн батырлыҡ күрһәтә. Командование Башҡортостан һалдаттарына юғары баһа бирә. Республиканың хеҙмәт фронты бар. Халыҡ - хәрбиҙәр өсөн ныҡлы һәм ышаныслы тыл. Беҙ Рәсәй, балаларыбыҙ киләсәге өсөн алышабыҙ һәм хеҙмәт итәбеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, изгелек һәм именлек теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Мутлашыусылар халыҡты алдап аҡса ала

Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дежур частарға 17 мөрәжәғәт килгән. Өфө районында 46 йәшлек ир интернет аша ҡаргиҙәр һатып алырға теләгән. Миллион ярым һум аҡсаһын күсергән, әммә тауар килеп етмәгән. Аҡса мутлашыусылар иҫәбенә күскән. Башҡортостанда халыҡ көн һайын 6 млилион һумға алдана, тип белдерәләр ведомствонан.
Яңы йыл каникулында 800-гә яҡын ҡар таҙартыу машинаһы юлға сығырға әҙер була

Был турала социаль селтәрҙә Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итә. Трассалар боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртелә. Күперҙәр, үргә менгән һәм төшкән урындар, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына айырыуса иғтибар бирелә. Яңы йыл уңайынан 30 декабрҙән башлап 10 көнлөк ял ҡаралған.