Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған
Тура бәйләнеш мөғжизәһе. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәттән һуң Өфөнөң Зорге урамындағы соҡорло юл ярты көн эсендә ямап ҡуйылған. Был тура линия һөҙөмтәһендә хәл ителгән проблемаларҙың бәләкәй генә бер миҫалы. Башҡортостан башлығы адресына килгән бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Әммә эксперттар фекеренсә, күп кенә мәсьәләләрҙе Республика етәксеһенең ҡушыуын көтмәйенсә лә хәл итергә мөмкин ине.

Өфөлә 9-сы Дөйөм Рәсәй юридик форум старт алды
Эшлекле сара «Шәхси хоҡуҡ тураһында диалогтар» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференциянан башланды. Рәсәй президенты ҡарамағындағы Сергей Алексеев исемендәге шәхси хоҡуҡ тикшеренеү үҙәге ойошторған форумдан репортаж.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплауҙы дауам итә
Шаран районының ҡатын-ҡыҙҙар советы Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы акцияһына ҡушылып яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплауҙы дауам итә. Район ҡатын -ҡыҙҙары туҡмас ҡырҡыу, ҡоро душ яһау, маскировка селтәрҙәре үреү, шәм эшләү кеүек эштә әүҙем ҡатнаша. Шаран районының битараф булмаған халҡы был юлы «Шаран һалдаттарына йылы» акцияһы буйынса юрған һәм пледтар, ойоҡбаш- бирсәткәләр, башҡа кәрәк- яраҡтар йыйҙы.

Өфөлә «Белореттар - беҙ бергә!» концерты үтте
Өфөлә Белорет районынан сыҡҡан яҡташтар осрашты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ул «Белореттар- беҙ бергә!» исеме аҫтында үтте. Белорет районы хакимиәте һәм «Артыш» яҡташтар ойошмаһы тарафынан уҙғарылған сара махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында ойошторолдо. Концертҡа билет һатыуҙан килгән аҡса тулыһынса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ебәрелә.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан бөгөн Рәсәй иҡтисади үҫеш министрҙарының тәүге координация кәңәшмәһен ҡабул итә
Рәсәй Президенты Владимир Путин оҙайлы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был эште яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыу талап ителә. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников белдереүенсә, пандемияға, санкцияларға ҡарамаҫтан, илдә тотороҡло иҡтисади үҫеш күҙәтелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин оҙайлы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Был эште яҡын киләсәктә тормошҡа ашырыу талап ителә. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников белдереүенсә, пандемияға, санкцияларға ҡарамаҫтан, илдә тотороҡло иҡтисади үҫеш күҙәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары «Патриот» паркында үтә
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары Константин Толкачев тәҡдиме буйынса Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтә. Күсмә ултырыштарҙы парламенттың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты башлап ебәрҙе. Ул комитет рәйесе Айбулат Хажин етәкселегендә үтте.

Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының координация кәңәшмәһе үтте
Бөгөн Өфөлә Рәсәй төбәктәре иҡтисади үҫеш министрҙарының тәүге координация кәңәшмәһе үтте. Абруйлы форумда илдең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Николай Журавлев, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Максим Топилин, Рәсәйҙең 80 төбәгенән иҡтисади үҫеш министрҙары һәм делегаттар ҡатнашты. Сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Иҡтисади үҫеш буйынса тәүге коррдинация кәңәшмәһенең Өфөлә үтеүе нигеҙһеҙ түгел, форумда республиканың тышҡы һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш тәжрибәһе уңышлы тип баһаланды. Төп темалар хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөлә Гражданлыҡ ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса ултырыш үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ ҡануниәтен кодификациялау һәм камиллаштырыу буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара сиктәрендә күсемһеҙ милек, атап әйткәндә, күршеләр хоҡуғына бәйле айырым положениеларҙы яҡшыртыу мәсьәләһе, интеллектуаль милек, банктролыҡҡа бәйле статьяларға үҙгәрештәр индереү буйынса федераль закон проекттары ҡаралды.

Өфө дәүләт нефть техник университеты 75 йыллығын билдәләй
Башҡортостан Башлығы Өфө дәүләт нефть техник университетының 75 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Радий Хәбиров вуз ветерандарын, уҡытыусыларын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң юбилейы менән ҡотланы, дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы Өфө дәүләт нефть техник университетының 75 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Радий Хәбиров вуз ветерандарын, уҡытыусыларын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң юбилейы менән ҡотланы, дәүләт наградалары тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр геройҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы
Герой-балалар, ҡотҡарыусылар һәм журналистар. Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр геройҙарын һәм теманы яҡтыртыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Йыл һайын ойошторолған «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестивале ведомствоның иң күләмле йәмәғәт акцияһына әүерелеп өлгөргән. Быйылғы тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Учалы - Евразия йөрәге» тип исемләнгән осрашыу үтте
Учалы яҡташтар йәмәғәт ойошмаһына 30 йыл. Өфөлә иҫтәлекле ваҡиға сиктәрендә «Учалы - Евразия йөрәге» тип исемләнгән осрашыу үтте. Был хаҡта ентекләберәк видеояҙмала.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре финиш һыҙығына сыҡты.
Минеңсә, беҙҙең ҡурсаҡ театры яҡшы килеп сыға. 23 декабрҙә ул балаларыбыҙ өсөн үҙ ишектәрен аса. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. «Мәҙәниәт» милли проекты һәм Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре финиш һыҙығына сыҡты.

👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн дүрт йөҙгә яҡын техника йәлеп ителгән
Ҡыштың тәүге һынауы. Өфөлә көслө яуым-төшөм булыуға бәйле юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, көрттәрҙе йырыуға дүрт йөҙгә яҡын берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргенешле режимда эшләй.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала йәрминкәләрендә ит сифатын тикшереү буйынса рейд ойошторолдо
Һуғым осоро башланыу менән, ауыл хужалығы йәрминкәләре ит төрҙәренә байыны. Продукция сифаты ветеринарҙар контролендә. Белгестәр көн һайын сауҙа кәштәләрен урап үтә, рейдтар барышында выжданһыҙ һатыусыларҙы билдәләй. Сифатлы ит ҡайҙа һатыла? Баш ҡала йәрминкәләрененең береһенән репортаж.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала ейәнсураларҙың осрашыуы үтте
«Ейәнсуралар, беҙ бергә!». Ошо исем аҫтында Өфөнөң мәҙәни-ял үҙәгендә яҡташтар осрашыуы үтте. Көн дауамына һуҙылған йыйында спорт буйынса әүҙем ейәнсуралар волейболда көс һынашты. Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм халыҡ менән осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Төп темаларҙың береһе: төбәккә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу. Осрашыу ейәнсураларҙың үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәр күргәҙмәһе, «Тыуған яғым таланттары» тигән концерты менән дауам итте.

Өфөлә һуҡма шәлгә арналған күргәҙмә асылды
Тарих менән заман берләшкәндә. Бөгөн Өфөнөң Михаил Нестеров исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейында һуҡма шәлгә арналған күргәҙмә асылды. «Һуғылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған. Йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле проекттың авторы һәм етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина. Боронғо һуҡма шәлде йәш быуынға танытҡан, уны һуғыу нескәлектәрен өйрәткән сара хаҡында репортаж.

Федераль именлек хеҙмәте ТУ-134 самолетын баҫып алыу тураһында енәйәт эшенең йәшерен бүлектәрен асты
1986 йылдың 20 сентябрендә Өфө аэропортында ике һалдат-дезертир 81 кеше ултырған һауа судноһын баҫып ала. Быға тиклем йәшерен һаналған тарихтың нескәлектәрен белешеү маҡсатында беҙҙең ижади төркөм енәйәт эшен алып барған тәфтишсе һәм авация ветераны менән осрашты.

❤1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары көсөргәнешле осрашыуҙа «Спартак»ты еңде
Бөгөн юлаевсылар сираттағы матчҡа үҙенсәлекле спорт кейемендә сыҡты. Улар «ДоброFON» хәйриә программаһы менән берлектә ретро-формаһының яңы комплектында уйнаны. Айырым элемент - Спидҡа ҡаршы көрәш символы һаналған ҡыҙыл таҫма. Уйындан һуң был формалар аукционда һатыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы яралы яугирҙәрҙең хәлен белеште
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Бурденко исемендәге госпиталдә булды. Һалдаттарға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Бында Ҡалтасы, Салауат, Ауырғазы районынан һәм,Салауат ҡалаһынан ир-егеттәр дауалана. Яҡташтар берҙәм. Район хакимиәте башлыҡтары улар менән бәйләнештә тора. Посылка һәм хәбәрҙәр тапшыра. Был бик мөһим”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе. “Егеттәр өсөн тынысмын. Бурденко исемендәге госпиталь Оборона министрлығының иң яҡшы дауалау учреждениеларының береһе. Унда яралыларҙы реабилитациялау һәм дауалау өсөн заманса алымдар ҡулланыла. “Мәскәүҙә дауаланған яугирҙәргә тағы ла бер ярҙам сараһы кәрәклеге тураһында аңланым. Баш ҡалала Башҡортостан вәкиллеге бар. Ир-егеттәрҙең хәлен белергә килгән яҡындары һәм туғандары йәшәү өсөн бында урындар булдырабыҙ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.