Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ветерандары госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн шарттар тикшерелде
Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.
Өлгөлө дауахана: бында махсус хәрби операция яугирҙары ғына түгел, уларҙың туғандары ла дауалана. Был турала Рәсәй Геройы Владимир Сайбель белдерҙе. Махсус хәрби операция яугиры Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендәге булдырылған шарттар менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай
Бөгөн Ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 29 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкәлә йөҙҙәрсә кеше хеҙмәт итә. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урынында билдәләй. Кадр артында ниҙәр бар?

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған уникаль күргәҙмә асылды
Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған.
Тарихҡа табан алтын күпер. Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостандың Милли музейында күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияға әҙиптең шәхси әйберҙәре, халыҡ араһында билдәһеҙ фотоһүрәттәр, хатта, баҫтырылмаған романдар сығарылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телеканалында тиҙҙән «Матур фатир» проекты эфирға сыға
Проектта махсус хәрби операция ветерандарының 3 йәштән 14 йәшкәсә балалары ҡатнаша ала. Улар яугир атаһы тураһында һөйләп уны видеояҙма рәүешендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһына «Минең атайым» конкурсына ебәрергә тейеш. Видеояҙмалар башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Ун еңеүсе һайлап алынып улар йәшәгән фатирҙың бүлмәһендә ремонт яһаласаҡ. Проектта Өфө һәм Өфө районында йәшәүселәр ҡатнаша ала. Был-ремонт яһаясаҡ эшҡыуарҙарҙың талабы. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Яңауылдың төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» премияһында еңеү яуланы
Яңауыл ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» халыҡ-ара премияһында еңеп сыҡты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтрҙәрендә хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, өс йыл элек ошо уҡ конкурста Белорет ҡалаһының «Офоҡ аша атла» проекты еңеү яуланы.
Яңауыл ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекты «Алтын Трезини-2025» халыҡ-ара премияһында еңеп сыҡты. Был турала Радий Хәбиров социаль селтрҙәрендә хәбәр итте. Республика башлығы әйтеүенсә, өс йыл элек ошо уҡ конкурста Белорет ҡалаһының «Офоҡ аша атла» проекты еңеү яуланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» һәм «Спутник ФМ»-«Радиомания» премияһында еңеүсе
Тантана кисә Мәскәүҙә үтте. «Яңылыҡтар» номинацияһында Спутник ФМ радиоһының «Көн йомғаҡтары» мәғлүмәт сығарылышы, ә «Эфирҙан тыш проект» номинацияһында «Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты» акцияһы еңеү яуланы. Милли премияға «Юлдаш»тар ҙа лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙға «Яратам тип әйтеп өлгөрөгөҙ!» проекты өсөн махсус приз тапшырылды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы үтте
35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторолған бәйге быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Йәштәр араһында милли музыка ҡоралында уйнау традицияларын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс шарттарына ярашлы, ҡурайсылар ике көй уйнап ишеттерҙе.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ-ара Милли педагогик форум үтте
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған сара үҙ эсенә 10-дан ашыу конференция, осрашыу һәм түңәрәк өҫтәлде күҙ уңында тота. Форумдың иң абруйлы конференцияһы иҫәпләнгән «Аҡмулла уҡыуҙары» быйыл башҡорт телен донъя кимәленә сығарған шәхестәр Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсин һәм Данис Тикеевтың ғилми-педагогик эшмәкәрлегенә арналды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты
«Героинялар дәүере» проектында ҡатнашыусы гүзәл заттар белгестәр менән аралашып, көсөргәнешкә ҡаршы тороу, һынауҙарға ҡаршы тороу кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, яҡындарын алғы һыҙыҡта юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара аралашып, ирекмәндәр проеҡттарына ҡушылды. Видеобәйләнеш аша үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

«Беҙ бергә» ирекмәндәре яугирҙар өсөн йылы кейемдәр тегеүҙе дауам итә
Тегеү-бәйләү ғәскәрҙәре һәр ваҡыт сафта. «Беҙ бергә» ирекмәндәр үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн етештерелгән әйберҙәр күләмен арттыра. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнөн билдәләнеләр
Был аҙнала 19 ноябрҙә Бөтә донъя юғары мәктәп уҡытыусыһы көнө лә билдәләнде. Тап остаздар көсө менән республика киләсәге формалаша. Башҡортостан вуздарында бөгөн дүрт мең ярымға яҡын хеҙмәткәр эшләй, уларҙың яртыһы - фән докторҙары һәм кандидаттары. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ғилми тикшеренеүҙәр менән яҡшы таныш, сираттағы әңгәмәһендә ул Вуз-ара кампустың Йәштәр лабораторияһында эшләгән алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ менән таныштыра

Сөн йылғаһы аша һалынған күпер төҙөкләндерелә
Төҙөүселәр Баҡалы районы Ҡамышлытамаҡ ауылындағы объекттың ағас терәүҙәрен, юл плитәһен алмаштыра. “Эштең беренсе этабын ике аҙна эсендә тамамлау ҡарала”, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Олег Ефимов. Ремонттың икенсе өлөшөндә асфальт түшәү, юл кәртәләрен яңыртыу планлаштырыла. Был эш киләһе йылдың май-июль айҙарында башҡарылырға тейеш. Төҙөкләндереү осоронда халыҡ урау юлдан йөрөй.

Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһына йомғаҡ яһалды
Унда илдең 86 төбәге ҡатнашҡан. 68 миллиондан ашыу ағас ултыртылған. Акцияны ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан, Татарстан, Алтай крайы, Кемеров һәм Иркутск өлкәләре иң әүҙем төбәктәр. “Масштаблы өмә өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Унда 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл 70 миллион төп ағас ултыртыу маҡсаты ҡуйылды. Ноябрь аҙағы, декабрь башына тиклем планды үтәү ниәте бар”, - тип белдерәләр Федераль урман хужалығы агентлығынан.

Башҡортостанда мөһим социаль объекттар төҙөлә
Урал аръяғында ике дауахана һәм бер мәктәп һалына. Әбйәлил районы үҙәгендә Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлеге, Учалыла балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов эш барышы менән танышты. Ул төҙөлөштө тиҙләтергә, объектҡа өҫтәмә эшселәр йәлеп итергә ҡушты. “Учреждениелар ваҡытында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш”, -тине ул. Асҡар мәктәбе 640 урынға иҫәпләнә. Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Бина Көнсығыш-1 биҫтәһендә урынлашҡан. Бөгөн Благовещен һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн поликлиника төҙөлә.

Өфө халҡы урамдарға исем биреүҙә ҡатнаша ала
Ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм төҙөлөш идаралығынан белдереүҙәренсә, Ленин районындағы яңы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның исеме тәҡдим ителә. Технологик урамын “Технологик тыҡырыҡ” атамаһына алмаштырыу ҡарала. Технологик тигән исемде Дим районындағы яңы урамға биреү планлаштырыла. Фекерҙәр 3 декабргә тиклем туплана.

Башҡортостанда “Шыршы” операцияһы үтә
Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 8 ғинуарға тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Яңы йыл алдынан профилактик сара даими уҙа. Уның барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Бының өсөн 8 ғинуарға тиклем полиция һәм урман хужалыҡтары ҡатнашлығында рейдтар ойошторола. Рөхсәтһеҙ шыршы йәки ҡарағай ҡырҡҡан өсөн ябай кешеләргә 5 мең һумғаса штраф һалына. Тәбиғәткә ҙур зыян килтерелһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Саҡмағош районынан механизатор Мәсғүт Зыяҡаев 22 мең центнерға яҡын иген һуғып алған
Был күрһәткес менән ул йыл һайын үткәрелгән республика конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын хеҙмәт алдынғыһына бағышланы. Мәсғүт Мәүләуи улы 38 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғролоҡ күрһәтә.
Был күрһәткес менән ул йыл һайын үткәрелгән республика конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын хеҙмәт алдынғыһына бағышланы. Мәсғүт Мәүләуи улы 38 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғролоҡ күрһәтә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, ватандаштарыбыҙ исеменән рәхмәтен белдерҙе, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, ватандаштарыбыҙ исеменән рәхмәтен белдерҙе, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Үҙ бизнесым» программаһы йомғаҡланды
Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн «Үҙ бизнесым» тип исемләнгән мәғариф программаһын ябыу тантанаһы үтте. Граждандарға үҙ эшен асыуҙа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проект Рәсәйҙең 29 төбәгендә тормошҡа ашырылған. Биш көн дауамында 30-ҙан ашыу кеше эксперттарҙан консультация алды, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, финанс планлаштырыу нигеҙҙәре менән танышты.

Әбйәлил районында законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәрип ауылынан 39 йәшлек ир урмандан сығып барғанда туҡтатыла, уның транспорт сараһына бүрәнәләр тейәлгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе рөхсәт ителгән 24 кубометр ағас урынына, 75 кубометр тәшкил иткән 29 төп ҡарағай ҡырҡып ала.

Өфөлә Баймаҡ районының 95 йыллығы билдәләнде
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған байрамда муниципалитеттың ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Йүнселдәр сувенир һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте. Район халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша, экспозицияла маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар тәҡдим ителә.