Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 45 юнармеецҡа «Юнармия батырлығы» миҙалы тапшырылды
Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Оскар Ситдиҡов уҡыусыларға «Юнармия батырлығы» миҙалын тапшырҙы. Награда уҡыуҙа һәм спортта уңыштары, ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн юнармия хәрәкәте уҡыусыларына тапшырыла. Улар араһында ҡатмарлы хәлдәрҙә аптырап ҡалмай кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғандар ҙа бар.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районының Әмир ауылында крайҙы өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде
Ул үҙәк урамдарҙың береһендә, революцияға тиклем мәсет урынлашҡан дүрт ҡатлы бинала асылды. Экспозицияны ошо ауылда тыуып үҫкән медицина фәндәре докторы, профессор Радмир Хәсәнов туплаған. Кәштәләрҙә совет осоро магнитофондарын, боронғо үтектәр,китаптар, самауыр өлгөләрен күрергә мөмкин. Музей хәрби тарих, СССР дәүере, тәбиғәт һәм һунар тематикаһына бүленгән.

Рәсәй йыйылма командаһы билбау көрәше буйынса донъя кубогын яуланы
Уның составында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны. Мәртәбәле ярышты Өфөнөң Көрәш һарайы ҡабул итте. Республиканың баш ҡалаһына Европа, Азия һәм Африканан 20 йыйылма команда йыйылды. Турнир билбау көрәше буйынса Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй федерацияһын ойоштороусы Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арналды.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды
Рейтинг мәғлүмәттәрен бөгөн Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Дискуссияны асып, Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте.

❤5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды
Башҡортостанда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы илдә иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе. Былтырҙан алып ул Рәсәй Президенты ҡарары менән башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыла. Программа сиктәрендә уҡыу йортон тамамлап ауыл мәҙәниәт учреждениеларына эшкә ҡайтҡан белгестәргә 1 млн һум ярҙам сараһы бүленә. Шишмә районында балалар сәнғәт мәктәбе лә ошо программа буйынса йәш педагогтар менән тулыланған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт буйынса йыйылма командаһы составы көсәйтелә
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә компьютер спортында уңышҡа өлгәшкән йәштәр Башҡортостанға күсенеп, юғары уҡыу йорто өсөн уйнай башлай. Мордва республикаһынан Артем Белокосов та беҙҙең төбәктә киберспорт өсөн тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалай.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә компьютер спортында уңышҡа өлгәшкән йәштәр Башҡортостанға күсенеп, юғары уҡыу йорто өсөн уйнай башлай. Мордва республикаһынан Артем Белокосов та беҙҙең төбәктә киберспорт өсөн тыуҙырылған шарттарҙы юғары баһалай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың «Ҡайтыр» проекты халыҡ-ара телефестивалдә еңеү яуланы
Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» проекты Мәскәүҙә XVII «Профессия-журналист» халыҡ-ара телефестивалендә еңеүсе тип танылды. Телефестивалдең ойоштороу комитетына 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма ҡабул ителгән. Конкурсҡа үткән 23 эштең 6-һы еңеүсе тип табылған. Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ҡайтыр» документаль фильмы «Беларусь-24» телеканалы, Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы материалдары менән бер рәттән «Иң яҡшы репортаж» номинацияһында еңеүсе тип табылған

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә пенсионерҙар университеты аҡһаҡалдарға икенсе йәшлек бүләк итә
Ҡартайырға ваҡыт юҡ. Өфөләге Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусылар телдәрҙе өйрәнә, физкультура менән шөғөлләнә, нейрогимнастика яһай. Хаҡлы ялдағылар өсөн 20-нән ашыу түңәрәк эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет ҡалаһында «Башҡорт өйө» этномузейы асылды
Ғаилә музейы билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Еңеү яулығы» республика акцияһы ойоштороусыһы Резеда Сәйҙәрованың яңы проекты. Музей экспонаттарын туплауҙа уға бөтә нәҫеле ярҙам иткән.
Ғаилә музейы билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Еңеү яулығы» республика акцияһы ойоштороусыһы Резеда Сәйҙәрованың яңы проекты. Музей экспонаттарын туплауҙа уға бөтә нәҫеле ярҙам иткән.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.Билдәле сәхнә йондоҙҙары һәм композиторҙың яҡындары ҡатнашлығындағы моңло сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

❤2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватандаш» журналы Бәйләнештә селтәрендә уҙғарған фотоконкурсҡа йомғаҡ яһалды
«Мостай беҙҙең менән» тип аталған фотоконкурсҡа республика төбәктәрендә йәшәүселәрҙән 100 фото килгән. Фотоһүрәттәрҙә-халыҡ шағиры мәктәптә уҡыусылар, иген баҫыуында ауыл эшсәндәре, институтта студенттар, йәш таланттар менән. Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, әҙип йәш сағынан Башҡортостан буйлап йөрөргә, халыҡ араһында булырға яратҡан.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында һыу үткәргес селтәрҙәре яңыртылды
Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында башҡарылды. Заманса полиэтилен торбалар һалынған, тимер-бетон ҡоҙоҡ ҡаҙылған, янғын һүндереү өсөн һыу алыу ҡоролмаһы урынлаштырылған. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, Иҫәнғол ауылында йәшәүсе 8 меңгә яҡын кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Башҡортостанда 30 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды
Республика Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 16 районынан, шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларынан гүзәл заттар бар. Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылда булдырыла. Награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы 27-се пленар ултырышы үтте
Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибенә ярашлы, парламентарийҙар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы 45 закон проектын ҡараны. Алдағы өс йылға республика бюджетын планлаштырыу, граждандар алдында социаль йөкләмәләрҙе үтәү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.

Башҡортостанда урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә субсидиялар күләме арттырыла
Киләһе ике йылда Башҡортостанда урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә субсидиялар күләме арттырыла. Республикала юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 50 мең саҡрымдан ашыу, был күрһәткес буйынса беҙ башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда 2-се урында. Юл фондының һәр бишенсе өлөшө юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелә.

Өфө медицина колледжында ЭКГ хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта өйрәнелә
Өфө медицина колледжында хәҙер электрокардиографияны виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре ярҙамында төшөрөргә мөмкин. Башҡортостан Хөкүмәтенең 30 миллион һумлыҡ грантына алынған ике оҫтаханала студенттар заманса ҡоролмаларҙа медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Пациентты ҡабул итеү, анализға йүнәлтеү, диагноз ҡуйыу һәм дауалауҙарҙың барыһы ла ысын тормоштағы кеүек, тик буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре генә кешелә түгел, ә программа буйынса эш итә. Ҡайһы бер манекендарҙа уҡыусылар махсус сигналдар ярҙамында аппендицит билдәләрен асыҡларға өйрәнә..

Өфөлә онкологиянан ҡотолған 18 пациент тарихы фотокадрҙарҙа күрһәтелде
«Химия булды, әммә беҙ уның менән хушлаштыҡ». Яман шеш менән көрәшкән пациенттарҙы яҡлау маҡсатында ойошторолған был фотопроект Башҡортостанда 2023 йылдан бирле эшләй. Ике йыл эсендә проектта биш тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан
«Химия булды, әммә беҙ уның менән хушлаштыҡ». Яман шеш менән көрәшкән пациенттарҙы яҡлау маҡсатында ойошторолған был фотопроект Башҡортостанда 2023 йылдан бирле эшләй. Ике йыл эсендә проектта биш тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Йыл педагогы-2025» конкурсының муниципаль еңеүсеһе билдәле булды
2025 йылдың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы педагогы республика конкурсы алдынан тармаҡ уңғандары тәүҙә муниципалитеттарҙа асыҡлана. Баймаҡтан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова муниципаль кимәлдә үткән һөнәри конкурсы еңеүсеһе булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2025 йылдың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы педагогы республика конкурсы алдынан тармаҡ уңғандары тәүҙә муниципалитеттарҙа асыҡлана. Баймаҡтан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова муниципаль кимәлдә үткән һөнәри конкурсы еңеүсеһе булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлөлә гәзит-журналдарға яҙылыусылар көнө үтте
Матбуғат байрамын район хакимиәте ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторҙо. Мәҙәниәт йортонда республикала донъя күргән гәзит- журнал уҡыусылары, журналистар һәм мөхәррирҙәр йыйылды. Сара алдынан уҡыусылар киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ташламалы хаҡҡа яҙылып, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша алды.