Тутыйғош
Сәрхәткә яһалған аманат -
Барлыҡта ситлектә ябылмаған
Ҡанатҡа йәбешкән тағанаҡ -
Ҡағыҙҙа бөткәндә атылмаған.
сәрхәт – ф. سرحد: киңлек, иркенлек, сикһеҙлек.
Сәрхәткә яһалған аманат -
Барлыҡта ситлектә ябылмаған
Ҡанатҡа йәбешкән тағанаҡ -
Ҡағыҙҙа бөткәндә атылмаған.
сәрхәт – ф. سرحد: киңлек, иркенлек, сикһеҙлек.
🔥4
Һандыҡ байлығы
Һуҙҙым үҙ ғүмеремде ниәт менән,
Һандыҡ байлығын алып телдән.
Өҙҙөм үҙ ғазабымды тыйнаҡ менән,
Ҡыйлыҡ ваҡытын ташлап иҫтән.
Талдым үҙ сығымымдан ҡылыс менән,
Артыш эштәрен иҫләп таңдан.
Баҡтым үҙ сәғәптәрҙе тиңләү менән,
Барыш үҫештәрен ҡарап йырҙан.
сәғәп – ғ. ثواب: түләү, әжер.
Һуҙҙым үҙ ғүмеремде ниәт менән,
Һандыҡ байлығын алып телдән.
Өҙҙөм үҙ ғазабымды тыйнаҡ менән,
Ҡыйлыҡ ваҡытын ташлап иҫтән.
Талдым үҙ сығымымдан ҡылыс менән,
Артыш эштәрен иҫләп таңдан.
Баҡтым үҙ сәғәптәрҙе тиңләү менән,
Барыш үҫештәрен ҡарап йырҙан.
сәғәп – ғ. ثواب: түләү, әжер.
🔥4❤1
Ниһоңстан – ҡалҡан көнөстан
Ниһоңстан – ҡалҡан көнөстан,
Рухи йолаһын һаҡлаған.
Ниһоңстан – тәрән диңгеҙстан,
Ҡояш нурҙарын һатмаған.
Ниһоңстан – уңған йәҙитстан,
Хәли халҡыны таштамаған.
Ниһоңстан – гөрлө донъястан,
Ғүмергә ҡаршы ҡарамаған.
Ниһоңстан – нур сыҡҡан көнөстан,
Йола рухын юғалтмаған.
Ниһоңстан – ифратлы миҫалстан,
Йәҙитселекте булдырған.
Ниһоңстан – "ниһоң" (япондар үҙ атамаһы: 日本) + "-стан" (ф. ـستان: ил; төбәк): Япон иле, Япония.
хәли – ғ. خَالٍ: буш.
Ниһоңстан – ҡалҡан көнөстан,
Рухи йолаһын һаҡлаған.
Ниһоңстан – тәрән диңгеҙстан,
Ҡояш нурҙарын һатмаған.
Ниһоңстан – уңған йәҙитстан,
Хәли халҡыны таштамаған.
Ниһоңстан – гөрлө донъястан,
Ғүмергә ҡаршы ҡарамаған.
Ниһоңстан – нур сыҡҡан көнөстан,
Йола рухын юғалтмаған.
Ниһоңстан – ифратлы миҫалстан,
Йәҙитселекте булдырған.
Ниһоңстан – "ниһоң" (япондар үҙ атамаһы: 日本) + "-стан" (ф. ـستان: ил; төбәк): Япон иле, Япония.
хәли – ғ. خَالٍ: буш.
🔥5💘2👏1
Батшалар
Малайҙар үләләр һуғышта,
Аҡ батша байҙы аҡсаға.
Әсәйҙәр алалар һағышта,
Ваҡ тауҙа илап баҡсала.
Батырҙар ултыралар ситлектә,
Күк батша байҙы сәғәпкә.
Дуңғыҙлар йыуыналар һаҙлыҡта,
Буҡ һарай ватҡан танауҙа.
Балалар ҡурҡалар сығырға,
Ҡыҙыл батша ултыра тәхеттә.
Милләтсе бахырҙай тулҡында,
Бысып ҡарға алған бүректә.
19.12.2025
Малайҙар үләләр һуғышта,
Аҡ батша байҙы аҡсаға.
Әсәйҙәр алалар һағышта,
Ваҡ тауҙа илап баҡсала.
Батырҙар ултыралар ситлектә,
Күк батша байҙы сәғәпкә.
Дуңғыҙлар йыуыналар һаҙлыҡта,
Буҡ һарай ватҡан танауҙа.
Балалар ҡурҡалар сығырға,
Ҡыҙыл батша ултыра тәхеттә.
Милләтсе бахырҙай тулҡында,
Бысып ҡарға алған бүректә.
19.12.2025
🔥5
Хыялдар
Үҙ тараф юлымда булдым сая,
Таң башына килде миңә хыял.
Килә ғүмер булыр уңған нөсхә,
Ә хәҙергә донъя кеүек мөсхәф.
Истиғфар итеп ихлас доғаһы,
Ваҡ гонаһ мейемде ашамаһын.
Күк бәхет тырышым булһа фиҙа,
Ҡәнәғәт булһын тик олуғ Аллаһ.
Үҙ тараф юлымда булдым сая,
Таң башына килде миңә хыял.
Килә ғүмер булыр уңған нөсхә,
Ә хәҙергә донъя кеүек мөсхәф.
Истиғфар итеп ихлас доғаһы,
Ваҡ гонаһ мейемде ашамаһын.
Күк бәхет тырышым булһа фиҙа,
Ҡәнәғәт булһын тик олуғ Аллаһ.
❤4
Сәйфүның ендәр янсығы
Ята минең Сәйфүла аҡса,
Улар туп-тулы кеүек ендәр баҡса.
Ҡаерға ҡайтырмын мин инде?
Балалар икүгә сәғәтенә китте.
Ята минең Сәйфүла аҡса,
Улар туп-тулы кеүек ендәр баҡса.
Ҡаерға ҡайтырмын мин инде?
Балалар икүгә сәғәтенә китте.
❤4
Шиғри моңдары
Һөйөүең кеүек нури донъя,
Йылғанан ап-аҡ ғишыҡ аға.
Ҡосағың йәнде эстән вата –
Минең ҡәҙерле татлы даръя.
нури – ғ. نوري: нурлы, яҡты.
ғишыҡ – ғ. عشق: һөйөү тойғоһо, мөхәббәт.
даръя – ф. دریا: ҙур йылға, диңгеҙ, океан.
Һөйөүең кеүек нури донъя,
Йылғанан ап-аҡ ғишыҡ аға.
Ҡосағың йәнде эстән вата –
Минең ҡәҙерле татлы даръя.
нури – ғ. نوري: нурлы, яҡты.
ғишыҡ – ғ. عشق: һөйөү тойғоһо, мөхәббәт.
даръя – ф. دریا: ҙур йылға, диңгеҙ, океан.
❤3
Шартлау барышы
Хис-тойғолар булһа ғайрәт,
Мөхәббәт булмаҫ әхирәт.
Асыл алыу өсөн ысын арыҫлан –
Шартлау барыштан – даими тәбиғәт.
Барыштандан сыға инде һөҙөмтә,
Һөйөүҙән ҡаса бахырҙан эҙемтә.
Ғашиҡ табыу өсөн дәлил –
Емерелеүҙең мөғжизә!
ғайрәт – ғ. غيرت: ғәйрәт, ҡеүәт, көс, дәрт, тырышлыҡ.
эҙемтә – башҡ. эҙ: һөҙөмтә, нәтижә, следствие.
дәлил – ғ. دليل: аргумент, иҫбат.
Хис-тойғолар булһа ғайрәт,
Мөхәббәт булмаҫ әхирәт.
Асыл алыу өсөн ысын арыҫлан –
Шартлау барыштан – даими тәбиғәт.
Барыштандан сыға инде һөҙөмтә,
Һөйөүҙән ҡаса бахырҙан эҙемтә.
Ғашиҡ табыу өсөн дәлил –
Емерелеүҙең мөғжизә!
ғайрәт – ғ. غيرت: ғәйрәт, ҡеүәт, көс, дәрт, тырышлыҡ.
эҙемтә – башҡ. эҙ: һөҙөмтә, нәтижә, следствие.
дәлил – ғ. دليل: аргумент, иҫбат.
💘2❤1
Башҡорт 2.0
Ни өсөн башҡорт халҡы һатылған?
Харамға ингән үҙ нәфсе дошман.
Тәмәкене тартҡас, ағыу-һыуын менән булышып,
Ҡолаҡтарын япҡас, ерәнес менән шаярашып...
Күҙҙәрендә томан, ҡара болот.
Минең милләтемдең бөттө бер ҡот!
Башында ҡара төнгөлөк, аҡылдан шашҡан хистәр.
Инде тарихтан сыға хаҡтан изге түҙемлектәр...
Егеттәр! Бушҡа ҡанды ағыҙырғас,
Үҫтеләр, бахыр урыҫҡа ҡарағас.
Балларыбыҙға ҡарағыҙ, тыйнаҡһыҙ йөҙҙәренә!
Телдәренә ҡарағыҙ, вәһем ниәт-уйҙарына!
Күк Тәңре биргән ерҙе һанамай,
Ҡояш уларҙы башҡа йылытмай.
Беҙҙе кешеләр ваҡыттан ысын мыҫҡыл итәләр...
Гонаһлы ахмаҡтар ысынбарлыҡты аңламайҙар....
Ай башҡорт! Ҡара оят үҙеңә!
Нимә булды ихлас йөрәгеңдә?
Был юл һине тарафтан үлтерә, ғәйепле ҡотҡо.
Үҫте һеҙҙә бахырҙандай һалҡын яуыз-йән боҙло...
https://t.iss.one/baskort_writer/29
Ни өсөн башҡорт халҡы һатылған?
Харамға ингән үҙ нәфсе дошман.
Тәмәкене тартҡас, ағыу-һыуын менән булышып,
Ҡолаҡтарын япҡас, ерәнес менән шаярашып...
Күҙҙәрендә томан, ҡара болот.
Минең милләтемдең бөттө бер ҡот!
Башында ҡара төнгөлөк, аҡылдан шашҡан хистәр.
Инде тарихтан сыға хаҡтан изге түҙемлектәр...
Егеттәр! Бушҡа ҡанды ағыҙырғас,
Үҫтеләр, бахыр урыҫҡа ҡарағас.
Балларыбыҙға ҡарағыҙ, тыйнаҡһыҙ йөҙҙәренә!
Телдәренә ҡарағыҙ, вәһем ниәт-уйҙарына!
Күк Тәңре биргән ерҙе һанамай,
Ҡояш уларҙы башҡа йылытмай.
Беҙҙе кешеләр ваҡыттан ысын мыҫҡыл итәләр...
Гонаһлы ахмаҡтар ысынбарлыҡты аңламайҙар....
Ай башҡорт! Ҡара оят үҙеңә!
Нимә булды ихлас йөрәгеңдә?
Был юл һине тарафтан үлтерә, ғәйепле ҡотҡо.
Үҫте һеҙҙә бахырҙандай һалҡын яуыз-йән боҙло...
https://t.iss.one/baskort_writer/29
Telegram
Башкирский писака✌️
Башҡорт
Ни өсөн башҡорт халҡы һатылған?
Тәмәкене тартҡас, араҡы менән булышып,
Харамға ингән үҙебеҙҙең дошман.
Ә улар ҡолаҡтарҙы ябалар, ерәнес менән шаярашып...
Күҙҙәрендә томан, ҡара болоттар.
Минең милләтемдең көсө бөттө!
Башында төнгөлөк, яман хистәр.…
Ни өсөн башҡорт халҡы һатылған?
Тәмәкене тартҡас, араҡы менән булышып,
Харамға ингән үҙебеҙҙең дошман.
Ә улар ҡолаҡтарҙы ябалар, ерәнес менән шаярашып...
Күҙҙәрендә томан, ҡара болоттар.
Минең милләтемдең көсө бөттө!
Башында төнгөлөк, яман хистәр.…
🔥3
Ниһоң мулла
Ниһоң мулла, ниһоң мулла, ниһоң мулла,
Хеҙмәте булған юғиһә тасаууыфта.
Ниһоң халҡын сағыштырып эшләгәндәй,
Ысын йәҙит булған “нәфсе” рух-уйында.
Ниһоң мулла, ниһоң мулла, ниһоң мулла,
Ихсаны булған һис шикһеҙ ҡылғанлыҡта.
Ниһоң әҙәм фәлсәфәне аңлағандай,
Милләтеңдең ваҡиғ үҙәк – дәрт иманда.
ниһоң – яп. 日本 : япон.
тасаууыф – ғ. تصوف: суфыйсылыҡ, суфыйлыҡ.
йәҙит – һылтанманы ҡарарға.
ваҡиғ – ғ. واقع: ысын, ғәмәли.
Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев | ムハンマド・ガブドゥルハイ・クルバンガリー
Ниһоң мулла, ниһоң мулла, ниһоң мулла,
Хеҙмәте булған юғиһә тасаууыфта.
Ниһоң халҡын сағыштырып эшләгәндәй,
Ысын йәҙит булған “нәфсе” рух-уйында.
Ниһоң мулла, ниһоң мулла, ниһоң мулла,
Ихсаны булған һис шикһеҙ ҡылғанлыҡта.
Ниһоң әҙәм фәлсәфәне аңлағандай,
Милләтеңдең ваҡиғ үҙәк – дәрт иманда.
ниһоң – яп. 日本 : япон.
тасаууыф – ғ. تصوف: суфыйсылыҡ, суфыйлыҡ.
йәҙит – һылтанманы ҡарарға.
ваҡиғ – ғ. واقع: ысын, ғәмәли.
Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиев | ムハンマド・ガブドゥルハイ・クルバンガリー
👍4
Милләт тауышы
Зыңлай, зыңлай, намыҫ зыңлай,
Йөрәк менән тәрән сыңлай.
Пәрәст булып дуҫым тыңлай,
Нимә инде милләт аңлай...
Ҡарай, ҡарай, әшнә ҡарай!
Ғорур менән ихлас ҡарай!
Ватанһөйәр булып аңлай!
Милләт тарих-тәртип аңлай!
Байҡай, байҡай, тауыш байҡай,
Аһәң менән осло ҡайрай.
Мәхбүс булып туған сыҙай,
Нимә инде мираҫ һаҡлай...
Бармай, бармай, ҡәрҙәш бармай!
Өмөт менән фәһем бармай!
Азат өндәр тыңлап һаҡлай!
Изге вариҫ иман һаҡлай!
пәрәст – ф. پرستیدن: фанат, ғашиҡ, табыныусы.
әшнә – ф. آشنا: дуҫ, иптәш.
аһәң – ф. آهنگ: яғымлы тауышлы, моңлолоҡ, ярашлылыҡ, гармония.
мәхбүс – ғ. محبوس: тотҡон.
фәһем – ғ. فهم: аҡыл, зирәклек, төшөнсә, һиҙгерлек, аң, фекер, төшөнөү, зиһен.
Зыңлай, зыңлай, намыҫ зыңлай,
Йөрәк менән тәрән сыңлай.
Пәрәст булып дуҫым тыңлай,
Нимә инде милләт аңлай...
Ҡарай, ҡарай, әшнә ҡарай!
Ғорур менән ихлас ҡарай!
Ватанһөйәр булып аңлай!
Милләт тарих-тәртип аңлай!
Байҡай, байҡай, тауыш байҡай,
Аһәң менән осло ҡайрай.
Мәхбүс булып туған сыҙай,
Нимә инде мираҫ һаҡлай...
Бармай, бармай, ҡәрҙәш бармай!
Өмөт менән фәһем бармай!
Азат өндәр тыңлап һаҡлай!
Изге вариҫ иман һаҡлай!
пәрәст – ф. پرستیدن: фанат, ғашиҡ, табыныусы.
әшнә – ф. آشنا: дуҫ, иптәш.
аһәң – ф. آهنگ: яғымлы тауышлы, моңлолоҡ, ярашлылыҡ, гармония.
мәхбүс – ғ. محبوس: тотҡон.
фәһем – ғ. فهم: аҡыл, зирәклек, төшөнсә, һиҙгерлек, аң, фекер, төшөнөү, зиһен.
💘3