БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы

2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумының пленар ултырышында хәбәр итте. Яҡын арала был туралағы Указға ҡул ҡуйыла. Ҡарарҙы ҡабул иткәндә, яугирҙар һәм генерал-майор Шайморатов ордены кавалерҙары мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынған. Форумға килгәндә, республикала ул 2022 йылдан алып йыл да уҙғарыла.
🤬4👍32👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе итеп Айнур Бирғәлин һайланды

Тауыш биреү бөгөн Өфөлә уҙған 9-сы съезда үтте. Пленумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе үҙ сығышында төбәк дини конфесссияларының татыу һәм берҙәм эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттең рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан диниә назаратының эш һөҙөмтәләре һәм алда торған маҡсаттар тураһында репортаж.
👍7🤬5👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәге ғилми коллективтарын үҙәктең биш йыллығы менән ҡотланы

Евразия фәнни белем биреү үҙәге вуз-ара кампусында үҙәк асылыуға биш йыл тулыуға арналған форум эшләй. Евразия фәнни белем биреү үҙәге 2020 йылда Рәсәй Президенты Указы буйынса «Фән» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылды. «Фән һәм индустрия: стратегия-2030» форумында Башҡортостан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән ғалимдар ҡатнаша. Кампуста ошо уңайҙан ойошторолған күргәҙмәне Радий Хәбиров ҡараны һәм алдынғы лабораторияларҙа булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан депутаттары быйылғы һәм киләһе ике йылға планлаштырылған бюджетты ҡайтанан ҡараны

Төбәк ҡаҙнаһында сығымдар артыуға бәйле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары быйылғы һәм киләһе ике йылға планлаштырылған бюджетты ҡайтанан ҡараны. Парламенттың пленар ултырышында ошо туралығы закон проекты ҡаралды. Депутаттар республиканың төп финанс документына килемдең 5 миллиард ярымға артып, сығымдарҙың 8 миллиард ярымдан ашыуы тураһында төҙәтмәләр индерҙе. Шулай итеп быйыл дефицит 15 миллиард һумдан аша. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының 14-се ултырышынан репортаж.
🤔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан республикала 10 миллион һумдан ашыу суммаға 523 административ ҡарар сығарылған

Был федераль трассаларҙа алып барылған профилактик саралар һөҙөмтәһе. Рейдтар ноябргә тиклем дауам итер тип көтөлә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Журналистика кафедраһы ойошторолоуға 35 йыл

Юбилей уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында тантаналы сара үтте. Унда юғары уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлап, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән билдәле журналистар - беҙҙең коллегаларыбыҙ ҡатнашты.
3👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында шиғриәт байрамы үтте

Башҡортостандың билдәле шағирә ҡатын-ҡыҙҙары «Мәңгелек йәй» донъяһында осрашып үҙҙәренең ижад емештәрен уҡыны. Бер майҙанда күренекле һүҙ оҫталары менән бергә йәш көстәр сығыш яһаны.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла балалар өсөн спорт мөмкинлектәре киңәйә

Ҡалалағы Сергей Ғимаев исемендәге «Туймазы-Арена» спорт комплексында йәмғеһе 11 түңәрәк эшләй. Бында ил данын хатта донъя кимәлендә яҡларлыҡ йәш спортсылар тәрбиәләнә. Арена «Башнефть» ойошмаһы ярҙамында төҙөлгән.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров менән Батырбәк Ҡайыпбиргәновтың осрашыуы үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡарағалпаҡстан республикаһының Юғары белем, фән һәм инновациялар министры Батырбәк Ҡайыпбиргәнов менән осрашты. Үзбәкстан составындағы туғандаш республика вәкилдәре Башҡортостанға Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең «Фән һәм индустрия, стратегия 2030» тип исемләнгән форумда ҡатнашырға килгән. Киңәйтелгән ғилми делегация ике көн дауамында Өфөнөң юғары уҡыу йорттары, һөнәри белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге, фәнни үҙәктәр мөмкинлектәре менән танышҡан, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдарын барлаған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватан яугирҙары ғаиләләре» комитеты форумы үтте

Фекер алышыуҙа Рәсәй төбәктәренән йыйылған комитет ағзалары уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләп, тәжрибә уртаҡлашты. 200-ҙән ашыу кешене берләштергән форумда ирекмәндән бүләкләнде, махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә ойошторолдо.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көҙгө саҡырылыш кампанияһы старт алды

Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан, Баймаҡ ҡалаһынан 15 егет тәүгеләрҙән булып әрме сафына оҙатылды.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҫыуға ҡош тиҙәге түгеп, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған Туймазы ҡош фабрикаһына рәсми иҫкәртеү яһалды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь урталарында Туймазы ҡалаһы һәм уға яҡын урынлашҡан бер нисә ауыл халҡының һауалағы киҫкен еҫкә зарланған видеолары интернет селтәрендә таралды. Мәсьәлә буйынса инициатив төркөм ил етәкселегенә үк барып етә. Проблема республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, урындағы ауыл советтары вәкилдәре, күҙәтеү органдары һәм предприятие етәкселеге ҡатнашлығындағы ултырышта ҡаралды.
👍4
Алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 2 ноябрҙә аҙнаһына биш көн эшләгәндәр өсөн эш көнө була. Шәмбе эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнергә тейеш. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй - отпуск бер көнгә оҙайтыла, тип белдерәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Радий Хәбиров Өфө районындағы күп функциялы юл яны комплексында булды

“Ирбис-РБ” яғыулыҡ компанияһы төҙөгән обьектҡа 250 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән, 30 эш урыны булдырылған. Ғәҙәти яғыулыҡ төрҙәренән тыш, электромобилдәр өсөн зарядка алыу ҡоролмалары ҡуйылған. Шулай уҡ комплекста кафе, магазин, балалар өсөн уйын майҙансығы, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе , водителдәр һәм пассажирҙар өсөн ял комнатаһы бар, ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Компания Өфө һәм Өфө районында тағы 10 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм күп функциялы юл яны комплекстары төҙөргә ниәтләй. “Программа үҙ маҡсаттарына иреште. Өс йыл эсендә 900-ҙән ашыу обьект төҙөлдө, 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде. Юл яны сервисы- иҡтисадтың мөһим өлөшө, бында кешеләр аҡса эшләй, һалым да түләй. Шуның өсөн был программаны 2030 йылға тиклем яңыртыу буйынса эшләүҙе ҡарар иттек”,- тине Радий Хәбиров.
👍2👎2🤬2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәт структураһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Төбәк башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә яҡын киләсәктә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға кадрҙар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк, тип билдәләне. Федераль ҡануниәткә ярашлы, республиканың ҡайһы бер тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре федераль тармаҡ министрлыҡтары менән килешеп эш итергә тейеш. Улар төҙөлөш, мәғариф һәм башҡа министрлыҡтар. Ҡайһы бер етәкселәр буйынса килешеүҙәр килде, ҡайһы берҙәре буйынса беҙ көтәбеҙ, тине Радий Хәбиров.
👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Модулле электр-яғыулыҡ ҡойоу станциялары төҙөлөшө планлаштырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Өфө районы Михайловка ауылында урынлашҡан күп функциялы яңы комплекс эшмәкәрлеге менән танышып, юл буйы сервисы - иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Инвестициялар йәлеп ителеү менән бер рәттән эш урындары ла булдырыла.
👎43👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна ял иткән. Ир-егеттәрҙе ғаиләләре, дуҫтары, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм Ирек Сәғитов оҙатты
👎4👍1
Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән

9 малай һәм ҡыҙ һәләк булған, имгәнгәнгәндәр - 400-гә яҡын. Башҡортостан юл полицияһы һәм Мәғариф министрлығы бөгөн “Иғтибар, балалар” акцияһын иғлан итте. “Тиҙлекте арттырмағыҙ, юл билдәләренә һәм светофорға иғтибарлы булығыҙ. Автомобилдә балаларҙы креслола йөрөтөгөҙ. Ҡараңғы төшкәс балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс тамғалар беркетергә кәрәк”, - ти автоинспектор Ленар Зиннуров.
“Иғтибар, балалар” акцияһы барышында мәктәп уҡыусылары “Бала саҡтың имен юлы” тигән республика КВН уйынының финалында ҡатнаша ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Бөтә Рәсәй “Йәш инспектор һөнәре”, “Йәш инспектор медиаһы” тигән социаль-мәғариф проекттары ойошторола. Профилактик акция 15 ноябрҙә тамамлана.
👎3👍2
Башҡортостан ҡышҡы туристик миҙгелгә әҙер

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Уларҙа төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трасса була. Тау саңғыһы үҙәктәрендә техник хеҙмәтләндереү булған, бер нисәүһендә яңы трассалар асылырға тейеш.
👎4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә күперҙе ябыу менән бәйле проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты

Шаҡша күпере, госпиталдәргә ирекмәндәр, яңы башлыҡтар. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһе яңылыҡтарға, бойороҡтарға бай булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, туристик миҙгел, уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙәмтәләренән тыш башҡа мөһим темалар ҙа ҡаралды.