БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды

Рәсәйҙең Олимпия комитеты башланғысы менән Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды. Баш ҡала халҡы Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән бергә 2024 метр араны атлап үтте. «Рәсәй - спорт державаһы» форумының һуңғы көнөндә уҙғарылған иң күләмле спорт сараһынан репортаж.
2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәй Геройы Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты, ветерандар ойошмаһы етәкселәре менән осрашты. Рәсәй Геройы махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына төрлө яҡлап булышлыҡ итеү буйынса фекер алышты.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировкалау селтәрҙәре алып барҙы

Журналистар яугирҙарға. Махсус хәрби операция биләмәһенә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәре килеп етте. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙарына һаҡланыу материалын республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков етәкселегендәге делегация тапшырҙы.
👎2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районынан умартасы XVIII быуатта йәшәгән ҡарт олатаһының кәсебен тергеҙгән

Бөгөн ул шөғөлөн яңы кимәлгә күтәреү маҡсатында федераль грант та яулаған. Башҡортостандан 9 проект араһынан һайлап алынған 4 эш араһында Ғафури районынан шәхси эшҡыуар ҙа бар.
👎3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» - 2024 республика конкурсының муниципаль этабы дауам итә

Быйыл унда Иглин районынан тиҫтәләгән ауыл ҡатнаша. Былтыр муниципаль этапта еңеү яулап, ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһен кәртәләгән сыбаҡайҙар быйыл да изге эшкә ҙур тырышлыҡ һаласаҡ. Айыҡ ауыл халҡы йәшәйеше хаҡында киләһе яҙмала.
👎31👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Келәш ауылында яңы быуын китапханаһы асылды

Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналды. Китапхана техник тәьминәте буйынса республикала иң яҡшылар исемлегенә инә ала. Уны төҙөүгә «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 8 миллион һум грант аҡсаһы йүнәлтелгән. Мәғариф үҙәгендә бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижады менән теләгән һәр кем иң заманса ысулдар менән таныш ала.
👎4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте

Бөгөн көрәш һарайында Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте. Йыйылышта шулай уҡ «Рәсәй-спорт державаһы» форумына килгән ҡунаҡтар, билдәле спортсылар, чемпиондар ҡатнашты.
😁4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары

Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Йылытыу миҙгеле менән бәйле һорауҙар, аграр тармаҡтың эшкәртеү секторын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына Шайморатов ордендарын да тапшырҙы. Бүләкләнеүселәрҙең береһе беҙҙең элекке колллегабыҙ, журналист Павел Самойлин. «Ҡайтыр» ҡушаматлы яугир. Ул алғы һыҙыҡта 2023 йылдың ноябренән. Уның иҫән ҡалыу тарихы мөғжизәгә тиң. Яҡташыбыҙ 4 көн емереклектәр аҫтында ятҡандан һуң табыла. Әле ул Мәскәү госпиталендә ярты йыл дауалау курсы үтеп тыуған яғына ҡайтҡан. «Гранит» ҡушаматлы яугир мотоуҡсылар полкының штаб начальнигы, алғы һыҙыҡҡа юлланыуына декабрҙә ике йыл тула. Яугирҙар Республика етәкселегенә, халыҡҡа иғттибары, хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп 33 йәшлек Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде. Ҡала советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, быға тиклем хакимиәтте етәкләгән Рөстәм Ғәзизовтың эшенә юғары баһа биреп, уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә файҙаланыласаҡ тип белдерҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге асылды

Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусында асылды. Унда фарсы теле курстары ойошторола. Төрлө өлкәләрҙән уҡыусылар, студенттар һәм белгестәр Яҡын һәм Урта Көнсығыш телдәре мәҙәниәтен белгән иҡтисадсылар, политологтар һәм журналистар ил ғилеме һәм тел әҙерлеге үткәрәсәк.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районыныда Башҡортостандағы иң ҙур малсылыҡ комплексы төҙөлә

Ул 80 гектар майҙанда урынлашҡан егерменән ашыу бинаны үҙ эсенә аласаҡ. Инвестициялар күләме 6 миллиард һумдан ашыу. Объект әле 50 процентҡа әҙер, уны ваҡытынан алда төҙөп бөтөү планлаштырыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан кесе Хажға барыусылар изге сәфәргә юлланды

Өфөнән Ғөмрәгә тура рейс менән. «Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан бөгөн төндә кесе Хажға барыусылар изге сәфәргә юлланды. Бығаса республика халҡы Сәғүд Ғәрәбстанына илдең башҡа ҡалалары аша ғына бара ала ине. Хәҙер бындай мөмкинлекте Башҡортостандағы турист фирмаларының береһе тәҡдим итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктең онкодиспансер белгестәре бөйөрҙә яман шеш тромбын алыуҙа яңы технология файҙалана башланы

Республиканың клиник онкодиспансер белгестәре бөйөрҙә яман шеш тромбын алыуҙа яңы технология файҙалана башланы. Был республикала тәүге тәжрибә. Бығаса файҙаланылмаған яңы ысул хирург өсөн дә, пациентҡа ла уңайлы.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында һәм Ишембай районындағы Верхотор ауылында парктар төҙөкләндерелә

2023 йылда ошо тораҡ пункттар «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе тип танылған. Был турала социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Баймаҡ бәйгелә икенсе тапҡыр иң яҡшылар исемлегенә инә. Быға тиклем ҡалала үҙәк майҙан төҙөкләндерелһә, хәҙер Салауат Юлаев исемендәге парк тәртипкә килтереләсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа юлланды. Егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы Өфө арена спорт һарайы эргәһендәге майҙанда үтте.
🤬4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Владимир Якушев менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев менән осрашты.
Радий Хәбиров осрашыуҙа төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ветерандарҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
👎3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә яугирҙар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә ала

Махсус хәрби операция башланғандан алып, госпиталдә 700-ҙән ашыу ир-егеткә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Учреждениела физик яраларҙы дауалау, психологик ярҙам, магнит терапияһы, массаж, махсус күнекмәләр, сәләмәт туҡланыу һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторолған.
👎3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында Федор Матвеевҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Ошо ауылда тыуып-үҫкән яугир хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Федор Матвеев үлгәндән һуң Батырлыҡ Ордены менән бүләкләнә. Мемориаль таҡта яугир уҡыған мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер сараһында хәрби хеҙмәткәрҙең туғандары, уҡытыусылары , мәктәп уҡыусылары, ауылдаштары ҡатнашты.
👍4🤬3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡынан сираттағы ылау туплана

Көндәр һалҡынайыуҙы күҙ уңында тотоп «Һалдатҡа йылы ойоҡтар» акцияһы иғлан ителде. Шулай көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ‐түлек туплана. Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Зәкиә Ғүмәрова ла бик сауаплы эш башҡара,ул һалдаттарға йоҡо ҡапсыҡтары тегә.
👎3👍1