БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан көрәшселәре грэпплинг буйынса донъя беренселегендә өс алтын яуланы

Өфөнән Алһыу Ғәлиева ике тапҡыр чемпион тип танылды. Шулай уҡ Бөрйән районынан Илсөйәр Сәйфетдинова еңеүсе булды. Грэпплинг буйынса донъя беренселеге Астана ҡалаһында үтә. Турнир 12 октябргә тиклем дауам итә. Унда 30 илдән 1 мең 300 спортсы ҡатнаша. Грэпплинг көрәштең бер төрө булып тора.
👎4👍31
Башҡортостан Ҡыҙыл китабынан 21 төр хайуан, ҡош һәм бөжәк сығарылды

Республика хөкүмәте һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандар һәм үҫемлектәр тураһында документҡа төҙәтмәләр ҡабул итте. Ҡыҙыл китапҡа 47 төр индерелде. Яңыртылған исемлектә 140 йәнлек, бөжәк, балыҡ һәм ҡош тураһында мәғлүмәт бар. Быға тиклем Ҡыҙыл китап 2014 йылда үҙгәртелде.
👎41
Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла

Туриндустрия өлкәһендә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе "Атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тип билдәләйҙәр. Республика парламентында "Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһындағы" законға төҙәтмәләр әҙерләнгән. Документ ошо айҙа пленар ултырышта ҡарала. - Бөгөн туризм үҫешә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанды ҡунаҡсыл төбәк итеп таныта. Маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын арттырыуға, тармаҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тине спикер Константин Толкачев.
👎43
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холлында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде.
👍4👎2🤬21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә

Ил һаҡларға ант биргәс, өйҙә ултырып ҡалып булмай. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы менән конракт төҙөүсе Хәлит Ғөбәйҙуллин белдерҙе. Ир 2000-се йылдар башында әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Махсус хәрби операциянан да ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Әле ул Башҡортостандың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пунктына килеп килешеү төҙөй. Медицина тикшеренеүҙәрен үткәндән һуң, хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланасаҡ.
Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы 1 миллион 205 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ.
👎3🤬21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтә

Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә ала.
👍5👎41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Ғәзим Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте

Шағир, прозаик, драматур - ҙур ижадсы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл. Ошо уңайҙан Хәйбулла районында «Ғорурлығы булып Хәйбулланың, мәңге йәшә беҙҙең күңелдә» тип аталған хәтер кисәһе үтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍6👎41👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды

Бөгөн Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин һәм власть органдары вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.
👎4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Наградаларҙың бер өлөшөн Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин тапшырҙы. Ул Донбасс төбәктәрен төҙөкләндереүгә, урындағы халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбировтың Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашыуы үтте

Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре Радий Хәбировтың Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашыуында тикшерелде. Башҡортостан башлығы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн потенциалдың юғары булыуын билдәләне.
👎4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте

Республика көнө Башҡортостандың төп дәүләт байрамы. Өс тиҫтәнән ашыу йыл элек халҡыбыҙ мәнфәғәтенән сығып социаль-иҡтисади, фәнни һәм рухи-мәҙәни үҫешкә нигеҙ һалынды Бөгөн дә халҡыбыҙ үҙ берҙәмлеге, фиҙаҡәр хеҙмәте менән республиканы алға әйҙәй, яңы үрҙәргә этәрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.
👎4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һәр 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай

Яңы байрам булдырылыуы тураһында төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең таныштырыу концертында иғлан итте. Был башланғысты ижади коллектив, тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡабул итте. Республика етәксеһе тарихи ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ҡурай - башҡорт милләтенең символы, быуындарҙы бәйләүсе ҡомартҡы, халҡыбыҙҙың күңеле булыуын билдәләне.
👍8👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтте

Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә алған.
👍5👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе республикабыҙҙың тыуған көнө менән ҡотлайым! Ғәзиз әсә кеүек, тыуған ер ҙә берәү генә була. Һәм беҙ уның именлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ быны булдыра алабыҙ, сөнки татыу, күп милләтле, эшсән, дуҫ ғаиләлә йәшәйбеҙ.

Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормош теләйем.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
5👎4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнөнә арналған рәсми саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды

Республика көнөнә арналған рәсми саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге хөкүмәт ағзаһы, халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхес-Шәйехзада Бабич республиканың бөгөнгөһөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тантанала Абхазия Президенты Аслан Бжания , Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашты.
3👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов кластарының һаны 69-ға артты

Уларҙы сафҡа алыу тантанаһы бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания ҡатнашты, етәкселәр Рәсәй Геройының һәйкәленә сәскә һалды, йәш шайморатовсыларға теләктәрен еткерҙе.
🤬54👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йыл һайын 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай

Был туралағы Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңы байрам булдырылыуын ул Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле концертында иғлан иткәйне. Ете ай эсендә ойошторолған ижади коллективтың тәүге ҙур мәҙәни сараһынан репортаж.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнө йәшелләндереү акцияһы сиктәрендә бөгөн Кольская урамында экологик өмә үтте

Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йүкә ағастарын ултыртыуҙа ҡатнашты. Ошо рәүешле тағы бер аллеяға нигеҙ һалынды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан махсус хәрби операция биләмәһенә элемтә тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән заманса техника ебәрелде. Парламент депутаттары махсус хәрби операция өсөн кәрәкле ярҙамды даими ойоштора. Республика көнөндә хәрби биләмәлә элемтә булдырыусы заманса яңы ҡорамалдар оҙатыла. Элемтә саралары дошман менән көрәштә иң кәрәкле сараның береһе, ул яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә мөһим.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы Максим Горький ауылы халҡы дәүләт ярҙамында спорт майҙансығы төҙөгән

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында төҙөкләндереү сараларына дәүләттән бер нисә тапҡыр финанс ярҙам йәлеп иткән. Йәмғеһе республикала быйылғы программа сиктәрендә 600-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған.
👍5🥰1