БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
7.99K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Бөгөн Рәсәй президентының тыуған көнө

Владимир Путинға 72 йәш тулды. Ил Президенты Ленинград ҡалаһында тыуған. 1999 йылда ил хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, 2000-се йылдың 7 майында ил башлығы булып һайлана. Владимир Путин иң оҙаҡ эшләгән сәйәсмәндәрҙән һанала.
13🤬4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Салют» республика балалар реабилитация үҙәге асылды

Был учреждениены төҙөү тураһында Республика башлығы 2018 йылда, физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙа иғлан иткәйне. Күләмле проект тормошҡа ашырылды, үҙәк 26 мең квадрат метрға яҡын майҙанды үҙ эсенә ала, бында көн һайын 250 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блогы менән стационар, 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урын алған. Объектты сафҡа индереүгә 2 миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.
👍3👎31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йылытыу миҙгелен етешһеҙлек менән башлаған муниципалитеттарҙы тәнҡитләне

Йылы тиҙ арала йорттарға һәм социаль объекттарға ебәрелергә тейеш. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары, республикала медицина тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү һорауҙары ла ҡаралды. Ҡыҫҡа эш аҙнаһы менән бәйле Республика көнөнә әҙерлек мәсьәләләре лә тикшерелде.
👎4👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Бөгөн Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Көтөп алынған осрашыу «Өфө - арена» алдындағы майҙанда үтте. Әлбиттә, бында башлыса ватан һаҡсыларының туғандары һәм дуҫтары йыйылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу өсөн автобустар бүленгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ике аҙна дауам иткән отпуск мәленә ҙур пландар ҡорған. Шулай ҙа төп маҡсат - ғаиләләренә күберәк ваҡыт бүлеү.
👍4🤬41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә БПЛА операторҙары уҡытыла башланы

Заман һөнәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараты белгесе һәм операторы» программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Унда Өфө вуздарынан йыйылған 50 кеше белем ала.
👍4🤬41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың дүрт фермеры «Агротуризм» программаһы буйынса федераль грант аласаҡ

Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итте. Грант конкурсы шарттары буйынса унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе эшҡыуарлыҡ субъекттары көс һынай ала. Бәйгелә үҙ проекты менән Борай районынан Русалина Шакирова ла ҡатнашып, 10 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.
👍64👎3🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында «Ғаилә скверы» барлыҡҡа килде

Республикала яңы йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Ул «Ғаилә скверы» тип атала. Йәмәғәт биләмәһе Иглин районы Ҡалтыман ауылы халҡының «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍5👎31🤬1
Башҡортостанда балалар беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә

Республикала "Бәхетле табип" тигән мәғариф программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уны Туймазы медицина колледжы ойошторған. Маҡсат - балаларҙы шәфҡәт туташы һөнәре менән таныштырыу. Программа бер йылға иҫәпләнгән. Балаларға уйын рәүешендә сәләмәт тормош алып барыу, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәштәр бирелә. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.
4👎4👍1
Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр спорт менән шөғөлләнеү өсөн сертификат ала

Был программа 2023 йылдан ғәмәлгә ашырыла. 10 мең һумлыҡ сертификатты спорт секцияларында шөғөлләнеү өсөн ҡулланырға мөмкин. Быйыл сертифкиатты 60 йәштән өлкән 2 меңдән ашыу кешегә тапшырыу маҡсаты ҡуйылған, тип белдерҙе Спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.
👍4👎42
Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай юл йөрөүгә льгота механизмы эшләй башлай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн компенсация түләү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. “Ташлама алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәк һәм социаль үҙәктең урындағы бүлексәһендә ғариза яҙырға кәрәк”, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Күп балалы ғаиләләр өсөн транспортта льгота менән файҙаланыу мөмкинлеге 23 октябрҙә тулыһынса эшләй башлай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бында ата-әсәләрҙең дә әүҙемлеге мөһим.
4👎4
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәре ноябрҙә башлана

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәрен ноябрҙә башларға йыйыналар. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ултырышында республиканың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә проект документацияһы дәүләт экспертизаһы идаралығында ҡарала. Проектҡа ярашлы, һәйкәл үҙе лә, нигеҙе лә реставрациялана. Һәйкәлде һүтеп алырға кәрәк. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 300 миллион һумға баһалана.

Һәйкәлде төҙөкләндереүҙе бер йылда тамамларға ниәтләйҙәр.
👍4👎41🤔1
Өфөлә халыҡ-ара спорт форумы барышында хәүефһеҙлек саралары күрелә

Радий Хәбиров шундай бурыс билдәләне. 17 октябрҙә Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумы асыла. Төп саралар Көрәш һарайы, "Өфө-Арена", Фехтование үҙәге, Ишкәкселәр һәм "Динамо" комплекстарында уҙғарыла. Ҡалала ҡайһы бер урамдар ябыласаҡ. Тәртип һаҡсылары иҫкәртеүенсә, ялған хәбәрҙәр менән полицияға шылтыратыусылар тиҙ арала асыҡлана. Ундайҙар 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин. Шулай уҡ рөхсәтһеҙ дрондар осороу тыйылған.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Уҡытыусыларға юғары наградалар. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 мәғариф хеҙмәткәренә республиканың дәүләт наградаларын һәм 30 йәш педагогҡа 690 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.
👎4👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙең киңлектәге үҫеше буйынса стратегик сессияла ҡатнашты

Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу буйынса күләмле пландар әҙерләгәндә халыҡ фекерен һәм бизнесты иҫәпкә алыу бик мөһим. Был турала ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Видеобәйләнеш режимында Рәсәйҙең киңлектәге үҫеше буйынса стратегик сессияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
👎4👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә МХО яугирҙары һәм ветерандарына миҙалдар һәм ветеран таныҡлыҡтары тапшырылды

Республика көнө алдынан Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фондының Башҡортостан филиалында махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандарына Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары һәм ветеран таныҡлыҡтары тапшырылды.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа асыҡ ишектәр көнө үтте

Республика профсоюздар федерацияһы ағзалары, төрлө предприятие-ойошмаларҙан һөнәри эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәткәрҙәр экскурсияла булып, парламент эшмәкәрлеге менән танышты. Учреждение стеналарында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сәғит Ғималетдиновтың күргәҙмәһе лә асылды.
👍5👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәсетле районында Ризуан Хажиевтың 85 йәш тулыуына арналған хәтер кисәһе үтте

Ризуан Хажиевҡа 85 йәш. Башҡортостандың арҙаҡлы улының тыуған яғы Мәсетле районы Һөләймән ауылында хәтер кисәһе үтте. Ризуан Хажиев бик күп публицистик әҫәрҙәр авторы. Журналист онотолған яҡташтарына- партизан отряды командиры Вафа Әхмәҙуллиндың; партия дәүләт эшмәкәре-Сабир Ваһаповтың; башҡорттарҙың беренсе архитекторы-Барый Кәлимуллиндың исемдәрен ҡайтара. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уның етәкселегендә район энциклопедияһы нәшер ителә, китаптары юғары уҡыу йорттарында, техникумдарҙа һәм мәктәптәрҙә уҡыу әсбаптары булараҡ ҡулланыла. Журналистар өсөн Башҡортостанда Ризуан Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһы булдырылған.
👍5👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика аграрийҙары 32 мең гектар баҫыуҙан шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған

Был дөйөм майҙандың 55 проценты. Благовар һәм Бүздәк райондарында татлы тамыр уңышы юғары булыуы билдәләнә. БЮТ ижади төркөмө урында эшләүсе Лентерра ойошмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍4👎4
Башҡортостанда инвалидтар өсөн социаль такси булдырыла

Бындай хеҙмәт киләһе йылдан эш башларға тейеш. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдереүенсә, социаль такси инвалидтар өсөн бушлай була, финанслау республика ҡаҙнаһынан ҡарала. Бындай машиналар инвалид балалар һәм 1-се төркөм инвалидтарға тәғәйенләнә. Социаль такси тәүҙә Өфөлә эшләй башлай, "Именлек" республика геронтология үҙәгендә урынлаша. Машинаны дауахана, вокзал, аэропорт, почта, күп функциялы үҙәккә барыу өсөн саҡыртырға мөмкин буласаҡ.
😁6
Башҡортостанда күркә итен етештереү арта

Мәләүездәге "Союзпромптица" компанияһы элеватор төҙөлөшө, ҡатнаш аҙыҡ заводын яңыртыу өсөн 8 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтә. Проекттар 2027 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Һөҙөмтәлә, күркә итен етештереү икеләтә артырға тейеш. Яңы эш урындары булдырыла. Әле бында 762 мең күркә үрсетелә. Продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиены киңәйтеү буйынса планды хупланы.
👍4👎1