БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8.01K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы үҙәге аша урау юл төҙөлөшө 35 процентҡа теүәлләнгән

Подрядсы ойошма инженер коммуникацияларын күсереү эшен тамамлаған. Бөгөн улар буласаҡ юлдың нигеҙен нығыта. Алты саҡрым самаһы муниципалитет-ара юл республика кимәлендәге әһәмиәтле объект исемлегенә ингән.
👍4👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен йүнселдәре тауыҡ тиҙәгенән аҡса эшләү буйынса бизнес уйлап тапҡан

Ҡош-ҡорт ҡалдыҡтарын утилләштереү тотош донъяла киҫкен проблема һанала. Уны тәбиғәтте зарарламай юҡ итеү ысулы бөгөнгәсә уйлап табылмаған. Руслан Хафизов илдә тәүгеләрҙән булып тиҙәкте эшкәртеп, унан мал аҙығы һәм ашлама етештереү буйынса цех асҡан. Был технологияны тормошҡа ашырыу һәм уға патент алыуға улар тиҫтә йылдан ашыу көрәшкән.
1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре МХО биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған

«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған. Бысҡы, гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, экипировка хәрбиҙәрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып тупланған. Акцияға аэропорт хеҙмәткәрҙәренең башланғысы буйынса ойошторолған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә урта һөнәри белем биреү көнөнә арналған тантана үтте

Унда йөҙҙән ашыу педагог фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Эшсе һөнәрҙәр әҙерләү системаһы һәм уның үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙмала.
1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәптәрендә 237 стоматология кабинеты эшләй

Уларҙың 110-ы һуңғы биш йыл эсендә асылған. Теш табибы кабинеттары селтәрен булдырыу тәҡдиме менән 2019 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Иницатива «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
👍32👎1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ашҡаҙар» радиоһының икенсе аллеяһы барлыҡҡа килде

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында икенсе аллея барлыҡҡа килде. Тәүгеһе - «Ашҡаҙар» радиоһы аллеяһына 2013 йылдың октябрендә нигеҙ һалынһа, Ҡаһым түрә исемен йөрөткәне ошо көндәрҙә сафҡа инде. Акцияла радио хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте

Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш. Өфөлә йәштәр араһында башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте. Ул Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында ойошторолдо. Балалар башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин, Рафаил Ҡасимов, Светлана Шаһиәхмәтова, Илдар Хисаметдинов һәм Урал Иҙелбаев әҫәрҙәре яңғыраны.
👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса 6 мәктәп төҙөкләндерелгән

Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса 6 мәктәп төҙөкләндерелгән, тағы ла 25 уҡыу йортонда алып барылған капиталь ремонт киләһе йылға тамамланасаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙа.
👍5👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм Санкт-Петербургтың закондар сығарыу йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, парламент-ара бәйләнештәр яңыртылған юл картаһы буйынса төҙөлә.
👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡырҡылған урмандар урынына яңы үҫентеләр ултыртыла

Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Руслан Хәйруллин белдерҙе. Әле Өфөлә күләмле өс инфраструктара проекты тормошҡа ашырыла, улар инженер селтәрҙәре һуҙыу, йәғни газ, һыу, канализация һуҙыу менән бәйле. Эш барышында 30 гектар тирәһе ағасты ҡырҡырға тура килә. Әммә Руслан Хәйруллин әйтеүенсә, ҡырҡылғандары урынына Өфөнөң төнъяҡ өлөшөндә яңы үҫентеләр ултыртыу ҡаралған. Был бурыс коммуникация селтәрҙәрен һуҙған компаниялар иңенә ята. Бөтәһе 150 меңгә яҡын ылыҫлы ағас ултыртыла.
1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Икмәк» фестивале ойошторолдо

Икмәккә мәҙхиә йырлаусы фестивалгә хужабикәләр тәмле бәлеш бешерҙе. Улар сарала ҡатнашыусыларға боронғо рецептар ҙа тәҡдим итте, ғаилә йолалары менән таныштырҙы. Икмәк бешереүселәр, кондитерҙар, шәхси эшҡыуарҙар һәм уңған хужабикәләр ҡатнашлығындағы байрам хаҡында киләһе яҙмала.
2👎1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һөнәри байрамдары алдынан иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Исемлектә мәктәп-колледждар, туған тел һәм полилингваль белем биреү усаҡтары уҡытыусылары ла бар ине. Йәмғеһе 100 белгес 50 меңешәр һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
👍5👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырыш үтте

Өфөнөң Почетлы уҡытыусы исеме булдырылды. Тәүге наградалар бөгөн Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырышта 16 педагогҡа тапшырылды. сарала шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, уңыштар барланды.
👍4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан йөҙгә яҡын яугир ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды

«Өфө-арена» эргәһендәге майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса Ватан һағына баҫҡан. Хәрби комиссариат, ҡала хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләп, имен ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙарҙың күбеһе отпускыһын ғаиләһе эргәһендә уҙғарған, көнкүреш эштәр менән булған.
👍4👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу кампанияһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, быйыл илдә хәрби хеҙмәткә 133 мең кеше саҡырыла. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем дауам иткән кампанияла 18 йәштән 30 йәшкә тиклем ир-егеттәр армияға алына. Башҡортостан илебеҙ Ҡораллы көстәренә бөтәһе 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә бер йыл дауам итә. Хеҙмәткә яңы алынған егеттәрҙе республиканың йыйылма пунктынан октябрь уртаһында оҙата башлаясаҡтар. Йәш әрмистәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәк.
👍3🤬3😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыу менән сауҙа итеүселәр һәм «Уфаводоканал» араһында бәхәс

Ярты йылдан ашыу вендинг автоматтары аша һыу ҡойоп һатыу итеүсе Өфө эшҡыуарҙары менән тәьминәтсе ойошма араһында бәхәс бара. Эшҡыуарҙар менән улар туранан-тура килешеүҙәр төҙөүҙән баш тарта, быны үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү, һыу ағыҙыу системаларына тоташтырыуға техник шарттар биреү мөмкин түгеллеге менән аңлаталар. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
👎2😁2🤬21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта дәүләт проекты ярҙамында һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ауыл биләмәләре, мәктәп, балалар баҡсалары ғына түгел, һуңғы йылдарҙа ҡалала йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушыла. Баймаҡтың Социалистик урамы халҡы проект ярҙамында һыу мәсьәләһен ыңғай хәл иткән.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сәләм» телеканалы республика район-ҡалалары телестудиялары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторҙо

Интенсив курста журналистар һәм операторҙар алдында тәжрибәле белгестәр сығыш яһаны, муниципаль телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Белемде камиллаштырыу, тамашасыларға сифатлы контент әҙерләү маҡсатында ойошторолған уҡыуҙарҙа барлығы 62 муниципаль телекомпания хеҙмәткәре ҡатнашты.
3👎3😁1
Автоинспекция бәлиғ булмаған водителдәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә

Был тема Республика парламентында түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Быйыл Башҡортостанда мототранспорт йөрөткән балалар ҡатнашлығында 48 авария булған. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 50-гә яҡыны йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ электр самокаттар менән аварияға тарыған 14 балаға табиптар ярҙамы күрһәтелгән.
👍2👎1
Башҡортостанда Ырымбур өлкәһе менән сик буйына тиклем юл ремонтлана

Аҡъяр һәм Новочеркасск араһында төҙөкләндереү эштәре бара. Юлдың оҙонлоғо 14 километрға яҡын. Ул ҙур социаль әһәмиәткә эйә, ике төбәкте тоташтыра, тип хәбәр итәләр Республика юл хужалығы идаралығынан. Шулай уҡ Таналыҡ йылғаһы аша күпер капиталь ремонтлана. Эштәр билдәләнгән план буйынса бара.
1😁1