БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Алъяпҡыс уйнатабыҙ!

БСТ каналының телеграм-каналында шәп отоштар дауам итә. Каналға яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында милли биҙәкле алъяпҡыс уйнатабыҙ. Еңеүсе 18 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Отоштоң бағыусыһы — «Имран» милли кейем магазины.

Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге яҙма аҫтына комментарий ҡалдырырға һәм телеграм-каналға яҙылырға кәрәк!

Ҡатнашыу өсөн һылтанма: https://vk.com/wall-212341800_35382
9👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумының әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте

«Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы Өфөгә йөҙҙән ашыу сит ил дәүләттәре вәкилдәрен йыя. Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17-19 октябрҙә уҙасаҡ форумдың төбәк ойоштороу комитеты менән әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп спорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Башҡортостан ҡабул итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында ураҡ кампанияһы тамамланыу алдында

Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, майлы культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Шишмә районы аграрийҙары ла ҡояшлы көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып ярауай бойҙайҙы урып-һуға, ужым культураларын сәсеүгә әҙерләнә. Ҙур хужалыҡта бойҙай уңышының уртаса гектар ҡеүәте 32 центнерға етә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Был районда һуңғы йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған.8-се һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Шихан ауылында ФАП «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса сафҡа инде. Унда 400-гә яҡын кешегә сифатлы медицна ярҙамы күрһәтелер тип күҙаллана.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө тимер юл вокзалы бөгөн Геройҙар поезын ҡабул итә

Проект Рәсәйҙең яңы төбәктәре уҡыусыларын илдең ҡалалары, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Составта Луганск, Донецк республикаларынан, Херсон, Запорожье өлкәләренән, Себер, Алыҫ көнсығыш федераль округынан уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә алдынғы булған 100-гә яҡын уҡыусы. Улар бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 116-cы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары Рәсәй Геройы Борис Дудко менән осрашты

Ҡаһарман яҡташыбыҙ үҫеп килгән быуынға мәктәптә һәм танк хәрби училищеһында уҡыған йылдары, хәрби хеҙмәте, яу юлы тураһында һөйләне. Йәштәрҙе илһөйәр булырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тарихты өйрәнергә саҡырҙы.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан мобилизацияла ҡатнашыусылар Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй

Контракт буйынса хеҙмәт итергә киткән яугирҙар 3 миллион 725 мең һумлыҡ түләү алыу мөмкинлегенә эйә. Хәҙер бер тапҡыр түләнгән сумма 1 миллион 205 мең һумға етә. Президент Владимир Путин 1 августан алып йыл аҙағына тиклем махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөйәсәк хәрбиҙәргә 400 мең күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме лә арттырылды. Башҡортостанда шулай уҡ «Рекрут» проекты ла һөҙөмтәле эшләй. Контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итеүсе ирекмәндәргә 50 мең һум күләмендә түләү ҡаралған.
🤮3👍1
Башҡортостанда йәмәғәт урындарында вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф була

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш әҙерләгән. Закон проектына ярашлы, мәктәп, дауахана, поезд, парк, йәмәғәт транспорты туҡталышы, ер аҫты үткәлеүе кеүек халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа ябай йәки электрон тәмәке, вейп һәм кальян тартҡан өсөн 1 мең һумғаса штраф һалына. Документ сентябрҙәге пленар ултырышта ҡарала.
👍21
Джефф Монсон октябрҙә никах уҡытырға йыйына

Октябрҙә Рәсәй һәм Америка спортсыһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон өйләнә. Ул кәләше менән никах уҡытмаҡсы.

Билдәле булыуынса, кәләштең исеме Екатерина, ә ҡунаҡтар менән туй 2025 йылдың яҙында була.

«Октябрҙә беҙ Екатерина менән ислам йолалары буйынса өйләнешәбеҙ. Яратҡан ҡаламда, Өфө мәсеттәренең береһендә никах уҡытырға булдыҡ. Шәхси тормошобоҙҙо асыҡтан-асыҡ күрһәтеүҙе хупламайбыҙ. Екатерина сығышы менән Мәскәү өлкәһенән, Воркутала йәшәгән. Хәҙер беҙ бергә. Туйҙы 2025 йылдың яҙында үткәрәбеҙ», — тип һөйләгән РИА Новости Спорт агентлығына Джефф Монсон.
👍3😁1🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана.

12 сентябрь сәғәт 10-да. Республикала мөһим сәйәси ваҡиға – Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлауына арналған тантаналы сара.

БСТ, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, ЮТВ, Вся Уфа телеканалдарында, Юлдаш радиостанцияһында һәм социаль селтәрҙәрҙә (https://vk.com/radiyhabirov , https://ok.ru/radiyhabirov) тура эфирҙа ҡарағыҙ һәм тыңлағыҙ
1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Геройҙар дәүере» программаһында ҡатнашыусы Оскар Ситдиҡов менән осрашты

Яҡташыбыҙ ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәп, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Быйыл июлдән ул «Геройҙар дәүере» президент кадҙар программаһында ҡатнаша. Оскар Ситдиков Башҡортостан башлығы хакимиәтендә Радий Хәбиров остазлығында стажировка үтә. Осрашыуҙа ул төбәк етәксеһенә республикаға идара итеү процестарын эстән күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде.
🙏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районында «Баҫыу көнө» үтте

Техник культураларҙан быйыл юғары уңыш көтөлә.Йәрмәкәй районында үткән «Баҫыу көнө»ндә шулай тип билдәләнде. «Спартак-агро» ойошмаһы базаһында уҙған сарала аграрийҙар тәжрибә уртаҡлашты. Һынау баҫыуында яңы төр сорттарҙың уңышын ҡараны.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Кинокампус» мәғариф практикумына һайлау алыу этабы үтте

Унда 60-тан ашыу кеше сценарист һәм режиссер йүнәлешендә ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн көс һынашты. Һәр бер ҡатнашыусы алдында үҙ проектын әҙерләп, уны баһалау комиссияһы алдында яҡлау бурысы тора ине.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ат ҡороҡлар башҡорт ҡыҙы

Ғафури районынан Айгөл һәм Рәмил Марваевтар ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе - йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.

Йәш ғаилә район ҡунаҡтарын атта йөрөтә, яндан уҡ атыу дәрестәре ойоштора. Марваевтар ял йорттары төҙөп, туристик база булдырырға ниәтләй.
6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😍Ағиҙел буйында самауырлы дискотека

Бында Өфөләге әүҙем башҡорт йәштәре йыйыла.
👍32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә Радий Хәбировтың Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башлауына арналған тантана үтә

Иртәгә республикала мөһим сәйәси сара - Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын үтәй башлауына арналған тантана үтә. Иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ сара БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә. Тура трансляция шулай уҡ Рәсәй 24, Башҡортостан 24, UTV, Вся Уфа телеканалдары, шулай уҡ Юлдаш радиостанцияһы эфирында, төбәк башлығының Бәйләнештә һәм Одноклассники сайттарындағы сәхифәләрендә ойошторола.
3🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы йәмәғәт ярҙамы штабы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән кандидат Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы һайлауында еңеү яуланы. Был штаб ағзаларының һәм партия вәкилдәренең эш һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Шулай уҡ төбәктә урындағы совет депутаттарын һайлау буйынса кампания үтте - бында ла «Берҙәм Рәсәй», мандаттарҙың 77 проценттан ашыуын йыйып, лидерлыҡ позицияһын алды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты

Яңы уҡыу йылына Кванториум. Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты. Кванториум «Мәғариф» милли проекты буйынса асылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Дина Лазареваны иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге ғалим-фармаколог, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты Дина Лазареваны иҫкә алды. Фән эшмәкәренең тыуыуына 102 йыл тулыу уңайынан Өфөлә хәтер сараһы ойошторолдо. Дина Лазарева 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы. Медицина фәндәре докторы, ғалим бөтә ғүмерен Башҡортостан фармокология һәм иммунология тармағын үҫтереүгә бағышлаған.
1