БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы магистр программаһы асылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы магистр программаһы асылды. Башҡорт филология факультетында хәҙер «Полилингваль белем биреүҙә лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыуҙың заманса технологиялары» йүнәлеше буйынса ла белем алырға мөмкин. Быйылғы уҡыу йылына 16 магистрант ҡабул ителгән. Уҡыу шарттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы 4 йылда Башҡортостанда 800-гә яҡын юл буйы сервисы объекты файҙаланыуға тапшырылған

Был проекттар дөйөм күләме яҡынса 7 миллиард һум тәшкил иткән инвестициялар ярҙамында тормошҡа ашырылған. Артабан был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләре Республика Хөкүмәтендә ҡаралды. Кәңәшмәлә министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Быйыл юл буйы сервисында 250 объект төҙөлгән, 220-һе яңыртылған. Ҡайһы бер муниципалитеттар был эштә артта ҡала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн льготалар артты

Урта профессиональ белем алған студенттарҙың уҡыуға түләүгә компенсация алыуға хоҡуғы барлыҡҡа килде. Бынан тыш, 1 сентябрҙән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала. Льгота республиканың бөтә ҡалаларында ла ғәмәлдә.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 5 махсус участка әҙерләнгән

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, шул иҫәптән һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан башлығын һайлауҙа тауыш биреүгә 5 махсус участка әҙерләнгән.
Теге йәки был сәбәп арҡаһында участкаға килә алмаған һайлаусылар иһә өйҙә лә тауыш бирә ала. Уның өсөн йәкшәмбе сәғәт икегә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Инвалидтарға һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районы Көндәшле ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған объектта пациенттарға сифатлы беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ойошторолған. Медицина учреждениеларын модернизациялау программаһы барышында 2025 йылға тиклем республикала 450-нән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү бурысы ҡуйылды һәм байтаҡ объекттар сафҡа индерелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл ауылда эшләгән 150 уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған

Улар араһында Туймазы районы Райман ауылы мәктәбе вәкиле лә бар. Йәш педагог быйыл шулай уҡ «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе лә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика яугирҙары менән осрашыу өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә килде

Үҙенең телеграм-каналында ул Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт ирекле батальоны яугирҙарын сәләмләне һәм подразделениеның үҙе өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, сөнки был махсус операцияла ҡатнашыу өсөн республиканан тәүге ирекле формирование булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
6, 7, 8 сентября 2024 года в Башкортостане состоятся выборы Главы республики, а также депутатов районных и городских советов.

Голосование будет проходить три дня: в пятницу, субботу и воскресенье. Участки будут открыты с 8:00 до 20:00 по уфимскому времени. За ходом голосования на выборах в республике будут следить наблюдатели, направленные кандидатами, партиями, а также региональной Общественной палатой.

Для голосования жителей Башкортостана сформировали 3 302 избирательных участка, в том числе один – в Москве.

Узнать, где находится ваш избирательный участок, можно с помощью цифрового сервиса ЦИК по этой ссылке: https://voter.gosuslugi.ru/new/voter.

Также работает горячая линия Центризбиркома Башкортостана: 8 800 347 54 54

О том, как готовятся к выборам жители в республики – в нашем ролике.

А вы пойдете на выборы?
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса дәүләт программалары тормошҡа ашырыла

Махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам, социаль проекттар, дәүләт программаларында ҡатнашыу. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Forwarded from Валитов TV
Друзья, подготовили очередной выпуск обозрений.

Поговорим о приостановке незаконной добычи золота в деревне Кусеево Баймакского района, летних визитах Азата Бадранова в Зауралье, долгожданном ремонте дороги Сибай-Акъяр, лживой информации и фейках в мессенджерах, юбилее города Уфы и о том, есть ли у любви национальность.

https://www.youtube.com/watch?v=pdqA7lJGib0

Приятного просмотра!

Ссылки на канал в Youtube https://www.youtube.com/@valitovTV
и VK https://vk.com/valitovtv

Подписывайтесь, чтобы узнать новости первыми.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы төбәк башлығын һайларға әҙерләнә

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан халҡы төбәк башлығы өсөн тауыш бирәсәк. Шулай уҡ ошо көндәрҙә бер мандатлы Өфө округында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм республиканың төрлө райондарында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау үтәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Оҙон ғүмерлелек ресурсы" китабының исем туйы үтте

Оҙон ғүмерлелек ресурсы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханана Ришат Фәйзрахмановтың ошондай исем аҫтында донъя күргән китабының исем туйы үтте.
"Оҙон ғүмерлелек ресурсы" китабының башҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы йылында нәшер ителеүе осраҡлы түгел. Уның геройҙары Башҡортостандың, Өфөнөң үҫешенә тос өлөш индергән, бар ғүмерен тыуған төйәгенә бағышлаған шәхестәр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Изгелек шаромарофоны» хәйриә акцияһы үтте

Тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре, концерт. Баймаҡта үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Изгелек шаромарофоны» хәйриә акцияһы үтте.
«Изгелек Шаромарафоны» тәжрибә уртаҡлашыу һәм аралашыу майҙансығы ул. Ата-әсәләр һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сиклеләрҙе билдәләү буйынса яңы тәртип, түләүҙәрҙе рәсмиләштереү һәм башҡа мөһим яңылыҡтар тураһында мәғлүмәт алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт номерҙарын ҡаплап йөрөгән йөк автомобилдәре хужаларының лицензияһы тартып алынасаҡ

Юлдағы ауырлыҡ контролен дәүләт номерҙарын ҡаплап үткән йөк автомобилдәре хужаларының лицензияһы тартып алынасаҡ.
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылы эргәһендәге карьерҙан ҡом һәм ҡырсынташ ташыусы йөк автомобилдәре Ольховое ауылы янындағы ауырлыҡ контролен дәүләт номерҙарын йәшереп үтә. Ҡом тейәгән йөк автомобилдәре ауырлыҡ контроленә барып етер алдынан машинаның дәүләт номерҙарын ҡаплай, уны үткәс кире ҡуя.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы яугирҙар менән республика яғынан ярҙамды тикшерҙе

Республика махсус хәрби операция биләмәһендәге подразделениеларын пилотһыҙ осоу аппараттары һәм камикадзеға ҡаршы тороусы дрондар менән тәьмин итәсәк. Былар барыһы ла Башҡортостанда етештереләсәк. Был турала Радий Хәбиров Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына сираттағы эш сәфәре барышында хәрбиҙәргә шәхсән хәбәр итте. Бындай пилотһыҙ осоу аппараттарының тәүге партиялары алғы һыҙыҡта үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән. Донбаста төбәк башлығы яугирҙарға Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ирекмәндәр, үҙ сиратында, Радий Хәбировҡа Башҡортостан музейҙарының береһендә урынлаштырыласаҡ нато-ның трофей техникаһын тапшырҙы. Ошо һәм башҡа фронт яңылыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбировтың МХО биләмәһенә килеүенең видеофрагменттары ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы

Радий Хәбировтың махсус хәрби операция биләмәһенә килеүенең видеофрагменттары интернетта ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бигерәк тә ошо видео. Кадрҙарҙа төбәк етәксеһенең Башҡортостан яугирҙары менән аралашыуы һәм был ваҡытта яҡында артиллерия һәм ПВО эшләүе ишетелә. Күп кенә ҡулланыусылар комментарийҙарында ни өсөн төбәктең юғары вазифалы кешеһе фронт территорияһында әүҙем һуғыш барған урындарҙа тора, тип һорай, һәм төбәк етәксеһенең именлеге өсөн борсолоу белдерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың һайлап алыу пунктарында ҡоро ер ғәскәрҙәрен комплектациялау алып барыла

Мотоуҡсылар һәм танк подразделениеларына инергә теләүселәр бик күп. Офицерҙар хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың хәрби-иҫәп һөнәренә иғтибар итергә тырыша. Әгәр мөрәжәғәт итеүсе быға тиклем пулеметсы булып хеҙмәт иткән икән, ул шул уҡ вазифаға ҡуйыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы.
Халыҡ артистары иртә менән үҙ тауышын бирҙе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров һәм Азат Айытҡолов, ғәҙәттәгесә, үҙ һайлау участкаларына тәүгеләрҙән килеп иртән үк тауыш бирҙе.

«Һайлауға йөрөү - һәр беребеҙҙең гражданлыҡ бурысы, бигерәк тә йәштәр унан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш», - тине Фидан Сафа улы.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башкортостан голосует!
👍2