БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда мәғарифкә бәйле яңы закондар көсөнә инә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе мотлаҡ уҡытыла, шулай уҡ “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре" тигән яңы фән индерелә. Бынан ары уҡыусыларға дәрес ваҡытында мобиль телефон ҡулланыу законға ярашлы сикләнә. 1 сентябрҙән республикала күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөй ала. Яңы уҡыу йылынан бөтә белем биреү ойошмалары биналары йәки биләмәләрендә дәүләт флагы мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. 2 сентябрҙә, Белем көнөндә республикала алкоголь эсемлектәр һатыу сикләнә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ултырышы үтте

Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткән сарала 30-ҙан ашыу ҡала етәкселеге, төрлө төбәк вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Көн тәртибендә ҡала-ара хеҙмәттәшлек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, етем балаларға торлаҡ бүлеү, мегаполистарҙы үҫтереү юлдары ҡаралды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыла

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыла. Унда ҡатнашыу өсөн куар-билеттар һайлау участкаларына килеп гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә тапшырыла. һәр ғаилә ағзаһына, шул иҫәптән балаларға ла бирелгән билеттарҙы рахмат102.рф. сайтында теркәргә кәрәк.
2
😍 Международный фестиваль «Сердце Евразии»: прямой эфир, сегодня в 19:00

Традиционно главное летнее событие в Уфе – фестиваль «Сердце Евразии». В этом году он проходит в последние дни лета в 450-летний юбилей башкирской столицы.

На большой сцене в парке «Ватан» для жителей и гостей столицы выступят отечественные звезды: Ваня Дмитриенко, группа «Пицца», ансамбль «Харизма» из Беларуси и многие другие.

Ссылка на трансляцию: https://vk.com/video-27097047_456283145

Не пропустите!
1👍1
Һайлауҙа өйҙән ҡатнашырға мөмкин!

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ!

Әгәр ауырыу, инвалидлыҡ йә яҡын туғаныңды ҡарау сәбәпле, һайлау участкаһына бара алмайһығыҙ икән, борсолмағыҙ, өйҙә тауыш биреп һайлауҙа ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына ситтә һайлау мөмкинлеген биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Белешмә өсөн телефон һандары: 88003475454

https://vk.com/video-85076499_456254020?access_key=cc77df67e0e77ec5c6
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ҡотланы

Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы менән ҡотланы. Был - ҡаланың бай тарихына ҡараш ташларға, Өфөнө хәрби еңеүҙәре, хеҙмәт, фәнни, ижади ҡаҙаныштары, спорттағы бейеклектәре менән данлаған яҡташтар исемен иҫкә алыу өсөн яҡшы сәбәп, тәьҫирләндергес юбилей.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Игорь Комаров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды филиалы төбәктә бер йылдан ашыу эшләп килә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания колоннада төҙөлөш барышы менән танышты

Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына ҡаршы Ағиҙел буйында төҙөлгән колоннада Республика көнөндә, 11 октябрҙә асыласаҡ. Бөгөн объектта төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания ҡараны. Абхаз республикаһы президенты Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы сараларында ҡатнаша
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале башланды

Өфөлә 8-се тапҡыр «Евразия йөрәге» тибә. «Торатау» конгресс-холы амфитетрында ике көнгә иҫәпләнгән Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Ил кимәлендәге әһәмиәтле мәҙәни проекттар исемлегенә ингән сара быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арнала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал асылды

Донбасты нацизмдан яҡлап Ватан өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән хәрбиҙәргә хөрмәт йөҙөнән ул Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу корпусы алдына ҡуйылды. Тантанала вуз хеҙмәткәрҙәре, студенттар, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусылар һәм яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары ҡатнашты.
2🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Наратаҫты ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Ете йөҙҙән ашыу кеше - 300 бала, 136 өлкән быуын вәкиле заманса шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Бындай уңайлыҡтар Шаран районы Наратаҫты ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау дәүләт программаһына ярашлы булдырылды. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
5👍2
Өфөлә Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһын һалыу сараһы булды

Бөгөн Өфөлә Совет майҙанында легендар командир Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһы һалынды. Сарала Президенттың Волга буйы округындағы рәсми вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Белоруссия премьер-министры Роман Головченко, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкат Абдуразаков, Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Бындағы скульптура композицияһы 2022 йылдың 11 октябрендә асылды. Һәйкәлдең авторы - скульптор Салауат Щербаков. Бөгөн Өфөлә ҡаланың 450 йыллығы уңайынан саралар үтә.
👍31
Президент Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ҡотланы

- Үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған ҡала киләсәккә ынтыла. Иҡтисад һәм социаль өлкә йылдам үҫешә, яңы, юғары технологиялы етештереү линиялары асыла, мәктәп, театр, мәҙәниәт һарайы, стадиондар төҙөлә. Өфөлә ҙур халыҡ-ара форумдар, мәртәбәле спорт турнирҙары уҙғарыу өсөн бөтә шарттар бар. Был ҡаҙаныштарҙың нигеҙе - төрлө милләт, дин һәм мәҙәниәт вәкилдәре араһында дуҫлыҡ, Өфө халҡының эш һөйөүсәнлеге, ҙур маҡсаттар ҡуйып уларға ирешә алыусанлығы, - тиелә президенттың ҡотлауында.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎼Өфө юбилейына хеҙмәттәшебеҙ, шағирә Гөлдәриә Йосопованан бүләк

Бөгөн Гөлдәриә Йосопова һүҙҙәренә яҙылған яңы йыр Өфө юбилейы уңайынан Ҡашҡаҙан паркында үткән концертта яңғыраны. Уны Гөлйемеш Ҡылысова башҡара.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Ваҡыт капсулаһы» һалынды

Тыуған илгә, Өфөгә ҡарата һөйөү йылдар аша һаҡланып, көсәйергә тейеш. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Ваҡыт капсулаһы» һалынды. Унда киләсәк быуындарға мөрәжәғәттән тыш, бөгөнгө заманды сағылдырған 80-дән ашыу артефакт һалынған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Көрәш һарайы үҙ ишектәрен асты

Өфө тарихи юбилейын яңы, мөһабәт спорт объекты менән ҡаршы алды. Бөгөн баш ҡалала уникаль архитектуралы Көрәш һарайы үҙ ишектәрен асты. 28 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән бинала 3 меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән универсаль зал, спорт көрәше мәктәбе, 18 келәмле 5 көрәш майҙаны, бассейн, конференция залы урын алған. Белорусия, Абхазия, Ҡаҙағстан һәм башҡа дәүләттәрҙән килгән ҡунаҡтар, билдәле спортсылар Көрәш һарайының кимәлен юғары баһаланы. Заманса объект халыҡ-ара талаптарға яуап бирә һәм ил, донъя кимәлендәге спорт ярыштарын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың тыуған көнө уңайынан Өфө- арена боҙ һарайында байрам саралары уҙҙы

Боҙ урынында заманса ҙур сәхнә, театрлаштырылған тамаша , ә хоккей көйәрмәндәре урынында юбилейҙа ҡатнашыусылар. Баш ҡаланың тыуған көнө уңайынан Өфө- арена боҙ һарайында байрам саралары уҙа. Унда килеүселәр шулай уҡ баш ҡала етештереүселәренең ҡаҙаныштары менән таныша ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө үҙәгендә икенсе көн «Евразия йөрәге» тибә

Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған фестиваль тәүге көнөндә үк 60 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. Бөгөн дә «Торатау» конгресс-холы амфитеарында Башҡортостан һәм Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙҙары сығышы яһаны. Улар күңел асып ҡына ҡалманы, ҡайһы бер артистар гонорарҙарын махсус хәрби операция яугирҙарына һәм Курск өлкәһе халҡына күсерергә ҡарар итте.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында урып-һуғыу эштәре дауам итә

Төбәктә 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынған - был күрһәткестәр пландың 15 процентын тәшкил итә. Саҡмағош аграрийҙары гектарынан уртаса 40 центнер уңыш йыйып алған. Яҡынса фараздар буйынса, Башҡортостанда көндәр ҡоро һәм ҡояшлы булыр тип күҙаллана. Был ауыл хужалығы эшсәндәренә урып-һуғыу темптарын тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.