Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә билдәле ағинәй Альбина Исхаҡованың шәхси күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Урал» этно-үҙәгендә билдәле ағинәй Альбина Исхаҡованың шәхси күргәҙмәһе асылды. «Яратыуҙың сиге юҡ» исеме аҫтында ойошторолған экспозицияла биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады өлгөләре тәҡдим ителде. Сарала башҡорт түшелдеректәре коллекцияһы менән танышырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында Фәрит Бикбулатовҡа арналған фестиваль үтте
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә асыҡ фестиваль. Йырсының тыуған ере Йылайыр районында һәләтле йырсылар, муызканттар ҡатнашлығында уҙғарылған мәҙәни сара хаҡында ентекләберәк

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде
Документҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында тупраҡ ныҡ дымланған, сәсеүлектәргә зыян килгән. Ғәҙәттән тыш хәл режимы 50 район һәм Күмертау ҡала округы биләмәһендә ҡабул ителгән. 5 сентябргә тиклем хужалыҡтар Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмен, тотонолған аҡса суммаһын нигеҙләгән документтар әҙерләп тапшырырға тейеш. 19 августа вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 120 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сығыуы тураһында белдерҙе. Зыян суммаһы 1 миллиард 60 миллион һумға баһаланды.

❤1
Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде
Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Документ 2030 йылға һәм унан һуң 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән. Үҫеш өсөн бер нисә төп йүнәлеш билдәләнгән. Улар - үҙебеҙҙең пилотһыҙ аппараттарға ихтыяжды арттырыу, ҙур етештереү үҙәктәре булдырыу, инфраструктураны яҡшыртыу, кадрҙар әҙерләү һәм был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барыу. Дрондарҙы ауыл хужалығында, төҙөлөш тармағында ҡулланыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар.

🌸Һөйөнсө!
«Телеүҙәк» тапшырыуы алып барыусыһы Гөлсимә Иштанова абруйлы награда - «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» исеме менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙгә награда Ҡариҙел районында матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең Журналистар фестивалендә тапшырылды. Әйткәндәй, сара быйыл «Медиағаилә» исеме аҫтында уҙа.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

🔥10👍6❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған бер нисә яңы проектҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк
Башҡортостан башлығы уҙғарған инвестиция сәғәтендә эшҡыуарҙар сәнәғәт һәм туризм проекттары тәҡдим итте. «Фармстандарт-Өфөвита» компанияһы Өфөлә препараттар етештереүҙе киңәйтергә, комплекс төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10,5 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡойма ямғырҙарҙан һуң уңыш һәләк булыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
Был туралағы күрһәтмәгә республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, 11 июлдән 20 августҡа тиклем тупраҡ саманан тыш артыҡ дымланыуы арҡаһында республиканың 50 районында һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Режим 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡ саманан тыш дымланыу эҙемтәләрен бөтөрөу буйынса саралар планын тормошҡа ашырырға ҡушылған.

Показываем новые точки притяжения в Башкирии
На этот раз — это Ишимбай. Жители города рассказали, как преобразилась их малая родина и позвали всех жителей республики в гости.
Рәхим итегеҙ!
На этот раз — это Ишимбай. Жители города рассказали, как преобразилась их малая родина и позвали всех жителей республики в гости.
Рәхим итегеҙ!
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары ялдан һуң йәнә хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн юлланды
Ял итеүселәрҙе ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена»спорт комплексы алдындағы майҙанда оҙатыу сараһы үтте. Дин әһелдәре хәрбиҙәргә өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ял ваҡытында яугирҙәр ғаиләләре янында булған, туғандары, яҡындары менән күрешкән. Хеҙмәт урынына улар полкташтарына күстәнәстәр, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтар алып бара.

Баймаҡ ҡалаһында ирекмәндәр штабы асылды
Үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү урыны булып торасаҡ.
Үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү урыны булып торасаҡ.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күренекле дәүләт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл
Ул 24 йыл Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе вазифаһында эшләй. Башҡортостан тарихында уның исеменә тотош бер дәүер бәйле. Республиканың юғары социаль-иҡтисади үҫеше лә тап ул эшләгән йылдарға тура килә. Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы билдәләгән. Тап
Ул 24 йыл Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе вазифаһында эшләй. Башҡортостан тарихында уның исеменә тотош бер дәүер бәйле. Республиканың юғары социаль-иҡтисади үҫеше лә тап ул эшләгән йылдарға тура килә. Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы билдәләгән. Тап
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың республиканың тышҡы сауҙа бәйләнештәрен нығытыуҙа роле
Ләйсән Николаева, «Опора России» йәмәғәт ойошмаһының рәйесе бүлексәһе етәксеһе.
Ләйсән Николаева, «Опора России» йәмәғәт ойошмаһының рәйесе бүлексәһе етәксеһе.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперацияһына берләшкән хужалыҡтар дәүләт ярҙамын ала
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Көҙ романтинкаһы» классик музыка фестиваленең икенсе көнө тамамланды
Бер нисә минут элек баш ҡаланың Совет майҙанында «Көҙ романтинкаһы» классик музыка фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Өфөнөң 450 йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған мәҙәни сара бөгөн дә күпләп тамашасыны йыйҙы. Өс бүлектән торған асыҡ һауалағы концерт Петр Чайковскиҙың үлемһеҙ «Аҡҡош күле» һәм «1812 йыл» әҫәрҙәренән асылды. Артабан, сәхнә түрен Үзбәкстандан килгән махсус ҡунаҡтарҙың сығышы биҙәне. Бас тауышлы башҡарыусы Женисбек Пиязов мәҫәлән, Миландың Бөтә донъяға билдәле Ла Скала театры сәхнәһендә йырлаған беренсе үзбәк артисы. Өфө тамашасыһы алдында ул ике башҡорт әҫәре менән сығыш яһаны.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров вездеход эшләүселәр менән осрашты
Башҡортостан квадроциклдары ил төбәктәрендә ҙур һорау менән файҙаланыла. Уны етешетерүселәр производство ҡеүәтен арттырасаҡ. Быға эш өсөн шарттар ҙа, дәүләт ярҙамы ла бар. Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров вездеход эшләүселәр менән осрашты.
Башҡортостан квадроциклдары ил төбәктәрендә ҙур һорау менән файҙаланыла. Уны етешетерүселәр производство ҡеүәтен арттырасаҡ. Быға эш өсөн шарттар ҙа, дәүләт ярҙамы ла бар. Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров вездеход эшләүселәр менән осрашты.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика гуманитар өлкә белгестәре менән осрашты
Гуманитар тармаҡҡа иғтибар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика гуманитар өлкә белгестәре менән осрашты. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында үткән сарала археология, тарих, тел үҫеше менән мәғлүмәтте һанлаштырыу, гуманитар тармаҡ йүнәлештәренә иғтибар арттырыу һорауҙары ҡаралды. Донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәк гуманитар белемде һанлы форматҡа күсереүҙә төп майҙансыҡ буласаҡ.

Быйыл республикала «Ауыл табибы»программаһы буйынса 129 медицина хеҙмәткәренә ярҙам күрһәтелә
Уларҙың 46-һы үҙҙәренә тәғәйен миллиондарын алған да инде. 33 белгескә «Ауыл фельдшеры»программаһы буйынса ярты миллион һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре торлаҡ менән тәьмин ителә. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу менән, Башҡортостанда ауыл еренә табиптарҙы йәлеп итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылды. БЮТ ижади төркөмө бындай мөмкинлектәрҙән файҙаланғандар менән аралашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤1👍1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Журфест-2024» үтте
Башҡортостан менән Кубань республикаһы журналистар союзы хеҙмәттәшлек итергә килеште. Документҡа Ҡариҙел районында үткән Журфестта ҡул ҡуйылды. Республиканың медиа тармағында эшләүселәр фестивален «Звездный» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡабул итте.

❤3👍3🔥1
Өфөлә ҡайһы бер маршруттарҙа юл хаҡы арта
14 сентябрҙән 297-се автобуста билет өсөн 41 һум түләргә кәрәк була. 278-се маршрутта "Ағиҙел баҡсалары"на тиклем юл - 60, Жилин ауылына - 80 һум торасаҡ, Зинин һәм Нуғай ауылдарына барыусылар 90 һум түләй. Юл хаҡы ҡулаҡса һәм карта менән иҫәпләшкәндә бер төрлө була.
14 сентябрҙән 297-се автобуста билет өсөн 41 һум түләргә кәрәк була. 278-се маршрутта "Ағиҙел баҡсалары"на тиклем юл - 60, Жилин ауылына - 80 һум торасаҡ, Зинин һәм Нуғай ауылдарына барыусылар 90 һум түләй. Юл хаҡы ҡулаҡса һәм карта менән иҫәпләшкәндә бер төрлө була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ишембайҙа төҙөкләндерелгән йәмәғәт майҙансыҡтарын асыу тантанаһында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа төҙөкләндерелгән йәмәғәт майҙансыҡтарын асыу тантанаһында ҡатнашты. Быйыл Александр Матросов исемендәге ял паркы һәм башҡорт нефтен беренсе асыусыларға арналған майҙансыҡ реконструкция сиктәрендә тулыһынса тәртипкә килтерелгән. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Һайран ауылында төҙөлгән янғын һүндереү депоһы эшмәкәрлеге менән танышты. Яңы объект биш ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк.