БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң, йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө оҙатылды. Яугирҙарҙың барыһы ла Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә тиклем алып барыуға республика тарафынан транспорт бүленгән.
1👍1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров шәхси эшҡыуарҙар менән осрашты

Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында үткән сарала эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын юллау, үҫеш юлдары тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади осорҙа үҙ бизнесын ойоштороп әүҙем эшләүсе яҡташтарға рәхмәтен белдерҙе. Короновирус инфекцияһы осоронда сикләүҙәр, махсус хәрби операция менән бәйле сит ил санкциялары булыуға ҡарамаҫтан төбәк эшҡыуарҙары юғалып ҡалманы. Төбәк тулайым продукцияһының өстән бер өлөшө улар көсө менән етештерелә. Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләгән 500 меңдән ашыу эшҡыуар төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә, даими рәүештә инвестициялар йәлеп ителә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Социологтар Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар рейтингын иғлан итте

Башҡортостан гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән социаль һорау алыуға ярашлы, һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы сентябрь башында участкаға килә. Һәм теркәлгән кандидаттарҙың иң юғары танылғанлығы Радий Хәбировта. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Владимир Нагорныйҙы - 19,6, Либерал демократтарҙан Иван Сухаревты - 23,7, Коммунистарҙың яңы лидеры Артур Шәйнуровты - 16,4 һәм һорау алыныусыларҙың 16, 8 проценты «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәновты таный йәки ишетеп белә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы ирекмәндәре Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына ҡушылды

«Йөрәктән-йөрәккә». Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторған Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына Шаран районынан ирекмәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәштәр бүлеге ҡушылды. Гуманитар ярҙамға район халҡы үҙ теләге менән 128 450 һум аҡса йыйған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт программаһы буйынса өс йылда 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса өс йылда 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ошо маҡсатта 75 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 2025 йылда проект ил күләмендә эшләй башлай, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында ошо хаҡта иғлан итте. Программаның Шишмә районында тормошҡа ашырылыуы тураһында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле режиссер Айрат Абушахманов 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Режиссер илдең төрлө театрҙарында 50-нән ашыу спектакль ҡуйған. Әле ул тыуған театрында премьера сәхнәләштереү менән мәшғүл.
3👍1
Башҡортостан ауылдарында йәш педагогтар араһында грант алыусылар билдәләнде

Конкурсҡа 180 ғариза ҡабул ителгән. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, эксперттар комиссияһы белем биреү проекттарын баһаланған, 150 еңеүсе һайлап алынған. Ауыл уҡытыусыларына гранттар 2019 йылда Радий Хәбиров Указы менән булдырылды. Конкурста 35 йәшкәсә педагогтар ҡатнаша. Йыл һайын 690 мең һумлыҡ гранттар бирелә. Ҡабул ителгән талаптарға ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәмендә 10 йыл эшләргә тейеш була.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ-ла — төрөк сериалы!

Боронғо йолалар менән зиннәтле тормош киҫешкән урында Истанбул ҡалаһының үҙәгендә бер-береһен күрә алмаған ике көслө ғаилә йәшәй. Дошманлыҡ хөкөм һөргән ерҙә көтмәгәндә мөхәббәт тыуа! Ғашиҡ йәштәр ғаилә серҙәрен асып дошманлыҡты еңеп сыға алырмы?

БСТ телеканалында һәр эш көнөндә сәғәт 10-да төрөк сериалы премьераһы - «Һындырылған яҙмыштар».
2
Башҡортостанда тағы бер муниципалитет ҡала көнөн уҙғарыуҙан баш тартты

Стәрлетамаҡта шундай ҡарар ҡабул ителгән. Байрам 1 сентябрҙә булырға тейеш ине. Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа тамашалар өсөн тәғәйенләнгән бөтә аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йүнәлтелә. Быға тиклем Күмертауҙа ҡала көнөн уҙғарыуҙан баш тарттылар.
👍41
Өфөлә Салауат Юлаев проспекты аша күперҙәр төрлө төҫтәр менән биҙәлә

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле СССР-ҙың 50 йыллығы урамына ҡушылған урында эштәр алып барыла. Был күпер ҡыҙыл ут менән яна. Зәки Вәлиди урамына - зәңгәр, Октябрь революцияһы урамына - йәшел, Әй урамына - миләүшә, Революция урамына ҡыҙғылт-һары төҫтәр менән янған күпер аша күтәрелергә мөмкин. - -Төрлө төҫтәргә биҙәү водителдәр өсөн үҙенсәлекле навигация ла булып тора, - тип белдерәләр хакимиәттән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 5-се тапҡыр «Аталыҡ даны» республика йәмәғәт наградаһы еңеүселәре билдәләнде

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йәмғеһе 50-нән ашыу ғаилә башлығы тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Йолаға ярашлы, ир-аттар «Батырлыҡ», «Күп балалы», «Иң әүҙем атай» һәм тағы ла бер нисә номинацияла иң яҡшыһы тип танылды. «Батырлыҡ» йүнәлешендә еңеүселәрҙе - махсус хәрби операцияла һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан атайҙарҙы
👏3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡтанашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн өҫтәмә льгота булдырылды

Бынан һуң, һалдат үҙе, уның ата-әсәһе, тормош иптәше һәм балалары төбәк һәм муниципаль-ара түләүле юлдарҙан бушлай йөрөй ала. Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Указ махсус бойороҡҡа тиклем эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр өсөн түләү суммаһы 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты.
3
Янғын иҫкәртеү приборҙары 1 мең 100-ҙән ашыу кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған

Уларҙың 438-е - балалар. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Быйыл йәй инвалидтар, хәрәкәт итә алмаған кешеләрҙең йорттарында GSM модулле приборҙар ҡуя башланыҡ. Янғын тураһында сигнал шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә, йорт хужаһының туғандарына һәм башҡа номерҙарға ебәрелә. Үҙ аллы сыға алмаған кешене ҡотҡарып була, ти Радий Хәбиров. Әле бындай приборҙар Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондарында урынлаштырыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат вариҫтары сигенә белмәй!

Шайморатов генералдың һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. 27 августа, Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөндә, БСТ каналында «Батырҙар дәүере» телемарафоны үтә.

Легендар командир һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында тапшырыуҙар, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары юлын дауам итеүсе хәрбиҙәр менән бәйләнеш, контракт төҙөгән уҙамандар, ветерандар менән әңгәмә, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре.

Быларҙың барыһы тураһында - 27 августа БСТ-ла «Батырҙар дәүере. Шайморатовҡа -125» телемарафонында!
1👍1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Аталыҡ даны» конкурсында еңеүсе ир-аттар менән осрашты

«Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сарала атайҙар төбәк етәксеһе менән аралашып үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Осрашыуҙа күп бала тәрбиәләп үҫтергән, балалар йортонан тәрбиәгә сабый алған, инвалид бала ҡараған, улдарын Ватан һаҡсылары итеп үҫтергән әүҙем ҡарашлы атайҙар ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ПОЛИЭФ етештереү ҡеүәтен арттыра

Һуңғы йылдарҙа предприятие 4 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеп полиэтилентерефталат химик матдәһен сәғәтенә 4 тонна етештерә ала. Гранула киләсәктә төрлө һауыттар, төҙөлөш материалдарын эшләү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ компания биләмәһендә 11 футбол майҙанына тиң ҡояш электростанцияһы сафҡа ингән. Был проекттарҙың барыһы ла Инвестиция сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә ҡаралып, хуплау тапҡайны.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» проекты - миһырбанлыҡ нигеҙе

«Ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» йәки «СВОя семейная гостиная» исемле проект - миһырбанлыҡ нигеҙе. Сара «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәте ойошмаһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Ул Республика башлығы гранты ярҙамында махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районы Төмәнәк урта мәктәбе Бөтә Рәсәй конкурсында приз яуланы

Туймазы районы Төмәнәк урта мәктәбе «Иң яҡшы һанлы практика» Бөтә Рәсәй конкурсының «Илдең иң яҡшы һанлы мәктәптәре» номинацияһы призеры. Мәғариф милли проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе», инициативалы бюджетлау программаһы буйынса «Hi - tech park» фәнни-инновацион үҙәге, шайморатовсылар класы булған мәктәп ҡаҙаныштары хаҡында репортаж.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала алтаҡталарҙың, географик объекттарҙың яҙыуҙары яңыртыла

Өфө юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Байрамға ҡағылышлы, баш ҡалала алтаҡталарҙың, географик объекттарҙың яҙыуҙары яңыртыла. Бигерәк тә иҫке алтаҡталарҙың башҡортса хаталы яҙылыуы - киң таралған проблема. Был йүнәлеште махсус Терминология комиссияһы көйләй. Белгестәргә баш ҡала халҡы ла ярҙам итә ала.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бойцы СВО рассказали, почему выбрали службу по контракту, почему важно защищать семью и Родину.

Напомним, жители Башкирии, заключившие контракт с министерством обороны РФ, получают единовременную выплату до 1 205 000 сразу и потом зарплату от 210 тысяч ежемесячно плюс более сорока льгот для всех членов семьи.

Подробнее на Башбат. Рф и телефонам 122, +7(347)248-29-31.
🤮3