БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Дума яңғыҙ йәшәүселәрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон проектын ҡарай

Документты Башҡортостан парламенты әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, йыш ҡына яңғыҙ йәшәүсе өлкән, ауырыу кешеләр, шулай уҡ наркотик, алкоголь менән мауығыусылар мутлашыусы тоҙағына эләгә. Алданып фатирһыҙ ҡалғандан һуң улар ғәҙеллек эҙләп судтарға мөрәжәғәт итә. Документтар дөрөҫ тултырылһа, суд яҡлай алмай. Шуға, яҡын туған булмаған кешеләргә йорт-фатирҙы бүләк иткәндә мотлаҡ нотариус раҫлауын ҡабул итеү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине республика парламенты рәйесе.
👍1
В Башкортостане увеличили выплаты военнослужащим-контрактникам. Каждому кто подпишет контракт с министерством обороны полагается разовая выплата до 1 205 000 рублей сразу, от 210 тысяч ежемесячно плюс более сорока различных льгот для всей семьи. Подробнее расскажут на башбат.рф или телефонам 122 или +7(347)248-29-31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алыу тантанаһы үтте

Республика перинаталь үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алыу тантанаһы үтте. «Шустрый» ҡушаматы йөрөткән яугир Алик Мәрҙийәновтың ҡыҙы тыуған, үкенескә, уға яңы тыуған балаһын күрергә насип итмәй. Хәрби контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған яугир, яу ҡырында һәләк була.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ямғырҙар Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән

Ерҙең үтә дымлылығы Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларына 1 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән . 120 мең гектар майҙандан уңыш алып булмаясаҡ, уның күп өлөшө иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Төбәктә 11 июлдән 11 сентябргә тиклем Ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү буйынса ҡарар проекты ла әҙерләнгән, әлегә муниципалитеттарҙан мәғлүмәт туплау эше дауам итә. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек, юл ремонты, диспансер тикшереү барышы - көн тәртибенә сығарылған башҡа темалар хаҡында репортаж.
😭3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Награданы Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Татьяна Киселева алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урамдарына ун яңы «Ҡала кешеһе» сыға

450 йыллыҡ юбилейға бүләк. Өфө урамдарына ун яңы «Ҡала кешеһе» сыға. Бөгөн Радий Хәбиров «Өфө трамвай- троллейбус етештереү предприятиеһы»нда эшләнгән яңы троллейбустарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Электр транспорты- Башҡортостан- Беларусия хеҙмәттәшлеге емеше.
«Ҡала кешеһе» маркалы троллейбус проекты Рәсәй-Белоруссия продукты. Ул Өфө юбилейына махсус бренд менән эшләнгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һайлау тураһында өй беренсә йөрөп мәғлүмәт бирелә башланы

Уның барышында участка һайлау комиссиялары вәкилдәре тауыш биреү датаһы, ваҡыты һәм урыны, теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү ысулдары тураһында һөйләй, өйҙә тауыш биреү өсөн ғаризаның ниндәй осраҡта һәм нисек бирелеүен аңлата. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Республика башлығын һәм урындағы советтарға депутаттар һайлана.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында инвесторҙар элекке ташландыҡ заводты элеваторға әйләндергән

Уңыш һаҡлау келәттәрен төҙөкләндереүҙән тыш, майҙанда инфраструктура ла яҡшырған. Ошо көндәрҙә элеватор хеҙмәткәрҙәре тәүге уңышты һаҡлауға ҡабул итергә әҙерләнә. Эшҡыуарҙар ауыл хужалығы культураларын киптереү һәм таҙартыу ҡоролмаларын һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт ярҙамында ябасаҡ. Ҡандры элеваторын төҙөү Башҡортостан башлығы булдырған «Инвестиция сәғәте»ндә өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға мемориал асылды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл «Хәтер тере» хәйриә акцияһы нигеҙендә төҙөлгән. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, урындағы халыҡ ҡатнашты. Сарала ауыл халҡы, ҡунаҡтар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды.
👍4
БСТ | Яңылыҡтар
Video
Башҡортостанда ниҙәр бар?

Башҡортостанда 2025 йылға тиклем тағы ла 118 ауылға һәм ҡасабаға газ үтәсәк.

Радий Хәбиров республика геройы, партизан Николай Киселёвтың ҡыҙына Шайморатов генерал орденын тапшырҙы.

Быйыл Р-240 трассаһы реконструкцияһы барышында (Стәрлетамаҡ урау юлының 112-се саҡрымынан алып Стәрлебаш боролошона тиклем) ер эштәре башҡарыласаҡ, инженер селтәрҙәре күсереләсәк. Ә 2025-2026 йылдарҙа трассаның ҡалған ике һыҙаты һалынасаҡ.

Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеү урындарын арттырырға ҡушты.

Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ямғыр ташҡыны килтергән зыян 1 миллиард һумға баһалана. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, уларҙың 112,3 мең гектары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспансерлаштырыу барышында иң күп асыҡланған сирҙәрҙе атаны: ҡан әйләнеше, тын юлдары ауырыуҙары, шәкәр сире һәм яман шеш.

Уҙған аҙнала 55 авария теркәлгән, уларҙа дүрт кеше һәләк булған. 2024 йыл башынан Башҡортостан урмандарында 247 кеше юғалған.

Хәбиров Өфөләге буласаҡ башҡорт арбаты – Октябрь революцияһы урамында күсмә кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.

2024 йылда республика халҡы (18 – 49 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм 18 – 55 йәштәрҙәге ир-егеттәр) диспансерлаштырыу мәлендә өҫтәмә тикшереү үтергә мөмкин. Һүҙ репродуктив сәләмәтлек хаҡында бара.

Ишембайҙа ҡала көнөнә яңыртылған йәмәғәт киңлектәре асыла. Бында Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын төҙөкләндереү тамамланған. Унда һәйкәлде, скверҙы һәм Матросов исемендәге паркты яңыртҡандар. Һайран ауылында янғын депоһы асыласаҡ.

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11,5 мең кешене йыйған. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса 300-ҙән ашыу турист барған. Фестивалдең аҙыҡ-түлек майҙанында Баймаҡ, Белорет райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 20 эшҡыуарҙың ризыҡтарыт тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме 800 мең һум тәшкил иткән.

Тауарҙар һатыу һәм күргәҙмәләр майҙанында Әбйәлил, Баймҡ, Белорет, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Учалы, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан «Башҡортостан продукты» программаһында ҡатнашыусы 25 дипломанттың тауарҙары һәм әйберҙәре тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме – 1 миллион һум.

Быйыл Башҡортостан мәктәптәренә 519 мең бала уҡыуға бара. Төбәк Башлығы 1 сентябргә уҡыу йорттарының тирә-яғында тәртип булдырырға ҡушты.

1 сентябрҙә Башҡортостан биш мәктәп капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асасаҡ: Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәктәбе (Бишбүләк районы), 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (Күмертау), Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты, Красная Башкирия ауылы мәктәбе (Әбйәлил районы) һәм Өфөнөң 119-сы мәктәбе.

Һуңғы ике йылда республикала 140 мәктәпкә капиталь ремонт яһалған. Июль айында Башҡортостан РФ Мәғариф һәм фән министрлығына 2025-2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға ғариза ебәргән. Бынан тыш, 2025-2027 йылдарҙа балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса ғариза әҙерләнгән.

Быйыл август кәңәшмәһе тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡта үтте. Киләһе йыл кәңәшмә Бөрө ҡалаһында уҙасаҡ.

«Бер тин дә бюджет аҡсаһы файҙаланылманы»: Стәрлемаҡта меценаттарҙың аҡсаһына «Купец 2.0» фестивале ойошторолған. Унда 71 мең кеше, 330 кәсепсе һәм 1250 кеше милли кейем парадында ҡатнашҡан.

Өфө юбилейына 23 мәҙәни мираҫ объекты ремонтласаҡ.
2👍2
Янғынға ҡаршы махсус тәртип бөтөрөлдө

Урман янғындары менән хәл тотороҡланыуға бәйле, 19 августан Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдән сығарылды. Был турала бойороҡҡа Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. 27 майҙа Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Төп маҡсат — урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле хәлдәргә юл ҡуймау.
1
Башҡортостанда “Иғтибар - балалар!” операцияһы башланды

Акция 13 сентябргә тиклем дауам итә. Уның барышында юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһы балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерә, белем биреү учреждениеларында профилактик саралар ойоштора. Һуңғы ете айҙа балалар ҡатнашлығында 189 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 7 бала һәләк булған, 202 бала йәрәхәтләнгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды

Ике аҙналыҡ ялдан һуң, йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө оҙатылды. Яугирҙарҙың барыһы ла Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә тиклем алып барыуға республика тарафынан транспорт бүленгән.
1👍1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров шәхси эшҡыуарҙар менән осрашты

Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында үткән сарала эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамын юллау, үҫеш юлдары тураһында һүҙ барҙы. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади осорҙа үҙ бизнесын ойоштороп әүҙем эшләүсе яҡташтарға рәхмәтен белдерҙе. Короновирус инфекцияһы осоронда сикләүҙәр, махсус хәрби операция менән бәйле сит ил санкциялары булыуға ҡарамаҫтан төбәк эшҡыуарҙары юғалып ҡалманы. Төбәк тулайым продукцияһының өстән бер өлөшө улар көсө менән етештерелә. Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләгән 500 меңдән ашыу эшҡыуар төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итә, даими рәүештә инвестициялар йәлеп ителә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Социологтар Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар рейтингын иғлан итте

Башҡортостан гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән социаль һорау алыуға ярашлы, һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы сентябрь башында участкаға килә. Һәм теркәлгән кандидаттарҙың иң юғары танылғанлығы Радий Хәбировта. «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Владимир Нагорныйҙы - 19,6, Либерал демократтарҙан Иван Сухаревты - 23,7, Коммунистарҙың яңы лидеры Артур Шәйнуровты - 16,4 һәм һорау алыныусыларҙың 16, 8 проценты «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәновты таный йәки ишетеп белә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы ирекмәндәре Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына ҡушылды

«Йөрәктән-йөрәккә». Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторған Күрск ҡалаһы халҡына ярҙам акцияһына Шаран районынан ирекмәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәштәр бүлеге ҡушылды. Гуманитар ярҙамға район халҡы үҙ теләге менән 128 450 һум аҡса йыйған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт программаһы буйынса өс йылда 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса өс йылда 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ошо маҡсатта 75 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 2025 йылда проект ил күләмендә эшләй башлай, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында ошо хаҡта иғлан итте. Программаның Шишмә районында тормошҡа ашырылыуы тураһында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле режиссер Айрат Абушахманов 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Режиссер илдең төрлө театрҙарында 50-нән ашыу спектакль ҡуйған. Әле ул тыуған театрында премьера сәхнәләштереү менән мәшғүл.
3👍1
Башҡортостан ауылдарында йәш педагогтар араһында грант алыусылар билдәләнде

Конкурсҡа 180 ғариза ҡабул ителгән. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, эксперттар комиссияһы белем биреү проекттарын баһаланған, 150 еңеүсе һайлап алынған. Ауыл уҡытыусыларына гранттар 2019 йылда Радий Хәбиров Указы менән булдырылды. Конкурста 35 йәшкәсә педагогтар ҡатнаша. Йыл һайын 690 мең һумлыҡ гранттар бирелә. Ҡабул ителгән талаптарға ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәмендә 10 йыл эшләргә тейеш була.
👍2