Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт программаһы ярҙамында 5,5 меңгә яҡын проект республика һәм муниципаль финанслауы алған
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 5,5 меңгә яҡын проект республика һәм муниципаль финанслауы алған. Бөгөнгө көндә республиканың барлыҡ муниципалитеттарын үҙ эсенә алған проект Башҡортостанда тиҫтә йыл уңышлы тормошҡа ашырыла, Балалар майҙансыҡтары, йорт яны биләмәләре яңыртыла, мәктәп ҡорамалдары, ауыл хужалығы техникаһы һатып алына, зыяраттар кәртәләнә, мемориалдар,һәйкәлдәр тергеҙелә. Юбилей йылында Евразия НОЦ командаһы, тормошҡа ашырылған проекттарҙы ҡарап, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса конкурс һайлап алыу еңеүселәренә мониторинг үткәрә. Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары миҫалы хаҡында киләһе яҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бейектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды
Башҡортостанда бейектә һәм сикләнгән киңлектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды. Ул Башҡорт тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институтында урынлашҡан. Асыҡ уҡытыу-күнекмәләре үткәреү полигонында аҙна һайын төбәктең төрлө ойошмаларында эшләүсе 100-гә яҡын хеҙмәткәр оҫталығын шымарта.

👍4❤1🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылы 2-се урта мәктәбе лагеры тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашты
«Ағиҙел» ҡушаматлы яугир яраланыу сәбәпле, әле отпускыла. Украиналағы хәрби бәрелешкә ул быйыл март аҙағында ҡушылған. Башта Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән, һуңынан Авдеевка йүнәлешендә ул алғы һыҙыҡҡа юллана. Батырға көсөргәнешле яуҙарҙың береһендә пуля һәм снаряд ярсығы эләгә. Осрашыуҙа яҡташыбыҙ үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләне.

👍9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Все участники СВО - настоящие герои и будущая элита России. Подписавшим контракт от Башкортостана полагается до 1 205 000 рублей сразу, потом зарплата от 210 тысяч в месяц и более сорока льгот для всей семьи.
ℹ️ Узнай, как заключить контракт на сайте башбат.рф и по телефону +7 (347) 218-19-19 или 122

❤1🤮1
🔔 Яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптәргә автобус асҡыстары тапшырыу – республика август кәңәшмәһенә тиклем башҡарыла торған матур йола.
17 августа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. Ул юлдарҙағы хәүефһеҙлектең һәм водителдәр эшенең мөһимлеген билдәләне, имен юлдар теләне.
🚌 Яңы автобустар Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Мәсетле, Миәкә, Тәтешле, Өфө, Әбйәлил, Яңауыл райондарына һәм Күмертау, Сибай, Өфө ҡалалары мәктәптәренә юллана.
«Вектор NEXT» маркалы яңы быуын автобустары навигация системаһы, тахографтар менән йыһазландырылған, заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Уңайлы, матур, йылы автобустарҙа уҡыусылар шулай уҡ олимпиадаларға, конкурс һәм ярыштарға, экскурсияларға йөрөйәсәк.
📌 Был республикала ошо өлкәлә эҙмә-эҙлекле алып барылған ҙур эштең бер өлөшө. 2019 – 2024 йылдарҙа республиканың мәктәп автопарктары 700 яңы автобус менән тулыланған.

Республика уҡытыусыларына шифаханаларҙа дауаланыу субсидияланасаҡ
Был хаҡта Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән август кәңәшмәһендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында ҡаланың бер нисә белем усағында булып, уҡыусылар өсөн әҙерләнәсәк ризыҡтарҙың сифатын баһаланы. Шулай уҡ 17 мәктәп яңы автобустар менән тулыланды.

👍3❤1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Сауҙагәр» ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең икенсе көнө тамамланды
Бөгөн сара ҡатнашыусыларын республика башлығы сәләмләне. Радий Хәбиров мәҙәни форумдың күләмлелеген һәм кәсепселәрҙең күплеген билдәләне.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Азат Бадранов Әбйәлил районы ауылдарында йәшәүселәр менән осрашты
Асыҡ һөйләшеү. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Әбйәлил районы ауылдарында йәшәүселәр менән осрашып көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Йәмәғәтселек түңәрәк өҫтәл барышында ауыл үҫеше, ер бүлеү, социаль объекттар төҙөлөшө, башҡорт телен һаҡлау, эшҡыуарҙарға һәм фермерҙарға ярҙам итеү, гранттар юллау һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышты. Эшлекле әңгәмә барышында тәҡдимдәр шунда уҡ уҡ эшкә алынды. Улар контролдә тотолосаҡ.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте
Ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады һәм күләмле театрлаштырылған тамаша. Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Күләмле фестивалдең эшлекле һәм мәҙәни-спорт программаһы тураһында киләһе материалда.

❤2👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәл асылды
Хәйбулла районында түңгәүер ырыуының 6- сы йыйынында Башҡортостандың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы уҙҙы, район мәҙәниәт йорто алдында ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы шәхескә һәйкәл асылды. Район үҙәге Аҡъярҙа, Таштуғай, Сиҙәм ауылдарында ойошторолған мәҙәни һәм рух байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районындағы предприятие малсылыҡ комплексы төҙөп, һөт етештереү ҡеүәтен нығытҡан
Инвесторҙар һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе. Мәләүез районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы биш йыл эсендә малсылыҡ комплексы төҙөп, һөт етештереү ҡеүәтен нығытҡан. Хөкүмәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, «Инвестиция сәғәте» ултырышынан һуң алынған ярҙам саралары производствоны яйға һалырға булышлыҡ иткән.

🔥 Кубок Республики Башкортостан по хоккею: прямой эфир!
18 августа в рамках Кубка Республики Башкортостан по хоккею уфимский «Салават Юлаев» принимает в ледовом комплексе «Уфа-Арена» магнитогорский «Металлург».
Ссылка на трансляцию: https://vk.com/video-27097047_456282786

Талҡаҫ күле һаҡланған биләмә булыуы мөмкин
Уны яңы тәбиғәт паркына индерергә тәҡдим ителде. Бындай башланғыс менән Дума депутаты Зариф Байғусҡаров сыҡты. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Талҡаҫ бысрана. Июнь айында һыу сифаты насар булыу сәбәпле "Орленок" балалар лагерының пляжына санитар документтар бирелмәне. Быға тиклем Республика Хөкүмәтендә Талҡаҫ һәм Граф күлдәрендә туристик кластер булдырырға тәҡдим ителде.

👍1
Өфөлә СВО-ла һәләк булған һалдаттың сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алдылар
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бала табыу йортонан СВО-ла һәләк булған хәрбиҙең ҡыҙын ҡаршы алды. Сабый 14 августа донъяға килгән, әсәһе уға Карина тип исем биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәпестең атаһы быйыл февраль айында махсус хәрби операцияла һәләк булған.
«Беҙ ғаилә ҡул аҫтыбыҙға алдыҡ. Бөтә булдырылған федераль һәм төбәк ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтелде. Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды командаһы беҙҙең геройҙың ғаиләһенә һәм уның ата-әсәһенә артабан да ярҙам итәсәк», - тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.

😢4
Бер йылда Башҡортостанда йомортҡа етештереү биш тапҡырға кәмегән
Быйыл ғинуар-июль айҙарында 107 миллион йомортҡа сауҙаға сығарылған. 2023 йылдың ошо осоронда был һан 531 миллион булған, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. Йомортҡа етештереүҙең кәмеүе уҙған йылдағы ҡош киҙеүе менән аңлатыла. Өфө районындағы предприятиела 3 миллиондан ашыу ҡош-ҡорт юҡ ителде.

Дума яңғыҙ йәшәүселәрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон проектын ҡарай
Документты Башҡортостан парламенты әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, йыш ҡына яңғыҙ йәшәүсе өлкән, ауырыу кешеләр, шулай уҡ наркотик, алкоголь менән мауығыусылар мутлашыусы тоҙағына эләгә. Алданып фатирһыҙ ҡалғандан һуң улар ғәҙеллек эҙләп судтарға мөрәжәғәт итә. Документтар дөрөҫ тултырылһа, суд яҡлай алмай. Шуға, яҡын туған булмаған кешеләргә йорт-фатирҙы бүләк иткәндә мотлаҡ нотариус раҫлауын ҡабул итеү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине республика парламенты рәйесе.

В Башкортостане увеличили выплаты военнослужащим-контрактникам. Каждому кто подпишет контракт с министерством обороны полагается разовая выплата до 1 205 000 рублей сразу, от 210 тысяч ежемесячно плюс более сорока различных льгот для всей семьи. Подробнее расскажут на башбат.рф или телефонам 122 или +7(347)248-29-31