БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған күсмә күргәҙмә асылды

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған күсмә күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә башҡорт һыбайлыларының хәрби ҡаҙаныштары, генералдың ҡаһарманлығы хаҡында бәйән ителә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында мең ырыуы вәкилдәре йыйыны уҙҙы

«Мең ырыуы Турахан ерлегендә». Шишмә районында күсмә цивилизациялар музейы «Турахан» визит үҙәгендә мең ырыуы вәкилдәре йыйыны уҙҙы. Мең ырыуы кәңәшселәр ҡоро ағзалары, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө райондары делегациялары ҡатнашлығындағы сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Динә Гаврилова «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» әҫәрен тәҡдим итте

Август айын дуҫтар менән. Әҙәби кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Өфөлә билдәле яҙыусы Динә Гаврилова - Надежда Григоренко уҡыусылары менән осрашты. Был юлы Динә Гаврилова китап уҡыусылар иғтибарына «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» тигән яңы әҫәрен тәҡдим итте.
1👍1
Башҡортостанда ҡышҡылыҡҡа мал аҙығының яртыһы әҙерләнгән

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә һәр малға 13 центнер запас бар. Был - пландың 52 проценты. 382 мең тонна бесән әҙерләнгән, миллион тонна сенаж һалынған. Саҡмағош, Илеш һәм Ауырғазы хужалыҡтары яҡшы аҙыҡ запасы туплаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Р-240 автомобиль юлында капиталь ремонтҡа әҙерлек башлана

Бөгөн Стәрлетамаҡта «Росавтодор» федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән Радий Хәбиров Башҡортостанда федераль автомобиль юлдарын үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Стәрлетамаҡ эргәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлын капиталь төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Ҡаланы урап үткән 24 саҡрым юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтәләр.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Красноусол шифаханаһының юбилей тантанаһында ҡатнашты

Красноусол шифаханаһы асылыуға бер быуат! 1924 йылда БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау Халыҡ Комиссариаты Красноусолдың минераль сығанаҡтары янында бер-нисә ағас йорт төҙөтә. Тәбиғәт шифаһынан дауа алырға килеүселәрҙе бер табип ҡабул итә башлай. 1944 йылда тәжрибә бальнеология станцияһы шифаханаға әйләндерелә. Ул ваҡытта йөҙ койка менән асылған дауалау учреждениеһы 100 йыллығын билдәләй.
Радий Хәбиров бөгөн Ғафури районында Красноусол шифаханаһының юбилей тантанаһында ҡатнашты. Һуңғы ике йылда дауалау учреждениеһы модернизация осорон кисерә. Корпустар йылы коридорҙар менән тоташтырасаҡ. Койкалар урыны күбәйтелә, ял итеүселәрҙең ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн шарттар булдырыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы халҡы Донбасҡа сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе

Яҡташтарға гуманитар ярҙам. Махсус хәрби операция башланыу менән Хәйбулла районы халҡы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә әүҙем ҡушылған. Аҙна башында тылдағылар берләшеп Донбасҡа сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Граф күле буйында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале старт алды

Өсөнсөгә уҙғарылған сара йәнә ат спортын һөйөүселәрҙе, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе, ғалимдарҙы, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән бизнес вәкилдәрен осраштырҙы. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» форумы үтте

Төрки телле балалар араһында контент булдырыу мәсьәләләре бөгөн Өфөлә үткән «Рәсәй төркиҙәре» форумында ҡаралды. Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр ойошторолған сара илдең төрлө төбәктәре вәкилдәрен бергә йыйҙы. Рәсәй халыҡтарының рухи берҙәмлеген нығытыу маҡсатын ҡуйған конференция эше өс секцияға бүленеп ҡорлодо. «Төрки телле балалар контенты» тип исемләнгәнендә мәҫәлән, китапҡа һөйөү уятыу, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Ҡатнашыусылар үҙ төбәктәрендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғат өлгөләре менән таныштырҙы.
1
Башҡортостанда төнөн хәмер һатҡан магазиндар эшмәкәрлеген сикләргә ниәтләйҙәр

Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, закон буйынса төнөн дә хәмер һатҡан йәмәғәт туҡланыу урындары булыуҙарына һылтанып бындай магазиндар иҫерек кешеләрҙе йыйылыу урынына әүерелә. Тауышланған компаниялар эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәргә ҡамасаулай. Йорттар янындағы магазиндарҙа төнөн хәмер һатыуҙы сикләргә тәҡдим ителә, тине Константин Толкачев.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Не мог по-другому»: офицер рассказал о службе в зоне СВО и как письма детей морально помогают нашим воинам

В одной из посылок гумпомощи боец увидел открытку с одним словом «Живи», и везде носил ее с собой вместе с удостоверением.

«С первого же дня бойцы чувствуют поддержку», - заключил офицер.

Узнай, как заключить контракт на сайте башбат.рф и по телефону +7 (347) 218-19-19 или 122
🤮2👍1
С 19 по 28 августа 2024 года в Башкортостане будет проходить адресное информирование и оповещение избирателей.

Члены участковых избирательных комиссий будут ходить по домам, чтобы:

- рассказать, когда и где можно проголосовать;
- сообщить адрес избирательного участка;
- помочь избирателям, которые не смогут прийти в участок по состоянию здоровья или другим причинам.

С собой у члена участковой избирательной комиссии будет удостоверение и необходимая полиграфическая продукция.

Напомним, дни голосования в Башкортостане – 6, 7 и 8 сентября 2024 года.

Всего пройдет 218 избирательных кампаний:

- выборы Главы Башкортостана;
- допвыборы депутата Госсобрания – Курултая Башкортостана по Уфимскому одномандатному округу № 54;
- 216 кампаний по выборам депутатов городских, районных и сельских советов.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары арта

Киләсәктә бында өҫтәмә заправка, техник хеҙмәтләндереү станциялары, машина йыуыу комплекстары асыу ҡарала. Районда юл хеҙмәте объекттары эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркөмө баһаланы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирекмәндәре Курск өлкәһендә ярҙам күрһәтә

Беҙҙең республиканан Халыҡ фронтының йәштәр хәрәкәте йыйылма отряд составында гуманитар складта эш башлаған. «Рубеж» тактик-стратегик форумының пландан тыш икенсе сменаһы тамамланыу менән 30-ҙан ашыу ирекмән Курск халҡына ярҙамға йүнәлергә ҡарар иткән. Улар бында килгән аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм көнкүреш өсөн башҡа кәрәк-яраҡтарҙы бушата, уларҙы сорттарға бүлә һәм ҡаптарға тултырып тейешле урынға ебәрергә әҙерләй.
#элек_хәҙер_Башҡортостан

👫 Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «Миләш» балалар баҡсаһы – район үҙәгенең биҙәге. «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәпкәсә учреждение 140 балаға иҫәпләнгән.

🏗️ 2018 йылдың ноябрендә төҙөлөш майҙансығында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булғайны. Ә 2020 йылдың мартында, бындағы эштәрҙе тамамлап, бинаны сафҡа индергәндәр ҙә инде.

140 урынлыҡ ике ҡатлы бинала ясле, кесе, урта һәм өлкән төркөм балалары өсөн бүлмәләр йыһазландырылған. Һәр төркөмдә заманса талаптарға яуап биргән, сабыйҙар өсөн уңайлы уйын, йоҡо, кейем алмаштырыу бүлмәләре, буфеттар бар.

📌 Башҡортостанда һуңғы биш йылда 9 173 урынлыҡ 65 яңы балалар баҡсаһы асылған. 2024 йылда тағы ла ике мәктәпкәсә учреждение төҙөлә. Ә 2025 йылда ил Президенты Владимир Путин инициативаһы менән балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау федераль программаһы старт ала. Был совет осорондағы биналарҙы яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк.

#национальныепроекты #миллипроекттар
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте

Ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады һәм күләмле театрлаштырылған тамаша. Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт программаһы ярҙамында 5,5 меңгә яҡын проект республика һәм муниципаль финанслауы алған

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 5,5 меңгә яҡын проект республика һәм муниципаль финанслауы алған. Бөгөнгө көндә республиканың барлыҡ муниципалитеттарын үҙ эсенә алған проект Башҡортостанда тиҫтә йыл уңышлы тормошҡа ашырыла, Балалар майҙансыҡтары, йорт яны биләмәләре яңыртыла, мәктәп ҡорамалдары, ауыл хужалығы техникаһы һатып алына, зыяраттар кәртәләнә, мемориалдар,һәйкәлдәр тергеҙелә. Юбилей йылында Евразия НОЦ командаһы, тормошҡа ашырылған проекттарҙы ҡарап, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса конкурс һайлап алыу еңеүселәренә мониторинг үткәрә. Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары миҫалы хаҡында киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бейектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды

Башҡортостанда бейектә һәм сикләнгән киңлектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды. Ул Башҡорт тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институтында урынлашҡан. Асыҡ уҡытыу-күнекмәләре үткәреү полигонында аҙна һайын төбәктең төрлө ойошмаларында эшләүсе 100-гә яҡын хеҙмәткәр оҫталығын шымарта.
👍41🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылы 2-се урта мәктәбе лагеры тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашты

«Ағиҙел» ҡушаматлы яугир яраланыу сәбәпле, әле отпускыла. Украиналағы хәрби бәрелешкә ул быйыл март аҙағында ҡушылған. Башта Ырымбур өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән, һуңынан Авдеевка йүнәлешендә ул алғы һыҙыҡҡа юллана. Батырға көсөргәнешле яуҙарҙың береһендә пуля һәм снаряд ярсығы эләгә. Осрашыуҙа яҡташыбыҙ үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләне.
👍9