БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Яңауыл ҡалаһындағы Йәштәр һарайы бинаһының нисек үҙгәреүе хаҡында.

🏗 Ремонттың беренсе этабында төҙөүселәр бында ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе һәм витраждарҙы өлөшләтә алмаштырған, фасадты яңыртҡандар.

2018 йылдың декабрендә бинала Рәсәй кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам федераль фонды ярҙамында «Нефтсе» кинотеатры асыла.

Ремонттың икенсе этабы 2020 йылдың февралендә тамамлана. Яңыртылған Йәштәр һарайында хәҙер заманса кинотеатр, үҫмерҙәр өсөн клубтар, төрлө түңәрәктәр һәм секциялар, ҙур спорт залы, бейеү залы һәм лекторий бар.

2020 йылдың сентябрендә, эш сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реконструкция эштәренең сифатын баһаланы һәм Психологик ярҙам үҙәгенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

📌 Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы төҙөкләндереүгә республикала айырым иғтибар бүленә. Биш йыл эсендә Өфөлә, Күмертауҙа, Ағиҙелдә, шулай уҡ Краснокама һәм Хәйбулла райондарында ошондай дүрт объект һәм биш бина ремонтланған.
#элек_хәҙер_Башҡортостан

📸 Фотоһүрәттәрҙә – Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йорто. Бында 2023 йылдың апрелендә капиталь ремонт эштәренә тотоналар, ә йыл аҙағына заманса бина әҙер ҙә була.

Мәҙәниәт усағында хәҙер иркен тамаша залы, музей, китапхана һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр бар. Бер ҡыйыҡ аҫтында шулай уҡ яңы велосипед тренажерҙары һәм йүгереү юлы менән йыһазландырылған спорт залы, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла урынлашҡан.

🪗 Ижади коллектив халыҡты яңы саралар һәм концерттар менән ҡыуандыра. Сәхнә өсөн яңы кейемдәр ҡайтарылған, юбилярҙарҙы хөрмәтләү йолаһы ла тергеҙелә. Мәҙәниәт йортонда ойошторолған барлыҡ саралар ҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.

«Мәҙәниәттең сиктәре юҡ. Кешеләрҙең гражданлығына, милләтенә, диненә ҡарамай, уларҙы берләштереүсе ҡорал», – тип билдәләгәйне Башҡортостан Башлығы.

Ҡоръятмаҫ ауылының мәҙәниәт усағында эштәр «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында башҡарылған.

#национальныепроекты #миллипроекттар #нацпроекты
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбиров йәмәғәтселек ярҙамы штабы менән осрашты

Ул Өфө кампусында диалог форматында үтте. Алдағы йылдарҙа төбәкте үҫтереү идеялары яңғыраны. Пандемия, санкция баҫымы, махсус операция - Радий Хәбиров биш йылдан ашыу ваҡыт эсендә идара итеү мәленә тура килгән ваҡиғалар һәм уларҙы лайыҡлы үткәреү, артабанғы бурыстарҙы атаны.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡалала яңы спорт объекттары төҙөлә

Юбилей объекттары буйлап сәйәхәт. Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан баш ҡалала яңы спорт объекттары - Ишкәкле слалом, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге төҙөлә, Ағиҙел йылғаһы ярында Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡты символлаштырған Коллонада күтәрелә. Бөгөн журналистар һәм блогерҙар төҙөлөш майҙансыҡтарында булып, ведомство етәкселәре, архитекторҙар һәм төҙөүселәр менән аралашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде

Бөгөн төндә Башҡортостанға Курск өлкәһенән бер төркөм балалар килде. Украина хәрби көстәре һөжүм итеү сәбәпле йортһоҙ ҡалған малай-ҡыҙҙар республика шифаханаларында, лагерҙарҙа ял итәсәк. 34 баланан торған тәүге төркөм Дүртөйлө районынында сәләмәтлектәрен нығытасаҡ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дрон менән идара итеү курстары асылды

Дәрестәрҙе Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында үтергә мөмкин. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү курстары илдең 30 субъектында, шул иҫәптән, Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған. 62 миллион һумлыҡ федераль грант иҫәбенә матди-техник база булдырылған, коптерҙар һатып алынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Профессионалитет-2024» проектына инде

2025 йылға тиклем федераль субсидиялар һәм республика бюджетынан керемдәр менән 19 үҙәк булдырыласаҡ. Проект эш биреүселәрҙең ихтыяждарынан сығып белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Компаниялар һәм предприятиелар белем биреү программаларын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнашасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар таныҡлыҡ алды

Хеҙмәт таныҡлыҡтары тапшырылды. Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының профилле юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы 11 лейтенант йүнәлтмә һәм таныҡлыҡ алды. Улар республиканың төрлө райондарындағы янғын һүндереү частарында хеҙмәт итәсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районынан күн әйберҙәр тегеү оҫтаһы дәүләт ярҙамында етештереү күләмен арттыра

Социаль контракт буйынса эшҡыуарға 350 мең һум субсидия бүленгән. Оҫта күндән сумка, янсыҡтар, бумажник, паспорт тышлыҡтары һәм башҡа әйберҙәр эшләй.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Все участники специальной военной операции – герои

Выбирай путь патриота, путь воина, путь настоящего мужчины. Дорогу осилит идущий со СВОими!

Подробности на сайте башбат.рф и по телефону +7 (347) 218-19-19 или 122
🤮2
Яңы уҡыу йылынан дәрестә мобиль телефон ҡулланыу тыйыла

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ошоға бәйле закон ҡабул итте. Уға ярашлы, беренсе сентябрҙән дәрес ваҡытында мобиль телефон менән файҙаланыу сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡыттарында ғына шылтыратырға рөхсәт ителә.
👍1
Өфөлә электр самокаттар өсөн сикләү индерелә

Баш ҡала хакимиәте кикшеринг операторы менән яңы килешеү төҙөнө. Документ инфраструктура үҫеше, юл йөрөү хәрәкәте хәүефһеҙлеген профилактикалау проекттарын берлектә ашырыуға йүнәлтелгән. Уға ярашлы, электр самокаттар өсөн айырым урындарҙа тиҙлекте кәметеү, йәки тыйыу ҡаралған. Мәҫәлән, Ленин урамында һәм Октябрь проспектында хәрәкәт сикләнә, Затонда Әхмәтов урамында тиҙлекте 10 километрға тиклем кәметеү ҡарала.
👍1
Башҡортостанда сабыйҙарға ҡушылған иң үҙенсәлекле исемдәрҙе атанылар

ЗАГС реестры 1 ғинуарҙан алып авгусҡа тиклемге мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Һирәк исемдәр араһында Аллана, Сауда, Радмилла, Асият һәм Әсмә бар. Малайҙарға Астемир, Саяр, Трофим, Чан Вьюнг Ань һәм Танир тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Йәсмин, Эмилия, Арина, Тимур, Әмир, Марк һәм Артем булған.
👍1
🐎 Иртәгә – «Башҡорт аты»! Барығыҙҙы ла 15-16 августа халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡырабыҙ! Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестиваль, ғәҙәттәгесә, Баймаҡ районының Граф күле янындағы майҙансыҡта үтәсәк.


Йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһенә «Хәләл» стандарты буйынса эшләгән ойошмалар саҡырыла. Ә «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһендә оҫталарҙың, шулай уҡ ат биҙәүестәре конкурсында ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин.

📌Эшлекле программа халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын, ат спортында башҡорт атының яңы үҫеш этабына арналған семинарҙы һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса осрашыуҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр республиканың йылҡы тотоусылары менән осрашыу уҙғарыла.

Сараның ижади өлөшөндә театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар ойошторола. Ҡурсаҡ театры иһә фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.

🏹 Спорт сараларының һаны быйыл тағы ла күберәк. Иң популяр ярыштар исемлегендә – «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика, «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирҙары. Шулай уҡ быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыла.

🏇 Тулыраҡ мәғлүмәт – фестиваль сайтында: https://bashkort-aty.ru. Килегеҙ, күрегеҙ
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йылғаларында йәнә һыу күтәрелә

Бындай күренештәр Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Баҫыутамаҡ менән Асы ауылдарында, Ишембай һәм Салауат ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһында күҙәтелә. Быға Башҡортостанда дауам иткән ҡойма ямғырҙар сәбәпсе. Һыуһаҡлағыстарҙы күҙәтеү дауам итә, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районының бер юлы өс ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Хәҙер төбәктә улар иҫәбе 12-гә етте. Биналарҙың барыһы ла кәрәкле, беренсе медицина ярҙамы ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яугирҙарыбыҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үрә

Бының өсөн Мәҙәниәт йортонда махсус майҙансыҡ ойошторолған. Эш ҡатмарлы булмаһа ла, ваҡыт һәм көс талап ителә, ти ирекмәндәр. Шулай уҡ бында зип-пакеттарға йыуыныу кәрәк-яраҡтары тултырыла, паракордтан беләҙектәр бәйләй, изге эшкә ауыл халҡы ла ҡушылған. Яҡын арала Кушнаренко районы башлығы һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барасаҡ. Яугирҙар өсөн шәхси посылкаларға башҡорт балы ла һалына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылына зәңгәр яғыулыҡ үтте

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылы халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға - биләмәгә зәңгәр яғыулыҡ үтте. Бөгөн унда ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр сафҡа индерелде. Тантанала «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев, Радий Хәбиров һәм «Газпром Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Сергей Густов ҡатнашты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында булды

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Өфөлә студенттар кампусында ла булды.
Радий Хәбиров менән бергә Владимир Якушев кампустағы юғары уҡыу йорттары лабораториялары һәм инновацион майҙансыҡтар эше менән танышты. Улар иҫәбендә - Алдынғы ҡорамалдарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштереү һәм төрлө патологияларҙы дауалау өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу кластары, шулай уҡ «Киләсәк медицинаһы» кабинеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Берлога киберфизик платформаһы оҫтаханаһы, пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, программалау һәм эксплуатациялау зонаһы тора.
1