Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡойма ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы 8 муниципаль берәмектәге 18 һыу баҫыу осрағын контролдә тота. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып бара, халыҡ менән эшләй. Ваҡытлыса урынлашыу пунктары әҙерләнгән. Айырыуса зыян күргән биләмәләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Өфөнән тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән аэромобиль төркөм дә ебәрелгән.

Архангел районы Абҙан ауылында йәшәүсе бер быуатлыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы
Архангел районы Абҙан ауылында йәшәүсе хөрмәтле ағинәй Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы Хужахмәтова бер быуатлыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Йөҙйәшәр ағинәй ил Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан, район етәкслегәнән ҡотлауҙар, бүләктәр һәм сағыу гөлләмәләр ҡабул итте. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡайтҡан балалары, ауылдаштары, яҡташтары менән бергә юбилярҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

❤7👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Һыйырҙарҙы йылға ағымы алып китә яҙҙы
Был видеояҙма Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында төшөрөлгән.
"Һыйырҙар Һаҡмар аша сыға. Үгеҙҙе көслө йылға ағымы алып китә яҙҙы", - тип яҙа автор.

😢3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы махсус хәрби операция яугирҙарына рухи ярҙамды көсәйтергә саҡырҙы
Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, ватан һаҡсыларының туғандары һәм яҡындары йыш ҡына ғибәҙәтханаларҙа һәм мәсеттәрҙә билдәле бер ваҡыт бүлеүҙе һорай. Был уларға хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы өсөн доға ҡылырға мөмкинлек бирәсәк.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яуым-төшөм һөҙөмтәһендә 7 муниципаль берәмектә 22 хәл контролдә тототола
Бөрйән, Баймаҡ, Белорет райондарындағы 4 осраҡ күҙәтеүҙән алынған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы хәбәр итә.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көнъяҡ райондарҙа сәнәғәт үҫеше муниципалитеттар иҡтисадында яҡшы йоғонто яһай
Инвесторҙар өсөн сеймал, ә урындағы халыҡҡа эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Көнъяҡ райондарҙа сәнәғәт үҫеше муниципалитеттар иҡтисадында яҡшы йоғонто яһай. Яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, өҫтәм эш урындары барлыҡҡа килә.
Инвесторҙар өсөн сеймал, ә урындағы халыҡҡа эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Көнъяҡ райондарҙа сәнәғәт үҫеше муниципалитеттар иҡтисадында яҡшы йоғонто яһай. Яңы инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, өҫтәм эш урындары барлыҡҡа килә.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуатта «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте
Ошо уңайҙан һәүәҫкәр ижади коллективтар ҡатнашлығындағы байрам концерты, ат сабышы һәм көрәш кеүек спорт саралары ла ойошторолдо. Юрматы ырыуына ҡараған Түбәнге Аллағыуат ауылынан тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ошо уңайҙан һәүәҫкәр ижади коллективтар ҡатнашлығындағы байрам концерты, ат сабышы һәм көрәш кеүек спорт саралары ла ойошторолдо. Юрматы ырыуына ҡараған Түбәнге Аллағыуат ауылынан тулыраҡ киләһе яҙмала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нарыҫтауҙа - башҡорт туйы
Заманса уйындар урынына, милли йолалар менән туй үтте. Ҡыҙыл туй күлдәге - борондан килгән. Ул аҫабалыҡ билгеһе, еңеүсе халыҡ тигәнде аңлата. Аҡ туй күлдәге иң беренсе Англия королеваһы кейеме булған.
Һуғышта пленға бирелергә теләгәндәр аҡ флаг күтәрә.
Әлфиә Йосопова.

👍2
Волгоград өлкәһендә ҡот осҡос хәл
Унда КАМАЗ-дың водителе тимер юлы аша сығып өлгөрмәксе булған һәм Ҡазан – Адлер поезы менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә поезд составтары рельстарҙан төшөп киткән. Йөк машинаһы тимер өйөмөнә әйләнгән, ә водителе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Бәхеткә күрә, аварияла һәләк булыусылар юҡ. Йәрәхәтләнгәндәр бар, уларҙың һаны артыуы ихтимал.

👍1😢1🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республикала үткән ҡойма ямғырҙар эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктә зыян күргән торлаҡ йорттар, күперҙәр, юлдар һаны билдәләнде, ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү юлдары барланды. Бынан тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү саралары, яңы уҡыу йылына әҙерлек һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Киләһе йылға тиклем Башҡортостанда 31 мәктәптә күләмле төҙөкләндереү үткәрелә. Яңыртылған 6 мәктәп быйыл сентябргә үк асыласаҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ
Башҡортостан сиркәүҙәрендә һәм мәсеттәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙар ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ғибәҙәт өсөн айырым көндәрҙе билдәләргә тәҡдим итте. Республика етәксеһе, был аҙым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының үтенесе.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалдары ял көндәрһеҙ эшләй
Аҙнаның ете көнөндә лә бәйләнештә. Июлдән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалдары ял көндәрһеҙ эшләй. Башҡортостандағы ойошманың социаль координаторҙары һәм белгестәре лә хәҙер яңы эш графигы буйынса хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә. Консультация алыр өсөн интернет аша алдан яҙылырға мөмкин.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Торатау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инергә тейеш
Был турала Ирандың милли геопарктар селтәре рәйесе Алиреза Амриказеми бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән осрашыуҙа белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде.
Был турала Ирандың милли геопарктар селтәре рәйесе Алиреза Амриказеми бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән осрашыуҙа белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында «Рәхәттә» Халыҡ-ара сәләмәтлек һәм туризм фестивале үтте
Мунса мәҙәниәтенә арналған сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән ярты меңдән ашыу белгес ҡатнашты.
Биләмәлә мунса ҡаласығы ойошторолғайны, ошонда уҡ мунса әҙерләү оҫталығы һәм күмәк сабыныу буйынса ярыштар үтте. Массаж зоналары, һыу аттракциондары эшләне. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне, улар алдында төбәктең билдәле артистары сығыш яһаны.

Өфө вундеркинды Вадим Харисов йәнә еңеүсе булды
Был юлы яҡташыбыҙ Сәғүд Ғәрәбстанында үткән химия буйынса 56-сы бөтә донъя олимпиадаһында дүртенсе тапҡыр алтын миҙал яуланы. Быға тиклем ул Швейцария, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙа иң яҡшыһы булды.

🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһында һыу күтәрелгән
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский һәм Потаповка ауылдары араһындағы юлды һыу баҫҡан. Йорттарға, баҡса участкаларына һыу аҫтында ҡалыу хәүефе юҡ. Йылға кимәлен контролдә тотоу һәм күҙәтеү маҡсатында ваҡытлыса гидропостар урынлаштырылған, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежур итә.

👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы уҡыу йылына әҙерлек дауам итә
Яуаплы ведомстволар биналарҙың хәүефһеҙлек, төҙөкләндереү талаптарын, уҡыу кабинеттарының әҙерлеген тикшерә. Республика буйынса күләмле ремонттан һуң 6 мәктәп ишектәре асыласаҡ тип көтөлә. Өфөнөң Ленин районындағы белем усағында комиссия тикшереүе үтте.

👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «ялған» алкоголь менән сауҙа иткән һәм поезд пассажирҙарын ағыулаған ҡатын ҡулға алынды
Өфөлә тимер юл вокзалы платформаһында «ялған» алкоголь менән сауҙа иткән һәм поезд пассажирҙарын ағыулаған ҡатын ҡулға алынды. «Хәүефһеҙ республика» проекты активистары граждандарҙың ялыуҙары буйынса транспорт полицияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә спиртлы продукцияһының законһыҙ әйләнешен тикшерҙе.

👌2